Бөтә яңылыҡтар

Мәктәп уның исемен йөрөтә

Мәктәптә уҡыған һәр бер кешенең ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ, яратҡан уҡытыусылары була. Уларҙың тәрбиәһе, изгелектәре һис бер онотолмай, ә уҡытыусының тере образы, тиҫтәләрсә йылдар үтһә лә, яҡын, нурлы булып ҡала.

Мәктәптә уҡыған һәр бер кешенең ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ, яратҡан уҡытыусылары була. Уларҙың тәрбиәһе, изгелектәре һис бер онотолмай, ә уҡытыусының тере образы, тиҫтәләрсә йылдар үтһә лә, яҡын, нурлы булып ҡала.
Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипова (Ҡалмырҙина) Ҡауарҙы мәктәбе тарихында мин ишетә-белгәндәрҙән уҡыусылары өсөн генә түгел, тотош ауыл халҡы өсөн иң абруйлы, изгелекле, маҡтаулы уҡытыусы булды. Уның тамырҙары Башҡортостандың беренсе мөфтөйө Мансур Халиҡовҡа барып тоташа. Анығыраҡ итеп әйткәндә, уның атаһы Хәлил (Хәлиулла) Халиҡов – Мансур Халиҡовтың яҡын туғаны. Үтәш ауылында тыуып-үҫеп, башта мулла, һуңынан мөғәллим булған. Ул йылдарҙа бик күп уҡымышлы кешеләр “вәлидовсылар” тип нарыҡланып, репрессияға дусар ителгәндәр. Шуға өҫтәп, беҙҙәң яҡын-тирәлә күптәр “халиҡовсылар” тип ғә­йепләнеп, ҡулға алынған. Һөргөнгә ебәрелгән Хәлиулланың да ғүмере йәлләдтәр ҡулынан өҙөлгән. Шуға ла уның ҡатыны фамилияһын алмаштырып, биш балаһы менән ауылдан-ауылға күсенеп йөрөп, һуғыш башланғанға тиклем Ҡауарҙыға килеп төпләнгән була.
1942 йылдың февралендә мәктәптә уҡытыусылар етешмәгәнлектән педучилищела уҡып йөрөгән Назафатты Ҡа­уарҙы мәктәбенә саҡыртып ҡайтаралар. 17 йәше лә тулып өлгөрмәгән ҡыҙ ошондай ауыр осорҙа хеҙмәт юлын башлай. Был осор уҡытыусылары төп эштәренән тыш халыҡ араһында булдылар: фронттан килгән хаттарҙы уҡып, уларға яуап яҙыу, һу­ғыштағылар өсөн бәйләнгән бейәләй-башалтайҙар, бирсәткәләрҙе, сигелгән ҡулъяулыҡтар, тәмәке янсыҡтары һәм башҡа әйберҙәр йыйып, посылкалар туплап ебәреү ҙә улар иңендә ине. Йә­йен-ҡы­шын колхоз эштәрендә башлап йө­рөүселәр ҙә улар булды. Комсомол секретары, хисапсы, бригадир ярҙамсыһы кеүек эштәрҙе лә ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар алып барҙы. Мәктәптәге эштәренә лә өлгөрҙөләр. Назафат та бөтә ошо эштәр уртаһында ҡайнап, ныҡлы рухлы, ҡатҡыл шәхес булып үҫешә. Һуғыш йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул миҙал менән дә бүләкләнә.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа уның уҡытыусы-педагог һәләте яңы һулыш ала, балалар менән ижади эшләүгә ҙур мөмкинлектәр асыла. Башкөллө эшкә сума Назафат Хәлил ҡыҙы. Йәмәғәт эштәре лә етерлек була: мәктәптә профком рәйесе, башланғыс класс уҡытыусыларының район методик берекмәһенең алмаштырғыһыҙ етәксеһе, ауыл Советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе кеүек барса эштәрҙе намыҫ менән, еренә еткереп башҡарҙы. Уның көлөп-йылма­йыуҙары, мөләйем ҡарашы, матур һәм фәһемле итеп алып барған әңгәмәләре, ышаныслы һәм мәғәнәле һүҙҙәре һәр кемде үҙенә тартып торҙо. Ауылдың йәше-ҡарты уны хөрмәтләп, ололоҡлап “Назафат апа” тип йөрөттө, бик яраттылар, ихтирам иттеләр. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа уҡыуҙарын юғары уҡыу йорттары һәм техникумдарҙа дауам итеүселәр ҙә нигеҙҙә уның элекке уҡыусылары булды. Беренсе класҡа киләсәк балаһы тап Назафат апаның класына тура килһен өсөн, күптәр балаларын йә иртәрәк, йә һуңғараҡ уҡырға бирер ине.
Мәктәптәге һәм көндәлек тормош­тағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн бик күп наградаларға лайыҡ булды ул: Бөйөк Еңеүҙең үҙе тере саҡтағы юбилей миҙалдары, СССР-ҙың 50 йыллығы миҙалы, “9-сы биш йыллыҡ ударнигы”, “Социалистик ярышта еңеүсе”, ”Хеҙмәт ветераны” билдәләре. Мәктәп, РОНО, колхоз, ауыл һәм район Советы, КПСС райкомы, Мәғариф министрлығы биргән Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Шулай ҙа ошо наградалар араһында айырылып торғаны – РСФСР Юғары Советы Президиумының 1963 йылдың 11 майындағы Указы менән бирелгән “РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтау­лы исем; уның хеҙмәтен Рәсәй, Башҡортостан кимәлендә танып, баһалау булып тора.
Назафат Хәлил ҡыҙы Ҡауарҙы ауылы егете Зиннур Ҡалмырҙинды һуғышҡа оҙатып ҡала. Ул, ауыр яралар алып, күк­рәгенә орден-миҙалдар тағып ҡайтып төшә ауылға. Ғаилә ҡороп, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе Ҡалмырҙиндар. Оло улдары Венер – хәрби кеше, юғары белемле, авиация подполковнигы дәрәжәһендә отставкаға китте, хәҙерге ваҡытта ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Ҡыҙҙары Гөлнура ла – юғары белемле геолог, оҙаҡ йылдар ҙур төҙөлөштәр өсөн инженер эҙләнеүҙәре алып барҙы, хеҙмәт ветераны, ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Кесе улдары Ғәлинур Ҡалмырҙинды районда ғына түгел, тотош республика кимәлендә әүҙем йәмәғәт эшмәкәре тип беләбеҙ. Физика-математика факультетын тамамлап, уҡытыусы, мәктәп директоры, ра­йон мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһында ең һыҙғанып эшләне. Район хакимиәтенең кадрҙар бүлеге етәксеһе булараҡ та һынатманы. Бөтә хеҙмәттәрен юғары баһалап, уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исеме бирелде. Әле лә әүҙем йәмәғәтсе ул.
Үткән уҡыу йылында мәктәптең бөгөнгө коллективы Ҡауарҙы урта мәктәбенә РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипова (Ҡалмырҙина) исемен биреү инициативаһы менән сыҡҡайны. Район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге лә был тәҡдимде хупланы һәм республика Хөкүмәтенең “Башҡортостан Республикаһы дөйөм белем биреү учреждениеларына Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Федерацияһы Геройҙарының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, башҡа күренекле кешеләрҙең исемдәрен биреү тураһында”ғы Ҡарарына ярашлы Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенең ағым­дағы йылдың 29 июнендәге 728-се ҡарары менән Ҡауарҙы урта мәктәбенә РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипованың исеме бирелде. Яңы уҡыу йылы башланғас, 2020 йылдың 9 октябрендә, мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусылар һәм мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашлығында ошо айҡанлы тантаналы сара үтте. Ра­йонда беренсе тапҡыр мәктәпкә ябай уҡытыусы исеме бирелеүе үҙе үк оло әһәмиәткә эйә, тип уйлайым.

Р.Ә. НАСИРОВ,
Ғафури районы Ҡауарҙы ауылының ветерандар советы рәйесе,
педагогик хеҙмәт ветераны.

Читайте нас: