«Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!»

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Был матур көндө уҡыусыларына төплө белем, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр өләшкән уҡытыусыларыбыҙҙы тәбрикләйбеҙ. Һеҙ ғүмерегеҙҙе изге эшкә – үҫеп килеүсе быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә бағышлайһығыҙ. Йәш быуындың күңеленә изгелек орлоҡтарын һалаһығыҙ, уларҙы намыҫлы, аҡыллы итеп үҫтерәһегеҙ. Барлыҡ уңыштарыбыҙ өсөн беҙ, иң беренсе сиратта, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға бурыслыбыҙ һәм рәхмәтлебеҙ. Һөнәри байрамығыҙ уңайынан Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштар, талантлы һәм рәхмәтле уҡыусылар теләйбеҙ! «Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!» конкурсында ихлас ҡатнашыуығыҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.  

Добавить в предпочтительные источники Google
«Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!»«Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!»
«Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!»

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакция коллективы конкурсҡа эштәр аҙ килеүе сәбәпле, тауыш биреү этабын үткәрмәҫкә хәл итте. Бөтә ҡатнашыусыларға электрон Рәхмәт хаттары ебәреләсәк.



«Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!»
«Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!»
«Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!»
«Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!»
«Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!»
«Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!»
«Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!»
«Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!»
«Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!»
«Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!»
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас