Белем усағы юбилейын билдәләне

Яңыраҡ 3-сө «Сибай» Республика полилингваль күп профилле гимназия-интернаты үҙенең 65 йыллығын билдәләне. Данлы белем усағының тарихы бай икәнлеге һәр кемгә мәғлүмдер. Мәктәп-интернатҡа 1960 йылда нигеҙ һалына. 1961 йылдың 1 мартында асыла. 1972 йылда иһә һигеҙ йыллыҡ мәктәп урта мәктәпкә әүерелә. 1992 йылдың башында мәғариф министрлығы бойороғо менән гимназия статусы бирелә. 2023 йылда иһә уҡыу йорто атамаһын йәнә бер тапҡыр үҙгәртте – Республика полилингваль күп профилле гимназия-интернат, тип йөрөтөлә.

Белем усағы юбилейын билдәләнеБелем усағы юбилейын билдәләне
Белем усағы юбилейын билдәләне

Йәғни, дәүләт телдәре – рус, башҡорт телдәре менән бер рәттән, инглиз, төрөк, ҡытай, немец телдәре өйрәнелә. Шулай ҙа, төп иғтибар – туған телебеҙ башҡорт теленә йүнәлтелгән, дәрестәрҙән тыш, сараларҙың нәҡ ошо телдә үтеүе быға асыҡ миҫал. Шуны әйтеү мөһим: мәктәп-интернат, гимназия-интернат ниндәй генә исем менән аталһа ла бер маҡсатҡа – төбәгебеҙҙең иң аҡыллы, иң әүҙем балаларын үҙенә туплап, ҡанаттарын нығытып, тормош тигән оло йыһанға осороуға ҡайтып ҡала.

 

Ҡанат нығытып, тигәндәй, юбилейға «ҡошсоҡтарыбыҙ»ҙа, ваҡытында интернатта хеҙмәт юлы үткәндәр ҙә килгәйне. Башта ҡунаҡтар экскурсияла булды. Бында улар гимназия-интернаттың бөгөнгө эшмәкәрлеге, тын алышы, еңеүҙәре менән яҡындан танышты. Белем усағының коридорында урын алған алған фотозона янына иҫтәлеккә фотоһүрәткә төштө, һабаҡташтары, уҡытыусылары менән аралашты, хәтирәләре менән уртаҡлашты.

 

Байрам сараһын асып, директорыбыҙ Нияз Мөхәмәтов белем усағының үткәненә һәм бөгөнгөһөнә туҡталды. Уның әйтеүенсә, гимназия-интернат коллективы тарихҡа тап төшөрмәй, яңынан-яңы идеялар менән йәшәй, еңеүҙәр артынан еңеүҙәргә юл яра. Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов, Башҡортостан Мәғариф министрлығы Милли мәғариф идаралығының милли мәғариф бүлеге начальнигы Розалия Сафиуллина, ҡала мәғариф бүлеге начальнигы Оксана Герасимова, мәктәп директорҙары, Сибай башҡорттары ҡоролтайы, ҡаланың профсоюз комитеты ағзалары сығыш яһап, гимназия-интернаттың Республика мәктәптәре араһында һәр саҡ алдынғы позицияларҙа булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 

Сараның икенсе өлөшө – «Заман менән бергә» китабына байҡау яһау менән үҙенсәлекле ине. Китаптың авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова – Алдырханова. Әйткәндәй, ул беҙҙең интернаттың сығарылыш уҡыусыһы, туған мәктәбе хаҡында был бишенсе китабы. Бында интернаттың барлыҡ йылъяҙмаһы урын алған. Асылғандан алып, хәҙерге көнгә тиклем барлыҡ мәғлүмәт тупланған.

 

Йыр-бейеү, сығыштар менән үрелеп барған байрам кисәһендә “Салтанат” өлгөлө балалар бейеүҙәре ансамбле, шулай уҡ вокал, ҡурай ансамблдәре сығыштары бөгөнгө гимназия-интернаттың рухи мөхитен сағылдырҙы. Ә бына сығарылыш уҡыусылары, Башҡортостандың халыҡ артистары – актриса Зифа Баязитова, йырсы Альберт Салауатов, бейеүсе Ләйсән Таштимероваларҙың сәхнәгә сығыуы, сараны ике быуын вәкиле – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәттуллина менән күптән түгел гимназияны тамамлап сығып, хеҙмәт юлын башлаған Искәндәр Юлдашбаевтың алып барыуы – үҙе үк ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Тимәк, быуындар бәйләнеше бар, ҡасандыр интернат-мәктәбе педагогтары һалған юл дауам ителә.

 

Ғөмүмән, юбилей тураһында күп яҙырға ла булыр ине. Әммә, “Бәйләнештә” селтәренең мәғлүмәти посына барыһын да һыйҙырыу мөмкин дә түгел. Шуға күрә, байрамдан ФОТОРЕПОРТАЖ тәҡдим итәбеҙ! Ошо һылтанма буйынса инеп, үҙегеҙгә күсереү мөмкинлеге бар. clck.ru/3TAvEP

 

Алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән барлыҡ ҡунаҡтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ҙур рәхмәтебеҙ, шулай уҡ сараны юғары кимәлдә үткәреүгә үҙ өлөшөн индергән гимназия-интернат коллективына, уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә йүнәлтелә. Киләһе юбилей сараһында осрашҡанға тиклем!

Сығанаҡ: #РПМГИСибай #Юбилей65

Белем усағы юбилейын билдәләне
Белем усағы юбилейын билдәләне
Белем усағы юбилейын билдәләне
Белем усағы юбилейын билдәләне
Белем усағы юбилейын билдәләне
Белем усағы юбилейын билдәләне
Белем усағы юбилейын билдәләне
Белем усағы юбилейын билдәләне
Белем усағы юбилейын билдәләне
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас