Бөтә яңылыҡтар

Ғүмер байрамығыҙ менән!

Бөгөн Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, билдәле яҙыусы, журналист, Салауат Юлаев ордены кавалеры,  «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов үҙенең ғүмер байрамын билдәләй. Изге күңелле кешеләр генә ап-аҡ ҡарлы ҡышта донъяға киләлер һәм ҡыштың ынйы ҡарҙары тәбиғәтте үҙенең сафлығы менән нисек балҡытһа,беҙҙең  мөхәррир ҙә үҙенең күңел нуры менән тирә-йүнде матурлай, дуҫтарына, туғандарына матурлыҡ өләшеп йәшәй.  Илһөйәр, эшлекле, уңған,  етәксебеҙгә ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ, яңы ижади проекттар теләйбеҙ.   Дорогой Салават Гайсич, поздравляем Вас с Днём рождения! От всего сердца желаем Вам здоровья, успехов, оптимизма и новых творческих свершений в вашем благородном труде.

Ғүмер байрамығыҙ менән!
Ғүмер байрамығыҙ менән!

Сабыр ҙа һеҙ, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшегеҙ — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һеҙҙең көнөгөҙ,
Бәхеттәрегеҙ булһын ғүмерлек.

Хоҙай һеҙгә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һеҙгә тик яҡты теләктәр.

Байрамығыҙ менән! Иң изге теләктәр менән «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы коллективы.

 

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас