Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!..
1932 йылдың 10 сентябре – фани донъяға аяҡ баҫҡан кескәй Эра өсөн атай-әсәй наҙын, бәхетле бала саҡ иртәһен күргән көн. Атаһы – Башҡортостандың халыҡ комиссары Ғимаҙ Йыһангир улы Йәһүҙин – сабыйына исемдең һирәк осрай, әммә иҫтә тиҙ ҡала торғанын һайлай – Эра тип ҡуша. Бының ерлеге бар. 1932 йылдың 27 апрелендә Ғ.Й. Йәһүҙиндең ҙур тырышлығы менән Ишембайҙа тәүге нефть скважиналары илгә ҡара алтын бирә башлай. Май айында халыҡ комиссары был турала хөкүмәткә белдереү яһай:
– Республикабыҙҙа бығаса күрелмәгән яңы эра – нефть эраһы башланды.
Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында тыуып үҫкән күренекле ауылдашыбыҙ һөйөклө ҡыҙына Эра исеме ҡушып, киләсәктә уның да үҙе кеүек бөйөк эштәр башҡарасағын күҙаллағандыр, күрәһең.
1937 йылдың дәһшәтле дауылы Йәһүҙиндәрҙең татыу ғаиләһен көтмәгәндә емереп, ҡанға батыра – Ғимаҙ Йыһангир улын ғәйепһеҙгә, нахаҡ ялалар яғып, ҡулға алалар, физик һәм рухи язаларға дусар итеп, 1938 йылдың июлендә ҡырҡ тотҡон менән бергә атып үлтерәләр, ҡатыны Кәфиә Ямал ҡыҙын биш йылға һөргөнгә оҙаталар. Бер туған Шамил менән Рит ағайҙарын балалар йортона урынлаштыралар, өйҙәрен бөтә булған йыһаздары менән тартып алып, Эраны Туҙлыҡыуышҡа – олатаһына оҙаталар. Йәтимлектең бөтә әсеһен йөрәге аша кисереп үҫә сабый. Олатаһы Йыһангир Әбүталип улы менән өләсәһе Хәтирә Мофаздал ҡыҙы уның әрнеүле йөрәгенә нисек тә асҡыс, дауа табырға тырышалар, ел-ямғырҙан һаҡлайҙар. Ауылдаштары ла яҡты йөҙ күрһәтә: “Үҙебеҙҙең Ғимаҙетдин ҡыҙы бит,” – тип яратып, һуңғы һыныҡ икмәктәре менән бүлешәләр.
Туҙлыҡыуыш урта мәктәбендә алты класты уңышлы тамамлағандан һуң, Эра Бәләбәйҙең 1-се мәктәбендә белем алыуын дауам итә. Бик яҡшы уҡый, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, әммә “халыҡ дошманы” ҡыҙы тигән мөһөр һәр аҙымында һағалап тора. Эраны өсөнсө ынтылышта ғына комсомол сафына ҡабул итәләр. Унда ла атаһын яҡшы белгән ВЛКСМ райкомы вәкиле М.З. Фәйзуллин булышлыҡ күрһәтә.
Эйе, туҡтауһыҙ эҙәрлекләнеүҙәр аҫтында үтә ул йылдарҙа Ғ.Й. Йәһүҙиндең яҡындарының, сабыйҙарының көн итмеше. Һәр береһен, төрлө ҡурҡытыу саралары ҡулланып, Ғимаҙ Йыһангир улынан баш тартыуҙы талап итәләр. Комиссарҙың кесе һеңлеһе Сәүиә Йыһангир ҡыҙының һөйләүенә ҡарағанда, уларҙы уҡыу йорттарынан ҡыуалар, эшкә алмайҙар.
– Атайым ошо тиклем дә яуыз кеше булдымы икән ни? – тип күп тапҡырҙар уйлана үҫмер Эра. Әммә тора-бара өлкәндәр уның күҙен аса.
1955 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетын бик яҡшы билдәләргә тамамлап, Ҡандра ҡасабаһының 2-се мәктәбендә инглиз телен уҡыта башлағас, атаһы менән бер камерала ултырған кешене осрата Эра. Ул ҡыҙға:
– Шул тиклем илһөйәр, эскерһеҙ, ватанға тоғро атайҙан баш тарталармы һуң! Ундағы сыҙамлыҡ, сабырлыҡ иҫ киткес ине, ул һәр ваҡыт дөрөҫлөктөң еңеүенә ышанып йәшәне! Атайығыҙ уйҙырма документтарҙың береһенә лә ҡул ҡуйманы, аслыҡ иғлан итте. Ғ.Й. Йәһүҙин – Черниковкалағы мотор заводына ла нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Уның менән ғорурланырға кәрәк!
– Бығаса атайыма ҡарата булған шикле ҡарашым өсөн оят булып китте, – ти Эра Ғимаҙ ҡыҙы. – Баҡһаң, күптәргә өлгө булырлыҡ эштәр башҡарған бөйөк шәхес икән дә атайым, уға оҡшап бөтә ғүмеремде халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышларға, исеменә бер ҡасан да тап төшөрмәҫкә ҡарар ҡылдым. 1956 йылда репрессияға дусар ителгәндәрҙе аҡлау тураһында хөкүмәт указы сыҡҡас, хаҡлыҡтың тантана итеүенә ҡыуандым, – ти ул.
Юғары белемле ҡыҙ Ҡандрала нефтсе егет Сабир Әхмәҙин улы Мөхәмәтшинға тормошҡа сыға һәм йәш ғаилә Шкапово нефть ятҡылығына – Приют эшселәр ҡасабаһына күсенә. Һәләтле педагог үҙен тәүге көндәрҙән үк тәрән белемле, киң диапазонлы белгес булараҡ таныта. Тырыш хеҙмәте, халыҡ мәғарифын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн уға 1978 йылда “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән почетлы исем бирелә.
1978 – 1987 йылдарҙа Эра Ғимаҙ ҡыҙы Мөхәмәтшина Бәләбәй ҡалаһының мәғариф бүлеген етәкләй. Урындағы белем усаҡтарын үҫтереүҙә киң ҡоласлы эш йәйелдерә: ошо маҡсатта хеҙмәт коллективтарын туплай, уҡытыу-тәрбиә процесын яҡшыртыуға, ижади атмосфера тыуҙырыуға ирешә, уҡыу йорттарының матди базаһын нығыта. Ул етәкселек иткән осорҙа ике урта мәктәп, балалар йорто, уҡыу-производство комбинаты сафҡа баҫа. Уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итеү ойошторола, тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары асыла.
Мөхәмәтшиндарҙың ғаиләһе лә күркәм. Сабыр холоҡло Сабир Әхмәҙин улы ҡатыны Эра Ғимаҙ ҡыҙының хәленә инә белә, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Улар ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Рәмил дә, Вил дә юғары белемгә эйә. Бөгөн Рәмил – “Аксаковнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында баш бухгалтер урынбаҫары, тормош иптәше Гөлшат баш технолог булып эшләй.
Вил менән ҡатыны Марина – энергетиктар, Һамар ҡалаһында йәшәйҙәр. Ғаилә башлығы Сабир Әхмәҙин улының ғына фани донъянан иртәрәк китеүе ҡыҙғаныс.
Ғимаҙ Йыһангир улы Йәһүҙин күп яҡлы талант эйәһе һәм эшлекле етәксе ине. Ул, беренсенән, республикабыҙҙа Совнархоз председателе, халыҡ комиссары булараҡ, ауыр һәм еңел сәнәғәт тармаҡтарын етәкләп, бик күп хужалыҡ объекттары төҙөтә, 1932 йылда Ишембай нефть ятҡылығын асыуға ҙур өлөш индергән етәксе, икенсе яҡлап, фән өлкәһендә лә ең һыҙғанып эшләй ул. “Башҡортостан нефте”, “Башҡортостан промышленносе” исемле китаптары, ошо тармаҡҡа бағышланған күп һанлы мәҡәләләре – бының асыҡ миҫалы. ¤сөнсөнән, ул – яҙыусы. 1932 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә – “Хикәйәләр” йыйынтығы, 1936 йылда “Ҡанлы көндәр” китабы баҫыла.
Ҡулымда халыҡ комиссарының НКВД архивтарынан иҫән сыҡҡан фотоһы. Рәсемдән ҡырҡ йәше лә тулмаған, хеҙмәт энергияһы ташып торған ауылдашым эскерһеҙ йылмайып ҡарай. Фоторәсемдең артына йәлләт-тикшереүсе тарафынан аҡҡа ҡара менән “Злой враг народа” тигән ҡот осҡос һүҙҙәр яҙылған. Бер ғәйепһеҙ ғүмерҙәрҙе өҙөүсе ошо нахаҡ һүҙҙәр күпме кешеләрҙең яҙмыштарын селпәрәмә килтерҙе, күпме йөрәктәргә төҙәлмәҫ яра һалды! Әммә, ваҡыт үтеү менән, Ғимаҙ Йыһангир улы ышанған дөрөҫлөк барыбер еңеп сыҡты һәм уның яҡты исеме ҡабат күңелдәребеҙгә һүнмәҫ нур өҫтәне. 1937 йылда Ғ.И. Йәһүҙин менән бергә атып үлтерелгән ҡырҡ ил ағаһы – репрессия ҡорбанының һәр береһенә һәйкәл ҡуйылды, шул иҫәптән урындағы етәкселәрҙең тырышлығы менән Ғимаҙ Йыһангир улының да һәйкәл-бюсы ауылыбыҙ уртаһында ҡалҡып баҫты.
Атанан күргән – уҡ юнған. Эра Ғимаҙ ҡыҙы Йәһүҙина-Мөхәмәтшина ла әһәмиәтле тарихи ваҡиғаларҙы, көн ҡаҙағына һуҡҡан мөһим мәсьәләләрҙе әленән-әле ваҡытлы матбуғат биттәрендә күтәреп сыға. Ул атаһының китаптарын яңынан баҫтырып, халыҡҡа тарата. Үҙе лә мәҡәләләр яҙа. Уның рус телендә “Оглядываясь на прожитое”, “По заказу сердца”, “Запомнившиеся моменты жизни нашей семьи” исемле китаптары уҡыусы тарафынан йылы ҡабул ителде. Уларҙа айырыуса Йәһүҙиндәрҙең репрессия йылдарындағы яҙмышы киң сағылыш таба.
Был көндәрҙә Эра Ғимаҙ ҡыҙы үҙенең күркәм юбилейын – 85 йәшен билдәләй. ¤йөндә һәр ваҡыт кеше: дуҫтары, хеҙмәттәштәре, ҡәләмдәштәре, ауылдаштары, туған-тыумасалары... Һәр ҡайһыһы уға сәскә гөлләмәләре бүләк итә, ихлас ҡотлау һүҙҙәре яуҙыра.
Хужабикәнең күңел байлығы киң. 85 йәшендә лә ул бик етеҙ, ҡунаҡсыл. Табын өҫтәле һый-хөрмәттән һығылып тора. Яҡты сырай, асыҡ йөҙ күрһәтеп, йөрәк йылыһын ҡушып эскерһеҙ әңгәмәләшеүе, хуш еҫле ҡайнар сәйҙәренән ауыҙ итеп ултырыу – үҙе бер һоҡланғыс миҙгел!
Шул уҡ ваҡытта Эра Ғимаҙ ҡыҙының күҙҙәрендә бер аҙ моңһоулыҡ та, иң ҡәҙерле кешеләрен юғалтыуҙан күңел төбөнә йәшереп йомарланған тәрән яра эҙҙәре лә сағылғандай була. Һәр хәлдә минең йөрәгем ошондай аҫыл ил гәүһәрҙәрен кәмһеткән, язаға тартҡан ҡанлы утыҙ етенең хөкөм органдарына ҡарата үпкә, рәнйеш хистәре кисерҙе.
– Туҙлыҡыуыш ауылының тарихын яҙып, китап итеп сығарырға йөрөйөм, – тинем утты-һыуҙы кискән өлкән ауылдашыма.
– Бик мәслихәт, – тине ул яуап итеп. – Туҙлыҡыуыш – күпте күргән, бай тарихлы ауыл. Уны һәр ауылдаш белергә тейеш, – тип ул һис көтмәгәндә китап баҫтырыуҙа матди ярҙам күрһәтте. Эйе, данлыҡлы халыҡ комиссарының ҡыҙы ана шулай бөгөн дә йәмғиәтебеҙҙең алғы сафында атлай. Яҙған китаптары аша ла халыҡҡа тәрән мәғәнәле кәңәш-фекерҙәрен еткерә. Уларҙың күбеһе, хатта, мәҡәл дәрәжәһендә: тормош – көрәш түгел, ә бүләк; тормош бәхете – тормоштоң үҙендә; кемдер аҙҙан да бәхетле, кемдер тормошҡа ашмаҫтайға ынтылып бәхетһеҙ; үҙеңә үҙең дөрөҫлөктө әйтә бел; кешеләрҙе хөрмәт ит, ләкин түбәнлеккә төшмә; кеше – ҡарбуз түгел, уны йәшәй-йәшәй беләһең һәм башҡалар.
Репрессия йылдарының ҡыраулы һалҡын елдәренә бирешмәйенсә сынығып үҫеп, бөтә ғүмерен халыҡҡа аң-белем, тәрбиә биреүгә бағышлап, ошо йүнәлештә педагогик коллективтарҙы юғары баҫҡысҡа күтәреүгә ирешкән, бөгөн дә Ватаныбыҙға тоғро хеҙмәт итеүсе, башҡаларҙы үҙ артынан изге маҡсаттарға әйҙәүсе яҡты маяҡ ул Эра Ғимаҙ ҡыҙы Йәһүҙина-Мөхәмәтшина. Күркәм юбилейығыҙ менән Һеҙҙе, халыҡ комиссарының һөйөклө ҡыҙы!
К.Н. ФАЗЛЕТДИНОВ,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы,
Бәләбәй районының почетлы гражданины