Яңы уҡыу йылы файҙалы, ҡыҙыҡлы һәм асыштарға бай булһын!

  Әбйәлил районы Асҡар ауылында «Хазина» полилингваль мәктәбе 1100 уҡыусыға үҙ ишектәрен асты. Байрам менән район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Римма Баймырҙина ҡотланы. Сараны «Талисман» ансамбле (етәксеһе Ф.М. Нөғәмәнова) биҙәне. Уҡырға килгән беренселәр матур шиғырҙарын һөйләне. – Быйыл 41 класта бөтәһе 1100 уҡыусы ҡабул ителде. I класҡа 130 уҡыусы мәктәп ишеген асһа, ә16 уҡыусы 11-селә белем эстәйәсәк. Яңы уҡыу йылы уңыштарға бай булһын! – ти полилингваль мәктәптең директоры Вәсилә Сәғит ҡыҙы Абсаҙыева. 

Яңы уҡыу йылы файҙалы, ҡыҙыҡлы һәм асыштарға бай булһын!Яңы уҡыу йылы файҙалы, ҡыҙыҡлы һәм асыштарға бай булһын!
Яңы уҡыу йылы файҙалы, ҡыҙыҡлы һәм асыштарға бай булһын!

Әйткәндәй, мәктәптә йәш музыка уҡытыусыһы Наза Ғилманова менән Робототехника һәм авиамоделирование буйынса педагог Динара Мәғәфүрова был уҡыу йылында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлап тора.

 

Яңы уҡыу йылы файҙалы, ҡыҙыҡлы һәм асыштарға бай булһын!
Яңы уҡыу йылы файҙалы, ҡыҙыҡлы һәм асыштарға бай булһын!
Яңы уҡыу йылы файҙалы, ҡыҙыҡлы һәм асыштарға бай булһын!
Яңы уҡыу йылы файҙалы, ҡыҙыҡлы һәм асыштарға бай булһын!
Яңы уҡыу йылы файҙалы, ҡыҙыҡлы һәм асыштарға бай булһын!
Яңы уҡыу йылы файҙалы, ҡыҙыҡлы һәм асыштарға бай булһын!
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас