Бөтә яңылыҡтар

Талапсан етәксе, әүҙем йәмәғәтсе

А.А. РАФИҠОВ, Ғафури районының мәғариф бүлеге етәксеһе   Һүҙем быйыл йыл башында үҙенең 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән педагогик һәм муниципаль хеҙмәт ветераны, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры, мәғариф идаралығы начальнигы булып эшләгән Ҡалмырҙин Ғәлинур Зиннур улы тураһында. Ул Ғафури районынының Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫә. Урта мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған егет, уҡытыусыһы Рим Әхтәри улының кәңәше буйынса, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Һәр йәһәттән әүҙем студент үҙ ағымында комсомол эше, саңғы спорты менән етди шөғөлләнергә, турист булараҡ категориялы походтарға, «Сода» берекмәһе мәҙәниәт йортона драма түңәрәгенә йөрөргә лә өлгөрә. Дыуан районында мәктәптә уҡытыусы булып эшләп бер аҙ педагогик тәжрибә туплай.

Талапсан етәксе, әүҙем йәмәғәтсе
Талапсан етәксе, әүҙем йәмәғәтсе

1974 йылда йәш уҡытыусы районыбыҙға йүнәлтмә буйынса эшкә ҡайта һәм Имәндәш урта мәктәбенә физика һәм математика уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә. Шул йылды мәктәптә уҡығанда уҡ дуҫлашып йөрөгән һөйгән ҡыҙы Хәмиә менән өйләнешәләр. Ғаилә башлығы уҡытыусы булһа, Хәмиә Әхмәҙиә ҡыҙы ауылда фельдшер булып эшләй.

Йыл ярым эшләгәндән һуң Ғәлинур Зиннур улын директор урынбаҫары, ә 1976 йылда мәктәп директоры итеп үрләтәләр. Тап ошо йылдарҙа уның ҙур ойоштороу һәләте тулыһынса асыла, Имәндәш урта мәктәбе күп йәһәттән районда  алдынғылар иҫәбенә сыға. Үҙенең шәхси һәләттәре менән бергә, уҡытыу-тәрбиә эшендә уҡытыу-сыларҙың, мәктәп коллективының ижади потенциалын тулы файҙаланыу яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә.

Мәктәптә спорт һәм туризмды үҫтереү, башланғыс хәрби әҙерлекте юғары кимәлгә еткереү, илһөйәрлек тәрбиәләү, үҙешмәкәр сәнғәткә етди иғтибар биреү һөҙөмтәһендә уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҙур ойошҡанлыҡ менән һәр мәсьәләне хәл итеүгә лә әҙер булдылар. Сығарылыш уҡыусылары ара-һында юғары уҡыу йортона инеүселәр һиҙелерлек артты. Тап ошо йылдарҙа мәктәптә хужалыҡ ысулы менән үҙ эсенә ҙур спорт залын, машиноведение кабинеттарын, хужалыҡ бүлмәһен алған бинаны төҙөп, файҙаланыу-ға тапшыр-ҙылар, айырым мәктәп ашханаһы һәм буфеты төҙөлөп йыһазландырылды, яңы майҙанда мәктәп яны участкаһы булдырылды, емеш-еләк, йәшелсә күпләп үҫтерелде.

Мәктәп базаһында Ишембай районының Петровский ауылы профтехучилищеһының филиалын асып, унда юғары класс уҡыусылары һәм ауыл йәштәре уҡытылып, «III класлы тракторист-машинист» һәм «Ауыл механизаторы» танытмалары алдылар. Ошо нигеҙҙә урындағы «Еҙем» колхозының механизаторҙарға булған талабы тулыһынса ҡәнәғәтләндерелде. Мәктәптең был ваҡытта ике ДТ-75, бер МТЗ-52, бер яңы Т-40 тракторҙары, бер ЗИЛ-157, бер ГАЗ-51 машиналары, үҙ комбайны бар ине; мәктәп хеҙмәткәрҙәре менән тулыһынса комплектланған техника яҙғы һәм көҙгө баҫыу эштәрендә «Еҙем» колхозына ярҙам итте, юғары етештереүсәнлек менән эшләне. Ауыл советы бухгалтерияһында мәктәптең үҙ махсус иҫәбе асылып, мәктәп яны участкаһында етештерелгән продукциянан, халыҡҡа транспорт хеҙмәте күрһәтеүҙән килгән килем мәктәптең материаль базаһын нығытыуға, балаларҙы туҡландырыуға, уларҙы матди ҡыҙыҡһындырыу сараларына тотонолдо.

Уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа әүҙем рәүештә үҙешмәкәр сәнғәт менән шөғөлләнде.  Ул заманда әле киң таралмаған «Еҙем» ҡумыҙсылар ансамбле үҙен районда, зонала ғына түгел, республикала ла танытты. Ә Имәндәш урта мәктәбе 1982 йылда СССР-ҙың 60 йыллығына ойошторолған смотр-конкурстың еңеүсеһе тип танылды.

1997 йылда Ғ.З. Ҡалмырҙин Ғафури районы мәғариф идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Яуаплы вазифала эш башлағанда идаралыҡтың тәжрибәле хеҙмәткәрҙәре Р.С. Ишмөхәмәтова, М.Н. Шәрипов, Г.Б. Мөхөтдинова, Г.Ғ. Ғөзәйерова уға ныҡ ярҙам иттеләр, яҡшы әҙерлекле, һөҙөмтәле эшләүсе мәктәп етәкселәре менән дә кәңәшләшеп, етәксе кадрҙарҙың, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү сараларын күрҙе. Ул мәғариф идаралығын етәкләгән осорҙа бик күп яңылыҡтар мәктәп тормошон йәнләндерҙе. Тәүге аҙымдары иҫәбендә төпкөл, шул уҡ ваҡытта төп башҡорт ауылдары – Сәйетбаба һәм Ҡауарҙы урта мәктәптәрендә – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика башҡорт гимназияһының прогимназия кластары асылды.

Мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән саралар күрелде, өҫтәмә бина табылды, инспектор һәм методистарға ауыл мәктәптәренә тикшереү, методик ярҙам күрһәтеү өсөн йөрөргә тиҙ арала УАЗ базаһындағы микроавтобус тергеҙелде, еңел машина, бер ни тиклем ваҡыттан өр-яңы автобус та һатып алынды.  Улар уҡыусыларҙы спорт ярыштарына, олимпиадаларға, башҡа сараларға йөрөтөү өсөн дә даими ҡулланылды. Техника паркын төҙөк тотоу-ға тәжрибәле педагог, А.Р. Насиров етәкселегендәге УПК (уҡытыу-производство комбинаты) ныҡ ярҙам итте, уның базаһында район үҙәге һәм эргә-тирә ауыл мәктәптәре уҡыусыларын башланғыс профессональ программалар нигеҙендә иң кәрәкле һөнәрҙәргә уңышлы әҙерләнеләр. Тап ошо йылдарҙа Красноусолда асылған башҡорт мәктәп-интернаты, талантлы педагог Д.М. Рәхимов етәкселегендә үҙ ҡанаттарын нығытып, бөгөн республикабыҙҙа киң билдәле Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатына әүерелде.

Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ғөмүмән, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең профессиональ конкурстарын әҙерләп уҙғарыуға ла талаптар һиҙелерлек артты, уларҙы уҙғарыуҙағы яңылыҡтар, еңеүселәргә матди дәртләндереү саралары ҡыҙыҡһыныуҙы арттырҙы, профессиональ кимәлдәрен күтәреүҙә мөһим роль уйнай башланы. Һөҙөмтәлә, район уҡытыусылары республика кимәлендәге конкурстарҙа алдынғы урындарға сыға башланылар. Был йәһәттән иң тәүҙә райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының уңыштары һөйөндөрҙө, улар ҡалған предметниктар өсөн өлгө булды.

Телгә маһир, аралашыусан, алсаҡ кеше булараҡ, Ғәлинур Зиннур улы үҙ коллегалары, Мәғариф министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, юғары һәм махсус урта белем биреү уҡыу йорттары етәкселәре, айырым хеҙмәткәрҙәр менән уртаҡ тел таба белде, районыбыҙ мәғарифына ыңғай ҡараш тыуҙыра алды, уның проблемаларын хәл итеү юлдарын бергә эҙләне, ихлас ярҙамдарын тойҙо. Мәктәптәрҙә уҡыу сифатын күтәреү, мәктәп тамамлаусыларҙың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына кереүен арттырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты, Стәрлетамаҡ һәм ¤фө юғары уҡыу йорттары менән тура килешеүҙәр төҙөлдө, Фән һәм мәғариф дәүләт комитеты аша маҡсатлы йүнәлт-мәләр буйынса эҙмә-эҙлекле эшләү үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе, уҡыу йорттарына инеүселәр һаны бермә-бер күбәйҙе.

Авария хәлендәге, иҫкергән мәктәптәр урынына яңыларын төҙөү бу-йынса Республика программаһына ра-йоныбыҙҙан күп мәктәп индерелеүе лә Ғәлинур Зиннур улының тырышлығы тип әйтергә кәрәк. Ул программа нигеҙендә һуңынан районыбыҙҙа Татар Һаҫыҡ күле, Толпар, Заречный, Ҡурғашлы, Түбәнге Ташбүкән, Яугилде, Үҙбәк ауылдары мәктәптәре төҙөлдө. Ул эшләгән осорҙа шулай уҡ Юлыҡ, Ҡормантау мәктәптәре сафҡа индерелде, 2001 йылда элек үҙе эшләп киткән Имәндәш урта мәктәбенең өр-яңы күркәм бинаһы ла төҙөлөп бөттө.

Районда элек  уңышлы эшләп килгән «Дубки» пионер лагерын тергеҙеүгә йүнәлтелгән программаны ла Ғәлинур Зиннур улы башланы. 2002 йылда рес-публикабыҙ Хөкүмәте ярҙамы менән аяҡҡа баҫтырылғанға тиклем лагерь Юлыҡ һәм Үтәк мәктәптәре базаһында эшләне. Мәктәптәребеҙ уҡыусыларын яңынан лагерҙа ял итергә ылыҡтырыу, персонал туплау, эш йүнәлештәрен булдырыу кеүек мәсьәләләр хәл ителде.  Тап ошо беҙҙең лагерҙа Мәрйәм Бура-ҡаеваның башҡорт балаларын милли рухта һәм мөхиттә тәрбиәләүгә ҡоролған республика «Йәйләү» программаһы тәүге һынау этаптарын уҙҙы.

Ғәлинур Зиннур улы етәкселек иткән осорҙа балаларға өҫтәлмә белем биреү учреждениелары – Пионерҙар йорто, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе үҙ эшен йәнләндерҙе. 2001 йылды район үҙәгендә Район мәҙәниәт һарайының күркәм бинаһы сафҡа ингәс, шунда уҡ ҙур спорт залы һәм башҡа бүлмәләр менән Балалар - үҫмерҙәр спорт мәктәбе лә урынлашты, физкультура һәм спортты артабан үҫтереү мөмкинселеге артты.

Мәктәп уҡыусыларының уңышы ауыл йәштәре араһында ла спортҡа ҡыҙыҡһыныу уятты, мәктәп спорт залдары тулы ҡеүәтенә эшләне. Күп төрлө район-ара һәм республика кимәлендәге ярыштар Ғафуриҙа даими үткәрелә башланы. Айырыуса Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Архангел, Миәкә, Стәрлебаш, Дәүләкән, Ишембай, Стәрлетамак районы һәм ҡалаһы спортсылары менән дуҫлыҡ ептәре һуҙылды, сәмле ярыштар гөрләне. 1998 йылдан бирле районда Балалар һабантуйы уҙғарыу яҡшы традицияға әүерелде, уҡытыусыларҙың традицион август кәңәшмәһенең дә «Уҡытыусылар һабантуйы» рәүешендә уҙғарылған сағы булды. Әйткәндәй, ул ваҡыттарҙа мәктәп хеҙмәткәрҙәренең үҙ спартакиадаһы ла уҙғарылып, район йыйылма командаһы юғары кимәлдә сығыш яһаны. Бигерәк тә беҙҙең волейболсылар ҙур уңыштарға өлгәштеләр, мәғариф идаралығы уларға Мәләүез комбинатында махсус спорт формаһы тектерҙе.  Күп ярыштарға уҡыусылар, уҡытыусылар, ауыл йәштәре командаларын Ғәлинур Зиннур улы шәхсән үҙе оҙатып йөрөнө. Был спортсыларыбыҙҙы дәртләндерҙе лә, уларға яуаплылыҡ та өҫтәне.

Район спорт йәмәғәтселегенең һорауын ҡәнәғәтләндереп,  республикабыҙҙың тәүге Президенты М.Ғ. Рәхимов етәкселегендәге «Урал» хәйриә фонда ғафуриҙарға ҙур бүләк яһаны – «Еҙем» спорт-һауыҡтырыу комплексын бүләк итте. Спорт өлкәһендә күсәгилешлек әле лә  һаҡлана: Ғафури спортсылары бөгөн дә республикабыҙҙа алдынғылар рәтендә.

Ғәлинур Зиннур улы үҙенең төп эшенән тыш йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнашты,  ун дүрт йылға яҡын Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайын етәкләне. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының I, II, III, V съездары делегаты, «Белем» йәмғиәтенең Ғафури бүлексәһен уңышлы етәкләне, уның Мәскәү ҡалаһында уҙған съезында ла ҡатнашты, Табын ырыуҙары берләшмәһенең эшендә әле лә ҡатнаша. Мәғариф идаралығында, район хакимиәтендә эшләгән йылдарында «Табын» яҡташтар клубы менән районыбыҙҙы берләштереүсе кеше лә ул ине. Яҡташтарыбыҙҙың үҙ Атайсалдарына булған ихтирам һәм һөйөүен, ихлас ярҙамын, үҙ-ара емешле хеҙмәттәшлеген Ғ.З. Ҡалмырҙиндың эшмәкәрлегенән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарары менән булдырылған Ғафури районы һәм Ырымбур өлкәһенең Новосергиевка районы бәйләнеше, Ғафури-Борай дуҫ-лығын ойоштороусы һәм тормошҡа ашырыусы булып та ул сығыш яһаны.  

Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙиндың күп яҡлы емешле хеҙмәте үҙ баһаһын алды. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» дәүләт наградаһына, Мәғариф министрлығының «Мәғариф отличнигы» билдәһенә, Бөтә донъя баш-ҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалына, «Халыҡ ихтирамы» Маҡтау грамотаһына, Ырымбур өлкәһе хөкүмәтенең Почет грамотаһына, республикабыҙ министрлыҡтарының Рәхмәт хаттарына, Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булыуы Ғәлинур Зиннур улының оло хеҙмәт юлын, туған халҡына, үҙ төйәгенә булған сикһеҙ һөйөүен дәлилләүсе мөһим күрһәткес, тип иҫәпләйем.

 Ул әле лә сафта: беҙгә, бөгөн уҡытыу-тәрбиә өлкәһендә эшләүселәргә яҡшы өлгө булып  тора, файҙалы кә-ңәштәрен еткерә, тәрбиәүи сараларҙа теләп ҡатнаша. Мәғариф идаралығында, Красноусол башҡорт гимназия-интернатында, әсәһе, РСФСР-ҙың ат-ҡаҙанған уҡытыусыһы Н. Х. Ғарипова исемен йөрөткән Ҡауарҙы урта мәктәбендә, үҙе эшләп киткән Имәндәш мәктәбендә лә көтөп алынған ҡунаҡ. Ҡауарҙы мәктәбенең алдынғы уҡыусылары өсөн ағаһы Венер һәм апаһы Гөлнура менән берлектә булдырылған аҡсалата премиялар  йыл һайын «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында тапшырыла, ә 1 сентябрҙә мәктәпкә тәүгә аяҡ баҫыусылар уларҙан  иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуаналар.

Ҡалмырҙиндар татыу ғаиләлә ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр, улары инде үҙҙәре лә матур ғаилә ҡороп, 2 ейән һәм 1 ейәнсәргә олатай һәм өләсәй иттеләр. Быйылғы йыл иҫтәлекле юбилей менән башланып, уларға тағы ла ҙур бүләк әҙерләй — улар ҡарт олатай һәм ҡарт өләсәй шатлығын кисерергә йыйыналар.

2019 йылда нигеҙләнгән матур йола буйынса быйылғы йылды беҙ яҡшы етәксе, әүҙем йәмәғәтсе Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙинды ҡотлауҙан башланыҡ. Ветераныбыҙ үҙенең элекке кол-легаларына, бөгөнгө мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле, киләсәктә лә әүҙем тормош позицияһында ҡалырға, мөмкин тиклем тыуған төйәгебеҙ файҙаһына эшләргә, тигән уй менән йәшәй.

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас