Йылдар үтһә лә, ҡыңғырау сыңы, яратҡан мауыҡтырғыс дәрестәре, күңелле тәнәфестәр, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙар, конкурстар, сәйәхәттәр – шаулы мәктәп йылдары үҙенең иҫтәлектәре менән һәр саҡ һағындырып торасаҡ. Мәктәп тарихын уҡытыусылар, уның уҡыусылары яҙа. Күпме балаға белем биргән, тормошҡа юл күрһәткән, үҙенең даны менән Рәсәйгә билдәле булған белем усағы ошо көндәрҙә 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
1970 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡала балаларын башҡорт телендә уҡытҡан тәүге мәктәп асылыуы оло мәҙәни һәм сәйәси ваҡиға булараҡ ҡабул ителә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баш ҡалала беренсе башҡорт мәктәбен асыу еңелдән булмай. Мәктәп бинаһы тураһындағы мәсьәлә киҫкен торған. Уҡыусылар контингенты мәсьәләһе лә еңелдән булмай. Сөнки бина талап итер өсөн кәм тигәндә 500-600 бала йыйырға кәрәк була.
Мәктәпкә киләсәк балаларҙың ата-әсәләренең психологик мәсьәләһе шулай уҡ ифрат ҡырҡыу булған. Улар үҙҙәре рус мәктәбендә уҡыған, күптәре туған телен дә яҡшы белмәгән башҡорт милләтле кешеләр һәм уларҙы балаларын башҡорт мәктәбенә уҡырға бирергә ризалатыу үҙе бер ауыр һәм сетерекле хәл булып сыға. Шуға күрә башҡорт зыялыларына бөтә Өфө буйлап фатирҙан-фатирға йөрөп, ата-әсәләрҙе өгөтләргә, мәктәптең кәрәклегенә һәм буласағына ышандырырға тура килгән.
Мәктәпте ойоштороусыларҙың береһе Иҙел Агишев үҙенең хәтирәләрендә шундай бер хәлде һөйләй: "Бер мәл мәктәпте асырға ҡаршы кешеләрҙең береһе булған Өфө ҡала партия комитетының идеология секретары менән осраштым. Ул миңә шундай һорау бирҙе: "Иптәш Агишев, һин ысынлап та 500-600 бала йыя алыуығыҙға ышанаһыңмы?" Иҙел Агишев уға: "Һис шигем юҡ!" – тип яуап бирә..."
Ә шулай ҙа кемдәр улар мәктәпте ойоштороусылар? Был һорауға яуапты: "Улар – башҡорт зыялылары", – тип кенә лә яуап биреп була. Ләкин уларҙы ла ойоштороусы,халҡы өсөн янып йәшәгән уҙаман, милли сәйәсәтте тәрән аңлаған, ҡыйыу, сағыу шәхес – Иҙел Агишев. Ул үҙе тирәһендә Мөхәмәт Исҡужин, Рәми Ғарипов, Әмир Сиражетдинов, Хәниф Вәлиев һымаҡ үҙе кеүек ҡыйыу шәхестәрҙе туплаған. Мәктәп асыуҙы ойоштороусылар араһында Диҡҡәт Бураҡаев, Әкрәм Бейеш, Шәрифйән Ишемов, Ким Әхмәтйәнов, Нияз Мәжитов, З. Ишмөхәмәтов, Әнүр Вәхитов, Зиннур Ураҡсин, Вәхит Иҫәнғолов ише оло ғалимдарыбыҙ, Рәшит Солтангәрәев, Рәми Ғарипов, Булат Рафиҡов, Йыһат Солтанов кеүек яҙыусылар ҙа әүҙемлек күрһәткәндәр.
Мәктәпте беренсе көндән үк етәкләгән Туғаҙаҡ Йәһүҙинға, уның урынбаҫары Луиза Хәсәноваға, һуңынан оҙаҡ йылдар директор урынбаҫары булған Дилбәр Хоҙайбирҙинаға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Белем усағының илле биш йыллыҡ эш һөҙөмтәләре тураһында йомғаҡлап әйтерлек фекерҙәр шул:
1970 йылда асылған баш ҡалалағы беренсе башҡорт мәктәбе башҡорт халҡының милли рухиәт үҙәгенә әйләнде. Мәктәпте ойоштороусы башҡорт зыялыларының ҡалала бары тик башҡорт мәктәбе асып ҡына телде, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милли аңды һәм милләтте һаҡлап ҡалып була, тигән фекерен раҫланы. Гимназиябыҙ башҡорт мөхитендә рухи тәрбиә менән үҙ эшен дауам итә.
1960 йылдарҙа баш ҡала үҫә, башҡорт ғаиләләре лә күбәйә. Илебеҙ Бөйөк Октябрь революцияһының 50 йыллығын байрам итә, Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлөүгә шулай уҡ 50 йыл тирәһе була, башҡорт телен дәүләт теле тип иғлан иткән беренсе указ сығыуға ла ярты быуат ваҡыт үтеп бара. Әммә баш ҡалабыҙҙа бер генә мәктәптә лә башҡорт теле дәрестәре ҡаралмаған була. Был турала ауыҙ асыу ҙа ҙур батырлыҡ, хатта дыуамаллыҡ һәм хилаф эш булып күренә. Ошо батырлыҡты ҡылыусыларҙың – Хөкүмәт етәкселәренә күмәк хат ойоштороп, беренсе башҡорт мәктәбен асыуҙы юллап, был изге хыялды тормошҡа ашырыуҙа ҙур роль уйнаған Иҙел Агишев, Булат Рафиҡов, Әнүр Вахитов, Вәхит Иҫәнғолов, Йыһат Солтанов, Рәми Ғарипов, Әмир Сиражетдинов, Хәниф Вәлиев, Зөфәр Әбсәләмов, Мөхәмәт Исҡужин, Әҙеһәм Исҡужин, Ким Әхмәтйәнов, Шакир Бикҡолов, Диҡҡәт Бураҡаев, Әкрәм Бейеш, Шәрифйән Ишемов, Нияз Мәжитов, З. Ишмөхәмәтов, Зиннур Ураҡсин, Рәшит Солтангәрәевтарҙың исемдәрен телгә алып китеү оло хөрмәт булып яңғырай.
Шулай итеп, Өфө ҡалаһында башҡорт мәктәбе асыуҙы юллау 1960 йылдар уртаһында башлана. 1965 йылда 1-се мәктәп-интернатта бер класс асыла. Ике йыл үткәс, ата-әсәләр юллауы менән, 91-се мәктәптә башҡорт башланғыс класы эшләй башлай. 8-се балалар йортонда ла башҡорт кластары була. Венера Ураҡсина, Роза Ишемова, Рәзинә Фәрхетдинова, Бикә Сафиуллина, Ҡәфиә Ҡоҙаҡаева, Бибинур Билалова, шулай уҡ Зәкиә Бикмәтова, Миңлебикә Мирғәлиева, Дәнүсә Ханнановалар ошо мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәрен алып барыусы тәүге уҡытыусылар булалар. Ниһайәт, 1970 йылда Достоевский урамында төҙөлгән 20-се мәктәпте Өфө ҡала башҡорт мәктәбе итеп асалар. Бығаса төрлө ерҙә барлыҡҡа килгән башҡорт кластары шунда бергә йыйылып уҡытыла башлай.
20-се һанлы Өфө ҡала башҡорт мәктәбенең тәүге директоры Туғаҙаҡ Йәһүҙин, беренсе завучы – Лениза Хәсәнова була. 1-се һанлы республика мәктәп-интернатында эшләп йөрөгән Гөлкәй Ҡужина, Миләүшә Вәлиева, Нурия Хөсәйенова, Таңһылыу Ғәниева, Сания Ғәйнетдинова, Мөхәммәт Нурмөхәмәтов, Луиза Ғибәҙәтова, Ғәҙилә Әсәнова, Марат Хафизов, Зөбәйҙә Бикбулатова кеүек тәжрибәле уҡытыусылар яңы мәктәпкә күсеп, эштәрен дауам итәләр.
Башҡортостандың баш ҡалаһында башҡорт мәктәбе асылған көндәрҙән һуң илле биш үтеп тә киткән. Уны асыр өсөн янып йөрөгәндәр был тарихи ваҡиғаға бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарай, үҙҙәренең хаҡ юлдан йөрөгәненә шөкөр итә, был легендар уҡыу йортонда эшләүҙәрен яҙмыш бүләге тип иҫәпләйҙәр.
Йәмәғәт эшмәкәре, тел ғалимы Иҙел Агишев һөйләгәндәрҙән: 1960 – 1970 йылдарҙа Башҡортостанда милли мәктәптәр стихиялы рәүештә русса уҡытыуға күсә башлағайны – юғарынан күрһәтмә шулай булды. Шул осорҙа Өфөлә башҡорт мәктәбе асыу идеяһы тыуып, шуны тормошҡа ашырыу үҙе ҙур батырлыҡ, мөһим сәйәси әһәмиәткә эйә ғәмәл ине. Башҡорт интеллигенцияһы бөтә ил менән руслаштырыуға күскән осорҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында тәүге башҡорт мәктәбе асырға тигән идеяны алға һөрҙө. Ата-әсәләр, балаларыбыҙ башҡортса уҡып, наҙан ҡалыр, вуздарға инә алмаҫ, тип, бер ҙә ҡурҡманы. Ниһайәт, башҡорт мәктәбе асылды!
Ул йылдарҙа Өфөлә бер генә башҡорт милли мәктәбе лә булмай. Бындай хәл менән килешмәгән башҡорт зыялылары ошолай фекер йөрөтәләр: тик башҡорт мәктәптәре асып һәм унда фән нигеҙҙәрен башҡорт телендә уҡытып ҡына башҡорт телен, милли аңды һәм милләтте һаҡлап ҡалып була. "Ярым үлек хәлендәге телде тергеҙеү, мәрткә киткән милли рухты уятыу бурысы" тора ине ул осорҙа уйлы-ғәмле башҡорт зыялылары алдында (М. Ямалетдиновтан). Йәмәғәт эшмәкәре Иҙел Агишев һүҙҙәре менән әйткәндә, "20-се башҡорт мәктәбе ата-әсәләрҙең күмәк талабы, ҡыҫымы һәм баҫымы менән асылды". Шағир Рәми Ғариповтың 1957 йылда донъя күргән "Туған тел" исемле әҫәре ошоға дәлил булып тора. Йәғни, мәктәп асыу өсөн ыңғай ерлек баш ҡала башҡорттары рухына тамырланған була. Башҡорт зыялыларының: "Тик башҡорт мәктәбе асып ҡына телде, милли аңды һәм милләтте һаҡлап ҡалып була", – тигән аңлатыуҙарын ата-әсәләрҙең күп өлөшө аңлап ҡабул итәләр.
20-се мәктәп өсөн бүленгән бина артыҡ ҙур булмай – 625 урынлыҡ. Беренсе ҡатында интернат була, икенсе ҡатта класс бүлмәләре урынлашҡан була. Беренсе йылда уҡ 555 бала йыйып алына. Мәктәп асырға мөмкинлек бирһәләр ҙә, мәктәпте балалар менән тултыра алмаҫтар, башҡорттар үҙ туған телендә уҡыуҙы өнәмәҫ, тип уйлай ҡайһы берәүҙәр. Йәмғеһе 21 класс ойошторола. Ул саҡтағы мәғариф министры Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина ата-әсәләрҙе был белем усағына ныҡлап йәлеп итеү өсөн башҡортса уҡытыу менән бергә, инглиз теле йүнәлешен дә индерәйек, тигән тәҡдим яһай.
Мәктәп асылыуын асылыр, ләкин уны эшләтеүе бик ауыр буласаҡ, тип алдан иҫкәртеп тә ҡуйғандар. Ысынлап та, мәктәп эшләй башлау менән тикшереү артынан тикшереү китә. Ике йылдан иһә уҡытыу процесына ҡыҫылыу һәм бәйләнеү, русса уҡытыуға ҡайырыу башлана. Ошо ҡыҫым-баҫымға ҡаршы килә алмай, 1972 йылда ҡалалағы берҙән-бер башҡорт мәктәбендә лә русса уҡытыуға күсергә мәжбүр була. Күсмәйенсә лә мөмкин булмағандыр, сөнки башҡортса дәреслектәр сығыуҙан туҡтай. Шулай булһа ла I – IV класс балаларын башҡортса укытыу дауам итә. Мәктәпкә директор булып Хисам Салауат улы Хәйбуллин килгәс, уҡытыу йәнә башҡортсаға күсерелеп китә. Хисам Салауат улы эштән киткәнсе ошо, башҡорт мәктәбендә башҡортса уҡырға тейештәр, тигән принципҡа тоғро ҡала. Был фекерҙе белем усағының башҡа етәкселәре лә үҙ итәләр.
Әйткәндәй, гимназияның 55 йыл тарихындағы директорҙарҙы ла телгә алып китәйек. Әйтеп үтеүебеҙсә, 1970 йылда асылған беренсе ҡала мәктәбен Йәһүҙин Туғаҙаҡ Илһам улы етәкләй. Эште беренсе булып башлау еңелдән булмаған. Директор алдына етди бурыстар ҡуйыла. Мәктәп бинаһында тулыһынса бушлыҡ. Бинаны уҡыу мебелдәре, уҡыу ҡулланмалы менән йыһазландырыу бик күп ваҡыт һәм көс талап иткән. Унан да ауырыраҡ мәсьәлә булып рухлы, яуаплы уҡытыусылар, тәрбиәселәр табыу була. Уҡыу процесын ойоштороп ебәреү, 130-140 балаға дөйөм ятаҡ ойоштороу кеүек ауырлыҡтарҙы еңеп сыға.
1973 йылдан Хафизов Марат Мөхәмәтйән улы директор була. Ул мәктәптең уҡыу-матди базаһын нығытыу буйынса күп кенә эштәр башҡара: мәктәптең китапханаһы яңы әҙәби китаптар менән байытыла, химия кабинеты бөтөнләй яңынан йыһазландырыла, ике инглиз теле кабинеты ойошторола, лингафон кабинеты булдырыла. Был йылдарҙа коллектив ижади эшләүсе уҡытыусылар менән тулыландырыла.
1980 йылда гимназияны Бәхтиәров Вил Шәйфулла улы етәкләй. Вил Бәхтиәров мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшенең сифатын күтәрә, мәктәптең матди базаһын нығыта, мастерскойҙар астыра.
1982 йылда тәжрибәле мәктәп директоры Абдуллин Байыҡ Камал улы 20-се мәктәптә етәкселек итә башлай. Ул мәктәптең уҡыу-уҡытыу процесын камиллаштырыу буйынса ныҡлы тырышлыҡ күрһәтә.
1985 йылда Камалова Лира Шәрип ҡыҙы 20-се мәктәп директоры булып эшләй. Лира Шәрип ҡыҙы эшләгән дәүерҙә мәктәптең матди базаһы һәм милли кадрҙар нығына.
1987 йылда гимназияла етәкселек итә – Теүәлев Ғәйнетдин Зәбихулла улы була. Ошо осорҙа мәктәптең, мәктәп янындағы интернаттың материал-техник базаһы нығытыла. Мәктәпкә капитал ремонт үткәрелә. Кабинет системаһында уҡытыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыла.
1990 йылда Хәйбуллин Хисаметдин Салауат улы 20-се мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Уҡытыусылар колективы ижади фекер йөрөткән директор етәкселегндә башҡорт мәктәптәрендә уҡытылған дәреслектәр, әсбаптар заман талабына тап килмәүен асыҡлай. Яңы дәреслектәр, программалар, яңыса фекерләгән кадрҙар бурысы өҫтөндә эшләй. Яңыса уҡытыу-тәрбиә эшен уҡытыусылар башланғыс кластарҙан башлайҙар. Бер нисә уҡытыусы Төмән ҡалаһына барып, профессор В. Репкиндың фәнни-лабораторияһында Д.Б. Эльконин, В.В. Давыдов концепцияһын өйрәнеп ҡайталар. 1991йылда, коллективтың һорауы буйынса, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарары менән 20-се мәктәптә “Ватан” тип аталҡан ғилми-тикшеренеү үҙәге барлыҡҡа килә. Үҙәктә егермеләп күренекле ғалимдар һәм ижади фекрләүсе алдынғы уҡытыусылар эшләй. Улар республика мәктәптәре өсөн уҡытыу- тәрбиә эштәре буйынса яңы методик ҡулланмалар, программалар, дәреслектәр төҙөйҙәр.Үҙәк ЮНЕСКОла ағза булып торалар. Уңышлы ижади эшләү коллективҡа мәктәптең статусын күтәрергә мөмкинлек бирә. 1992 йылда 20-се мәктәпкә 20-се ҡала башҡорт гимназияһы исеме бирелә. 1999 йылда 20-се башҡорт гимназияһына 16 йыл буйына Башҡортостан республикаһының мәғариф министры булған Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафинаның исеме бирелә. Гимназия Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала бпшҡорт гимназияһы исемен йөрөтә башлай. Х.С. Хәйбуллин эшләгән йылдарҙа балалар һаны һиҙелерлек арта, милли аң тәрбиәләү эшенә бик ҙур иғтибар бирелә.Илебеҙгә, халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итерлек шәхестәр тәрбиәләү коллективтың төп бурысына әйләнә.
2004 – 2005 йылдарҙа 20-се башҡорт гимназияһын Баязитова Альбина Наил ҡыҙы етәкләй. Бында ул бик һөҙөмтәле эшләй, уның менән бергә эшләгән коллегалары директор тураһында юғары фекерҙә ҡалалар.
2005 йылдан 20-се гимназияны Моталов Илдар Азат улы етәкләй башлай. Ул директор булып эшләгән йылдарында үҙен уҡытыу-тәрбиә процесын яҡшы белгән етәксе итеп күрһәтә. 2005 йылдарҙа уҡ гимназия бинаһына ҙур реконструкция үткәрелә, һөҙөмтәлә уҡыу һәм тәрбиә эштәре буйынса уңайлы шарттар булдырыла. 2007 йылда “Мәғариф” милли проекты конкурсында гимназия еңеүсе тип табыла. Йыл һайын гиназияны тамамлаусыларҙың 95% уҡырға инәләр.
2018 – 2021 йылдарҙа 20-се гимназияның директоры итеп Ғәлийәнова Зөлфиә Басыр ҡыҙы тәғәйенләнә. Ул эшләгән дәүерҙә гимназия тормошо үҙ традициялярына таянып эшләүен дауам итә. Яңы уҡыу программалары, Федераль Дәүләт стандарттары буйынса килеп тыуған ҡатмарлы дәрес һандары хәлдәре ыңғай хәл ителә. Бигерәк тә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре һаны һаҡлап алып ҡалына. Зөлфиә Басыр ҡыҙының оло хеҙмәте “Фатима эҙҙәре буйлап” тип аталған милли проектта сағылды. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар тарафынан Һамар өлкәһенең Дингеҙбай ауылына сәфәр ҡылына, Фатима Мостафинаға аяттар уҡытыла, уның турала мәғлүмәттәр йыйыла, Ырғыҙ ауылы мәктәбе уҡыусылары менән осрашыуҙар, асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Ғәлийәнова Зөлфиә Басыр ҡыҙы етәкселегендә илдәге киҫкен ковид осоро тура килә. Онлайн уҡыуҙы ойоштороу өсөн күп көс һалырға тура килә. Дистанцион уҡытыу өсөн гимназияның матди-материал базаһын нығытыу, һәр ғаиләлә уңайлыҡтар булдырыу еңелдән булмай. Нисек кенә булмаһын гимназия гөрләп эшләй, уҡытыусылар коллективы яңы үрҙәргә үрләй, уҡыусыларыбыҙ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. “Взлетай” проекты һәм “Осҡон” хәрәкәте әүҙем эшләп, күп кенә юғары һөҙөмтәләр күрһәтәләр.
2021 – 2024 йылдарҙа гимназияны Зинуров Булат Илшад улы етәкләй. Йәш директорҙың дәрте һәр эшкә лә ташып тора. Гимназия тормошо яңыса һулыш кисерә. Заманға яраҡлы эш һөҙөмтәләре күренә. Гимназия Рәсәй кимәлендә гранттарҙа ҡатнаша башлай. Ике федераль гранттарының еңеүсеһе була. Гимназияның физика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарына тулыһынса яңыртыла, стадионда тулыһынса яңы уңайлыҡтар булдырыла, гимназия территорияһында уҡыусылар өсөн ял итеү, һаулыҡты нығытыу урыны булдырыла. 0шо йылдарҙа рус теленән Берҙәм Дәүләт имтиханын 100 балға яҙған уҡыусыбыҙ Хәлилова Юлиә һәм уҡытыусыбыҙ Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы менән гимназия оло еңеүҙәргә иреште. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыу кабинеттарының береһе Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафинаның музей-кабинеты итеп яһалды. Булат Илшад улы тарафынан 2022 йылдан алып ике йылға бер уҙғарыла торған “Мостафина уҡыуҙары” регион-ара фәнни ғәмәли конференция булдырылды. Ф.Х. Мостафина премияһы ла уҡыусыларыбыҙ һәм уҡытыусыларыбыҙ өсөн тапшырыла башланы.
Бөгөнгө көндә гимназияны 2024 йылдың ноябрь айынан үҙ ҡанаттары аҫтына алған Башҡортостандың абруйлы, төрлө өлкәләрҙә етәкселек иткән, педагог, хөрмәтле Супан Мәүләүи ҡыҙы Уйылданова директор вазифаһын башҡара. Ул үҙенең яңыса ҡарашы, методикаһы менән заман менән бергә атлаған, талапсан етәксе. Һәр бер үҡытыусы менән яҡшы мөғәлләмәлә, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған шәхес, алдынғы ҡарашлы, етеҙ етәксе.
2024 йылда гимназия Евразия фәнни-белем биреү үҙәге менән берлектә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған Башҡортостан Республикаһының муниципаль белем биреү ойошмалары базаһында предуниверсарий селтәрен үҫтереү буйынса проекттары конкурсында еңеүсе булды.
«IT-мәктәп: технологиялар менән бергә уҡыйбыҙ» проекты ла еңеү яуланы. Проекты тормошҡа ашырыу өсөн информатика кабинетына компьютер ҡорамалдары һатып алынды: 30 ноутбук менән мобиль класс, интерактив панель, уҡыусылар мебеле. Кабинетта ремонт үткәрелде. Заман талаптарына тура килгән яңы кабинетта информатика дәрестәре, берҙәм дәүләт имтихандарына һәм олимпиадаларға әҙерлек, профиль кластар өсөн өҫтәмә программалар тормошҡа ашырыу үткәрелә.
Проектты тормошҡа ашырыу уҡыусыларға IT-мәктәп өлкәһендә кәрәкле компетенцияларҙы үҫтерергә мөмкинлек бирә.
Заман талаптарына тура килгән, яңы быуын һулышына яңысы шарттар тыуҙырған гимназиябыҙ маҡсатлы һәм һөҙөмтәле эшләп килә. Белем усағыбыҙҙы бөйөклөктәргә күтәреүсе дан – тырыш уҡытыусыларыбыҙың фиҙәҡәр хеҙмәтендә күренә.
Бында уҡытҡан уҡытыусылар һәр яҡтан да һәләтле, рухлы булыуы менән айырылып тора. Әйткәндәй, педагогтар коллективы яҡшы традицияларҙы һаҡлай һәм үҙҙәренең хаҡлы ялдағы хеҙмәттәштәренә оло хөрмәт менән ҡарай.
Гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылар белем усағының – йөҙөк ҡашына тиң бөйөк уҡытыусылар. Улар иңендә милләтебеҙ йөҙө, телебеҙ киләсәге, халҡыбыҙ булмышы һәм рух ныҡлығы йәшәп килә.
Гимназияла ойошторолған һәр төрлө әҙәби-мәҙәни саралар, конкурстарҙың төп ойоштороусылары – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы-Хәсәнова Эльмира Салауат ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы-Бикбаева Лилиә Ғилмитдин ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы- Шакирова Нүрзилә Дәүләтгәрәй ҡыҙы. Өсөһө лә "Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары" республика, бөтә Рәсәй “Иң яҡшы уҡытыусы” конкурстары еңеүселәре. Һәләтле балалар менән эш йүнәлеше дөрөҫ һәм талапсан ҡуйылған. Гимназияның бай тарихлы "XX Централ” КВН командаһы бар. “Шаяниум”, «Кубоктар лигоһы” еңеүсеһе конкурстарының еңеүсеһе ул. Республика йәш сәсәндәр бәйгеһе “Урал батыр”, Регион-ара “Һаумы, һаумы, әкиәт” конкурсы, ҡала конкурсы “Илһам” кеүек конкурстарҙа, регион-ара, халыҡ-ара олимпиадаларҙа ҡатнашып даими рәүештә еңеүҙәр, яңынан-яңы үрҙәр яулайҙар, йәш ғалимдар булып, төрлө эҙләнеү эштәрен дә алып баралар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәндәренән 9-сы класс уҡыусылары дәүләт имтихандары һайлап, уңышлы тапшыралар. Сығарылыш уҡыусыларыбыҙ юғары уҡыу йорттарының башҡорт филология факультеттарына уҡырға инәлә. Күп ҡырлы яҡшы һөҙөмтәләр уҡыусыларыбыҙҙың туған телебеҙҙе яҡшы белеүҙәрендә, рух ҡото бүләк иткән, милли мөхит булдырған башҡорт теле һәм әҙәбиәте, шулай уҡ, башланғыс класс уҡытыусыларының оҙайлы хеҙмәтендә асыҡ тойола. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезында, форумдарында ҡатнашалар, сығыштар яһап, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәләр.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының гимназияла оҙаҡ йылдар эшләп киткәндәренең дә һөҙөмтәләре ҙур, тарихтары бай. Абруйлы, оло хөрмәткә лайыҡ ветерандарыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыларыбыҙ; Гөлкәй Сәлимйән ҡыҙы, Тәнзилә Яҡуп ҡыҙы, Әлфирә Хәйрулла ҡыҙы, Лариса Фәрүәз ҡыҙҙыры Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары булып, гимназиябыҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырҙылар.
1991 йылда БР Мәғариф министрлығы ҡарары менән мәктәптә фәнни-тәжрибә төркөмө төҙөлә һәм 1993 йылда ваҡытлыса фәнни-тикшеренеү үҙәге асыла. Ғалимдар менән эшләү һөҙөмтәһендә яңы дәреслектәр, программалар, методик ҡулланмалар төҙөүҙә уҡытыусылар ҙа авторҙаш була.
“Ватан” фәнни-тикшеренеү үҙәге белгестәре гимназия уҡытыусылары менән бергә альтернатив уҡытыу программалары һәм беренселәргә – әлифба, әсә теле; беренсе, икенсе, өсөнсөләргә – рус теле һәм беренсе кластарға – инглиз теле дәреслектәрен әҙерләп, баҫтырып сығара, беренсенән алып ун беренсе класҡа тиклем бөтә фәндәрҙән уҡытыу программалары әҙерләнә. Бына шул ваҡыттан уҡ башлана ла инде башланғыс класс уҡытыусыларының ялҡынлы фәнни эштәре ...
Бик күп йылдар башланғыс кластарҙа гимназияла республика кимәлендә Эльконин-Давыдов системаһы буйынса инновацион эш алып барыла. Башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теле, әҙәби уҡыу дәреслектәренең, методик ҡулланмаларҙың тыуыуы ошо ҙур хеҙмәттең һөҙөмтәһе. Был дәреслектәрҙең авторҙары гимназияның, ул ваҡытта ябай уҡытыусылары – Сынбулатова Фәниә Шөғәйеп ҡыҙы, Дәүләтшина Мәрхәбә Сәйәфәр ҡыҙы, Мәүлийәрова Әлфиә Тимербай ҡыҙы. Хәҙерге көндә улар фән кандидаттары, күренекле ғалимдар. Башланғыс класс уҡытыусылары улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй һәм күп кенә уҡыу әсбаптарының авторҙашы булып тора.
Инновацион майҙансыҡ эшләү дәүерендә уҡыусыларҙың информацион коммуникатив компетентлыҡтары артты. Һуңғы йылдарҙа эпидиомологик хәлдәр насарланып киткән осраҡта, ҡайһы бер кластарҙы дистанцион уҡытыуға күсерергә тура килде. Дистанцион уҡытыуҙы ойошторғанда электрон белем биреү ресурстары “Электрон журнал һәм көндәлек”, “Дәүләт мәғлүмәт системаһы”, “Рәсәй электрон мәктәбе”, “Мобиль электрон белем биреү”, “Асыҡ мәктәп”, “Учи.ru”, “Якласс” онлайн-платформаларында эшләү, дистанцион дәрес биреү, онлайн бәйләнешкә сығыу буйынса эштәрҙе тәжрибәле башланғыс класс уҡытыусылары еңел генә башҡарып сыҡты. Уҡытыусылар төрлө интернет ресурстарында башҡортса тестар, тикшереү эштәре менән электрон ҡушымталар әҙерләне улар менән эшләү өсөн методик ҡулланмалар төҙөнө.
Бөгөнгө көндә гимназияла башланғыс кластарҙа 12 уҡытыусы эшләй, барыһы ла юғары белемле, юғары категориялы. 3 уҡытыусы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 5 уҡытыусы Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары, тәжрибәле уҡытыусылар араһында “Йыл уҡытыусыһы”, “Оҫта уҡытыусы”, “Эҙләнеүсе уҡытыусы” конкурстары еңеүселәре лә бик хисап.
Гимназияның башланғыс класс уҡытыусылары фәнни эште һүндермәй дауам итә. Ғәзизова Э.М. “Башҡорт теле”, полилингваль мәктәптәр өсөн технология дәрестәренең методик ҡулланмаһы, Хәзиева Г. С. милли мәктәптәр өсөн “Русский язык” дәреслеге авторҙары. Шулай уҡ Ғәзизова Э.М., Хәзиева Г.С., Латыпова Д.Р., Нурыева Р.Ф., “Әлифба”, Казыханова З.И. “Башҡорт теле”, “Әҙәби уҡыу”, Казыханова З.И., Хәзиева Г.С. “Букварь” дәреслектәре өсөн методик ҡулланмалар, Нурыева Р.Ф. башҡорт мәктәптәре өсөн “Диктанттар йыйынтығы” авторҙаштары.
Башланғыс класс уҡытыусылары район, ҡала, республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге фәнни-практик конференцияларҙа, фәнни-методик семинарҙарҙа әүҙем ҡатнашалар. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында, төрлө йыйынтыҡтарҙа даими рәүештә мәҡәләләре, дәрес өлгөләре баҫылып сығып тора.
Башланғыс кластарҙа бөтә дәрестәр ҙә (русский язык, литературное чтение дәрестәренән башҡа) туған башҡорт телендә алып барыла. Хеҙмәт, рәсем, музыка, физик культура дәрестәрендә уҡытыу, кластан тыш саралар, ата-әсәләр йыйылыштары, педагогик кәңәшмәләр тик башҡорт телендә генә ойошторола.
Математика дәрестәренә килгәндә лә, бөтә дәрес этаптары ла тик башҡорт телендә ойошторола, әлбиттә, дәреслектәр рус телендә. Уҡытыусылар эштәрҙе балалар менән бергә тәржемә итеп эшләйҙәр. Яңы теманы аңлатыу, терминдарҙы өйрәнеү ике телдә башҡарыла, дәфтәрҙә бөтә эштәр ҙа башҡорт телендә яҙыла.
Башҡорт һәм рус телдәре менән бер рәттән инглиз телен тәрән өйрәнеү күҙаллана.
Балаларҙы уҡытыуҙа сит телдәрҙең роле бәхәсһеҙ. Сит телде белеү үҙ талантын төрлө өлкәләрҙә ҡулланыу сиктәрен киңәйтергә мөмкинлек бирә. Фән, спорт, сәнғәт – ул телдәрҙе белеү күберәк уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеген биргән өлкәләр.
Әлеге ваҡытта сит тел уҡытыусыларының мәктәп методик берекмәһендә уҡытыусылар Г. Х. Моратова, Д.Д. Закирова , З.З. Кучулова, З.З. Бурханова, И.И. Нафиҡова уҡыталар.
Уҡытыу заманса техник саралар менән йыһазландырылған 5 кабинетта алып барыла. 2016 йылдан мотлаҡ икенсе сит тел(немец теле) индерелә. Хәҙер ул дәрестән тыш ваҡытта уҡытыла.
Сит телдәр уҡытыусыларын гимназияның иң продуктив һәм ижади берләшмәләренең береһе тип атарға мөмкин.
2004 йылда 20-се гимназия базаһында Рәсәйҙә Тәүге тапҡыр В.Д. Швайко етәкселегендәге Америка-Башҡорт Интерколледжы инициативаһы, Мәскәүҙәге АҠШ илселеге ҡарамағындағы инглиз теле һәм мәҙәниәте офисы булышлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Оборона министрлығы ярҙамы менән яңы программа эшләй башлай. Был программаның маҡсаты-аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге үҫмерҙәргә бушлай инглиз телен өйрәнеү һәм бер үк ваҡытта уларҙың лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү мөмкинлеген биреү була. Был йылдар эсендә был программала ҡатнашыусыларҙың күбеһе тел оҫталығын телдә һөйләшеүселәр менән үҫтереү мөмкинлегенә эйә була. Уның ярҙамында ҡайһы бер ҡатнашыусылар АҠШ-ҡа барып, алмашыу программаларында һәм халыҡ-ара конкурстарында ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булалар.
Һәр тел үҙенең үҫеш процесында ҙур үҙгәрештәр кисерә, шуға күрә гимназияның сит тел уҡытыусылары һәр ваҡыт һуңғы тенденцияларҙан, телдәрҙе уҡытыу йүнәлештәренән хәбәрҙә булырға тырыша, семинарҙарҙа һәм конференцияларҙа ҡатнаша, алдынғы тәжрибә менән таныша һәм үҙ тәжрибәһе менән теләп уртаҡлашалар.
Технология уҡытыусыһы Шафиҡова Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы – укыусыларҙы предмет олимпиадаһына әҙерләү оҫтаһы. Күп йылдар дауамында ул әҙерләгән балалар уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүселәр һәм призерҙар булалар. Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙының уҡыусылары башҡарған этно стилдәге ҡул эштәре Рәсәй фестивалдәрендә юғары баһа ала. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Шафиҡова Г.Ғ. “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы”, “Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән дәүләт наградалары, күп һанлы дипломдар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
География һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм илде һаҡлау дерестәре уҡытыусыһы Ҡунаҡкужин Ильнар Дамир улы уҡыусыларыбыҙға илһөйәрлек һәм донъя киңлектәре серҙәрен төшөндөрә, егеттәребеҙҙе хәрби хеҙмәткә, яуаплылыҡҡа, хәүефһеҙлеккә әҙерләй.
