

Байназар мәктәбе 1924 йылда асылған һәм оҙон тарихи юл үткән. Үҙенең бер быуатлыҡ тарихында ул 2,5 меңдән ашыу уҡыусыға белем биргән. Байназар мәктәбен тамамлаған иң күренекле уҡыусыларҙың береһе булып тап Әхмәт Сөләймәнов һанала. Әхмәт Мөхәмәтвәли улы үҙенең хәтирәләрендә Байназар мәктәбен тамамлауын, айырыуса туғыҙынсы класта уҡығанда фронтовик-журналист Айҙар Буранғоловтың уҡытырға килеүен һәм уның буласаҡ ғалимда халыҡ ижадына һөйөү уятыуын ҙур ғорурлыҡ менән телгә ала.
Әхмәт Сөләймәнов — Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ул башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадын (айырыуса әкиәттәрҙе) тикшереүгә, күп томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтыҡтарын сығарыуға һәм мәктәптәр өсөн дәреслектәр яҙыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән шәхес.
Сығанаҡ: "Ашҡаҙар" радиоһынан.
Фото: com