

Байназар мәктәбе йылъяҙмаһына БДИ-ла 100 балл йыйып алтын хәрефтәр менән инеүсе бөгөн – ул Ғилемдар Илдар улы Дәүләтшин.
Афарин, Ғилемдар һам уның остазы, юғары категориялы география уҡытыусыһы, класс етәксеһе, мәктәпкә фәнни-ғәмәли, эҙләнеү эштәре конкурстарында күп һанлы еңеүсе уҡыусылары менән данлы Айһылыу Роберт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, һәр саҡ ғаиләһендә балаһы өсөн тырышҡан әсәһе Гөлнара апай.
Ә инде башҡа уҡыусыларға үрнәк булған Ғилемдарҙың үҙе хаҡында күберәк итеп яҙып үтеү был тәңгәлдә урынлы булыр.
– Уҡыуҙа бер ваҡытта ла ул һынатмай, тик «яҡшы» билдәләргә генә өлгәшеп, ҙур ҡаҙаныштары менән хайран итеп, бөтә фәндәрҙе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Бигерәк тә, география, математика, информатика, физика фәндәрен бик ярата, улар буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй һәм Гагарин Кубогы буйынса олимпиадаларҙа, фәнни-эҙләнеү эштәрендә призлы урындарға сыҡты. Күп уҡыған, күп белер, тигән бик матур мәҡәл тап Ғилемдар кеүек бынамын тигән аҡыллы, үҙ фекере булған тырыштарға төбәлеп әйтелгән кеүек. Яҡшы уҡыусының уҡыуға ынтылышы шул тиклем көслө. Һәр дәрескә ентекле әҙерләнеп килеп, берҙәй бөтә фәндәрҙе лә яратып өйрәнеүе, эҙләнеүе, яңы заман технологиялары менән ҡыҙыҡһыныуы, шәп, матур-матур презентациялар эшләүе уның уғата тырышлығы хаҡында әйтә, – тип ҡыуанып һөйләй класс етәксеһе, география уҡытыусыһы Айһылыу Роберт ҡыҙы.
– Иң мөһиме: мәктәп йылдарында уҡытыусыларына хөрмәт менән ҡарауы, иптәштәренә ҡарата ярҙамсыл булыуы, мәктәптә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнашыуы башҡа уҡыусыларға ҙур үрнәк булып тора. Ғилемдар бик тырыш, яҡшы уҡыусыларыбыҙҙың береһе.
Яратҡан мәктәбендә лә , өйөндә лә бар эштәргә өлгөрә. Ана шулай тырыш кеше һәр яҡлап та үрнәк була, бар эштәре лә уң, ә Ғилемдар тап шундайҙарҙан. Ғилемдарҙы беҙ көслө спортсмен булараҡ та беләбеҙ: хоккеист, волейболист, футболист, баскетболист, «Любизар» хәрби - патриотик клубы миҙалы эйәһе лә ул. Беҙҙең мәктәптә уҡыуға, тәрбиәгә ныҡлы нигеҙ һалынған, – ти, ҡыуаныстары менан уртаҡлашып, Байназар мәктәбе директоры, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев.
Мәктәп уҡыусылары араһында кеселеклелеге, сабырлығы, баҫалҡылығы, кешелеклеге, эшһөйәрлеге, һәр кем күңеленә асҡыс табыусанлығы менән дә айырылып торған Ғилемдарҙың район, республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған конкурстарҙа һанһыҙ еңеүҙәр яулауы һоҡланғыс. Әлбиттә , бына ошо сифаттары өсөн тотош мәктәптә ихтирам яуланы.
Һәр кешенең бала саҡтан алдына ҡуйған уй-хыялдары, маҡсаттары була. Киләсәктә географ булыу теләге менән яна. Ниндәй генә алдына маҡсат ҡуйһа ла, ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, үҙ юлын табып, алдына алған хыялдарын тормошҡа ашырырға яҙһын!
Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.