Бөтә яңылыҡтар

Ил ҡеүәте – Уҡытыусы ҡулында!

Бик талантлы, ижади шәхестәр эшләй беҙҙең мәктәптәребеҙҙә. «Йыл уҡытыусыһы» һөнәри конкурсында һәр саҡ: “Быйыл мөмкин булған бөтә яңылыҡтарҙы, ҡыҙыҡлы алымдарҙы, технологияларҙы күрһәтеп бөттөләр”, тип уйлайһың. Киләһе йылдарҙа ла шул уҡ уйҙарҙы кисереп, ғәжәпләнәһең, һоҡланаһың, ғорурланаһың... Конкурс үҙ эшенең оҫтаһы булған алдынғы ҡарашлы, тәжрибәле, иң-иңдәр рәтенә ингән уҡытыусыларҙы билдәләй, уларҙың эшен күрһәтә, баһалай, тәбрикләй, ә башҡаларҙы уларға тиңләшергә әйҙәй. Быйылғы йылдың “Педагог һәм остаз” йылы тип иғлан ителеүе сараға ҙур баһа өҫтәне. Беҙгә лә, шундай мәртәбәле йылда, республикабыҙҙың иң көслө уҡытыусылары менән әңгәмәләшеү мөмкинлеге тейҙе.

Ил ҡеүәте – Уҡытыусы ҡулында!
Ил ҡеүәте – Уҡытыусы ҡулында!

(“Йыл уҡытыусыһы – 2023” төбәк-ара һөнәри конкурсында ҡатнашыусылар менән әңгәмә)

Бик талантлы, ижади шәхестәр эшләй беҙҙең мәктәптәребеҙҙә. «Йыл уҡытыусыһы» һөнәри конкурсында һәр саҡ: “Быйыл мөмкин булған бөтә яңылыҡтарҙы, ҡыҙыҡлы алымдарҙы, технологияларҙы күрһәтеп бөттөләр”, тип уйлайһың. Киләһе йылдарҙа ла шул уҡ уйҙарҙы кисереп, ғәжәпләнәһең, һоҡланаһың, ғорурланаһың...

Конкурс үҙ эшенең оҫтаһы булған алдынғы ҡарашлы, тәжрибәле, иң-иңдәр рәтенә ингән уҡытыусыларҙы билдәләй, уларҙың эшен күрһәтә, баһалай, тәбрикләй, ә башҡаларҙы уларға тиңләшергә әйҙәй. Быйылғы йылдың “Педагог һәм остаз” йылы тип иғлан ителеүе сараға ҙур баһа өҫтәне. Беҙгә лә, шундай мәртәбәле йылда, республикабыҙҙың иң көслө уҡытыусылары менән әңгәмәләшеү мөмкинлеге тейҙе.

Һөйләшеүҙә Нефтекама ҡалаһының Башҡорт гимназияһынан “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Г.С. Ғайсина; финалға сығыусылар Йылайыр районының Йомағужа урта мәктәбенән З.Р. Таһирова һәм Благовещен ҡалаһынан З.Н. Байморатова; В.Сухомлинскийҙың “Йөрәгемде балаларға бирәм” миҙалын яулаусылар – Өфө ҡалаһының 94-се лицейы уҡытыусыһы Ф.Т. Әхмәдйәнова һәм Учалы ҡалаһының С. Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейы уҡытыусыһы Е.В. Шахурина; “Педагогик перспектива” номинацияһында еңеүсе – Өфө ҡалаһының 9-сы мәктәбенән И.Ж. Сағынбек; “Ижади эҙләнеүҙәр һәм үҙенсәлекле ҡарарҙар” номинацияһында еңеүсе – Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл урта мәктәбе уҡытыусыһы Ә.Т. Ғәйфуллина; “Уҡытыусы-профессионал” һәм “Тамашасылар һөйөүе” номинациялары еңеүсеһе – Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы уҡытыусыһы З.Ғ. Шәмиғолова; “Инновацион технологияларҙы уңышлы ҡулланған өсөн” номинацияһында еңеүселәр – Белорет ҡалаһының 21-се урта мәктәбенән Г.И. Шакирова, Бәләбәй районы Приют ҡасабаһының 7-се урта мәктәбенән С.Х. Закирова һәм Өфө ҡалаһының 161-се лицейынан Л.Р. Ильясова; Салауат районы Малаяҙ Башҡорт гимназияһынан Г.Д. Ноғаманова; Саҡмағош районы Тайнаш урта мәктәбенән А.Р. Сәмиғуллина ҡатнашты.

– Хөрмәтле коллегалар, һеҙҙең хеҙмәт юлығыҙҙа, ғүмерегеҙҙә, бәлки, иң яуаплы, иң етди, иң ҙур һынау булған “Йыл уҡытыусыһы – 2023” төбәк-ара конкурсы артта ҡалды. Заман уҡытыусыһы бөгөн нисек йәшәй, бөгөнгө үҙгәрештәрҙе нисек ҡабул итә, шул турала һөйләшәйек әле. Мәғариф өлкәһендәге етәкселәребеҙгә еткерер һүҙҙәрегеҙ, теләктәрегеҙ барҙыр, бәлки.

Быйылғы йыл Рәсәй педагогикаһына нигеҙ һалыусы К.Д. Ушинскийға 200 йыл тулыу айҡанлы президентыбыҙ В.В. Путин тарафынан “Педагог һәм остаз йылы” тип иғлан ителде. Кем ул остаз? Үҙегеҙҙе остаз тип әйтә алаһығыҙмы?

С. Закирова

С. Закирова. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлегендә “остаз” һүҙенә ике төрлө аңлатма бирелгән: 1) дәрес, һабаҡ биргән, өйрәткән кеше, уҡытыусы; 2) ҙур эше, ғилеме йәки оҫталығы менән башҡаларға тәьҫир иткән, эйәрткән кеше. Тимәк, остаз – үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, тормош һабаҡтарын да бирерлек кеше.

 

Е. Шахурина. Остаз – аң-белемгә, мәғрифәткә әйҙәүсе, дөрөҫ юл күрһәтеүсе, дәртләндереп, илһам биреп, күңел яланыңа шифалы орлоҡтар сәсеүсе. Ул юлда һыуға сарсаған мосафирға – һыу биреүсе. Уның янында насар булып булмай, хатта алама фекер йөрөтөүе лә оят!

З. Шәмиғолова. Остаз – йәш белгес эшмәкәрлегендә ярҙам күрһәтеүсе, өлгө алырлыҡ бай тәжрибәле һөнәр эйәһе, әйҙәүсе, юл күрһәтеүсе. Уҡытыусылыҡ эшендә бөгөн тап ошо остазлыҡ етмәйҙер тип уйлайым. Сөнки йәштәр мәктәпкә башлап эшкә килгәс, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡала, уҡытыусылыҡтан ҡаса, һөҙөмтәлә кадрҙар етешмәй. Бөгөн был мәсьәлә мәғариф өлкәһендә киҫкен тора.

Ә. Ғәйфуллина. Остаз тигәндә, миңә иң беренсе сиратта мәктәп йылдарымда күңелемә тәүге орлоҡтар һалған уҡытыусым – Шәрипҡол мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Райхана Хәмитова күҙ алдыма баҫа. Уның дәрестәре әле лә иҫемдә, артабан үҙем дә нәҡ уға оҡшарға тырышып, ошо һөнәрҙе һайланым һәм уға тоғро ҡала киләм. Салауат педагогия колледжында – Рәшиҙә Түрйәнова, Стәрлетамаҡ педагогия академияһында – Рәмзәнә Абуталиповалар уҡытыусы булып өлгөрөп етеүемә тос өлөш индерҙеләр. Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы – Башҡортостанда иң көслө методистарҙың береһе. Ундайҙар бөгөн республикала юҡ кимәлендә.

З. Таһирова. Минең остазым – уҡытыусым Әлфиә Сәлихйән ҡыҙы Ҡужәбәкова. Мәктәпте тамамлағас, ул минең район үҙәгендәге һөнәрселек училищеһына уҡырға барырға йыйынғанды ишетеп, үҙенә саҡырып алды. Уҡытыусым һәләтем барлығын, киләсәктә минән яҡшы уҡытыусы сығасағын төшөндөрҙө, ышандыра алды. Мин, ысынлап та, шундай һәләтле, шәп кешемендер тип уйлап, Өфөгә юлландым…

С. Закирова. Мин БСТ телеканалы ойошторған проект сиктәрендә остазым Г.Ә. Мырҙина тураһында яҙылған мәҡәләмде тәҡдим итәм.

#остаз2023 #Бәхетнамәтапшырыуы #БахетнамаБСТ #УтреннеешоуСалям #БСТ #СчастливыйчаснателеканалеБСТ

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ошо юҫыҡта үткәрелгән саралары уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрә. Мәҫәлән,  минең 2022 йылдың 14 декабрендә “Башҡорт теле көнө”нә арнап ойошторолған “Рәхмәтем – башҡорт теле уҡытыусыһына” акцияһында еңеүем – уҡыусыларымдың, атай-әсәйҙәрҙең минең хеҙмәтемә күрһәткән оло баһаһы.

– Бөгөн башҡорт теле уҡытыусыһы донъя кимәленә нимә алып сыға ала?

Г. Шакирова. Башҡорт теле уҡытыусылары араһында таланттар бик күп. Заман менән йәнәш атлаған уҡытыусы ижади һәләтен эшкә егеп, донъя кимәлендәге проектты ла атҡарып сыға ала. Әммә ул шоу һымағыраҡ ҡыҙыҡлы әйбер булырға тейеш, тип уйлайым.

С. Закирова. Ян Каменскийҙың “Бала донъя ҡаҙаныштарына туған теле аша ғына өлгәшә ала” тигән фекере менән тулыһынса килешәм. Үҙемә килгәндә, балаларым, ейәндәрем, бүлә-бүләсәләремдең башҡорт телендә ауыҙ тултырып “Әсәй”, “Өләсәй” тип өндәшеүҙәре, уҡыусыларымдың Ер шарының төрлө төбәгенән “Һаумыһығыҙ” тип сәләм ебәреп тороуҙары – минең өсөн телде һаҡлауға индергән өлөшөм булыр, тип иҫәпләйем.

Ф. Әхмәдйәнова. Башҡорт телен донъя кимәленә кәмендә түбәндәге дүрт юл менән алып сығырға була. Мәҫәлән,

1) үҙ эшмәкәрлеге, йәғни төрлө конкурстарҙа ҡатнашып йә Интернет блогтар (блогер булып) аша;

2) ауыл тарихын, ауыҙ-тел ижадын йыйып, мәктәп базаһында булһа ла, музей асып; 

3) Башҡорт википедияһында халҡымдың ауыҙ-тел ижадына арналған төрлө мәҡәләләр менән сығыш яһап;

4) киләсәккә рухлы, телһөйәр уҡыусылар тәрбиәләп.

Остазым Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина юғарыла һаналған эштәрҙе уңышлы атҡарып, башҡорт телен ҡайһылай донъя кимәленә сығарып булыуға өлгө күрһәтте. Шулай уҡ ул мине уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ иттереүсе лә, бар яҡлап та өлгөлө шәхес тә. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, тәҡдим-кәңәштәре, йылы һүҙҙәре менән ярҙам итеп тора, һәр саҡ бәйләнештәбеҙ. Мин үҙемдең остазым менән сикһеҙ ғорурланам!

– Ильяс Жаркымбек улы, был йәһәттән сит тел вәкиленең фекерен ишетеү беҙҙең өсөн бигерәк мөһим.

И. Сағынбек. Төрки халыҡтары телдәре араһында иң билдәлеләренең береһе – төрөк теле. Телдең билдәлелеге нимәнән тора һуң? Әлбиттә, иң тәүҙә ул телде аңлаусылар, ул телдә һөйләшеүселәр һәм ул тел менән ҡыҙыҡһыныусылар, уны өйрәнеүселәр күп булырға тейеш.

– Бының өсөн республикала телде өйрәтеүҙең төрлө алымдары, ысулдары байтаҡ эшкәртелергә тейеш;

– телде өйрәнеүселәр ул мәғлүмәттәрҙе еңел һәм бушлай ала алыуҙары ҙур әһәмиәткә эйә;

– төрөк телен, үҙебеҙҙең төрки халыҡтары, хатта сит халыҡтар араһында ла өйрәнергә теләүселәр ни өсөн күп һуң? Сөнки ул илдә туризм бик ныҡ үҫешкән, диңгеҙҙә ял итеүселәр бихисап. Әлбиттә, һин барыр илдең телен тәүҙә әҙерәк булһа ла өйрәнергә тейеш булаһың;

– шулай уҡ донъяла төрөк сериалдары популяр. Уларҙы беҙҙең илдә лә бик ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар...

Тимәк, башҡорт телен донъя кимәленә сығарыу өсөн әлуан йүнәлештәр бик ҙур роль уйнай. Ошо йүнәлештәр системалы рәүештә ойошторолған хәлдә, башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр һаны күбәйәсәк, тип уйлайым.

– Айгөл Риф ҡыҙы, конкурста “Башҡорт теле уҡытыусыһы донъя кимәленә нимә алып сыға ала?”, – тигән һорау булһа, һеҙ нимә күрһәтер инегеҙ? 

А. Сәмиғуллина. “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” темаһына оҫталыҡ дәресе күрһәтер инем. “Урал батыр” эпосы, башҡорт халыҡ ижады ла донъя кимәленә торошло данлыҡлы хазиналар.

– Конкурста айырыуса нимәләр оҡшаны?

С. Закирова. Оҫталыҡ класында студенттар менән эшләү оҡшаны. Был практиканы мин педколледж студенттары менән дә дауам итер инем. Сөнки, бындай эш ике яҡ өсөн дә бик отошло. Беренсенән, ул уҡытыусының оҫталығын, һөнәренең абруйын күтәрһә, икенсенән, студенттарҙың педагогикаға, предметҡа ҡыҙыҡһыныуын көсәйтә, уларҙы уҡытыусы һөнәренә яҡынайта.

– Конкурста яҡшы һөҙөмтәгә ирешеү өсөн нимә мөһим? Ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?

А. Сәмиғуллина. Әлбиттә иң беренсе сиратта тәжрибә кәрәктер, тип уйлайым. Шулай уҡ ныҡышмалылыҡ, үҙ-үҙеңә талапсанлыҡ, үткерлек, саялыҡ, эшеңә ҡарата етди ҡараш кәрәк. Мәктәпкә тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан көндән башлап уҡытыусының һәр дәресе методик яҡтан дөрөҫ төҙөлгән, бөтә маҡсаттар ҙа күҙ уңында тотолған, төплө уйланылған булырға тейеш. Йәғни, системалылыҡ кәрәк. Эшмәкәрлек системалы ҡоролғанда ғына һөҙөмтә күренә, уңышҡа өлгәшергә була.

З. Шәмиғолова. Минеңсә, иң тәүҙә тәжрибә тупларға, заман менән бергә атларға, үҙ көсөңә ышанырға һәм башҡаларҙы ла ышандырырлыҡ көскә эйә булырға кәрәк.

Бындай конкурс бик кәрәк, бигерәк тә башҡорт теле уҡытыусылары өсөн. Юғары кимәлдә үткәрелгән был сара башҡорт теленең һәм башҡорт теле  уҡытыусыларының  мәртәбәһен арттыра, абруйын күтәрә.

– Конкурста ниндәй яңылыҡтар алдығыҙ? Кемдең эш тәжрибәһе бигерәк тә ныҡ оҡшаны?

И. Сағынбек. Һәр бер уҡытыусы үҙенең профессиональ һәләттәрен һынап ҡарарға теләй, ниндәйҙер яңы еңеүҙәр яуларға ынтыла... бына шундай маҡсаттар әүәл минең дә күңелемде биләне.

Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә башҡорт телен нисек итеп өйрәтеүҙәре, ниндәй алым, ысулдар ҡулланыуҙары мине хайран ҡалдырҙы. Һәр бер уҡытыусының үҙенең шәхси методикаһы бар, шулар менән танышыу һәм уларҙы өйрәнеү минең өсөн төп яңылыҡтарҙың береһе булды.

Миңә Ләйсән Ильясованың эш тәжрибәһе һәм уның профессионаллеге, балалар менән эш итеүе, үҙен тотошо бик оҡшаны, ысын уҡытыусы ҡиәфәтен тап Ләйсән Рафат ҡыҙында күрҙем. Ғөмүмән, һәр бер уҡытыусының үҙ йөҙө булды, шуға күрә, һәр береһенең тәжрибәһе үҙенсәлекле.

– Эйе, Гөлсибәр Шакирова, Зифа Байморатова кеүек остаз кимәленә күтәрелгән тәжрибәле уҡытыусыларҙы ваҡытында күреү, иғтибар итеү һәм ҡанатландырыу ҙур әһәмиәткә эйә.

Г. Ғайсина. Мин үҙ эшенең оҫтаһы булған һәр коллегамдың сығышын йотлоғоп тыңлап, иғтибарҙы күберәк ҡайһы йүнәлешкә бүлергә кәрәклекте асыҡланым.

Мәғариф өлкәһендә заманға ярашлы төрлө технологиялар бик йылдам үҫешкән осор. Тик, минеңсә, туған тел дәрестәрендә нәфис, йәнле һүҙ өҫтөнлөк итергә тейеш. Ә яңы технологиялар телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ; телгә һәм илгә һөйөү тәрбиәләрлек; уҡытыу сифатын күтәрерлек; уҡыусы шәхесен, уның коммуникатив һәләтен үҫтерерлек итеп ҡулланылғанда ғына үҙенең тәғәйен ролен үтәй, тип иҫәпләйем.

– Гүзәл Сәғит ҡыҙы, оло еңеүгә өлгәшеүгә нимә ярҙам итте?

– Әлбиттә, тәү сиратта үҙ-үҙемә ышаныс, ныҡышмалылыҡ, ҡала алдындағы яуаплылыҡ, миңә ышанып тапшырылған бурысты лайыҡлы башҡарып сығыу теләге этәргес көс булды. 

– Ни өсөн конкурста ҡатнашырға булдығыҙ?

– Ғөмүмән, һәр кешенең тормошонда, бигерәк тә уҡытыусыларҙа, “эмоциональ һүрелеү” осоро булалыр. Был осраҡта әгәр психологик алымдарҙы иҫәпкә алмағанда, иң шәп алым – төрлө һөнәри конкурстарҙа ҡатнашыу. Тәжрибәң менән уртаҡлашыу, маһирҙарҙан-маһир коллегаларың менән көс һынашыу дәртләндерә, яңынан-яңы үрҙәргә күтәрелергә теләк, дәрт, сәм уята. Ысынлап та, был конкурс профессиональ кимәлемде генә түгел, күңел донъямды ла ифрат байытты. Бөгөнгө “Мин” – ул тулыһынса “Яңы мин”: үҙ-үҙемә ышанған, ҡурҡыу белмәҫ һәм төрлө һынауҙарға әҙер уҡытыусы!

– Ә конкурстағы дәрес һәм мастер-класығыҙҙы бөтә республикаға онлайн күрһәтер инегеҙме?

– Эйе, күрһәтер инем. Үҙем дә Рәсәй кимәлендә үткән конкурс дәрестәрен йыш ҡарайым. Ҡыҙыҡлы һәм отошло тип һанаған төрлө алымдарҙы үҙ эшемдә ҡулланам.

А. Сәмиғуллина. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, мин белемемде, методик оҫталығымды һәм методик ҡумтамды тулыландырҙым. Башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу өсөн коллегаларым тәҡдим иткән яңы интернет-платформалар һәм ҡушымталар менән таныштым. Мәҫәлән, Л. Ильясованың предмет-ара бәйләнеш булдырыу,  Г. Шәрәфетдинова һәм И. Сағынбектың башҡорт телен башҡа телдәр менән сағыштырып өйрәтеүҙәрен, Н. Биктимерованың проект төҙөү кеүек темаларға яһалған сығыштары миңә бигерәк тә ныҡ оҡшаны.

Л. Ильясова. Мине бигерәк тә Гөлназ Рәис ҡыҙы Нәбиеваның башҡорт халыҡ педагогикаһына таянып эшләгән эш алымдары, Гүзәл Дамир ҡыҙы Ноғаманова һәм Гөлсибәр Искәнйәр ҡыҙы Шакированың дәрестә ҡулланған интерактив уйындары ҡыҙыҡһындырҙы.

– Гөлсибәр Искәнйәр ҡыҙы, һеҙҙең педагогик эш стажығыҙ – 30 йыл, һеҙ конкурста ҡатнашыусылар араһында иң тәжрибәле уҡытыусы, башҡорт теленән дәреслек авторҙарының береһе лә. Конкурстың ыңғай һәм кире яҡтарын әйтә алаһығыҙмы?

Г. Шакирова. Үҙемде һөнәри яҡтан үҫтереү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләйем. Шуға күрә минең һушымды алыуы ҡыйын. Әммә конкурста иғтибарға алырлыҡ әйберҙәр булды. Мәҫәлән, башҡорт мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусыларҙың телмәре минекенә ҡарағанда нығыраҡ үҫешкән булыуына иғтибар иттем. Улар һөйләгәндә мин һоҡланып тыңлап ултырҙым.

Конкурста тәҡдим ителгән ҡайһы бер эштәр араһында мин ниндәйҙер кимәлдә ҡулланып ҡарап та, баш тартҡандары ла булды. Мәҫәлән, интеллект-карталар.

– Конкурста ниндәй маҡсаттан ҡатнашырға булдығыҙ?

–Үткән йылдарҙағы “Йыл уҡытыусыһы” материалдарын күҙәтеп барҙым һәм конкурсҡа сығырлыҡ тәжрибәм, күрһәтер әйберҙәрем бар, тигән һығымтаға килдем.

– Бөгөн уҡытыусыны нимә борсой? Йәмғиәттә педагогтың абруйын күтәреү өсөн нимәләр эшләргә була?

З. Шәмиғолова. Эйе, XXI быуат уҡытыусыһының эше бик ҡатмарлы: бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ, документтар тултырыу, отчеттар биреү, йыл да үҙгәреш индерелеп  торған эш программаларын төҙөү, уҡытыусыға булған талаптарҙың артыуы һ.б. Бөгөн уҡытыусы бөтәһенә лә нимәлер тейеш, хатта ул бала өсөн уның атай-әсәһенә ҡарағанда ла нығыраҡ яуаплыраҡ. Ошо талаптарға үҙгәрештәр индерелһә, камиллаштырылһа ине, тигән фекерҙәмен.

З. Таһирова. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы уҡытыусы һөнәренә иғтибар һәм ихтирамды арттырыу маҡсатында ойошторола, минеңсә. Шуға күрә, уҡытыусының теләк-һорауҙары ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын ине. Мәҫәлән,

– интернетта башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса материалдар юҡ кимәлендә;

– һәр районда башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын техник яҡтан тулыландырыу мөһим: заманса интерактив таҡта, документ-камера, юғары тиҙлектәге интернет кәрәк. Сөнки заман менән бергә атлайым тиһәң, техник саралар булыуы мотлаҡ;

– һәр дәреслеккә эш дәфтәрҙәре, уҡытыусыға ярҙамға дәрес өлгөләре тупланған йыйынтыҡтар, электрон форматта туплаған мастер-кластар, платформалар менән эшләү өсөн инструкциялар кәрәк;

– ауылда балалар һаны аҙ булыу сәбәпле, бер нисә класс бергә ҡушылып уҡытыла. Ҡушылған предметтарға шул уҡ башҡорт теле, әҙәбиәт инеп китә. Күләмле әҫәрҙәрҙе уҡып өлгөрөп булмай. Дәрестәр һаны ҡыҫҡара, уҡыу сифаты кәмей. Шул сәбәптән атай-әсәй балаһын ҙурыраҡ мәктәпкә күсерә. Тора-бара мәктәп ябылыу хәүефе аҫтында ҡала, ә мәктәп ябылһа – ауыл бөтә. Үҙебеҙ ултырған ботаҡҡа балта сабабыҙ кеүек килеп сыға.

Г. Шакирова. Әлбиттә, йыйылыштарҙа мәктәп ашнаҡсыларына грамоталар таратып ҡына уҡытыусының абруйын күтәреп булмайҙыр. “Педагог һәм остаз” йылында конкурста еңеүселәргә маҡтаулы исемдәр бирелер, шифаханаларға юлланмалар алып ҡыуанырбыҙ, тигән өмөттәбеҙ. Конкурстарҙа бүләк ителгән китаптар ҙа белешмә характерындағы (энциклопедия, һүҙлек, билдәле әҙиптәрҙең альбомы) китаптар булһа ине.

Мәғариф өлкәһендә уҡытыусыларҙы дәртләндереү йәһәтенән ни өсөн бик ҡаты квоталар ҡаралыуы аңлашылмай. Мәҙәниәт өлкәһендә маҡтаулы исемдәр сезон асылған һайын, һәр байрам йә юбилей кисәләрен үткәргән һайын бүленә бит. Ә буласаҡ һөнәр эйәләренә белем биргән уҡытыусы ни өсөндөр ул хөрмәттән мәхрүм ҡала.

З. Шәмиғолова. Заман уҡытыусыһы булараҡ, һөнәремдең баһаһы кәмеүе минең дә күңелемде ҡыра. Быға юл ҡуйылмаһын ине. Шуға ла был мөһим мәсьәләлә ил етәкселегенә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.

– Дәреслектәр төҙөгәндә бай тәжрибәле башҡа уҡытыусыларҙың да эш тәжрибәһенә таяныу кәрәктер, юғиһә был эшкә бер үк кешеләр йәлеп ителә.

– Әлбиттә, тәүҙә эш хаҡын арттырмай тороп, уҡытыусының абруйын күтәреп тә, йәштәрҙе, бигерәк тә ир-атты, мәктәпкә эшкә йәлеп итеү хаҡында һүҙ ҙә юҡ.

Г. Ноғаманова. Эйе, бөгөн уҡытыусының эш хаҡы минималь эш хаҡына (МРОТ) тиңләштерелгән. Ә бер нисә нагрузка алып эшләгән уҡытыусының эш һөҙөмтәһе барыбыҙға ла билдәле. Юғары уҡыу йортон тамамлап мәктәпкә тәү башлап эшкә килгән йәш егет беренсе эш хаҡын ҡулға алғас та: “Миңә ғаилә ҡорорға,  өй һалырға кәрәк”, – ти, ә ҡыҙ: “Минең матур итеп зауыҡ менән кейенгем килә”, – тип, мәктәптән китергә мәжбүр була.

Г. Шакирова. Башҡорт теле дәрестәре өсөн аҙнаһына ни бары бер сәғәт бүленгән, был бик аҙ.

– Закон тарафынан мәктәптә тәрбиә һәм уҡытыу мәсьәләһендә атай-әсәйҙәргә берҙәй хоҡуҡ бирелә. Атай-әсәйҙәрҙең уҡыу һәм уҡытыу процесына артыҡ ҡыҫы­лыуына юл ҡуйылмаһын ине. Сөнки беренсенән, уларҙың күбеһе педагогика һәм психологияны белмәй йә аңламай, икенсенән, адекват булмағандары ла осраштырып ҡуя. Шундай атай-әсәйҙәр арҡаһында ҡайһы бер тәжрибәле уҡытыусылар эштәрен ташлауына шаһит булғаным бар.

З. Шәмиғолова. Мин уҡырға ингәндә башҡорт филологияһы факультетына I урынға 3 кеше дәғүә итә ине, ә хәҙер бер төркөм студент йыйыуы проблема, унда ла абруйлы факультеттарға инә алмағандар ғына килә. 2007 йылда, мин мәктәптә эшләй башлағанда, башҡорт телен уҡытыу-уҡытмау, сифат, йөкмәтке тураһында һүҙ ҙә юҡ ине, ә хәҙер мәсьәләнең нисек тороуы барыһына ла мәғлүм. Бына ошо хәлде нисек төҙәтергә һуң?

А. Сәмиғуллина. Уҡытыусыны борсоған нимәләр етерлек ул. Мәҫәлән:

– бөгөн балаларҙың телефон, смартфон, компьютерҙарҙан айырыла алмай виртуаль донъяла йәшәүе. Улар бер-береһе менән интернет селтәрҙәре аша ғына аралашыуы. Был хәл уларҙың телмәр үҫешенә тиҫкәре йоғонто яһамай ҡалмай. Беҙ быны изложение йә инша яҙғанда асыҡ күрәбеҙ;

– ауыл ерендә йәшәп тә балаларҙың рус телендә генә аралашыуы йә ике телде бутап һөйләүе, ә атай-әсәйҙәрҙең быны төҙәтмәүе, риза булыуы.

Е. Шахурина. Эйе, телде өйрәнеү ғаиләнән, балалар баҡсаһынан килә. Ата-әсәләр туған телгә иғтибарлыраҡ булһындар ине. Уҡыуҙың бәҫе китә – шул борсой. Йәштәр араһында профессия алмайынса ла эшҡыуар, бизнесмен, блогер булып аҡса табырға мөмкин тиеүселәр һаны арта. Ҡайһы бер осраҡта, әлбиттә, тәбиғи һәләт хәл иткес роль уйнайҙыр. Әммә уҡырға теләге булмаған уҡыусыға етә ҡала. Шул рәүешле уҡыуға булған мотивация һүлпәнәйә.

Ә. Ғәйфуллина. “Ояһында ни, осҡанда ла шул” ти халыҡ мәҡәле. Тәрбиә нәҡ ғаиләнән башлана. Баланың ҡаҙаныштары, киләсәктәге уңыштары тик ғаилә менән бәйле. Ғаилә ныҡ, татыу, эшһөйәр икән, балалар ҙа тәртипле, иманлы һәм эшлекле булып үҫә.

А. Сәмиғуллина. Уҡытыусы эшендә ауырлыҡтар була, әлбиттә. Уҡытыусы булырға йөрәк ҡушыуы буйынса, ғүмерлеккә һөнәр итергә ҡарар иткәнһең икән, бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар ҡурҡытмай. Киреһенсә, улар сыныҡтыра, алдыңа ҡуйған һәр маҡсатты еңеп сығырға күнектерә.

– Уҡытыусы һөнәрен ҡабаттан һайлар инегеҙме? Буласаҡ уҡытыусыларға ни тиер инегеҙ?

З. Таһирова. Нисә тапҡыр һайларға кәрәк булһа ла ошо һөнәрҙе һайлар инем. Сөнки уҡытыусы – йырсы ла, бейеүсе лә, йәмәғәт эшмәкәре лә, баҡсасы ла, һәр ваҡыт бала күңелле, һәр ваҡыт йәш, энергиялы, алдынғы ҡарашлы...

Г. Шакирова. Бөгөн уҡытыусы һөнә­рен һайларға теләүселәргә, ижади һәләтегеҙ булһа, әйҙүк, тип әйтер инем. Тик уҡытыусылыҡ эшендә байып булмай, күберәк өйҙән дә ташырға, өҫ-кейемеңде лә күберәк эшкә яраҡлаштырып һатып алырға тура килә, уҡытыусы икәнеңде тәүлек әйләнәһенә иҫтә тоторға кәрәк, тиер инем.

Г. Ғайсина. Уҡыусыларҙы бәләкәй генә, яңы морон төрткән үҫентеләр менән сағыштырыр инем. Шул үҫентеләр нисек үҫеп китә, нығына, ниндәй емеш бирә, барыһы ла уҡытыусынан тора. Һәр уҡытыусы өсөн үҙенең хеҙмәт емешен күреү оло бәхеттер, тип уйлайым.

– Алдынғы тәжрибәне республика мәктәптәренә йылдам таратыуға килгәндә, бәлки киләһе йылдарҙа баһалама ағзалары составына район мәғариф бүлектәренән башҡорт теле  методистарын йәлеп итергәлер?.. Сөнки быйыл  20 баһалама ағзаһының яртыһы сығышы менән бер төбәктән булды. Бындай осраҡта ғәҙел баһалау мөмкинме икән?

Г. Ноғаманова. Эйе, район мәғариф бүлектәрендә лә, мәктәптәрҙә предметтарҙы берләштереп уҡытҡан кеүек, методис­тарҙың вазифаһы берләштерелгән, йәғни  “универсаль методистар” эшләй. Шуға күрә, республика конкурсында иң оҫта уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһен күреү уларға ла һис ҡамасауламаҫ ине.

– Алдынғы тәжрибәне ниндәй юлдар менән республика уҡытыусыларына таратырға була?

З. Байморатова. Конкурс – төп тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булып тора.

З. Таһирова. “Мәғариф – ул беҙ” проекты был өлкәлә бик матур эш башланы. Шуны һүрелдермәҫкә ине. Проект хөкүмәт тарафынан иғтибарға алынһын ине. 

Л. Ильясова. Мин тәжрибәм менән уртаҡлашыу маҡсатында, дәрестә ҡулланған эш карталарын туплап, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ  өйрәнеүсе V – VI кластар өсөн “Күнегеүҙәр йыйынтығы”н баҫтырып сығарыуға ирештем. Үҙемдең шәхси сайтым бар. Унда эш тәжрибәм менән уртаҡлашам. Киләсәктә электрон күнегеүҙәр йыйынтығын сығарырға хыялланам.

Г. Шакирова. Интернет киңлектәрен оҫта файҙаланһаң, үҙеңде ҡыҙыҡтырған бөтә һорауҙарға ла яуап табырға була. Мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар ҙа эҫе килеш килеп етә. Хатта уларҙы проект кимәлендә күҙәтергә йә үҙ фекереңде белдерергә лә мөмкин.

Алдынғы тәжрибә еңел генә тупланмай. “Ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта” тигәндәй, алдынғы тәжрибә лә бушҡа таратылырға тейеш түгел. Һәр интеллектуаль хеҙмәт лайыҡлы баһаһын алырға тейеш. Мәҫәлән, был маҡсаттан түләүле курстар ойошторорға була. Материал ҡыҙыҡлы булһа, алдынғы тәжрибә тиҙ үк таралыр ине.

Ғөмүмән, тәжрибә менән уртаҡлашыу мөһим, бигерәк тә яңы эш башлап торған йәш белгестәр быға мохтаж. Республика кимәлендә йышыраҡ төрлө семинар һәм “Түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолоп торһа (тик онлайн форматта түгел), эш еңелләшер ине. Йәнле һөйләшеү-аралашыуға етмәй хәҙерге ваҡытта.

З. Байморатова. Был бурысты, минеңсә, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы уңышлы тормошҡа ашыра.

– Эйе, журнал төрлө конкурс материалдарының “ҡаймағын” ғына айырып алып йыл әйләнәһе баҫтыра. Шуға күрә, конкурста ҡатнашҡан 61 уҡытыусының барыһынан да конкурс материалдарын, ғөмүмән өлгөлө эш алымдарын көтөп ҡалабыҙ. Журналды барығыҙ ҙа алдыраһығыҙмы?

И. Сағынбек. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына яҙылмаған уҡытыусы уҡытыусымы ни? Ул республикала иң абруйлы баҫмаларҙың береһе. Шуға күрә, үҙен уҡытыусы тип иҫәпләгән һәр белгес журналға мотлаҡ яҙылырға тейеш. Журнал беҙгә методик һәм мәғлүмәти яҡтан бик ҙур ярҙам күрһәтә.

– Ильяс Жаркымбек улы, киләсәккә тағы ниндәй маҡсаттарығыҙ бар?

И. Сағынбек. Киләсәктә үҙемде ғалим булараҡ күҙаллайым... Киләһе йылда диссертация яҡларға, тигән маҡсатым бар. Фән өлкәһендә асылмаған күп серҙәргә яуаптар табырға ниәт итәм.

З. Байморатова. Журнал – беҙҙең өсөн остаз! Ул мәғариф өлкәһендәге бөтә үҙгәрештәрҙе, яңылыҡтарҙы яҡтырта. Уҡытыусы бөгөн, мәғлүмәткә бай заманда, артыҡ ваҡыт сарыф итмәй генә, журналдан бөтә һорауҙарға яуап таба ала.

З. Шәмиғолова. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына тик изге теләктәр. Ул беҙгә – уҡытыусы ла, оло ярҙамсы ла, кәңәшсе лә. Артабан да уңышлы эшләргә яҙһын!

– Афарин, хөрмәтле коллегалар, һеҙгә артабан да яңынан-яңы үрҙәр яуларға, мәғариф өлкәһенә тоғро хеҙмәт итергә яҙһын!

Әңгәмәне конкурстың баһалама ағзаһы,

Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы,

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре

Э.Р. СӘҒИҘУЛЛИНА алып барҙы.

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: