Бөтә яңылыҡтар
Управление образованием
2 Декабрь 2025, 10:33

Уҡытыусы – бөйөк исем!

(Педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғ.К. Кәримовтың тыуыуына – 100 йыл) Г.Ш.  Аҙнабаева,  Ишембай муниципаль районының мәғариф бүлеге методисы, педагогия фәндәре кандидаты 1960–1990-сы йылдарҙа билдәлелек яулаған Ишембай районының Ғүмәр мәктәбе уҡытыусыһы Кәримов Ғайса Көнәфиә улы үҙенең мөғәллимдәре ғалимдар М.Ғәйнуллин, М.Зәйнуллин, Ж.Кейекбаевтар юлынан барып, туған телгә һәм әҙәбиәткә ғашиҡ тиҫтәгә яҡын шағир, яҙыусы, журналист әҙерләй.

Уҡытыусы – бөйөк исем!
Уҡытыусы – бөйөк исем!

Бәрәкәтле Юрматы ере – Ишембай районы ауылдары, гүзәл тәбиғәт ҡуйынында ултырып, күңелдәре моңға, йырға, ижадҡа, ә иң мөһиме кешене кеше иткән рух сатҡыһына бай халҡы менән билдәле Башҡортостаныбыҙҙа. Әлбиттә, бындай рухлы төбәктәребеҙ күп беҙҙә, ләкин үҙ еребеҙҙең патриоты булараҡ, уның эшһөйәр халҡын данлауҙан һис арымайбыҙ, үҙебеҙ ҙә был өлкәлә өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, йәштәрҙе әйҙәйбеҙ, ҡанатландырабыҙ. Сөнки әҙәм балаһына күп кәрәкмәй бит, бер йылы һүҙ, өмөтлө эшен күреп, уны күтәреп алыу, башҡаларға өлгө итеп ҡуйыу ҙа кешене үҙ һөнәрендә үҫергә, ижади үрҙәргә ынтылырға бер этәргес була. Бына шуны уйлап, айырыуса, беҙҙең уртаҡ эшебеҙҙә – рух - тел һаҡсыһы, халҡыбыҙ йолаларын, диалектын, шәжәрә, ауыҙ-тел ижадын, тарихи тамырҙарын тергеҙеүсе замандаш башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы нимә менән ҡанатланырға, ниндәй оло маҡсаттарға ынтылырға, балалары, уҡыусылары алдында телебеҙ, әҙәбиәтебеҙ йөҙөн нимәгә таянып асырға, уны өйрәнеүҙең ниндәй тәрән мәғәнәһе барлығын  ҡалай итеп бала күңелендә нығытырға тейеш һуң, тигән уйҙарҙан сығып, үҙ еребеҙ тәжрибәһен уртаҡлашырға теләйбеҙ.

Журналыбыҙ биттәрендә матур-матур эштәре менән тәжрибә уртаҡлашҡан, билдәлелек яулаған, йәштәргә үҙ һөнәренең асылын еткерергә ынтылыусы коллегаларға ҙур рәхмәт белдерге килә. Үҙ-ара һүҙһеҙ ҙә үрҙә әйтелгән уртаҡ эшебеҙгә бер төптән ынтылыуыбыҙ менән беҙ көслөбөҙ, телебеҙгә ныҡлы терәкбеҙ – шуныһы һоҡландыра!

Беҙҙең әле башҡарған эштәребеҙ бер саҡ педагогикала тарих булып ҡалыр, беҙгә бөгөн өлгө булырлыҡ – 1950-1980 һәм 1990-2000 йылдар тәжрибәһе йәшәй, уларҙың матур үрнәктәрендә нисәмә быуын нығына, үҙенә тейешле йүнәлеш ала. Бөгөнгө педагогикала заман ҡалыптарына яраҡлашҡан информацион, инноватик яңылыҡтар менән байытылған дәрестәр араһында текст уҡыу, уның буйынса әңгәмәләшеү, бәхәсләшеү, артабан үҙ фекереңде яҡлау кеүек ябай, эшлекле дәрестәребеҙ ана шул методикала тарих булып ҡала килгән һабаҡтар нигеҙенә барып тоташа һәм шуның менән улар көслө лә, сағыу ҙа, матур ҙа, йөкмәткеле лә.

Әйтеүебеҙсә, бөгөнгө көн методикаһы тарихи тамырҙарын үткәндәрҙән ала: 60–90-сы йылдарҙа билдәлелек яулаған Ишембай районының Ғүмәр мәктәбе уҡытыусыһы Кәримов Ғайса Көнәфиә улы үҙенең мөғәллимдәре ғалимдар М.Ғәйнуллин, М.Зәйнуллин, Ж.Кейекбаевтар юлынан барып, туған телгә һәм әҙәбиәткә ғашиҡ тиҫтәгә яҡын шағир, яҙыусы, журналист әҙерләй. Педагогтар һәм ғалимдар И.Вәлитов, Б.Ғафаров, Т.Бикҡужина, Р.Аҙнағолов, Х.Йосопов, Р.Әлмөхәмәтов, Д.Тикеев кеүек уҡытыусылар тәжрибәһен үҙ хеҙмәтенең нигеҙенә һалған Р.М. Мөхәмәтова, Ә.Б. Сөйәрғолова, М.Х. Исхакова, Г.А. Баймөхәмәтова, Р.Р. Әйүпов, В.Б. Әйүпова, Ф.Т. Әмирханова, А.А. Хәлисова, Ф.М. Тимерғәлина, Г.А. Кульшекова, Ә.Й. Минебаева, Г.У. Иҙрисова, Г.Р. Шәрипова, Ф.С. Мәҡсүтова, Ф.Р. Ҡорбанова һәм башҡа уҡытыусыларыбыҙ, шулай уҡ хаҡлы ялға киткән күп коллегаларыбыҙ традицион педагогика менән заман талаптарына бәйле яңылыҡтарҙы индереп, үҙенсәлекле дәрестәрҙә балаларға юл ярҙылар, телгә һөйөү тәрбиәләнеләр. Бөгөнгө көндә лә яңы темаларҙы интеграциялау, блоклау, заманса схема – таблицалар аша аңлатыу, уйын методикаһын педагогик – психологик алымдар менән үреү, эщлекле уйын, проекттар әҙерләү, мейе штурмы, диспуттар, фекер алышыу, презентация яҡлау, командалап ярышыу, үҙ уйыныңды тейешеле темаға ҡороу, синквейн, менталь карталар һәм Штейнберг алымдары, фәнни –ғәмәли эшкә ылыҡтырыу һәм башҡа тиҫтәләгән алымдар  - барыһы ла методика тарихында һәр саҡ тере, үҙенә ылыҡтырып торған онотолмаҫ тәжрибә мәктәбе булып ҡала. Бөгөнгө көндө лө үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән тиҫтәләгән уҡытыусыларыбыҙ: Л.М. Дәминова, З.А. Әхмәтова, З.И. Мостафина, Э.М. Ғәләүетдинова, Ә.М. Абдрахманова, Х.Б. Хисамутдинова, З.Ә. Кәримова, Г.К. Мөхәмәҙуллина, Р.З. Суфиянова, Э.Ч. Ғиниәтуллина, И.С. Баймөхәмәтов, М.Т. Ҡунаҡҡолова, Д.В. Мөхәмәҙиева, А.Ғ. Мөхәмәҙуллина, Л.Д. Хәсәнова, Ә.Р. Сәитова һәм башҡалар, заман елдәренә бирешмәй, телебеҙ һағында тора, тел, тарих, мәҙәниәт берҙәмлеген һаҡлап, уңышлы дәрестәр бирә. Улар эшен баһалау, төрлө бәйгеләргә ҡанатландырыу бөгөнгө көн талабы булып ҡала. Уҡытыусыны ла рухи яҡтан дәртләндереү, матур эштәре тәжрибәһен төрлө семинар, асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәрендә бергәләп ҡарау, анализлау ҙа бер нисә йүнәлештә уңышҡа  мөмкинлек бирә: беренсенән, уҡытыусы үҫә, методикаһы нығына, икенсенән, йәштәр оҫталыҡ тәжрибәһен ала, ҡуллана башлай, өсөнсөнән, уҡытыусының үҙ коллективында, ғаиләһендә һәм уҡыусылары алдында бермә-бер абруйы күтәрелә, яңы аҙымдар яһауға этәрә. Бына шул юл менән йылдан-йыл һөнәри бәйгегә ҡатнашырға теләк белдереүселәр килеп сыға, аттестацияны ҡыйыу үтеп китергә мөмкинлектәр асыла, уҡытыусылар араһында берҙәмлек арта, яңы традициялар нығына.

Бына шундай матур традицияларҙың береһе – районыбыҙҙа тыуған, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы өсөн булдырылған премия. Ул районыбыҙҙың легендар уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғайса Көнәфиә улы Кәримов исемен йөрөтә. Премия инде 15 йыл беҙҙең уҡытыусыларыбыҙҙы матур эштәргә әйҙәй, уның ҡеүәһе рухи яҡтан бик көслө: премияны ғәҙәттә яҡшы эштәргә ынтылып торған йәштәргә бирергә тырышабыҙ, хатта ике тапҡыр алған уҡытыусыларыбыҙ ҙа бар. Олимпиада хәрәкәтендә, “Йыл уҡытыусыһы” конкурстарында әүҙем эшләгән, уҡыусыларын йөкмәткеле эштәргә әҙерләгән, эҙләнеүсе, ижадсы балалар тәрбиәләгән, еңеүгә әйҙәгән коллегаларыбыҙ ғәҙәттә еңеүсе булып сыға. Мәҫәлән, былтырғы еңеүсебеҙ – район гәзите биттәрендә балалар өсөн сығарылып килгән “Елкән” ижади битен алып барыусы уҡытыусы – Г.М. Ҡотлоева булды.  Быйыл Ғайса Көнәфиә Кәримов тыуыуға 100 йыл тула. Һәм ошондай иҫтәлекле көндәрҙә был премия өсөн бәйге бара. Уны күтәреп алыусы муниципаль район хакимиәте лә, райондың мәғариф бүлеге лә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла матур традицияның асылын тәрән аңлай, бәйгегә ижади көс бирә. Быйылғы юбилей йылында премияны кем алыр? Әлегә был сер булһын. Әммә ул күңел йылыһын тыуҙыра, уҡытыусыларҙы берҙәм ғаиләгә туплай, кем еңеүгә ҡарамаҫтан, кинәнес тойғоһо уята.

Йөрөгән таш шымара, тик ятҡан таш мүкләнә, ти халыҡ мәҡәле. Шымарыу, оҫтарыу өсөн төрлө юлдар асып, үҙ-ара ҡулға-ҡул тотоноп эшләһәк, беҙҙе бер ни ҙә һүндерә алмаҫ. Туған телебеҙгә, балаларыбыҙға, еребеҙ, халҡыбыҙ киләсәгенә битараф булмай, ҡыйыу аҙымдар менән үҙ юлыбыҙҙы дауам итәйек. Ә уңышлы аҙымдар килеп сығыу менән, матур тәжрибә менән уртаҡлашырға, ҡаушамай, ҡурҡмай майҙан тоторға кәрәк, үҙ эшебеҙҙең оҫтаһы икәнде башҡалар араһында күрһәтеп, яҡташтарҙың исемдәрен мәңгеләштергән матур премиялар булдырып, эшләргә, телебеҙҙе белгән, ҡәҙерләгән быуын балалар үҫтерергә кәрәк.

Уҡытыусының абруйын күтәреү методик ойошмаларҙың, мәктәп етәкселәренең, әүҙем эше булып тора тип уйлайым.

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас