«Һәр уҡыусының үҙ асҡысы бар»

VIII «Ҡанатлан» мәктәп форумында Радий Хәбиров инженер лицей-интернатының инновацион эшмәкәрлек буйынса директор урынбаҫары Айнур Зиннур улы Әмирхановҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырҙы. Айнур Зиннур улына эшендә уңыштар, яңы бейеклектәр, ижади үҫештәр теләйбеҙ.  Был уҡыу йортоноң үҫеше, яңылыҡтары һеҙҙе лә ҡыҙыҡһындыралыр. Һүҙ Әмирханов Айнур Зиннур улына: – Беҙҙә йәш коллектив, уның яртыһы ир-егеттәрҙән тора. Әлбиттә, үҙебеҙҙең уҡыусыларыбыҙ уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Был йәһәттән Лиза Киям ҡыҙы нигеҙ һалған уникаль мәктәбебеҙ бар. Яңы килгән  йәштәрҙе мәктәптән китмәҫ өсөн бар яҡтан да ҡурсаларға кәрәк. Беҙҙә иң беренсе иң мөһиме дәрестәренә яҡшы төплө ныҡлы әҙерләнһен өсөн отчеттарҙан арындырабыҙ. Уны остаздары үҙ өҫтөнә ала. Остаздар йәш уҡытыусыларға методиканы, бар эшмәкәрлекте өйрәтә. Уҡыусылар шундай яҡшы психологтар, дәрескә әҙерләнгәнһеңме, юҡмы икәнлегеңде ишектән килеп инеүеңдән һиҙеп тора.

«Һәр уҡыусының үҙ асҡысы бар»«Һәр уҡыусының үҙ асҡысы бар»
«Һәр уҡыусының үҙ асҡысы бар»

Һәр уҡыусының һәләтен асыу өсөн тәғәйен асҡысы бар, шуны тап китереү мөһим. Уҡыусыға булдырылған мөхит тә күп уңыштарға килтерә. Беҙҙә уҡыусыға үҫеш траекторияһы төҙөлә, маҡсаттар ҡуйыла. Балаға миҫалдар килтереп, аңлатыу эштәре алып барыла. Тәүҙә район, аҙаҡ муниципаль ярыштарҙа ҡатнашыу һ.б.

 Беҙ элек олимпиадаларға башҡа ҡалаларға йөрөй инек. Һамарға 42 уҡыусыны биш уҡытыусы алып барҙыҡ. Ә хәҙер Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург, Санк-Петербург ҡалаларындағы уҡыу йорттары менән килешеү төҙөп, үҙебеҙҙә үткәрәбеҙ. Был, шулай уҡ, Башҡортостандың башҡа райондарынан, яҡын ятҡан төбәктәрҙән килеп ҡатнашыуға ла мөмкинлек бирә. Атай-әсәйҙәр менән аңлатыу эштәре алып барабыҙ. БДИ-ны V кластан алып ҡурҡып  көтөп ятырға мөмкин. Ә олимпиадала сертификат алған уҡыусы имтиханһыҙ ҡабул ителә, юғары стипендия түләнә. Ышанмағандар ҙа бар. Бына Вадим Харисов XI класта, хатта, әсәһенең ипотекаһын япты, тип миҫалдар ҙа килтерәбеҙ. Атай-әсәйҙәребеҙ беҙҙең әүҙем, лицей тормошо менән ҡыҙыҡһынып тора, төрлө тәҡдимдәр менән дә киләләр, тығыҙ аралашабыҙ.

Шулай уҡ администрация ла  төрлө ерҙәргә барабыҙ, өйрәнәбеҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Бына яңыраҡ Новосибирскийға барып ҡайттыҡ. Ундағы мәктәптә сессия булдырылған. Беҙҙә VIII кластан алып үҙ йүнәлештәре буйынса йылына ике тапҡыр сессия бирәләр. Уны өс тапҡыр тапшырыу мөмкинлеге бар.

Уҡытыусы бер урында туҡталырға тейеш түгел. Бер урында туҡталһа, уның үҫеше лә туҡтай яна. Уҡыусыларға күпме һалаһың, аҙаҡ шунан да күберәк алаһың.

Күҙҙәре янып, балҡып торған уҡытыусынан да үҙеңә осҡондары күсә. Уҡытыусының күҙҙәре балҡып торһон.

«Һәр уҡыусының үҙ асҡысы бар»
«Һәр уҡыусының үҙ асҡысы бар»
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас