

Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты өҫтәмә һөнәри белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһы эксперттары төп мәсьәләләр буйынса докладтар тәҡдим итте:
- педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү системаһын ойоштороу;
- Рәсәй Федерацияһында инклюзив белем биреүҙе индереү;
- төбәктә белем биреү сифатын тикшереү һ.б.
Семинарға видеоконференция режимында БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бүлеге начальнигы урынбаҫары ҡушылды. Ул «ФООП-та үҙгәрештәр тураһында: идара итеү аспекты» доклады менән сығыш яһаны - ҡатнашыусылар белем биреү ойошмалары менән идара итеү яғынан яңы талаптар һәм алымдар хаҡында белде.
Теоретик өлөштән һуң педагогтарҙың төрлө категориялары өсөн практикумдар үткәрелде:
- идара итеүсе кадрҙар;
- башланғыс класс уҡытыусылары;
- рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары;
- тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәне һәм ДНКР уҡытыусылары;
- математика, биология, география уҡытыусылары;
- физик культура һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге педагогтар.
Майҙансыҡтарҙың модераторҙары булып Мәғарифты үҫтереү институтының кафедра мөдирҙәре һәм әйҙәүсе белгестәре сығыш яһаны. Практикумдар эшендә Бәләбәй педагогтары ла әүҙем ҡатнашты - улар яңы методикалар өҫтөндә эшләй һәм эксперттарға туранан-тура һорауҙар бирә алды.
«Бындай саралар беҙгә үҙгәрештәрҙе белеп торорға, иң яҡшы тәжрибәләрҙе үҙләштерергә һәм белем биреү сифатын арттырырға ярҙам итә. Коллегаларыбыҙ һәм төбәк кимәлендәге белгестәр менән яңылыҡтарҙы тикшереү мөмкинлеге булыуы бик мөһим», - тип уртаҡлашты семинарҙа ҡатнашыусылар.
Елена Петрова фотолары
Сығанаҡ: "Бәләбәй хәбәрҙәре"