уникаль белем биреү сараһы.
Уйындар билдәле башҡорт яҙыусыһының ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уның биографияһының һәм әҫәрҙәренең төп аспекттарын асыу өсөн эшләнгән. Һәр уйын төрө хәтерҙе һәм иғтибарҙы яҡшыртыуҙан алып аҡыл даирәһен киңәйтеүгә тиклем ниндәй ҙә булһа күнекмәне үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ҡатнашыусылар додекаэдр менән танышып, тримино, пазл төҙөп, Яныбай Хамматовтың ижады тураһында белемдәрен тикшерә аласаҡ. Был уларға әҙәбиәт һәм тарих өлкәләрендә белемдәрен байытыуҙан тыш, тәнҡитле фекерләүҙе һәм аналитик һәләттәрҙе үҫтерергә ярҙам итәсәк.
Маҡсат: уҡыусыларҙы башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тормошо һәм ижады менән таныштырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу, коммуникатив күнекмәләр үҫтереү.
Яныбай Хамматовтың биографияһы һәм ижады буйынса 12 факттан торған додекаэдр III – IV класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән.
Факттар:
Додекаэдр – ун ике бишмөйөшлө фигуранан торған туп. Уны картон ҡағыҙҙан эшләргә мөмкин.
Додекаэдрҙы башланғыс кластарҙа күргәҙмә әсбап булараҡ ҡулланырға тәҡдим ителә. Уның һәр фигураһында Я. Хамматовтың тормошона һәм ижадына ҡағылышлы факттар бирелгән.
Додекаэдр ярҙамында балаларға яҙыусының биографияһы һәм ижады тураһында мәғлүмәт биреү, белемдәрен нығытыу, тематик уйындар һәм әңгәмәләр үткәреү отошло буласаҡ. Был тупты ҡулланыу дәрестәрҙе интерактив һәм мауыҡтырғыс итергә мөмкинлек бирә, балаларҙа әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уята һәм ижади фекерләүҙе үҫтерә.
Уйындың маҡсаты: балаларҙа башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу; логик фекерләү, иғтибарлылыҡ һәм ныҡышмалылыҡ күнекмәләрен үҫтереү.
Был уйын Я. Хамматов романдары буйынса пазлдар йыйылмаһынан тора, уларҙың һәр береһе яҙыусының “Бөртөкләп йыйыла алтын”, “Башҡорттар китте һуғышҡа”, “Төньяҡ амурҙары” романдарының береһендәге күренеште, фактты, персонажды йәки әһәмиәтле объектты иллюстрациялай. Йыйылма V – VI класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән.
«Бөртөкләп йыйыла алтын» романы
– Прииск, старателдәр
– Быҙау көтөүсе Ғәйзулла
– Хазина таптым, хазина!
– Тыранса ярыу
– Йоҙроҡ ҙурлығындай ялтырауыҡлы һары таш
“Төньяҡ амурҙары” романы
– 1812 йылғы Ватан һуғышы
– “Любезники, любизар”
– Башҡорт яугиры Йәнтүрә
– Уҡ-һаҙаҡ
– Француз генералы де Марбо башҡорт атлыларын юғары баһалаған
«Башҡорттар китте һуғышҡа» романы
– “В бой, кавалеристы” гәзите
– Ҡалҡыулыҡ атаевсылар ҡулында
– Генерал-майор, Советтар Союзы Геройы
– Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!
– 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов
Уйынды үткәреү методикаһы:
– Я. Хамматовтың романдарын иҫкә төшөрөргә, ҡабатларға;
– уйынсыларға (йәки командаларға) пазлдар йыйылмаларын таратырға;
– уйынсыларҙы уйын ҡағиҙәләре менән таныштырырға.
– уйынсылар пазлдар йыя;
– артабан уйынсылар роман тураһында фекер алыша, һорауҙарға яуап бирә ала;
– пазлды йыйыу буйынса ярыш ойошторорға була.
– ҡатнашыусылар менән уйындан алған тәьҫораттар тураһында әңгәмә ҡороу;
– романдарҙың йөкмәткеһе, персонаждары тураһында һорауҙарға яуап биреү;
– пазлдарҙағы һүрәттәр һәм роман тексы араһындағы бәйләнеште барлау.
Уйынды ҡулланыу варианттары:
Я. Хамматов романдары буйынса пазлдар йыйылмаһы — уҡыусыларҙы күренекле башҡорт яҙыусыһының ижады менән таныштырыуҙың, интеллектуаль һәләттәрен үҫтереүҙең, уларға башҡорт әҙәбиәтенә һәм мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләүҙең мауыҡтырғыс һәм һөҙөмтәле ысулы.
Тримино уйынын белем биреү процесында ҡулланыу уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, телмәрен, хәтерен, күҙаллау һәләтен, ихтыяр көсөн үҫтерә.
Уйынды Я. Хамматов романдарында һүрәтләнгән тарихи шәхестәргә иғтибар йүнәлтеп ойоштороу тәҡдим ителә. Эш барышында уҡыусыларҙың тарих һәм әҙәбиәт буйынса белемдәре тәрәнәйә.
Маҡсаттары һәм бурыстары:
Тримино Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары”, “Салауат”, “Тыуған көн”, “Башҡорттар китте һуғышҡа” романдарында осраған тарихи шәхестәрҙең исем-фамилиялары һәм аңлатмалары ингән 16 өсмөйөштән тора. Уйын VII – VIII кластар өсөн тәғәйенләнгән.
Уйынға әҙерлек:
– Я. Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары”, “Салауат”, “Тыуған көн”, “Башҡорттар китте һуғышҡа” романдары менән танышып сығыу.
– Төркөмдәр төҙөү: ҡатнашыусыларҙы 3 – 4 кешенән торған командаларға бүлеү кәңәш ителә.
Уйын процесы:
– тарихи шәхестәрҙең исем-фамилияларын аңлатмалары, портреттары менән дөрөҫ итеп тап килтереп, дөйөм өсмөйөш төҙөү;
– өсмөйөш төҙөлгәндән һуң, командалар менән һәр шәхестең тарихтағы урыны, уларҙың тормошондағы ғәжәп факттар һәм романда нисек һүрәтләнеүе тураһында ҡыҫҡаса әңгәмә ойошторорға мөмкин.
Тримино ярҙамында уҡыуҙы заманса һәм ҡыҙыҡлыраҡ итергә мөмкин, был ҡатнашыусыларға тарихи шәхестәр һәм ваҡиғалар тураһында мәғлүмәтте яҡшыраҡ иҫтә ҡалдырырға һәм аңларға ярҙам итә.
Дөйөм алғанда, “Яныбай Хамматовтың тормошо һәм ижады” темаһына өҫтәл уйындары комплекты башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеү буйынса өҫтәлмә әсбап буласаҡ һәм уйындарҙа ҡатнашыусыларға күп ыңғай эмоциялар бүләк итәсәк, яңы белем бирәсәк.