Бөтә яңылыҡтар

Маҡар мәктәбенә – 150 йыл

Маҡар ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе Ишембай районында ғына түгел, Башҡортостандағы иң тәүге мәктәптәрҙең береһе – ул 1872 йылда 3 йыллыҡ рус, башҡорт училищеһы итеп асылған.

Маҡар мәктәбенә – 150 йыл
Маҡар мәктәбенә – 150 йыл

Мәктәп тарихын уның уҡытыусылары менән бергә уҡыусылары ла яҙа. Иң тәүге уҡытыусылар Абдулхаҡ Сәғитов, Батыргәрәй Ҡарамышевтан башлап ХХ быуатта бик күп көслө уҡытыусылар белем биргән: К.Ғ. Буранғолов, Ә.З. Хәлитов, З.Б. Усманов, Ф.Х. Хәкимов, А.Ш. Әмиров, Ф.Р. Йомағужин, Ф.Н. Мөхәмәтов, Х.З. Яҡупова, А.С. Абдуллин, З.А. Ҡарамышев, Р.З. Зиннәтов, Ө.А. Ҡотлоева, М.А. Ҡотлоев, Г.С. Таһирова, Т.М. Йомағужина, Ф.Ш. Зөлҡәрнәев, Б.Г. Аҡҡолов, Ф.Г. Аҡҡолова, М.М. Ҡотлоғәлләмова, Т.А. Фәтҡуллина, Л.Ғ. Ғарифуллина, Н.И. Шәрипова, Г.Ә. Баймөхәмәтова, Г.В. Вәлиев, Х.И. Фәтҡуллин. Улар тураһында тик яҡты иҫтәлектәр һаҡлана.

150 йыллыҡ тарихы булған белем усағы республика, ил кимәлендә танылған бик күп талантлы шәхестәр тәрбиәләп сығарҙы: профессорҙар, фән докторҙары Ж.Ғ. Кейекбаев, К.А. Вәлиев, З.Ғ. Ғибәҙуллин, Ф.Г. Мырҙаҡаев, Г.Р. Абдуллина, Ә.Х. Вилданов, яҙыусы, шағирҙар Ш. Насыров, Н. Мусин, Ә. Таһирова, Н. Зарипов, В. Әхмәҙиев, Р. Ниғмәтуллин, Р. Шәмсетдинова, Э. Сәсәнбаева (Сәсәниә), Ғ. Кәлимуллина, Р. Фәтҡуллина, Ф. Алтынбаевалар илебеҙҙең юғары наградаларына, халыҡтың ихтирамына лайыҡ булдылар. Дәүләт эшмәкәрҙәре З. Вәлиди, Г. Ҡарамышев, Ә. Ҡарамышев, И.Ф. Мөхәмәтов, Т.Н. Сәғитов, Ф.Б. Мөхәмәтшин; 20-нән артыҡ фән кандидаты; төрлө өлкәләге утыҙлаған Башҡортостан, Рәсәйҙең атҡаҙанған хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булыусылар; Ә. Әхмәтйәнова, В.И. Большаков – Рәсәйҙең, Ф.Ш. Зөлҡәрнәев, З.А. Ҡарамышев, Ғ.К. Кәримов, Л.А. Ҡарамышев, Ф.С. Кәримова, Ғ.М. Кәлимуллина – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары; Ғ. Ҡарамышев, Ф. Әхмәтйәнов, Р. Мәһәҙиев кеүек халыҡ артистары; С. Юлаев ордены кавалеры, РФ һәм БР,ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре М.Ғ. Солтанова – һәр береһен исемләп кенә яҙғанда ла бер нисә бит алырлыҡ илебеҙгә данлыҡлы, билдәле кешеләр сығарған мәктәп бит ул.

«Исемлекте дауам итһәк,

Шомландырып ҡуя хатта

Күпме һәләт – тип яҙҙы шағирә Сәсәниә.

Белем усағы электән килгән традицияларға тоғро ҡалып, бөгөн дә һәр яҡлап алдынғы булырға ынтыла. Районда тәүгеләрҙән булып шашка мәктәбе асҡан Х.И. Фәтҡуллин 17 спорт мастерлығына кандидат әҙерләне, уҡытыусыларыбыҙ һөнәри конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып юғары уңыштарға өлгәштеләр, Г.Ә. Баймөхәмәтова Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булды.

1999 йылда Маҡар урта мәктәбе Рәсәйҙең «Иң яҡшы ауыл мәктәбе» Дипломына лайыҡ булһа, 2007 йылда инновацион мәктәп булараҡ еңеүсе тип табылды һәм Рәсәй Президенты гранты – бер миллион күләмендәге аҡса менән бүләкләнде.

Ауыл мәктәбендә белем биреү кимәлен күтәреү мәсьәләһе – бөгөн бик актуаль проблема. Айырыуса теүәл фәндәр, йәмғиәттең киләсәген хәл итә торған IT, һәм цифрлы технологиялар өлкәһендә уҡыу сифаты яҡшы булырға тейеш. Маҡар ауылы мәктәбе педагогтары ошо тәңгәлдә даими рәүештә йүнәлешле эшләй. Беҙҙең бик күп күренекле шәхестәребеҙ, юғары ғилем эйәләре, таланттарыбыҙ – нәҡ ауыл еренән сыҡҡан кешеләр. Шуға күрә ауыл мәктәбендә белем алған уҡыусыларҙың һәләттәрен асыу, улар заман талаптарына яуап биргән белемгә эйә булһын һәм тормошта үҙ урындарын таба алһын өсөн, 2020 йылда педагогтарыбыҙ «Цифрлы иҡтисад өсөн кадрҙар» федераль грантына белем биреү ойошмаларының цифрлы оҫталыҡ тәжрибәһен үҫтереү һәм таратыу буйынса проект тәҡдим итеп, Маҡар урта мәктәбе Рәсәйҙең 125 мәктәбе иҫәбендә Башҡортостандан берҙән-бер еңеүсе тип танылды һәм 6 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булды. Ауыл мәктәбендә белем алған балаларҙың цифрлы белемен күтәреү, информацион һәм цифрлы технологиялар менән ҡулланыу оҫталығын арттырыу, заман талаптарынан артта ҡалмаған йәш быуын үҫтереү һәм ауылдың киләсәген хәстәрләү – проекттың төп маҡсаты. Грант суммаһы мәктәптең матди, техник базаһын яҡшыртыуға, Ишембай районының ауыл мәктәптәрендә белем алған һәм цифрлы технология, математика, информатика кеүек теүәл фәндәргә ҡыҙыҡһыныуы һәм һәләте булған балаларҙың белемен камиллаштырырға яңы мөмкинлектәр асҡан саралар үткәреү, ауыл уҡытыусыларының компетенцияларын арттырыу кеүек эштәргә йүнәлтелде. Интерактив таҡталар, 3Д принтер, мобиль класс өсөн ноутбуктар кеүек заманса ҡорамалдар ҡайтарылды, физика һәм химия кабинеттарына, ике һанлы лабораторияға, уҡыу кабинеттарына косметик ремонт яһалды.

1998 йылдан мәктәп базаһында М.Г. Солтанова етәкселегендә Ишембай сәнғәт мәктәбе уңышлы эшләй, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә, балаларҙы эстетик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерелә. Өҫтәлмә белем биреү учреждениелары менән берлектә эшләү балаларҙың һәләтен асыу һәм үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Һуңғы йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар математика, физика, химия, информатика фәндәренә бәйле техник профессияларға өҫтөнлөк биреп, БДУ-ның тәбиғи һәм теүәл фәндәр факультеттарында, ӨДАТУ, ӨДНТУ-ҙа уңышлы уҡыйҙар. Уҡыусыларыбыҙ фәнни, ғәмәли конференцияларҙа, конкурстарҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәр яулап, мәктәп данын арттыралар. Уҡытыусылар Вәлиев Ғ.В., Әхмәрова Е.И., Атауллин Р.С., Мөхәмәҙиев И.Р., Мөхйәнова Р.Г., Сабитова Г.К., Аҙнабаева М.А., Әхмәҙиева Г.Ф., Ғәлиуллина Г.М., Мәҡсүтова Ф.Т., Кәримова А.Р. етәкселегендә әҙерләнгән “Моя малая Родина”, “Фәнгә старт”, “Киләсәккә старт”тың финал этабында (Иркәбаева Э., Вәлиева Р., Үмәрбаева И., Йосопов И., Бакирова Л.), Бөтә Рәсәй Д. Менделеев исемендәге конференцияла (Мәскәү, 2020, 2021 йй.) (Хөббөтдинова Э., Ҡарамышев И., Ҡотлоғәлләмов Д., Хәсәнова А., Кәримова А.), “Физик культура һәм спорттың көнүҙәк мәсьәләләре” Бөтә Рәсәй конференцияһында (Өфө, 2019) (Үмәрбаева И., Чемов К., Атауллина Г.), “Һаумы, һаумы, әкиәт!” (Мырҙабаева Ә.), Р. Ғарипов, Ш. Бабич шиғырҙарын яттан һөйләүселәр (Солтанова И., Хәбибуллин Р.) һәм башҡа республика конкурстарында еңеүселәребеҙ менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Мини-футбол, мини-лапта, баскетбол буйынса район данын намыҫлы яҡлаусы ҡыҙҙар командаһы (етәксеһе – Л.А. Семенова) – мәктәптең ғорурлығы. 2005 йылда спортта ла, уҡыуҙа ла алдынғы булған, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларға 1934 – 1941 йылдарҙа Маҡар районы (элек Ишембай районы шулай аталған) хәрби комиссары, яугир, уҡытыусы Мөхәмәтов Фәтҡулислам Нуриман улы исемендәге премия булдырылды. Премия фондын улдары И.Ф. Мөхәмәтов һәм А.Ф. Мөхәмәтов тулыландырып, йыл һайын Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында лайыҡлы уҡыусыларға тапшыра килә. Мәктәп, ауыл тарихын, ауылдан сыҡҡан данлы кешеләрҙе, еребеҙҙең тәбиғәтен өйрәнеү, һаҡлау өлкәһендә мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейы үҫеп килгән быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләй. Бөгөн дә мәктәп гөрләп эшләй, йәшәй, киләсәктә лә яулайһы үрҙәребеҙ күп әле.

Г.Р. ХИСМӘТУЛЛИНА,

Ишембай районының Маҡар урта мәктәбе директоры,

Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы,

Рәсәй Федерацияһының тәрбиә һәм мәғарифтың почетлы хеҙмәткәре

Маҡар мәктәбенә – 150 йыл
Маҡар мәктәбенә – 150 йыл
Маҡар мәктәбенә – 150 йыл
Маҡар мәктәбенә – 150 йыл
Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: