Уҡытыусым Хәйбуллин Салауат Зариф улы 1943 йылдың 13 февралендә Ишембай районының Ғүмәр ауылында донъяға килгән. Әсәһе ябай колхозсы, һуғыш йылдарының бөтә яфаларын үҙ иңендә татыған ҡатын була. “Әсәйем Миңлеямал Ғәлләметдин ҡыҙы колхозда эшләне. Йәй көндәре аш бешереүсе булды, ә мин уның беренсе ярҙамсыһы инем. Арҡа яланына, Сыбаратка йәйәүләп бара торғайныҡ,” – тип хәтерләй үҫмер йылдарын Салауат Зариф улы.
Атаһы Зариф Сәғит улы фин һуғышында ҡатнаша, яралана. Свердловск ҡалаһында бер аҙ дауаланғас, ауылға ҡайта. 1942 йылда уны Бөйөк Ватан һуғышына алалар. 1943 йылда улы Салауат тыуа. Тормош ҡанундары аяуһыҙ: Салауат Зариф улына атаһын күрергә насип булмай, ул һуғышта һәләк була.
Уҡытыусымдың иң оло апаһы Мөнирә апай ҙа, әсәһе лә, Салауат Зариф улы ла халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡара торғайнылар. Яҡташ шағирыбыҙ Вафа Әхмәҙиевтың Миңлеямал апайға бағышлап, “Йырла әле, Миңлеямал апай” тигән шиғырында ошондай юлдар бар:
Йырла әле, Миңлеямал апай,
Тағы берҙе “Ҡотоҡ” көйөнә,
Йыр-моңоңа иҙрәп ултырырға
Күңел тартып килдем өйөңә.
Төшөрәйек иҫкә бата-сума
Юлабанан йыла тартҡанды,
Аҙна буйы Өлкөн һырттарында
Илай-илай бесән сапҡанды...
Салауат Зариф улы Ғүмәр ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Маҡар урта мәктәбендә белем ала. Артабан Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетында уҡый. Уҡытыусы булараҡ хеҙмәт эшмәкәрлеген Маҡар мәктәбендә башлай. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, 1967 йылда Ғүмәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә математика фәненән уҡыта, артабан завуч йөгөн тарта, 1971 йылда Салауат Зариф улын мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ул йылдарҙа ауылда һәр бер ғаиләлә 7-8 бала, параллель кластар күбәйә, мәктәптә 300-гә яҡын бала уҡый. Ауылда яңы мәктәп һалдырыуҙың бөтә мәшәҡәттәрен һәм ауырлыҡтарын Салауат Зариф улы үҙ иңендә татый. Уның ойоштороу һәләте арҡаһында ауылда бик матур мәктәп төҙөлә, кабинет системаһы буйынса уҡытыуға күселә. Салауат Зариф улының физика кабинеты районда иң алдынғыһы иҫәпләнә.
Остазым район уҡытыусыларына асыҡ дәрестәр күрһәтә, улар үҙ сиратында олимпиадаларҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулай.
Һәләтле, тырыш директорҙы 1979 йылда Ишембай районының мәғариф бүлеге етәксеһе итеп эшкә саҡыралар. Йәш, талантлы етәксе хәҙер инде район кимәлендә мәғарифты үҫтереүгә бөтә көсөн һала: мәктәптәр яңыртыла, заманса ҡорамалдар алына, яңы проекттар тормошҡа ашырыла.
1984 йылда Салауат Зариф улы Ишембай ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәпкә эшкә күсә. Хәҙер инде республикабыҙҙың төрлө ҡала-райондарынан йыйылған етем балаларҙы уҡытыу, тәрбиәләү өсөн бөтә көсөн һала.
1997 йылда ошо интернат-мәктәп базаһында кадет мәктәбе ойошторола. Ул йылдарҙың башында илдә яңы типтағы мәктәптәр барлыҡҡа килә башлай: гимназия, лицей, шәхси мәктәптәр...
1-се һанлы интернат-мәктәп базаһында ла кадет мәктәбе ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ошо башланғыстың уртаһында мәктәп администрацияһы гөрләп торҙо. Мәктәп директоры Салауат Зариф улы, үҙенең коллегалары менән яңы типтағы уҡыу йортоноң уставы, байрағы, гимны, кадет антының тексы, исеме өҫтөндә эшләнеләр.
Салауат Зариф улы – көслө хужалыҡ етәксеһе булды. Ул эшләгән осорҙа мәктәп, ятаҡтың ҡыйығы алмаштырылды, ашхана өсөн йыһаздар ҡайтарылды, теген машиналары алынды, дауалау кабинеты булдырылды, класс кабинеттарына ныҡлы матур ишектәр ҡуйылды. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Салауат Зариф улы яратып, бирелеп физика дәрестәрен уҡытты. Намыҫ, бурыс тигән төшөнсәләрҙе аңлаған, илһөйәр кадеттарҙы тәрбиәләүҙә уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн күп көс һалды.
Шундай яуаплы урындарҙа эшләү өсөн эргәңдә ышаныслы кеше кәрәк. Бер-береһен ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап, был тормоштоң рәхәтен дә, этлеген дә бергә кисергән, шәп саҡта ла, ауырығанда ла ҡулға ҡул тотоношоп ғүмер юлын бергә үткән Мөнирәһе, балаларының ғәзиз әсәһе, уның тоғро берҙән-бере булды. Мөнирә Мөхәмәт ҡыҙы кадет мәктәбендә математика фәнен уҡытты. Көсөргәнешле хеҙмәт талап иткән предмет ул, өҫтәүенә яуаплы ла. Балаларға төплө белем бирергә лә, ғаиләһен ҡарарға ла өлгөрә уңған уҡытыусы.
Салауат Зариф улы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, мәктәпкә лә килә, китапханаға йөрөй, үҙе етәкләгән коллективтың еңеүҙәре лә, еңелеүҙәре лә берҙәй яҡын, уртаҡ уға,” – тип хәтерләй уның коллегаһы Әнисә Булат ҡыҙы Һөйәрғолова.
Уҡытыусымдың бәләкәй ҡыҙы Гөлназдың күңеле ата-әсәһенә тәрән ихтирам, һөйөү менән тулы. “Бәләкәй саҡта атайымды бөтә нәмәне лә һәйбәт белгән бик аҡыллы, ҡөҙрәтле кеше тип тойоп үҫтем. Уның менән һәр саҡ ғорурландым. Директор булып эшләгән саҡта атайымдың мәшәҡәттәре, проблемалары күп булһа ла, минең менән шөғөлләнергә лә ваҡыт тапты: шашка, шахмат, йәшенмәк уйнаныҡ. Уның миңә бәләкәй сағымда биргән кәңәштәре, тормош һабаҡтары әле лә күңел түрендә.
Әсәйем менән улар бик татыу йәшәнеләр. Бер-береһен яратып, ҡәҙерләп кенә торҙолар, бер-береһенә ныҡлы терәк булдылар. Бәхәсләшкән саҡтарын бөтөнләй хәтерләмәйем.
Хәҙер минең үҙ ғаиләм, балаларым бар. Атай-әсәйемдең йәшәү өлгөһө миңә тормошта ныҡ ярҙам итә,”– тип һөйләне ул.
Салауат Зариф улы ҡатыны Әшрәпова Мөнирә Мөхәмәт ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Оло ҡыҙҙары Лилиә биология фәндәре кандидаты ине, йәшләй генә вафат булды. Улы Ирек менән кесе ҡыҙы Гөлназ “Башнефть” корпоратив үҙәгендә эшләйҙәр. Мөнирә апа 2021 йылда, барыһын да оло ҡайғыға һалып, ковид сиренән вафат булды. “Иң ҡәҙерле кешем, таянысым, кәңәшсем ине,” – тип хәтерләй уны Салауат ағай.
Уҡытыусым Салауат Зариф улы республикабыҙҙа үҙҙәрен күренекле шәхестәр итеп танытҡан бик күп уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Техник фәндәр кандидаты Ә.Д. Мәҡсүтов, Рәсәй Федерацияһының почетлы хеҙмәткәре Р.А. Вәхитова, Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары премияһы лауреаты З.М. Вәхитова (Ғүмәрова), “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире, Салауат Юлаев ордены кавалеры С.Ғ. Кәримов, “Халыҡтар дуҫлығы” ордены кавалеры Р.А. Күзбәкова, конструктор-уйлап табыусы Ф.Д. Мәҡсүтов, Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары премияһы лауреаты Ф.Ғ. Мәҡсүтова, Салауат Юлаев ордены кавалеры Г.Ғ. Әхмәҙиева, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре Я.Ғ. Спиридонова (Әхмәҙиева) һәм башҡа бик күптәр – остаздарының ғорурлығы.
Салауат Зариф улы 2006 йылда пенсияға сыға. Хаҡлы ялда булһа ла, ҡалабыҙҙың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ҡатыны Мөнирә апа менән Закирова Мәүлиҙә Абдулхаҡ ҡыҙы ойошторған хорға йөрөнөләр, концерттарҙа сығыш яһанылар.
Оло йөрәкле, талантлы уҡытыусымдың фиҙаҡәр хеҙмәте илебеҙ хөкүмәте тарафынан юғары баһаланды. Тырыш хеҙмәте өсөн Салауат Зариф улына “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы”, “Башҡортотан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемдәре бирелде. Рәсәй Федерацияһы Оборона министерлығының, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министерлығының Почет грамоталары, “Башҡортостан Республикаһына 100 йыл” миҙалы менән бүләкләнде.
Халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында эшләгән меңәрләгән уҡыусылары Хәйбуллин Салауат Зариф улын хөрмәт менән иҫкә ала.
Тормош ҡуйған һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, уҡыусыларын, бергә эшләгән коллегаларын һағынып иҫкә алып, 80 йәшлек юбилейын ҡаршылай бөгөн уҡытыусым-остазым. Оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Ф.Ғ. МӘҠСҮТОВА,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы