Уҡытыусыға сәғәт нисәгә тиклем шылтыратырға мөмкин?

VIII «Ҡанатлан» форумының  иң уйландырырлыҡ майҙансығы булып «Уҡытыусы: һөнәрҙең абруйын нисек күтәрергә»түңәрәк өҫтәле торҙо. Ойоштороусылар шунда уҡ фекер алышыуҙа  һүҙ эш хаҡы хаҡында түгел, ә нисек һөнәрҙең абруйын нығытыу, уҡытыусыға мотивация, ихтирам һәм уңайлы мөхит булдырыу, шулай уҡ юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың  мәктәптә осраған тәүге ҡыйынлыҡтарҙан  һуң һөнәрен ташламау хаҡында бара, тип билдәләне. РФ халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Елена Роберт ҡыҙы Хаффазова ҡатнашыусыларға ысынбарлыҡҡа намыҫлы ҡарарға тәҡдим итте.  Әгәр финанс хәҙер юҡ икән, матди булмаған стимулдарҙы ҡарарға кәрәк. Бөгөн беҙ эш хаҡын арттырыу тураһында һөйләмәҫкә һөйләштек, шуға күрә уҡытыусыларыбыҙға ниндәй матди булмаған байлыҡтар бирә алыуыбыҙға иғтибарҙы йүнәлтергә мөһим, – тип белдерҙе ул. Спикер уҡытыусыларҙың стресс сығанаҡтары статистикаһын иғлан итте. Профсоюз лидеры әйтеүенсә, уҡытыусыларҙың һорау алыуҙары көтөлмәгән күренеште күрһәтә: Атай-әсәйҙәр менән ҡатмарлы мөнәсәбәттәр, Коллектив эсендә климат, Балалар менән эшләү.

Уҡытыусыға сәғәт нисәгә тиклем шылтыратырға  мөмкин?Уҡытыусыға сәғәт нисәгә тиклем шылтыратырға  мөмкин?
Уҡытыусыға сәғәт нисәгә тиклем шылтыратырға мөмкин?

Уҡытыусының шәхси арауығын нисек һаҡларға? Был проблеманы БР мәғариф Министрлығының мәғариф сифатын контролдә тотоу һәм баһалау бүлеге начальнигы Альбина Хәбирйәнова күтәрҙе. Ул төп сәбәпте билдәләне. «Атай-әсәйҙәр йыш ҡына уҡытыусының шәхси тормошо барлығын онота һәм эшләмәгән ваҡытта яҙа һәм шылтырата»,  – тине Альбина Хәбирйәнова. Конкрет ҡарар сифатында ул уҡытыусының «цифрлы тынлыҡҡа»хоҡуғын ҡануни яҡтан нығытырға тәҡдим итә. Һүҙ уҡытыусыларҙы киске сәғәт 18-19-ҙан һуң атай-әсәйҙәр менән аралашыуҙан һаҡлаған локаль норматив акттар хаҡында бара. «Һөнәрҙең абруйы уҡытыусы хаҡында хәстәрлек күреүҙән башлана. Әгәр беҙ талантлы, дәртле кешеләрҙең мәктәпкә барыуын теләһәк, уҡытыусы бирә алырлыҡ шарттар булдырырға тейешбеҙ»,  – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды мәғариф Министрлығы вәкиле.

Әммә сиктәрҙе бер-береһен аңламайынса һаҡлау мөмкин түгел. Ни өсөн мәктәп менән ғаилә араһындағы айырма барлыҡҡа килде? Республика мәғариф һәм фән Министрлығының дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бүлеге начальнигы Жанна Миникеева проблеманың тамырҙарын быуындар конфликтында һәм ата-әсә компетенциялары дефицитында күрә. Уның һүҙҙәренсә, хәҙерге балалар гаджеттар менән үҫкән һәм телефонды ҡалдырыуҙы талап итеүҙе улар үҙ донъяһына һөжүм итеп ҡабул итә. Уҡытыусыларға предметты белеү генә етмәй.  «Зет» һәм «Альфа»быуыны аңдары араһындағы айырманы бөтөрөү өсөн йәш психологияһы буйынса белемде яңыртырға ла  кәрәк.

Жанна Викторовна Миникеева ата-әсәһенең аптырауын тағы ла системалыраҡ проблема тип атай.

Бөгөнгө атай-әсәйҙәребеҙ кем? Был быуын 90 -сы йылдарҙа үҫә, уларға: «һин-шәхес, үҫешегеҙ, карьера, азатлыҡ» ,тиҙәр.  Был дөрөҫ, әлбиттә.  Әммә уңышлы, һөнәри һәләтле кешеләр атай-әсәй булғанда, парадокс менән осрашабыҙ: кеше һөйләшеүҙәр алып бара, проекттар менән идара итә белә, әммә шул уҡ ваҡытта үҙ балаһының үҫеше тураһында ябай нәмәләр белмәй», – тип аңлатты спикер.

Шуға күрә, белгес фекеренсә, атай-әсәйҙәрҙе тәнҡитләү һөҙөмтәһеҙ. Федераль ата-әсәләр мәғарифы программаһы аша ярҙам кәрәк. «Мәктәп яңғыҙ эшләй алмай.  Атай-әсәй баланың телефоны ни өсөн шартлы рәүештә ҡалдырырға тейешлеген аңлағас,  ысынлап та, партнерҙар булып китербеҙ», – тип йомғаҡ яһаны Жанна Викторовна Миникеева.

– Беҙҙең яҡтан остаздар тураһында ваҡытлы матбуғатта донъя күрә. Элекке остаз-уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһен нығыраҡ таратыу, әйтәйек, Белореттағы математик Хазанкин  мәктәбе, Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина күпме һәләтле уҡыусыларҙы үҫтерҙе.  Айнур Ғүмәров менән әңгәмәлә лә уҡытыусылар  мәктәп рамкаһында ғына эшләмәһен, ә төрлө яҡтан үҫешһен, өйрәнһен, ти. Уҡытыусыларыбыҙ матди яҡтан да тәьмин итеү кәрәк, ә ғаиләһен ҡарау өсөн төрлө ерҙә эшләп түгел.

Иң беренсе нәүбәттә атай-әсәйҙәребеҙ менән төрлө лекциялар уҡыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирер ине, – тине «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң генераль директор Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы Рәхмәтуллина.

 «Атай-әсәйҙәребеҙ үҙ хоҡуҡтарын белә, әммә үҙ бурыстарын онота. Тәрбиәселәргә, уҡытыусыларға төрлө конкурстар уҙғарабыҙ.  Әле беҙ «Икенсе әсәй» тигән конкурс башланыҡ. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан бергәләшеп эҙләйбеҙ, эшләйбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүҙе лә үҙегеҙҙең битләүҙәрҙә лә ыңғаймы, киреме барыһын да яҙығыҙ, – ти «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина.

Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейының йәш рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Йыл уҡытыусыһы-2026» конкурсының абсолют еңеүсеһе Ангелина Степанова иһә: «Өстаған»: уҡытыусы-уҡыусы-ата-әсә» уҡытыусы һөнәре тураһында һүҙ барғанда мине ҡалдырмай. Уның нигеҙендә ябай, әммә фундаменталь өстаған ята: уҡытыусы, уҡыусы, атай-әсәй. Тап ошонда  педагогик һөнәрҙең ысын абруйы ла ята», –тип уртаҡлашты ул. Конкурс еңеүсеһе, йәштәрҙе һөнәрендә тотоу өсөн «юғарынан»ярҙам итеү бик мөһим, тип билдәләне. Уҡытыусыға администрациянан таяныс тойорға, идеяларҙы ҡыйыу тәҡдим итергә, етәксенең һәр ваҡыт уҡытыусыны яҡларға әҙер булыуын белергә кәрәк. Шулай уҡ Ангелина Степанова уҡытыусының хеҙмәтен сифатлы медиа яҡтыртыуҙы һөнәрҙең абруйын күтәреүҙә мөһим тип һанай. Абруй тураһында һөйләгәндә, уның тураһында һөйләү генә түгел, ә профессиональ һәм лайыҡлы булыу мөһим, тип билдәләне.

«Ҡанатлан» форумының түңәрәк өҫтәлендә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙә педагогтың шәхси сиктәрен закондар менән яҡлауҙы,  ата-әсәләрҙе уҡытыуҙы, коллективтар эсендә психологик ярҙамды, медиа киңлегендә уҡытыусының лайыҡлы образын үҙ эсенә алды. Иң мөһиме – уҡытыусы үҙен яҡланған, аңлаған һәм кәрәкле итеп тойған мөхит булдырыу. Шул осраҡта илебеҙгә, республикабыҙға кәрәкле шәхестәр үҫер. Әйткәндәй, һәр спикер үҙҙәре уҡытҡан уҡытыусыларға оло рәхмәттәрен белдерҙе.

Уҡытыусыға сәғәт нисәгә тиклем шылтыратырға  мөмкин?
Уҡытыусыға сәғәт нисәгә тиклем шылтыратырға  мөмкин?
Уҡытыусыға сәғәт нисәгә тиклем шылтыратырға  мөмкин?
Уҡытыусыға сәғәт нисәгә тиклем шылтыратырға  мөмкин?
Уҡытыусыға сәғәт нисәгә тиклем шылтыратырға  мөмкин?
Уҡытыусыға сәғәт нисәгә тиклем шылтыратырға  мөмкин?
Уҡытыусыға сәғәт нисәгә тиклем шылтыратырға  мөмкин?
Уҡытыусыға сәғәт нисәгә тиклем шылтыратырға мөмкин?
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас