Мораҙым мәктәбендә яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерлек бара

Белем усаҡтарын тейешле кимәлгә еткереп яңы уҡыу йылына әҙерләү, тәртипкә килтереү – бөгөн тәү торған бурыстарҙың береһе. Ә был эш Бөрйән районының Байназар мәктәбенең Мораҙым филиалында апрель айында уҡ башланған.

Мораҙым мәктәбендә яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерлек бараМораҙым мәктәбендә яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерлек бара
Мораҙым мәктәбендә яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерлек бара

15 июнь көнө Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев етәкселегендәге яңы уҡыу йылына әҙерлекте тикшереү буйынса комиссия Мораҙым мәктәбенә барып, эш барышын ҡараны, төҙөкләндереү буйынса кәңәштәрен бирҙе, ярҙам итер урындарын ҡайтанан ҡарап, алдағы көнгә бурыстар билдәләне.
Мораҙым мәктәбе коллективының берҙәмлегенә, әлбиттә, хайран ҡалырлыҡ: һәр береһе – хеҙмәткәрҙәре лә , уҡыусы балалар ҙа берҙәм тәғәйен ремонт эше менән мәшғүл. Эшләнгән эштәр бихисап.
Техник хеҙмәткәрҙәр Данил Фирғәт улы Мөхәмәтйәнов, Юлай Сабирйән улы Тулыбаевтар икәүләп кенә ҙур ҡапҡа эшләгәндәр, штакетник бысып заборҙы яңыртыу эшен башлағандар.
Нуриман Нуретдин улы Әминев биргән баш ябыу  тимере менән хужалыҡ биналарының ҡыйыҡтарын япҡандар.
XI синыф уҡыусы ҡыҙҙары баҡсала эшләй, егеттәре уҡытыусы апайҙарына яҡындағы тауҙан таш сығара. Фотолағы ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар  таштан ҡоймалап, түңәрәк сәскә түтәлдәре һәм таштан бурап бассейн эшләп, уны биҙәйҙәр ине. Техник персонал ҡатын-ҡыҙҙар мәктәп эсендә ағартыу, буяу эштәре менән шөғөлләнәләр.
   Хөкүмәттән әҙерҙе генә көтөп ултырмаған, һүҙ менән бутҡа бешермәй генә үҙ көстәре менән матурлыҡ тыуҙырған, яҡшы эш башҡарған, үҙ көстәре менән яңы уҡыу йылына әҙерлекте тамамлауға табан барған  Мораҙым филиалы коллективы етәксеһе Гөлнур Ғәлимйән ҡыҙы Мөхәмәтйәнова:

      – Яңы уҡыу йылына әҙерлек май айында уҡ башланды, тимәк, уҡыу йылын тамамламаҫ борон, яңыһына әҙерлек башланды, тиһәм дә була.
Әлеге көндә мәктәптең артҡы ҡапҡаһы тулыһынса яңыртылып ята. Йәйгелеккә ҡарауылсы булып ҡалыусы ике ир-егетебеҙ Мөхәмәтйәнов Данил Фирғәт улы менән Тулыбаев Юлай Сабирйән улы ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләйҙәр. Ҡапҡаға профнастилды, ярҙам йөҙөнән, МХО-ла вафат булып ҡалған уҡыусыбыҙ Сафин Илфат Зәлил улынан иҫтәлек булыр тип, әсәһе Сафина Зөлфиә апай алып бирҙе. Таҡтаны шәхси эшҡыуар Моратшин Фидаил Рафаэль улынан.     

       Әйткәндәй, ауылыбыҙ эшҡыуарҙары Моратшин Фидаил Рафаэль улы, Малакаев Венер Ринат улы һәм Ғәлин Әхтәр Әхмәт улынан ҡасан барып ярҙам һораһам да бер ваҡытта ла юҡ тимәйҙәр. Һәр саҡ ихлас күңелдән ярҙам итәләр. Рәхмәт уларға!

      Ир-егеттәр әлеге мәлдә ҡапҡаны эшләп бөтөрөү өҫтөндәләр. Ҡапҡаның һәр өлөшөн урын еренә еткереп, үҙҙәренең фантазияларын ҡушып, бик матур, уңайлы итеп эшләп йөрөйҙәр был ағайҙар. Эргә тирәһен дә яңырталар. Ҡапҡаны бөтөүгә икенсе эш көтә-мәктәптең запас ишеге, соландың  һикәлтәләре серегән,шуларҙы алыштырыу тора.
Кәрәкле ҡорамалдарҙы, бысҡы, УДС һәм башҡаларҙы Данил Фирғәт улы менән Юлай Сабирйән улы өйҙәренән алып килеп эшләй.

      Яңы уҡыу йылына шулай уҡ кухняға йылы һыу индереү планда тора. Директорыбыҙ Йәмил Ишбулдович Ҡотлобаев контролендә был эш. Шәхсән үҙе ярҙамсылары менән килеп, кухняны ҡарап, нимә кәрәк икәнлеген билдәләп ҡайтҡайны инде. Яҡын арала был эш тә башлана.
Мәктәптә ремонт эштәре йәйге каникулдар башланғандан алып гөрләй. Бөгөнгө көнгә кухня работниктары менән иҙән йыуыусыбыҙ  ағартыу эштәрен тамамланылар, шаллау эштәренә тотоналар.

Быйылғы йылда шулай уҡ  мәктәп алдын йәнләндереү  маҡсатынан уҡытыусыларға мини-фонтан эшләргә ҡушылған. Эше ауыр ғына. Мәктәптә ике сторождан башҡа ир-егет юҡ, һәм был эш тулыһынса уҡытыусы ҡатын - ҡыҙҙар елкәһендә.   6 бөртөк кенә ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар таштарҙы өйөп, цемент менән нығытып, төп өлөшөн бөтөп баралар. Баҡсаға потокка йөрөүсе уҡыусылар тупраҡ ташыша. Ғөмүмән, мәктәптең һәр мөйөшөндә эш бара.
Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө яғында ла эш ҡайнай. Эстәге ағартыу, буяу эштәрен бөтһәләр, «Урал батыр» мөйөшөн булдырыу планда тора.
   Апрель айында шулай уҡ складтың баш ябыуы тулыһынса алыштырылған. Баҡса етәксеһе Мөхәмәтова Гөлфиә Зиннәт ҡыҙы, үҙ эшен яратып башҡарғанғалыр, йәшелсәләребеҙ гөрләп үҫеп ултыра. Кишер, һуған, сөгөлдөр, ҡыяр, помидор, кабеҫтәнән йыл да мул уңыш алабыҙ. Ауыл халҡына рассада итеп тә һаттыҡ яҙғылыҡ, - тигән ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе Гөлнур Ғәлимйән ҡыҙы.

– Алдарына алған маҡсаттарына өлгәшергә яҙһын Мораҙым мәктәбе коллективына. Уҡыусылар яңыртылған, матур мәктәп ҡапҡаһынан атлап инеп, Яңы уҡыу йылын ҡыуанышып башлап ебәрерҙәренә ышаныс ҙур. Ҡулдан килгәнсе ярҙам ителер. Уларҙың эшенә ҡыуанып ҡайтам. Иң ҡыуандырғаны, әлбиттә, юҡтан бар яһарға ынтылып ҡына торған берҙәм коллектив һәм филиал етәксеһе Гөлнур Ғәлимйән ҡыҙы Мөхәмәтйәнова.
Афариндар, мораҙымдар! - тигән һығымта яһаны Комиссия етәксеһе Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА

Фәнил МӨХӘМӘТЙӘНОВ, Байназар мәктәбе уҡытыусыһы, яңы уҡыу йылына әҙерлек  буйынса комиссия ағзаһы.

Мораҙым мәктәбендә яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерлек бара
Мораҙым мәктәбендә яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерлек бара
Мораҙым мәктәбендә яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерлек бара
Мораҙым мәктәбендә яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерлек бара
Мораҙым мәктәбендә яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерлек бара
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас