

Район хакимиәт башлығы Айрат Зиннәт улы Әминев:
– Ҡәҙерле балалар! Ҡайҙа ғына уҡыһағыҙ ҙа Өфөләме, Ҡазандамы, Мәскәүҙәме, һеҙҙең тыуған ерегеҙ тап ошонда. Маҡсатлы йәшәгеҙ, эштәрегеҙҙе намыҫлы башҡарығыҙ, – тине үҙенең сығышында.
Шулай уҡ мәғариф етәксеһе Айҙар Салауат улы Хәкимов уҡыусыларҙы тантаналы мәл менән ҡотлап, тик уңышлы киләсәк теләне.
– Бөгөн мәктәбебеҙҙе 39 уҡыусы тамамлай. Уларҙың 13 уҡыусы имтихандарҙы юғары балға тапшырҙы. Беҙҙең сығарылыш уҡыусыларыбыҙ бар яҡтан да өлгөр, шәп, район, республика олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары. Тап мәктәбебеҙҙәге «Йәшел урман» мәктәп урмансылығы (етәксеһе М.К.Мәхийәнова) лидерҙары тәбиғәтте һаҡлау буйынса эшмәкәрлектә әүҙемдәр ошо синыфтарҙа булды. Был, ысынлап та, беҙҙең уникаль сығарылыш, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты Асҡар урта мәктәбенең директоры Миләүшә Йәғәфәр ҡыҙы Ямалова.
Матур байрамда һәр уҡыусыһына класс етәкселәре ҡылыҡһырлама бирҙе, атай-әсәйҙәре концерт номерҙары бүләк итте. Хатта мәктәп тормошонан клип та төшөрөп өлгөргәндәр. Уҡыусылар ҙа рәхмәттәрен йыр һәм бейеүҙәр аша еткерҙе. Ә мәктәп вальсында әйләнгән балаларҙың атай-әсәйҙәрен уҡыу йылдарына алып ҡайтҡандыр...
Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡыусылары ла имтихандарҙы юғары балдарға тапшырған. Төрлө олимпиада, конкурс еңеүселәре тәрбиәләгән белем усағын быйыл 49 уҡыусы тамамланы. Үҙ сиратында уҡыусылар белем биргән уҡытыусыларына, атай-әсәйҙәренә оло рәхмәттәрен еткерҙе. Сараны «Талисман» вокаль ансамбле биҙәне.
Сығарылыш уҡыусыларының алда яңы юлдар, яңы ҡалалар һәм яңы киләсәк көтә. Һеҙ беҙҙең киләсәгебеҙ, таянысыбыҙ һәм ғорурлығыбыҙ. Байрам менән, ҡәҙерле сығарылыш уҡыусылары!