Горизонталь буйынса:
4. Кеше; Аллаһ ҡоло.
7. Стенаға элеү өсөн төрлө һүрәт төшөрөп, ҡулдан һуҡҡан йоҡа келәм.
8. Үҙ исемен “ныҡ яратҡан” ҡош.
9. Табиптар үткәргән һөнәри кәңәшмә.
10. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының VI класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн дәреслек авторы.
14. Баймаҡ районы Ишмөхәмәт (Ҡарамалы) ауылынан сыҡҡан филология фәндәре докторы, профессор, дәреслектәр авторы.
17. Утындың, кирбестең һ.б. тигеҙләп һалған өйөмө.
18. Кишер, мышар пигменты.
20. Донъялағы иң ҙур содалы күл.
21. К.С. Петров-Водкин, Амедео Модильяни һәм Люсьен Фрейд ижад иткән жанр төрө.
23. Болливуд сәнғәте.
24. Белорет районы Бирҙеғол ауылынан сыҡҡан педагог, башҡорт теленән дәреслектәр авторы.
25. Ғәрәп әкиәте геройы.
26. Кәштәләге фолиант.
30. Страбон, Герард Меркатор һәм Афанасий Никитин ғалим булараҡ.
31. К. Линней, Н. Вавилов, Г. Мендель төп шөғөлдәре буйынса.
32. Чемпион миҙалы өсөн металл.
33. А. Азимов, Р. Бредберри, К. Булычев яҙыусы булараҡ.
Вертикаль буйынса:
1. Ф. Смолов, А. Миранчук уйнаған футбол клубы.
2. Эш өҫтәле.
3. Йылдың иң эҫе йәки иң һыуыҡ ҡырҡ көнлөк осоро.
5. Кешене әрләгәндә “(...) аҡтығы” тип әйтәләр.
6. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты, башҡорт теле дәреслектәре авторы.
8. Һандың өсөнсө дәрәжәһе.
11. Был Азия дәүләтендә конституция ролен шәриғәт үтәй.
12. А.С. Пушкин геройы.
13. Филателист өсөн кляссер.
15. Скульптор В. Мухина уйлап табышҡан быяла һауыт.
16. Һары умырзаяның фәнни атамаһы.
19. Күренекле педагог, “Уйнай-уйнай үҫәбеҙ” китабының авторы.
22. Уссури тайгаһының “батшаһы”.
27. Уйын ҡомары.
28. Был диңгеҙ балығын мерлуза тип тә атайҙар.
29. Төньяҡ боланы яратып ашаған лишайник.
30. Һынған ҡул өсөн “алебастр”.
Яуаптар.
Горизонталь буйынса:
4. Бәндә. 7. Гобелен. 8. Кәкүк. 9. Консилиум. 10. Ғәбитова. 14. Усманова. 17. Штабель. 18. Каротин. 20. Ван. 21. Ню. 23. Кино. 24. Хажин. 25. Али. 26. Китап. 30. Географ. 31. Ботаник. 32. Алтын. 33. Фантаст.
Вертикаль буйынса:
1. “Локомотив”. 2. Верстак. 3. Селлә. 5. Әҙәм. 6. Дәүләтшина. 8. Куб. 11. Иран. 12. Онегин. 13. Альбом. 15. Стакан. 16. Адонис. 19. Нафиҡова. 22. Юлбарыҫ. 27. Азарт. 28. Хек. 29. Ягель. 30. Гипс.
Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.