Бөтә яңылыҡтар

Һеҙҙән эштәр көтәбеҙ!

Күптән түгел башҡалабыҙҙа туған телебеҙ яҙмышына арналған оло сара – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтеп китте. Күңелдәргә рух өҫтәне, ҡанат ҡуйҙы, телдең киләсәге өсөн өмөт-ышаныстар уятты ул.

Барыбыҙҙы ла борсоған сетерекле һорауҙарға яуап эҙләгәндә, тәҡдимдәр индереп, фекерләшкән, тәжрибә уртаҡлашҡанда республиканың алдыңғы уҡытыусылары үҙ-ара танышып, аралашып та өлгөрҙө. Улар киләсәктә үҙ эштәрен, тәжрибәләрен башҡаларға интернет селтәре аша уртаҡлашыу тураһында ла һөйләште.
Хөрмәтле уҡытыусылар! «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының «Бәйләнештә» төркөмөндә (uchbash.rbsmi.ru) һеҙҙең эштәрегеҙҙе күрһәтергә мөмкинлек бар. Матур итеп эшләнгән, йөкмәткеле мәҡәләләр, файҙалы күнегеүҙәр, коллегаларығыҙға тәҡдимдәрегеҙҙе ошо адресҡа ([email protected]) ебәрегеҙ.
Һеҙҙән һәр уҡытыусы ҡулланырлыҡ, тулы мәғлүмәтле, ҡыҙыҡлы эштәр, матур тәҡдимдәр көтәбеҙ!

Читайте нас: