– Әҙерлек төркөмөндә тәүҙә булдым, бер йыл төрөк телен өйрәндек, ике бүлектә – егермешәр студент. Төрлө илдәрҙән йыйылғанбыҙ. Хатта алыҫ Кубанан да бер ҡыҙ бар. Яҡшы ашаталар, үҙебеҙ әҙерләмәйбеҙ. Уҡытыусылар ныҡ һәйбәт, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле итеп үткәрәләр, йыр тыңлайбыҙ, видеолар ҡарайбыҙ, бейейбеҙ. Беҙҙең бар аралашыу төрөк телендә бара. Буш ваҡытта төрлө түңәрәктәр бар: сит телдәр өйрәнеү, йөҙөү, шахмат, музыка ҡоралдарында уйнау. Аҡса түләмәйбеҙ, бушлай йөрөйбөҙ. Мин инглиз түңәрәген һайланым.
Мугла – бәләкәй генә ҡала. Эргәһендә Төркиәнең данлыҡлы курорттары урынлашҡан: Фетхиә, Мармарис, Бодрум, Аҡъяҡа, Дальян.
– Ралина, сит илдә уҡыу теләге һиндә ҡасан тыуҙы? – тип ҡыҙыҡһынам унан.
– Һигеҙенсе синыфта уҡығанда был уҡыу йорто тураһында атайым һөйләгән ине. Минең сит илдә белем алыу хыялым көслө булды. Бында уҡырға «Туркие Бурслары»тигән стипендиаль программа буйынса индем. Маҡсатым – яңы телде, илде өйрәнеү. Икенсе илдәрҙән дә күп кеше килә, улар менән аралашыу ҙа файҙаға ғына. Бында белем алып, кире Башҡортостанға ҡайтырмын, тип уйлайым. Туризм йүнәлешендә уҡыйым, Алла бирһә, Башҡортостандың туризмын үҫтерермен.
– Уҡырға инеү өсөн имтихандар булдымы һуң?
– Бер ниндәй ҙә имтихан юҡ. Ғариза яҙаһың да тейешле документтарыңды тапшыраһың. Бының өсөн сайттарына инеп теркәлергә һәм анкета тултырырға кәрәк була.
Ә икенсе турға Ҡазан ҡалаһына саҡырҙылар, унда математиканан һынау булды һәм үҙең тураһында һөйләргә кәрәк ине. Эргәмдә тәржемәсе ултырҙы.
– Әле стипендия түләнәме?
– Эйе, түләйҙәр: бакалаврҙарға – 3500, магистрҙарға – 5000, докторҙарға – 7000 лир. Уҡыу ныҡ оҡшай.
Хушлашҡанда:
– Һомайҙай матур, Уралдай батыр, киләсәктә бөйөк илем, яратҡан республикам өсөн кәрәкле шәхес булыу – минең оло маҡсатым, – тине һылыу ҡыҙ.
Уйҙарың артабан да тормошҡа ашһын!