Бөтә яңылыҡтар

Тел асҡысын миңә улар бирҙе

Уҡытыусыбыҙ дәрес биреүҙән тыш, беҙҙе урам һәм башҡа урындарҙа үҙеңде тотоу тәртибенә, өлкән кешеләргә хөрмәт менән ҡарарға, яҡшы мөнәсәбәт күрһәтергә өйрәтте.

Тел асҡысын миңә улар бирҙе
Тел асҡысын миңә улар бирҙе

Ғүмер – аҡҡан һыу. Ошо йәшемә еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ғүмер көҙөмә мәғариф һәм матбуғат өлкәһендә ҡайһы бер ҡаҙаныштар һәм яҡшы ғына пенсия менән килеп еттем. Ике өлкәлә лә һүҙ ҡеүәһенә таянған хеҙмәтемдә телдәр белеү ҙур ярҙам күрһәтте.

Ырымбур өлкәһе менән сиктәш Күгәрсен районының төпкөл Ҡасҡын ауылының башланғыс мәктәбендә беҙҙе Бөйөк Ватан һуғышынан Еңеү менән ҡайтҡан фронтовиктар Баһауетдин Фәйзуллин, Суфыйғәле Солтангәрәев ағайҙар, Зөһрә, Шәмсиә апайҙар уҡытты.

Баһау ағай уҡыусыларына башлыса урыҫ телен яҡшыраҡ өйрәтергә тырышты. Беҙ, ауыл балалары, урыҫтар менән аралашып үҫмәнек, шуғалыр ҙа тел ауыр бирелде. Уҡытыусыбыҙ дәрес биреүҙән тыш, беҙҙе урам һәм башҡа урындарҙа үҙеңде тотоу тәртибенә, өлкән кешеләргә хөрмәт менән ҡарарға, яҡшы мөнәсәбәт күрһәтергә өйрәтте.

Уҙған быуаттың 50-се йылдарында милли мәктәптәрҙә уҡытыу урындағы телдә алып барыла торғайны. Күрше Санъяп ауылының ете йыллыҡ мәктәбендә бөтә фәндәр ҙә башҡортса уҡытылды, шуға уларҙы еңел аңланыҡ. Минең өсөн урыҫ теле һаман да ауыр бирелде. Хәтеремдә, Мораҡтан килгән Ғәлиә апай Баҡыева «учится – учиться» һымаҡ һүҙҙәрҙә йомшаҡлыҡ билдәһенең ҡасан ҡуйылыу-ҡуйылмауын тырышып аңлатҡайны. Хәҙер хата ебәрмәйем.

Ул йылдарҙа, күрәһең, тейешле белемле уҡытыусылар етмәгәндер. Немец телен һуғыш ветераны Мәсәғүт ағай Рафиҡов, арифметиканан училище белемле Ғәтиә апай Ниязғолова уҡытты. Хатта урта белемле генә кадрҙар ҙа булды, шикелле.

1952 йылда Санъяп ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Мораҡ башҡорт педагогия училищеһына уҡырға индем. Ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау беҙҙең, ауыл балаларының, алдында торманы ла: йә Мораҡ урта мәктәбенә, йә педучилищеға. Алыҫыраҡҡа бик һирәктәр генә китеп уҡый алды. Мин Мораҡ педучилищеһын һайланым, сөнки унда 20 һум күләмендә стипендия түләйҙәр ине һәм ауылдан алыҫ түгел, ара 40 саҡрым ғына. Ауылдан Мораҡта уҡыусылар бер мин генә булманым. Каникулдарҙан һуң аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ алып барыу өсөн колхоз беҙгә егелгән үгеҙ бирә торғайны. Төн буйы атлағандан һуң үҙебеҙ ҙә, үгеҙ ҙә арып-талып Мораҡҡа барып етә инек.

Башҡорт педагогия училищеһы (унда урыҫ курстары ла булды) Мораҡҡа 1947 йылда күсерелгән, 1958 йылда тирә-яҡ райондарҙы башланғыс класс уҡытыусылары менән тәьмин итеп бөткәс, Белоретҡа алып киткәндәр.

Шуныһы ҡыҙыҡ һәм ғәжәпләндерә: әле немец фашистары менән ҡаты һуғыш бара, ә партия һәм совет хөкүмәте фронтҡа ебәрелгән уҡытыусылар урынын тулыландырыу һәм яңы быуын уҡытыусылар әҙерләү маҡсатында ҙур эш башлағандар. «Күсерелә» һүҙен тулы мәғәнәһендә аңларға кәрәк. Башта мәктәп биналары һүтелеп, тиҙ арала яңы урында киренән йыйыла. Бөтә уҡыу-уҡытыу әсбаптары, аппаратура, приборҙар килтерелә. Биналар менән бергә Мораҡҡа педагогик кадрҙар ҙа килеп етергә тейеш.

Йәшәү шарттары барыбыҙға ла – педагогтар һәм уҡыусылар өсөн юҡҡа тиң ине. Фатирҙа кеше өҫтөндә йәшәргә лә тура килде, туҡланыу мәсьәләһендә лә ҡытлыҡ кисерҙек.

Уҡытыусылар башлыса өлкән йәштәге кешеләр. География һәм тарих фәндәрен һуғыш ветерандары алып барҙы. Уҡыусыларға мөғәмәләре яҡшы булды. Беҙҙе шелтәләп әйткән һүҙҙәре «өтөк» йә «саҙиҡ» ине. Һағынып иҫкә алам барыһын да. Төрлө саралар үткәрелде, уйындар ойошторолдо. Беҙ тырышып уҡыныҡ. Оло рәхмәтебеҙ бар педагогия коллективына, училище директоры Хөсәйен Яубаҫаровҡа, завуч Салих Алсынбаевҡа. Иң ҙур рәхмәтемде мин ике уҡытыусыма – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Разия Һаҙый ҡыҙы Һаҙыеваға һәм урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәйшә Гәрәй ҡыҙы Хөсәйеноваға бағышлайым. Тап улар миндә телгә һөйөү тәрбиәләне, тиһәм, аҙ булыр. Һүҙ менән эш итергә, уның хаҡын, ҡәҙерен белергә һәм дөрөҫ ҡулланырға өйрәттеләр. Һүҙгә ҡарата яуаплылыҡ хисе миндә көслө үҫешкәндер, тип уйлайым. Телде ватып-емереп һөйләгәндәргә асыуым килә. Ундайҙар журналистар, уҡытыусылар, шағир-яҙыусылар, етәкселәр, хатта ғалимдар араһында ла бар әле. Үҙемә килгәндә, һөйләшкәндә сит һүҙҙәр ҡулланмаҫҡа, телмәремде матур төҙөргә тырышам. 2018 йылдағы башҡорт теленән диктантты «5»-кә яҙғанмын. Быны Разия Һаҙый ҡыҙының хеҙмәт емеше тип иҫәпләйем. Әлеге көндә Мәләүез ҡалаһының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапханаһында уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнашам, шиғырҙар, мәҡәләләр яҙам.

Ғәйшә Гәрәй ҡыҙы Хөсәйенова ла курсташтарымдың һөйөүен яулаған педагог булды. Сабыр, үҙенә генә хас алымдар ҡулланып, башҡорт балаларын урыҫ теленең серҙәренә ҙур түҙемлек менән өйрәтте.

1956 йылдың икенсе семестрында урыҫ телен башҡаларҙан яҡшыраҡ белгән уҡыусыларҙан төркөм төҙөп, ошо предмет буйынса факультатив дәрес ойошторҙолар. Юғарынан килгән күрһәтмә буйынса ошондай өҫтәлмә дәрестәр алған сығарылыш уҡыусылары ауыл мәктәптәренә тик урыҫ теле уҡытыусыһы итеп ебәрелергә тейеш булған. Мин Түңгәүер башланғыс мәктәбенә тәғәйенләнгән инем. Тик уҡыу йылы башланғанда был күрһәтмә ғәмәлдән сығарылғайны. Диплом алғас, Санъяп (хәҙер инде һигеҙ йыллыҡ) мәктәбенә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелдем. Күрәһең, тырышып уҡытҡанмындыр, уҡыусыларым әле лә рәхмәт әйтә. «Шиворот – навыворот» һүҙенең мәғәнәһен аңлатҡанда тундың эске яғын тышҡа әйләндереп күрһәткәнмен икән. Шул турала иҫкә төшкән һайын һаман һөйләп көләләр.

Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтәм: Мораҡ башҡорт педагогия училищеһында уҡып башҡорт һәм урыҫ телдәре буйынса үҙемдең бар ғүмеремә етерлек ныҡлы һәм тәрән белем алғанмын һәм бөгөн дә шул белемдәргә таянып йәшәйем, эшләйем.

Рәхмәт миңә белем биргән уҡытыусыларыма һәм Мораҡ башҡорт педагогия училищеһына!

Роберт СОБХАНҒОЛОВ.

Мәләүез ҡалаһы.

Тел асҡысын миңә улар бирҙе
Тел асҡысын миңә улар бирҙе
Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: