Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикала булдырылған полилингваль белем биреү селтәренең эшмәкәрлеге тураһында сығыш яһаны. Белеүебеҙсә, был башланғысҡа төбәк Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы, 2019 йылда нигеҙ һалынғайны. Бөгөн республикабыҙҙа 11 полилингваль мәктәп уңышлы эшләп килә. Алдағы йылдарҙа ошондай белем усаҡтарын Ишембайҙа, Нефтекамала, Әбйәлил, Асҡын һәм Белорет райондарында асыу күҙаллана.
Беҙҙең тәжрибә – башҡаларға өлгө
Урал Таһир улы сығышында полилингваль белем биреү йүнәлешенең төп асылын, бындай мәктәптәрҙе булдырыуҙың маҡсаттарын билдәләне.
– Нимә ул полилингваль мәктәп? Беренсенән, унда рус теле менән бер рәттән туған телдәр ҙә, сит телдәр ҙә уҡытыу һәм күп мәҙәниәтле тәрбиә сараһы булараҡ ҡулланыла. Икенсенән, уҡыусыларҙың шәхсән белем биреү траекторияһы формалаша. V кластан белем биреүҙе иртә профилләштереү башлана, предметтар тәрәнерәк өйрәнелә. Өсөнсөнән, мәктәптәрҙә үҙенсәлекле тел мөхите булдырыла, улар “тулы көн” режимында эшләй. Телдәрҙе өйрәнеүҙең мөмкинлектәре лә, уларҙы ҡулланыу даирәһе лә киңәйә, сөнки был телдәрҙә өҫтәмә дәрестәр уҙғарыла, түңәрәктәр эше ойошторола, – тип билдәләне беренсе вице-премьер.
Әлегә Рәсәйҙә полилингваль уҡытыуҙы үҫтереү буйынса берҙәм модель юҡ. Бары тик беҙҙең республикала, шулай уҡ Татарстан һәм Чечня республикаларында рәсми рәүештә Полилингваль белем биреү концепцияһы булдырылған.
– 2020 йылда республикабыҙҙа ҡабул ителгән Концепцияға ярашлы, полилингваль белем биреүҙең маҡсаты – төрлө телдәрҙә иркен аралашҡан, халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен белгән, ижтимағи һәм һөнәри үҙбилдәләнешкә һәләтле, идара итеү өлкәһендә эшләргә әҙер лидерҙар тәрбиәләү, – тине сығышында Урал Таһир улы.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда был маҡсаттарға өлгәшеү өсөн бихисап эштәр башҡарыла. Республикабыҙҙағы барлыҡ полилингваль мәктәптәр бай матди-техник базаға эйә, күптәре өр-яңы йәки тулыһынса реконструкцияланған биналарҙа урынлашҡан. Уҡыусылар иркен, яҡты, заманса йыһазландырылған бүлмәләрҙә белем ала.
Беҙҙең республиканың полилингваль белем биреү буйынса эш тәжрибәһенә башҡа төбәктәр күптән ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм һоҡланыу белдерә. Мәҫәлән, быйыл 1 сентябрҙә Тәтешлелә удмурт телен тәрән өйрәнеүгә нигеҙләнгән ошондай мәктәп асылды.
– Был мәктәп менән яҡшы танышбыҙ, сөнки уҡыусылары беҙгә удмурт теле буйынса төбәк-ара олимпиадаға килә. Белем усағының статусы үҙгәреүгә һәм мәктәптең яңы сифатта асылыуына бик шатмын. Удмурт Республикаһында ла ике телле мәктәптәр бар, ә бына полилингваль белем усаҡтары юҡ. Шуға күрә был тәжрибә киләсәктә полилингваль мәктәптәр селтәрен асыу өсөн айырыуса кәрәк буласаҡ, – тигәйне Өфөлә үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезында Удмурт Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Тамара Ворожцова.
Уңыштар тос, маҡсаттар аныҡ
– Беҙҙең алда төбәктең милли һәм мәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алған инновациялы белем биреү системаһын төҙөү бурысы тора, – тип билдәләне сығышында Урал Таһир улы.
Полилингваль белем биреү эшмәкәрлегенең тәүге һөҙөмтәләрен барлап та, был бурысты тормошҡа ашырыуға ныҡлы нигеҙ булдырылған, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Мәҫәлән, әлеге йүнәлештәге мәктәптәрҙә уҡыусылар һаны йыл һайын арта бара. Быйылғы уҡыу йылында полилингваль мәктәптәрҙә 11 меңдән ашыу бала белем ала (былтыр – туыҙ меңдән ашыу), шуларҙың 1183-ө I класҡа ҡабул ителгән (былтыр – 700-ҙән ашыу). Уҡыуҙың сифатының күтәрелеүе лә алып барылған эштең һөҙөмтәле булыуын күрһәтә. Былтырғы уҡыу йылында Берҙәм дәүләт имтиханы һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаһы һөҙөмтәләре буйынса уҡыусыларҙың 70 проценттан ашыуы юғары әҙерлек кимәлен күрһәткән. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында 33 уҡыусы еңеүсе һәм призер булған (2023/2024 уҡыу йылында – 21 уҡыусы).
Полилингваль мәктәптәрҙең эш һөҙөмтәләрен сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү күрһәткесе лә раҫлай. Быйыл ул 92,4 процент тәшкил итте (республика буйынса – 82 процент). 40 сығарылыш уҡыусыһы “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалына лайыҡ булған.
Республикабыҙҙың полилингваль белем усаҡтары географик яҡтан төрлө зоналарҙа урынлашҡан. Нефтекама ҡалаһында татар полилингваль мәктәбе, Мишкә районында мари полилингваль мәктәбе уңышлы эшләп килә. Шулай уҡ Өфө ҡалаһында, Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылында полилингваль балалар баҡсалары барлыҡҡа килде. Республиканың 67 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында рус, башҡорт һәм инглиз телдәрен өйрәнеүсе 126 полилингваль төркөм эшләй, уларға 3 512 бала йөрөй. Был йүнәлештә 214 педагог эш алып бара.
Әлеге ваҡытта Әбйәлил районының Асҡар ауылында полилингваль мәктәп төҙөлә. Уны киләһе йылда асыу күҙаллана. Ә дөйөм алғанда, 2030 йылға тиклем Башҡортостанда ошо йүнәлештәге дөйөм белем биреү ойошмалары селтәрендә 16 мәктәп һәм балалар баҡсаһы буласаҡ.
Урал Таһир улы полилингваль белем биреүҙең уҡыу процесында ғына түгел, тәрбиәүи эшмәкәрлектә лә киң алып барылыуына баҫым яһаны.
– Туған телдә аралашыу мөхитен булдырыу өсөн төрлө түңәрәктәр булдырыла, ҡыҙыҡлы проекттар эшләнә. Мәҫәлән, полилингваль мәктәптәрҙә “Уңышҡа юл” проекты тормошҡа ашырыла. Унда республикабыҙҙың билдәле шәхестәре, мәҙәниәт, фән һәм спорт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Улар уҡыусылар менән осраша, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, – тине беренсе вице-премьер.
Был ҡарарҙар бик ваҡытлы һәм мөһим
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы, 2024 йылда республиканың полилингваль мәктәптәре педагогтарының эш хаҡына 20 процент күләмендә өҫтәмә түләү индерелде. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа беҙҙә мәғариф хеҙмәткәрҙәренә, шул иҫәптән тел уҡытыусыларына тәғәйен ярҙам саралары һиҙелерлек артты. Республиканың иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларына тәғәйен аҡсалата дәртләндереү сараһын алыусылар һаны 50-нән 100-гә еткерелде. 50 мең һум күләмендәге был аҡсалата премия 20 туған тел һәм 20 полилингваль мәктәп уҡытыусыһына ла бирелә башланы.
Йыл һайын тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында полилингваль мәктәп етәкселәренә һәм уҡытыусыларға башҡа төбәктәргә эш сәфәрҙәре ойошторола. Беренсе вице-премьер әйтеүенсә, һуңғы ике йылда ғына республика делегациялары Свердловск, Калининград, Һамар өлкәләрендә, Төньяҡ Осетия – Алания, Саха (Яҡут), Татарстан, Алтай республикаларында, шулай уҡ Үзбәкстанда һәм Ҡаҙағстанда булған.
– Күп мәҙәниәтлелек шарттарында белем биреү өлкәһендә традицион ҡиммәттәрҙе үҫтереү, дөйөм Рәсәй гражданлығын һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу ил башлығы Владимир Владимирович Путиндың 2026 йылды “Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы” тип иғлан итеү тураһындағы ҡарарына тап килә, – тип билдәләне Урал Таһир улы.
Был йәһәттән республика Башлығының полилингваль белем биреүгә ҡағылышлы ҡарарҙары бик ваҡытлы һәм мөһим, сөнки улар –Башҡортостанды төйәк иткән халыҡтарҙың мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлауға, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға, туған телдәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ иткән һөҙөмтәле алым.
ФЕКЕР
Наил ӘМИНЕВ, Өфөләге 2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһы директоры:
– 2019 йылдың 1 сентябрендә асылған белем усағыбыҙ гөрләп торған тормош менән йәшәй. Асылған мәлендә 575 бала иҫәпләнә ине, бөгөн уҡыусылар һаны 2200-гә етте. Быйыл беренсе класҡа 292 бала килде. Ошо ете йыл эсендә тос ҡына уңыштарға өлгәштек: өс тапҡыр Башҡортостан Башлығы грантын яуланыҡ, шуның иҫәбенә “Етегән” полилингваль слетын үткәрҙек. Унда республиканың ошо йүнәлештә эшләгән мәктәптәренән 120 уҡыу алдынғыһы саҡырылды. Былтыр тағы бер грант иҫәбенә “Мин – полиглот” тигән уҡыу-методика комплексын булдырҙыҡ, өс телдә эшләнгән ҡулланма мәктәпкәсә йәштәге балаларға һәм башланғыс класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән. Быйыл “Тамырҙар” этномедиа проектын тормошҡа ашырыуға тотондоҡ. Әйткәндәй, беҙҙә күп кенә дәрестәр билингваль нигеҙҙә, йәғни ике телдә алып барыла. Ә дөйөм алғанда, биш тел – рус, башҡорт, инглиз, немец, француз телдәре өйрәнелә. Тағы ла бер ҙур яңылығыбыҙ – гимназиябыҙ РФ Халыҡтарының туған телдәре федераль институтының туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса федераль майҙансыҡтары селтәренә индерелде. Әлегә беҙ – республикала быға өлгәшкән берҙән-бер белем усағы.
Эшмәкәрлектә төп баҫымды тәрбиәгә яһайбыҙ. Кескәйҙәр I кластан уҡ шахмат уйынына өйрәнә. Бынан тыш, баскетбол, волейбол, футбол, еңел атлетика, милли көрәш, көнсығыш көрәш алымдары кеүек спорт секциялары эшләй. Тәртип булған ерҙә уҡыуға ынтылыш та, берҙәмлек тә, уңыш та була. Үҙебеҙҙең бейеү ансамблен булдырҙыҡ, унда балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә.
Ғөмүмән, полилингваль нигеҙҙә белем биреү балаларҙың һәләттәрен нығыраҡ асырға булышлыҡ итә, республикабыҙҙың дәүләт телдәрен һәм бер үк ваҡытта сит телдәрҙе өйрәнеүгә киңерәк мөмкинлектәр булдыра.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Мәғлүмәт «Башҡортостан» гәзитенән, автор Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.