Биология фәненән уҡыусыларыбыҙ Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа, эҙләнеү эштәрендә, слеттарҙа, семинарҙарҙа ҙур теләк менән ҡатнашып, еңеүҙәр менән ҡайталар.
Әфлитунов Вәзих Минвәғиз улы – гимназиябыҙ тарихына тиң уҡытыусы. Ул-гимназиябыҙҙың сығарылыш уҡыусыһы ла, беҙҙә оҙаҡ йылдар эшләгән физкультура укытыусыһы ла. Спорт өлкәһендәге яулаған еңеүҙәребеҙ бик күп. Уҡыусларыбыҙ спортты яраталар, үҙ итәләр.Бигерәк тә, гимназиябыҙҙың ғорурлығы булған Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина исеменә ойошторолған бәйгеләр көтөп алына.
Күп йылдар инде гимназияның математика, информатика уҡытыусылары яңы технологиялар буйынса эшләп киләләр. Дөрөҫөрәге был эште уҡыу йортонда беренселәрҙән булып улар башланы. Зәйнуллин Әҡсән Зәки улы – көслө информатика уҡытыусыһы булараҡ, дәрестәр генә алып бармай, ә робото техника түңәрәктәрендә яңы проекттар өҫтәндә әүҙем эш алып бара.
Математика өлкәһендә лә ярайһы ук уңыштарыбыҙ бар. Теүәл фәндәр методик берекмә етәксеһе – Мусаҡаева Әлиә Гөбәйҙулла ҡыҙы эште ентекле ойоштора. Уҡыусыларыбыҙ берҙәм дәүләт имтихандарын матур тапшыралар, юғары уҡыу йорттарына еңел итеп укырға инәләр. Ветеран математика уҡытыусыларыбыҙ; Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы - Мәҡсүтова Мәнәүрә Абдулхай ҡыҙы, Башҡортостан республикаһының мағариф алдынғылары Көмөшбаева Нәсимә Әхмәт ҡыҙы һәм Гөлдәр Шамил ҡыҙы гимназиябыҙҙың онотмаҫлыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм яҡты тарихы.
Тарих уҡытыусылары Бадамшин Динар Хәбир улының да һөҙөмтәләре бик ҙур. Йәмғиәтте өйрәнеү, тарих фәндәренән укыусыларыбыҙ Бөтә Рәсәй олимпиадаларының республика этабында ҡатнашып призлы урындар яулайҙар. Гимназиябыҙ өсөн оло еңеүҙәр бүләк ителәр. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһа Гөлсирә Камил ҡыҙы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, гимназия тормошо менән янып йәшәй, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа, тарихи материалдар барлай.
Химия уҡытыусыһы – ул беҙҙең хөрмәтле Бураншина Зөлфиә Ташбулат ҡыҙы. Бөтә республикаға билдәле уҡытыусыбыҙҙың хеҙмәте, һөҙөмтәләре менән ихлас ғорурланабыҙ.
Ошондай үҙ эштәренә оҫта, яуаплы милли кадрҙарыбыҙ һәм теләктәр булғанға ла бөгөнгө көндә гимназиябыҙ 4 профиль менән Х һәм ХI класс уҡыусыларына белем бирә.
Гимназиябыҙҙа тәрбиәүи эштәр етди ҡуйылған. Беҙҙең бурыстар үҙ телендә иркен аралашҡан, үҙ милли аңын, мәҙәниәтен, тарихын белгән яңы заман шәхестәре тәрбиәләү. Милли рухиәт үҙәгендә тап шундай уҡыусылар тәрбиәләнә лә инде. “Урал батыр мәктәбе” тәрбиәүи ҡанундарына таянып, төрлө йүнәлештә һабаҡ бирәбеҙ, уңышлы шәхестәр үҫтерәбеҙ. Ҡурай, бейеү, оҫта ҡулдар, шахмат, спорт түңәрәктәренә ярайһы уҡ күп уҡыусылар йәлип ителгән.
Көндөң икенсе яртыһында белем усағы факультатив дәрестәр һәм ижади түңәрәктәр менән әүҙем эшләй. Уҡыусыларыбыҙҙың ихтибарын үҙ өҫтөндә даими һәм ижади эшләргә йүнәлтелә.Фатима Хәмит ҡыҙы исемендге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы – милли интеллигенция әҙерләү үҙәге булараҡ билдәле. Тимәк, 55 йылғы башланғыс бушҡа булмаған.
Берҙәм, талапсан эшләгән уҡытыусыларыбыҙ туған телеббеҙҙе өйрәнергә, милләтебеҙҙе тупларға, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмаҫҡа ярҙам итә.
Беҙҙең гимназияны тамамлаусылар йыл һайын милли интеллигенция рәтен тулыландырып бара. Гимназиябыҙҙың 55 йыллыҡ юбилейы менән сикһеҙ шатбыҙ, тарихи биттәр яҡшы һөҙөмтәләр, алтын хәрефтәр менән яҙылырына ышанабыҙ, сығарылыш уҡыусыларыбыҙҙың бөйөк үрҙәре менән ғорурланабыҙ.