

С.А.ТАҺИРОВА,
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, педагогия фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы белем биреү һәм тәрбиә хеҙмәткәре
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты – Башҡортостан һәм башҡа төбәктәр мәктәптәре өсөн юғары белемле уҡытыусылар әҙерләүсе уҡыу йорто, республикалағы был йүнәлештәге төп фәнни-педагогик һәм методик үҙәк. Алты тиҫтә йылға яҡын бай тарихлы вуз бөгөн дә алдынғылар рәтендә. Республика, ил мәғариф системаһы өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү юлында эшмәкәрлеген уңышлы дауам итә. 6 институт, 4 факультет, 1 колледжды берләштергән университетта бөгөн биш меңдән ашыу студент белем ала. Үҙ традициялары, үҫеш концепциялары булған һәр ойошманың йөкмәткеһен, эшмәкәрлек сифатын, тәү сиратта, унда эшләүсе кадрҙар билдәләй. Аҡмулла университетында фәнде лә, уҡыу-уҡытыу, ойоштороу, йәмәғәт эшмәкәрлеген дә берҙәй оҫта алып барыусылар байтаҡ. Бөгөн һүҙебеҙ шундай замандаштарыбыҙҙың береһе, башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова тураһында.
Хөсәйенова (Солтаҡаева) Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Ауырғазы районының Усман ауылында тыуа. Башланғыс белемде тыуған ауылында, урта белем тураһында өлгөргәнлек аттестатын Төрөмбәт урта мәктәбендә ала.
Киләсәктә һөнәрен уҡытыусылыҡ эше менән бәйле булыуын асыҡ күҙаллаған уҡыусыһын мәктәп директоры Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына йүнәлтмә менән оҙата. Стәрлетамаҡ педвузындағы уҡыу йылдарын буласаҡ ғалимә бик файҙалы һәм маҡсатлы үткәрә. Тәүге көндән үк төркөм старостаһы вазифаһын башҡара, факультеттағы бөтә сараларҙың да ойоштороусыһы һәм иң әүҙем ҡатнашыусыһы була. Шулай ҙа Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы өсөн һәр ваҡыт беренсе планда уҡыу һәм фәнни эшмәкәрлек тора. Фән менән ҡыҙыҡһыныуы беренсе курс студентын филология фәндәре кандидаты, доцент Ғәлийән Ғәйнетдин улы Ҡаһарманов етәкләгән “Тел тарихы” түңәрәгенә алып килә. Биш йыл буйына был түңәрәктә шөғөлләнеүҙең һөҙөмтәһе “Башҡорт әҙәбиәте терминологияһының структур-семантик төркөмләнеше” исемле диплом эшендә сағыла. Дәүләт имтихандары комиссияһының рәйесе, филология фәндәре докторы, профессор Эрнст Фәйзрахманович Ишбирҙин был диплом эшен юғары баһалап, Ләйлә Миҙхәт ҡыҙын үҙенә аспирантураға саҡыра. Артабанғы ғилми тикшеренеү эштәрен ул Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты янындағы аспирантурала дауам итә. Эҙләнеү өсөн “Башҡорт микротопонимияһы: структураһы, семантикаһы, этимологияһы” темаһы билдәләнә. Ғилми етәксеһе филология фәндәре докторы, профессор Э. Ф. Ишбирҙин етәкселегендә 2002 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын ул уңышлы яҡлай.
Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы хеҙмәт юлын Ауырғазы районы Үтәймулла урта мәктәбендә уҡытыусы булараҡ башлай. Аспирантураға уҡырға ингәс, эшен Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында дауам итә. Нефтекама ҡалаһында Башҡорт дәүләт университетының филиалы асылғас, Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы ошо уҡыу йортонда төньяҡ-көнбайыш төбәк өсөн башҡорт теленән белгестәр әҙерләүҙә ҡатнаша. Бында уҡытыусы-ғалимә тарафынан төньяҡ-көнбайыш диалекттың хәҙерге торошон өйрәнеү буйынса эштәр башҡарыла. Студенттар менән йыл һайын диалектологик практика ойошторола. Улар Яңауыл, Балтас, Тәтешле, Асҡын, Дүртөйлө, Краснокама райондары ауылдарында һөйләү үҙенсәлектәрен яҙып ала, улар буйынса курс һәм диплом эштәре башҡарыла.
Халыҡты бер халыҡ иткән төп күрһәткестәрҙең береһе булған әҙәби телдең орфографик һәм орфоэпик нормаларының аныҡ һәм асыҡ булыуы ғына был телде тейешле кимәлдә үҫтерә алыуын иҫәпкә алып, Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы үҙенең докторлыҡ диссертацияһын башҡорт яҙыуы тарихын өйрәнеүгә һәм хәҙерге башҡорт теленең орфографияһын системаға килтереүгә бағышлай. Ғалимәнең был сетерекле һәм бәхәсле проблемаға тотоноуы, әлбиттә, хуплауға лайыҡ. Тикшеренеү барышында хәҙерге башҡорт орфографияһының үтәлешен тәьмин итеү өсөн унда бирелгән ҡағиҙәләрҙе тулыландырыу һәм конкретлаштырыу мөмкинлектәре билдәләнә. 2020 йылда Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы башҡорт, төрки тел ғилеме, грамматикаһы өсөн үтә лә кәрәкле, мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреп, «Башҡорт яҙыуы тарихы һәм хәҙерге башҡорт әҙәби теленең орфографик нормалары» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Ғилми консультанты – филология фәндәре докторы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова.
2019 йылдан Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эш башлай. Күп тә үтмәй, 2020 йылда, ул факультеттың декан вазифаһына тәғәйенләнә. Бай тәжрибәле, тырыш, һәр эште ваҡытында һәм еренә еткереп эшләргә күнеккән Л.М. Хөсәйенова был өлкәлә лә һынатмай, ең һыҙғанып эшкә тотона. Бөгөн башҡорт филологияһы факультеты башҡорт теле һәм әҙәбиәте (мөдире – п.ф.к., доц. С.А. Таһирова), төрки һәм көнсығыш филологияһы (мөдире – ф.ф.к., доц. А.Й. Куланчин) кафедраларын, башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәген (етәксеһе – ф.ф.д. Р.Ә. Солтангәрәева) үҙ эсенә ала. Факультетта шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла, профессорҙар М.В. Зәйнуллин, Ә.М. Сөләймәнов, Р.Х. Халикова, Ф.Ғ. Хисамитдинова исемендәге аудиториялар, «Манас – Урал» кабинеты, «Беҙҙең Аҡмулла» әҙәби оҫтахана, ғәрәп, ҡытай, үзбәк телдәре, мәктәпкәсә белем биреү педагогикаһы кабинеттары уңышлы эшләп килә. Башҡорт филологияһы факультеты көндөҙгө бүлектә ике профилле бакалавриатта башҡорт теле, әҙәбиәте һәм рус теле, әҙәбиәте, көнсығыш (ғәрәп, ҡытай, ҡырғыҙ, төрөк) телдәре, башҡорт теле, әҙәбиәте һәм инглиз теле уҡытыусылары, башланғыс кластар уҡытыусылары, мәктәпкәсә белем биреү педагогтары, мәктәпкәсә белем биреү логопеды буйынса белгестәр әҙерләй.
Ситтән тороп юғары белем алырға теләүсе махсус урта белемле белгестәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә ала. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: әгәр ҙә 2020/21 уҡыу йылында көндөҙгө бүлектә студенттар тик биш программа буйынса белем алһа, 2024/25 уҡыу йылында программалар һаны унға барып етте. Факультетта полилингваль белем биреүҙә филологик фәндәрҙе уҡытыу технологиялары, профессиональ эшмәкәрлектә көнсығыш телдәр, филологик белем биреүҙә педагогик проектлау буйынса магистрлыҡ программалары асылды. Аспирантурала башҡорт тел ғилеме, башҡорт әҙәбиәте, башҡорт телен уҡытыу методикаһы буйынса фән һәм фәнни-педагогик кадрҙар әҙерләнә. Һуңғы биш йылда бер докторлыҡ, 4 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланды. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусылары етәкселегендә 3 сит ил докторанты үҙҙәрендә, Ҡаҙағстан Республикаһында, ғилми дәрәжәгә иреште.
Башҡорт филологияһы факультетында республикабыҙҙан тыш, Татарстандан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Пермь крайынан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Таджикстан, Үзбәкстан һәм Төркмәнстандан студенттар белем ала. Факультетҡа бүленгән бюджет урындарының артыуы, уҡырға килгән абитуриенттарҙың Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре сифаты йылдан-йыл үҫеүе университеттың етәкселеге тарафынан милли мәғарифҡа ҡарата булдырылған ыңғай мөнәсәбәт һәм факультет эшмәкәрлегенең дөрөҫ ойошторолоуы менән дә тығыҙ бәйле. Уҡытыусылар, студенттар тарафынан йыл әйләнәһенә алып барылған профориентация эше факультетҡа иң лайыҡлы студенттарҙы һайлап алырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, уҙған уҡыу йылында Аҡмулла олимпиадаһында мең ярымдан ашыу уҡыусының ҡатнашыуы, психологик-педагогик кластар асылыуы һәм башҡа эштәр быға асыҡ миҫал.
Факультетта фәнни-тикшеренеү эштәрен ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә. Юғары рейтинглы журналдарҙа мәҡәләләр баҫтырыу, монографиялар, уҡыу-уҡытыу методик ҡулланмалары, фәнни мәҡәләләләр йыйынтыҡтары әҙерләп сығарыу, мөмкин тиклем күберәк студенттарҙы фәнгә йәлеп итеү, патенттар алыу кеүек вуздағы фән эшмәкәрлеге буйынса төп күрһәткестәрҙең йылдан-йыл арта барыуы кафедралар, факультет коллективының фән менән актив шөғөлләнеүе тураһында һөйләй. Мәҫәлән, 2024 йылда коллектив тарафынан 5 монография, 8 уҡыу ҡулланмаһы, 8 фәнни хеҙмәттәр йыйынтығы әҙерләп сығарылды, 3 патент алынды, төрлө кимәлдәге 10 фәнни-ғәмәли конференция, 20-ләп түңәрәк өҫтәл, семинарҙар уҙғарылды, 100-ҙән ашыу студенттың мәҡәләһе донъя күрҙе. Башҡорт филологияһы факультетында Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының дәүләт заказы, Башҡортостан Башлығы гранты, «Росмолодежь. Гранты» конкурстарының һәм башҡа проекттар тормошҡа ашырыла. Һуңғы биш йыл эсендә ҙур булмаған коллектив тарафынан фән буйынса төрлө кимәлдәге ундан ашыу проектты ғәмәлгә ашырыу – яҡшы күрһәткестәрҙең береһе.
Фән эшмәкәрлеген ойоштороуҙа төп йүнәлештәрҙең береһе – республиканың белем биреү ойошмалары менән фәнни-методик хеҙмәттәшлек. Факультет коллективы әлеге ваҡытта республика буйынса 5 инновацион майҙансыҡта эшләй, психологик-педагогик класс эшмәкәрлеге яҡшы ойошторолған, 7 мәктәптә «Йәш сәсәндәр» мәктәбе уңышлы эшләп килә. Факультет уҡытыусылары мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү ойошмалары башланғыс кластар, төп, урта, махсус урта дөйөм белем биреү, юғары белем биреү ойошмалары өсөн уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары, дәреслектәр төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын камиллаштырыу өсөн 9 курс, яңы квалификация алыу өсөн 5 курс тормошҡа ашырыла. Был өлкәлә ғәрәп, төрөк, ҡытай телдәре, башҡорт телен белгән мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү ойошмаһы педагогтарын әҙерләү һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа заман мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар ҡулланыу буйынса квалификация үҫтереү курстары ҙур һорау менән файҙалана.
Аҡмулла университетының башҡорт филологияһы факультеты һуңғы ике йылда Рәсәйҙең Таулы Алтай, Төньяҡ-көнсығыш федераль, Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһынан К.Жубанов исемендәге, С.Баишев, Астана ҡалаһының Л.Н. Гумилев исемендәге Евразия милли, Үзбәкстандың А.Ҡ. исемендәге Джизак дәүләт педагогия, Төркиәнең Бартын университеттарынан студенттарҙы, докторанттарҙы стажировкаға ҡабул итте.
Аҡмулла университетында студенттар, уҡыу менән бер рәттән, төрлө түңәрәк, сараларҙың актив ҡатнашыусыһы һәм ойоштороусыһы ла булып тора. Башҡорт филологияһы факультеты студенттары башлыса «Сәсәндәр мәктәбе» (етәксеһе – Р.Ә. Солтангәрәева), «Ҡорос» театры (етәксеһе – Р.Т. Харисова), «Тулҡын» әҙәби-ижад түңәрәге (етәксеһе – З.А. Әлибаев, Гөлназ Хоҙайбиргәнова), «Ете ырыу» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе – Айзилә Әҡсәнова), «Дарман» вокаль ансамбле (етәксеһе – Полина Пурахина), ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе – Илдар Нурисламов), «Манас» КВН командаһы (етәксеһе – Туратбек Назаркулов) кеүек ижади түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, ҙур еңеүҙәр яулай. Факультет кимәлендә ойошторолған түңәрәктәрҙе башлыса студенттар етәкләүе оло иғтибарға лайыҡ.
Башҡорт филологияһы факультеты студенттары йыл һайын күренекле шәхестәребеҙ хөрмәтенә булдырылған махсус стипендияларға лайыҡ булыуы уларҙың уңыштары тураһында һөйләй. Факультеттың бөгөнгө, шулай уҡ элекке сығарылыш студенттарын йыш ҡына республика кимәлендә, Башҡортостандан ситтә үткән сараларҙа ойоштороусы, алып барыусы итеп күрергә була.
Электән килгән матур традицияларҙы һаҡлап, яңыларын булдырып, заман талаптарына яуап бирерлек белгестәр әҙерләүҙе яҡшы аңлап һәм яуаплылыҡты төшөнөп, тырышып эшләй башҡорт филологияһы факультеты коллективы. Тотош факультеттың, уның структур берәмектәренең сифатлы эшләүе, һәр студенты өсөн яуаплылыҡ, тәү сиратта, факультет деканына ҡайтып ҡала. Ошо тынғыһыҙ, яуаплы эште профессор Л. М. Хөсәйенова алтынсы йыл уңышлы алып бара. Ойоштороу эштәре менән бер рәттән аспиранттары менән актив эшләргә лә, башҡорт диалектологияһы буйынса студенттарға, башҡорт лексикографияһы һәм башҡа фәндәр буйынса магистранттарға дәрестәр үткәрергә лә, республика кимәлендәге башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, милли мәғариф менән бәйле конкурстарҙа, сараларҙа, ойошмаларҙа йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла өлгөрә ул. Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Рәсәй төбәктәрендәге уҡыу йорттары, сит ил вуздары менән хеҙмәттәшлек итә: 2024/2025 уҡыу йылында ғына ла Төньяҡ Осетияла, Үзбәкстанда һәм Ҡаҙағстанда ғилми сараларҙа ҡатнашыу өсөн махсус саҡырылды. 2024 йылда уның ике докторанты Ҡаҙағстан Республикаһында диссертацияларын уңышлы яҡланы. Профессор Л.М. Хөсәйенова - «Вестник СВФУ им. М.К. Аммосова» ВАК журналының редколлегия ағзаһы, Л. Гумилев исемендәге Евразия милли университетының диссертация советы ағзаһы.
Фәнни-педагогик хеҙмәт стажының утыҙ йылдан артыҡ осорон юғары уҡыу йортонда студенттарға белем биреүгә арнаған Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙының ғилми багажы ярайһы ғына тос: ул 500-ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт авторы. Улар иҫәбендә 7 монография, ике һүҙлек, ике тиҫтәләп уҡыу һәм уҡыу-методик ҡулланмаһы бар. 2024 йылдың йомғаҡтары буйынса ул “Аҡмулла университетының почетлы профессоры” исеменә лайыҡ булды.
Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы хөрмәтле етәксе, коллега, абруйлы уҡытыусы булыу менән бер рәттән, өлгөлө тормош иптәше, ҡәҙерле әсәй һәм ҡәйнә, апай һәм һеңле лә. Сулпан Шәрәфетдин улы менән бергәләп үҙҙәре кеүек уңған, тырыш Лилиана менән Арыҫланды тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Лилиана Өфө ҡалаһында врач-инфекционист булып уңышлы эшләп йөрөй, Арыҫлан Өфө фән һәм технологиялар (элекке Өфө дәүләт авиация-техник) университетын ҡыҙыл дипломға тамамланы.
Ял көнөндәрендә Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы ғаиләһе менән тыуған яҡтарына юллана. Ауылда тормош көткән атаһы Миҙхәт Ғайса улына ҡайтып ярҙам итә. Килен булып төшкән Ишембай районы Ғүмәр ауылындағы тормош иптәше Сулпан Шәрәфетдин улының тыуған йортоноң ҡотон ебәрмәҫкә, унда ҡайтып донъя көтөргә лә, гөрләтеп баҡса үҫтерергә лә өлгөрә улар.
Ошо көндәрҙә хөрмәтле ғалимә – Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, профессор, Аҡмулла университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова үҙенең күркәм юбилейын ҡаршылай. Уны матур ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ. Һаулыҡ, илһам, эшендә уңыштар, ғаиләһендә бәхетле тормош теләйбеҙ.