Мәләүездә уҡытыусыға һәйкәл ҡуйылды

Мәләүездә «Ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән аллеяла уҡытыусыға һәйкәл асылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәләүездә уҡытыусыға һәйкәл ҡуйылдыМәләүездә уҡытыусыға һәйкәл ҡуйылды
Мәләүездә уҡытыусыға һәйкәл ҡуйылды

Был турала Мәләүез районы башлығы Заһир Ғабдуллин хәбәр итә.
Монумент классик костюм кейгән, ҡулында папка тотҡан уҡытыусыны һүрәтләгән статуянан һәм башҡорт, рус, әҙәбиәте классиктары Мостай Кәрим менән Николай Некрасов  шиғыр юлдары яҙылған стеланан тора.

Ветеран-педагогтар һәйкәл янында киләсәк быуындарға арналған мөрәжәғәтле ваҡыт капсулаһын һалған. Уны асыу 2050 йылға планлаштырылған.

Сығанаҡ: «Сәләм» телеканалынан

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас