

Вәкил Исмәғил улы 1946 йылдың 11 июлендә БАССР-ҙың Белорет районы Бирҙеғол ауылында донъяға килгән. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, һөнәре буйынса филолог. Хеҙмәт юлын ошо уҡ йылда БАССР-ҙың Мәләүез районы Арыҫлан мәктәбендә башлай, йәш белгес директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1972 йылда Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалында эш башлай. 197 8– 1982 йылдарҙа Башҡортостан уҡытыусылар камиллаштырыу институтында башланғыс кластар кабинеты, 1979 йылдан туған телдәр кабинеты мөдире булып эшләй. 982 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта, 1985 – 1988 йылдарҙа филология факультеты деканы урынбаҫары була. 1992 йылда Сибай филиалының директоры итеп тәғәйенләнә. 1994 йылдан Силәбе дәүләт педагогия университетында эшләй. 2000 – 2011 йылдарҙа БДУ-ның Сибай институтында директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары вазифаһында, бер үк ваҡытта 2005 йылдан башҡорт теле кафедраһы мөдире була. Фәнни тикшеренеүҙәре урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу методикаһына, туған тел һәм әҙәбиәтен уҡытыу методтары, дәрестә уҡыусыларҙың темалар үҙләштереү, уларҙы ҡыҙыҡһындырыу алымдарына арналған ғилми хеҙмәттәр, дәреслектәр авторы.
Ғалим тураһында тулыраҡ журналыбыҙҙың июль һанында Мөнир Ҡарабаевтың мәҡәләһе менән танышырһығыҙ.