Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусыларҙың тоғро юлдашы

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына – 100 йыл

Минеңсә, дәрес тәүҙә уҡытыусы күңелендә бәләкәй генә әҫәр булып тыуа, шунан балалар менән уртаҡ ижад емешенә әйләнә, аҙаҡ инде ике яҡтың да – уҡытыусының да, уҡыусының да – күңелендә һабаҡ бирер иҫтәлек булып ҡала. Дәрес ошондай “ғүмер” кисерһен өсөн, уҡытыусы үҙ фәне менән “ауырыр­ға” һәм методиканы яҡшы белергә те­йеш. Бөгөн уҡытыу методикаһы бер генә урында тормай, яңы­лыҡтар менән ба­йый. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы бына бер быуат инде педагогтарҙы уҡытыу өлкәһендәге актуаль мәсьәләләр менән таныштыра, заманса технологиялар менән ҡоралландыра, эш оҫталарының аҡыллы кәңәштәрен еткерә.
Мәғариф өлкәһендә 26 йыл эшләйем, тимәк, мин йөҙйәшәр “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының бер сиреген күреүгә ирешкәнмен, уның кәңәштәрен ишеткәнмен, ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәнмен, файҙаһын татығанмын. Әйткәндәй, минең журнал менән танышыуым күпкә алдараҡ башланды. Беҙҙең уҡытыусылар ғаилә­һендә “Башҡортостан уҡытыу­сыһы”на ихтирам көслө булды. Баҫманың һәр яңы һаны атайым һәм әсәйем ҡулында “энә күҙәүенән үтә”, шунан уларҙың өҫтәл китабына әүерелә, күпмелер ва­ҡыт үткәс, беҙ уны шкафыбыҙҙың “Башҡортостан уҡытыу­сыһы” журналы өсөн тәғәйенләнгән айырым кәш­тә­һенә ҡәҙерләп урынлаштырабыҙ. Һуңынан да ата-әсә­йемдең, аҙаҡ ағайҙарымдың журнал биттәрендә кәрәкле материалдар эҙләп ултырыуын күреү минең өсөн ғәҙәти булды. Баҫманың “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” бүлегендә сыҡҡан ҡыҙыҡлы һәм ҡыйыу материалдар ата­йымды бик тәьҫирләндерә ине, ул мәҡәләнән тыуған фекерҙәре менән бүлешә, шунан бөтә ғаилә менән ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшәбеҙ, яҙыусылар тормошон, әҫәр геройҙарын, унда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы тикшерәбеҙ... Ә инде ата­йымдың, Юлдашбаев Яхъя Шаһисәлим улының, ошо журналда мәҡәләләре донъя күреүе бөтә ғаиләлә әйтеп бөткөһөҙ ғорурлыҡ уята ине. Был баҫма уҡытыусылар ғаиләһенә ыңғай йоғонто яһай, ғаилә ағзаларын рухи яҡтан үҫтерә, тип уйлайым мин.
Журналдың уҡытыусы хеҙмәтендә бик кәрәкле әсбап икәнен Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыған йылдарҙа тағы нығыраҡ аңланым. Беҙ, студенттар, китапханалағы фәнни-методик әҙәбиәт менән бер рәттән, журналда сыҡҡан материалдарға ла йыш мөрә­жәғәт иттек. Ғ.Ғ. Сәйетбатталов, З.Ғ. Ураҡсин, Н.Х. Ишбулатов, Т.Ә. Килмөхәмәтов, М.Б. Юлмөхәмәтов, М.В. Зәйнуллин кеүек алдынғы ғалим һәм методистарҙың, шулай уҡ институтта эшләүсе яратҡан уҡытыу­сы­ларыбыҙ – Б.Б. Ғафаров, Ғ.Ғ. Ҡаһарманов, Х.Ғ. Йосопов, Т.Ә. Бикҡужинаның – хеҙмәттәре семинар һәм практик дәрес­тәргә әҙерләнеүҙә әһәмиәтле сыға­наҡ ролен үтәне. Ятаҡханала йәшәүсе курс­таштар менән журналды ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, ҡайһы саҡта сиратҡа баҫып, конспекттар яҙыуыбыҙ, ҡыҙыҡ­һынып мәҡәләләр өйрәнәүебеҙ, план-конспекттар төҙөүебеҙ һаман да хәтерҙә.
Уҡыу йортон тамамлап, яңы эшкә килгән уҡытыусының ниндәй ауырлыҡтар кисереүен бөтә педагогтар ҙа яҡ­шы белә. Йәштәр, ғәҙәттә, яңы алымдар, методтар ҡулланырға ынтыла, ҡыҙыҡлы дәрестәр өйрәнә, сағыу идеялар эҙләй. Алдынғы уҡытыусыларҙың эш тәж­рибәһен туплаған “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының йәштәргә ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ҙур. Мәктәптә, шунан колледжда эшләй башлаған йылдарымда баҫма минең дә кәңәшсемә, ярҙамсыма әүерелде. Тағы ла шуны әйтеп үтергә кәрәк: ул осорҙа, туҡһанынсы йылдарҙа, башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла башланы. Яңы предмет буйынса фәнни-методик әҙәбиәткә ҡытлыҡ булды, күрәһең, ғалим һәм методистарҙың хеҙмәттәре китап кәш­тәләренә барып еткәнсе, күпмелер ваҡыт кәрәк булғандыр. Ошондай ҡатмарлы мәлдә “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының һәр һанында рус мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыу мәсьә­ләләре әүҙем яҡтыртылды, был өлкәлә уңыштарға өлгәшкән уҡытыусыларҙың дәрес эшкәртмәләре тәҡдим ителде, заманса дәрестәр ойошторор өсөн шарттар тыуҙырылды. Шулай итеп, беҙҙең быуын Ф.Ғ. Хисаметдинова, Р.Ә. Абуталипова, Х.А. Толомбаев, Б.Б. Ғафаров, Д.С. Тикеев, Р.Ғ. Аҙнағолов, С.Ә. Галин кеүек авторҙарҙың һәм республика мәктәп­т­ә­рендә эшләгән өлкән коллегаларыбыҙҙың методик кәңәштәре менән тәүге аҙымдар яһаны, һынау­ҙарҙы лайыҡлы үтте.
Бөгөнгө көндә журнал педагогтар өсөн әһәмиәтле методик ҡумтаға әйләнде. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” бүлегендә тәҡдим ителгән файҙалы кәңәш­тәр, дәрес өлгөләре, көнүҙәк проб­лема­ларҙы яҡтыртҡан ғилми мәҡәләләр беҙҙең һөнәри эшмәкәрлектә бик кәрәк. Әйтәйек, асыҡ дәрес кеүек яуаплы эшкә тотонғанда, ундағы материалдарҙы байҡап сығабыҙ, оҡшағандарын һайлайбыҙ, ҡайһы берҙәрен хатта ятлап бөтәбеҙҙер. Журнал биттәрендә коллегаларымдың Ш. Бабич, З. Биишева, Р. Ғарипов, Н. Нәжми, М. Кәрим ижадына бәйле бик матур, йөкмәткеле эштәрен табам, ҡулланам, шуның өсөн авторҙарға ла, алдынғы уҡытыусыларҙы асыҡлап, уларҙың эш тәжрибәһен таратыусы редакция коллективына ла рәхмәтлемен. Студенттар менән үҙ аллы эштәр башҡарғанда ла баҫманың ярҙамы ҙур. Мәҫәлән, М. Аҡ­мулланың тормошо һәм ижадын өйрәнеү барышында журнал биттәрендә төрлө йылдарҙа урын алған Ғ.С. Ҡунафин, Р.З. Шәкүр, М.Х. Иҙелбаев, Ә.Х. Вилданов кеүек ғалимдарҙың, Х.Ш. Багаева, З.З. Бикташева, Ә. Фәйезова кеүек педагогик тәжрибә оҫталарының әллә күпме хеҙмәттәре менән таныштыҡ. Тикшеренеү эше һөҙөмтәһен – “Мифтахетдин Аҡмулла” исемле электрон мультимедиа әсбабын – беҙ уҡытыу барышында ғына файҙаланып ҡалмайбыҙ, төрлө бәйгеләрҙә лә ҡатнашып, приз­лы урындар яулайбыҙ. Ғөмүмән, дәрестәргә генә түгел, бәйгеләргә әҙерләнгәндә лә, мин темаға ауаздаш мәҡә­ләләрҙе ентекле ҡарап сығам, сөнки уҡытыусыларҙың ҡыҙыҡлы фекерҙәре, асыш­тары үҙемдең һорауҙарыма яуап табырға, ҡуйылған проблеманы хәл итергә яңы офоҡтар аса. Шул уҡ ваҡытта коллегаларҙың һүҙен ҡабатламаҫҡа, үҙемдең тауышымды ла юғалтмаҫҡа тырышам.
Журнал беҙҙе республикабыҙҙың төрлө белем биреү учреждениеларында эшләүсе алдынғы педагогтары менән таныштыра, осраштыра, берҙәм көс итеп туплай. Уҡытыусылар ҡоронда абруйлы телсе һәм әҙәбиәтсе ғалимдар фекер алыша, үҙҙәренең фәнни һәм ижади эҙләнеү һөҙөмтәләрен яҡтырта, өлкән һәм йәш быуын педагогтары, методистар ижади уңыштары менән уртаҡлаша. Төрлө йылдарҙа сыҡҡан мәҡәләләрҙә заман үҙгәрештәрендә төҫһөҙләнмәй торған аҡыллы һәм төплө фекерҙәре, теләктәре, фәлсәфәһе сағылған материалдарҙы уҡып, Башҡортостанда көслө уҡытыусылар эшләй тигән һығымта яһайһың. Бөгөнгө көндә мәҡәлә авторҙары йөҙөндә фекерҙәштәремде, рухташтарымды табам. Улар араһында ағайым Н.Я. Юлдашбаев, курсташтарым, яҡташтарым, коллегаларым булыуы һөйөндөрә. Ф.Б. Санъяров, З.А. Әлибаев, Р.Ә. Абуталипова, Ф.Ш. Сынбулатова, М.Ғ. Дәүләтшина, З.Т. Шәрәфетдинова, З.М. Ғәбитова кеүек остаздарҙың мәҡәләләрен ҡыҙыҡһынып уҡыйым, сөнки уларҙа уҡытыу өлкәһендәге яңылыҡтар, отошло эш алымдары, технологиялар яҡтыртыла. “Һөнәри белем биреү”, “Рус теле һәм әҙәбиәте”, “Тыуған яҡты өйрәнеү”, “Милли телдәр һәм әҙәбиәттәр”, “Баш­ланғыс мәктәп” һәм башҡа бүлектәрҙә сыҡҡан хеҙмәттәр уҡытыусыларҙы файҙалы мәғлүмәттәр менән таныштыра, яңы идеялар менән байыта. Абруйлы журналдың редакция хеҙмәткәрҙәре фатихаһы менән минең дә мәҡәләләрем донъя күрә. Әлбиттә, ошондай фәнни-педагогик журналда сыҡҡан мәҡәләнең авторы булыу һәр уҡытыусыға, шулай уҡ миңә лә, мәр­тәбә өҫтәй, яңы үрҙәргә илһамландыра.
Журнал ижади эшләүсе педагогтар өсөн көрәш майҙанын да аса. Әйтәйек, 2018 йылда “Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы” тип аталған бәйгене күптәр иҫләйҙер. Был сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәрим әҫәрҙәре хаҡында республикаға, халыҡҡа, заманыбыҙға әйтер һүҙе булған 150-гә яҡын уҡытыусы дәрес өсөн методик эшкәртмәләрен, кластан тыш саралар сценарийын, тикшеренеү эштәрен тәҡдим итте. Ошо бәйгелә “Заманса белем биреү технологияларын ҡулланған иң яҡшы дәрес” номинацияһында еңеү үҙем, ғаиләбеҙ, коллективыбыҙ өсөн оло ҡыуаныс булды.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы – үҙ һөнәрен яратҡан уҡытыусыларҙың ижади мәктәбе, таянысы, аҡыллы кәңәшсеһе, тоғро юлдашы. Яратҡан журналыбыҙҙың 100 йыллыҡ күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайым!

Г.Я. КӘРИМОВА,
Туймазы педагогия колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы

Читайте нас: