Бөтә яңылыҡтар

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбенә – 100 йыл

Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал мәктәбе – бай тарихлы белем усағы. Райондың тәүге башҡорт мәктәбен та­мам­лаусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар.
Бер быуатлыҡ тарихы булған белем усағы билдәле композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың, күренекле яҙыусы Баязит Бикбайҙың, химия фәндәре докторы Әлмира Бикҡолованың, билдәле табиптар Шакир Туҡаевтың һәм Рәжәп Юлбарисовтың, йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, үҙешмәкәр рәссам Йәдкәр Башировтың, журналист Эльфрида Талипованың, яҙыу­сы Рәкит Әбделмәновтың һәм башҡа шәхестәрҙең исемдәре менән хаҡлы ғорурлана.
2019 йылдың 28 сентябрендә Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал мәктәбенең 100 йыллыҡ юбилейы шаулап үтте. Бер үк ваҡытта, ошо уҡ көндө, күренекле шағир, драматург, публицист Баязит Бикбайҙың тыуыуына 110 йыл тулыу киң билдәләнде.
Байрамда мәртәбәле ҡунаҡтар ҡат­наш­ты. Көйөргәҙе районы хакимиәте баш­лығы Ю.Т. Ильясов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты З.З. Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Р.С. Хис­мәтуллина, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире С.Ғ. Кәримов, Татарстан Республикаһының Бейектау районынан бер төркөм мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаусылар, ветеран уҡытыусылар мәктәп байрамына йәм өҫтәне.
Тантаналы сара Баязит Бикбайҙың һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Артабан ҡунаҡтарҙы мәктәп фойеһында шиғырҙар, дәртле бейеүҙәр менән уҡыусылар ҡаршы алды. Белем усағында экскурсия ойошторолдо. Уҡыусылар, Баязит Бикбай, Әлмира Бикҡоловалар тураһындағы эҙләнеү эштәре, үҙҙәренең төшөргән рәсемдәре тураһында оҫта сығыш яһап, килгән ҡунаҡтарҙы тәбрик­ләне. Артабан мәктәптәге тыуған яҡты өйрәнеү музейының яңы залын һәм белем усағы янында автоҡаласыҡ асыу тантанаһы булды.
Быйылғы уҡыу йылында мәктәптә 220 уҡыусы белем ала. Бында күрше ете ауылдың балалары дуҫ-татыу шөғөлләнә, белем үрҙәрен яулай. Уҡыусыларҙы махсус автобус менән йөрөтөү ойошторолған. Быйыл мәктәптә тәүге тапҡыр кадет кластары асылған. Был йүнәлештәге I класҡа 21 уҡыусы тупланған. Улар яңыса йыһазландырылған бүлмәлә белем ала.
Яңы Мораптал мәктәбе Көйөргәҙе районынан Бөтә Рәсәй кимәлендәге “Үҫеш нөктәһе” проектында ҡатнаша. Был проект балаларға технология, информатика, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, шахмат йүнә­лештәре буйынса шөғөлләнеү өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Уға ярашлы заманса ҡорамалдар – интерактив таҡталар, 3D-принтерҙары, күҙлектәр һәм башҡа әйберҙәр ҡайтарылған. Проект әлеге йүнәлештәр бу­йынса уҡытыусыларға ла белемдәрен камиллаштырырға булышлыҡ итәсәк.
Төрлө йылдарҙа танылған шәхестәр Эмма Ғаяз ҡыҙы Бикбаева, Мөхәррәм Морат улы Ҡужаков, Фәтих Дияр улы Сәфәров, Рафиҡ Шәрәфетдин улы Сыртланов, Фирҙәүес Шәфҡәт ҡыҙы Муллағолова, Рәмил Фазылйән улы Рәжәпов, Дамир Таһир улы Байгилдин, Нурулла Ғөбәй улы Нафиҡов мәктәптең директоры вазифаһын башҡар­ҙылар. Улар тураһында йылы иҫтәлектәр әйтелде. Бөгөн белем усағын Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Г.Х. Шәмсетдинова етәкләй.
Яңы Мораптал мәктәбендә татыу коллектив эшләй. Район һәм республика кимәлендә уҙғарылған олимпиадаларҙа, конкурстарҙа уҡыусылар йыш ҡына еңеү яулай. VIII класс уҡыусыһы Ғәлиева Илүзә Бөтә Рәсәй кимәлендәге “Тормош ағасы” конкурсында I урын алды (етәксеһе – З.М. Әхмәтгәрәева), IV класс уҡыусыһы Миңлебаев Артур (етәксеһе – В.С. Кинжалеева) Гагарин кубогында, республика олимпиадаһында (физкультура) призер була. “Солтангәрәев уҡыуҙары” республика ғилми-ғәмәли конференцияһында Ҡотлобаева Айлина (етәксеһе – Г.Ф Мөлөкова), Ялсыҡаев Илнар (етәксеһе – Д.Ф. Хәсәнова), Таңатарова Ангелина (етәксеһе – Э.Ф. Рәхмәтуллина) III урын яулайҙар. “Йәш журналист” республика конкурсында Х класс уҡыусыһы Сәйфуллина Ләйсән (етәксеһе – Ғ.Н. Сынбулатова) “Туған телгә һөйөү” номинацияһы еңеүсеһе була. “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” республика балалар һәм үҫмерҙәр ижады фольклор фестивале сиктәрендә ойошторолған сәсәндәр конкурсында Буранова Луиза менән Хәсәнова Дания (етәкселәре – Г.Ф. Мөлөкова) еңеү яулайҙар.
Үткән уҡыу йылында мәктәптә туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара семинары үткәрелә. Унда республиканың 15 районынан һәм күрше Ырымбур өлкәһенән тел уҡытыусылары ҡатнаша. Уҡытыусылар Г.Н. Сынбулатова, Г.Ф. Мөлөкова, В.С Кинжалеева, А.Н. Гурьянова, А.Н. Таймасова оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.Ф. Мөлөкова менән башланғыс кластар уҡытыусыһы В.С. Кинжалеева “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, район кимәлендә еңеү яулайҙар һәм республика конкурсында яҡшы һөҙөмтә күрһәтәләр.
Тантаналы осрашыу ауылдың мәҙәниәт йортонда дауам итте. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Баязит Бикбай исемендәге премиялар тапшырып, быйылғы йыл лауреаттарын ҡотланы. Байрам көнөндә мәктәпкә, уҡыусыларға бүләктәр тапшырылды.
Мәғариф өлкәһендәге уңыштары һәм балаларҙы тәрбиәләүҙәге фиҙаҡәр хеҙ­мәттәре өсөн Г.Ф. Мөлөкова – “Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы” билдәһе, В.С. Кинжалеева – БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы, Р.Ю. Сәғитова, З.М. Әхмәтгәрәева, Г.Ә. Бикташева, Ә.Ә. Байгилдина – БР Мәғариф минстрлығының Рәхмәт хаты менән, Г.Х. Шәмсетдинова, Р.М. Үзбәкова, И.Ю. Мөлөков, Р.К. Ҡужакова, Г.Т. Бикташева Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр.
Мәктәптең тәжрибәле уҡытыусылары Э.К. Вәлиева, Ғ.Н. Сынбулатова “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Яңы Мораптал мәктәбе бөгөн дә гөрләп эшләй. Киләсәктә лә яулайһы уңыштары мул булһын. Балаларҙы аң-белемгә әйҙәп тороусы йылы һәм яҡты усаҡ һүнмәһен!

С.К. Ғайсин.


Читайте нас: