“Мәктәп 21”

“Мәктәп 21” - Сбербанктың цифрлы технологиялар мәктәбе. Был мәктәптә 18 йәштән өлкәндәр, һайлау туры үтеп, кәрәкле IT-белемгә эйә була. Шуныһы үҙенсәлекле: уҡыу бушлай. Был мәктәпте тамамлаусылар илебеҙҙең ҙур IT-компанияларына һәм стартаптарына эшкә урынлаша. Өфө ҡалаһындағы “Мәктәп 21” Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән берлектә тормошҡа ашырыла. Мәктәп З. Вәлиди урамындағы 32, 2-Б һанлы кампуста урынлашҡан. Дөйөм майҙаны 4,8 мең кв.м булған уҡыу йорто 408 эш станцияһына бүленә. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән мәктәптә ял итеү, туҡланыу, йыуыныу урындары бар.

“Мәктәп 21”“Мәктәп 21”
“Мәктәп 21”

Бында уҡыр өсөн алдан алған белем, эш тәжрибәһе, программалар эшләй белеү мөһим түгел. Уҡырға инеүселәрҙең яртыһынан күберәге программалау менән тәүгә таныша. Улар программалауҙан башлап, артабан цифрлы продукттар менән идара итеү, киберхәүефһеҙлек, цифрлы ижад, биотехнологиялар һәм башҡа йүнәлештәрҙә үҫешә ала.
Уҡырға инергә теләүселәр мәктәп сайтына ғариза бирә, алгоритмик фекерләүҙе, хәтер һәм логика үҫешен асыҡлаусы онлайн-уйын үтә. Уҡыу башланыр алдынан һайлап алыу туры була: кандидаттар ғәмәли уҡыу процесына инеп, программалауҙың С-телен өйрәнә, айырым һәм төркөмләп проекттар башҡара. Артабан төп уҡыу курсы башлана.

Баш ҡалалағы мәктәптә 12 – 14 йәшлек үҫмерҙәр өсөн “Мәктәп 21 Старт” йүнәлеше бар. Уҡыу шулай уҡ бушлай. Өҫтәмә белем биреү педагогтары, IT-белгестәр һәм инженерҙар уҡыта.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең 18 ҡалаһында ошондай мәктәптәр эшләй.

"Мәктәп 21" сайты 21-school.ru/campuses/k...

“Мәктәп 21”
“Мәктәп 21”
“Мәктәп 21”
“Мәктәп 21”
“Мәктәп 21”
Автор:Гульнара Кускарбаева    
Читайте нас