Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында Бөйөк Ватан һуғышының һынылышлы осоронда – 1943 йылдың 27 мартында хеҙмәткәр ғаиләһендә донъяға килә ул. Тыуған ауылында урта мәктәпте, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетын уңышлы тамамлай. Бер йыл Көйөргәҙе районының Маяҡ ҡасабаһы мәктәбендә уҡытып алғандан һуң Өфөгә күсеп килә, республиканың радио, телевидение, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы, “Совет Башҡортостаны” гәзите редакциялары хәбәрсеһе була. 1983 – 1984 йылдарҙа Күгәрсен районының Сәйетҡол урта мәктәбендә эшләй. 1990 йылдарҙа Иҫәнғолда башҡорт гимназияһы асылғас, уның тәүге директоры була. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарының береһе, тормош иптәше, билдәле ғалим-геолог Диҡҡәт Бураҡаев йөрәк ауырыуынан иллеһен дә тултырмайынса, бишенсе сабыйының тыуғанын да күреп өлгөрмәй баҡыйлыҡҡа күскәс, яңғыҙы бар балаларын да аяҡҡа баҫтырырға үҙендә көс таба. Улай ғынамы… Бөтә булмышын ул, төптән уйлап ҡараһаң, милләтебеҙҙең иртәгәһен бәпләүгә сарыф итте булһа кәрәк. Башҡорт мәктәптәре, балалар баҡсалары асыуҙа иң әүҙем ойоштороусыларҙың береһе, уҡыусылар өсөн “Йәйләү” исемле йәйге ял лагеры, “Тормош һабаҡтары” тигән баш аҫтында уҡыу дәреслеге һәм программалары… “Арғымаҡ” әҙәби-публицистик әҫәре… Башҡорттоң иң аҫыл ҡыҙҙарының береһе – Зәйнәб Биишеваны әҙибә генә түгел, шәхес булараҡ та тулы һәм тәрәнерәк аңларға ярҙам итеүсе хәтирәләре…
Мәрйәм Бураҡаева киң йәмәғәтселеккә башта һутлы телле прозаик булараҡ танылды. Уның тәүге повестарында (“Һүнмәҫ нурҙар”, 1975; “Шишмә”, 1980) тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәттә әҙәм балаларының кешелекле була белеү һыҙаттары тасуирлана. Уларҙың тәрбиә, әхлаҡ проблемалары менән тығыҙ берлеге күрһәтелә. Һуңғы осор яҙылған хикәйәләрендә әҙибә, үтемле художестволы саралар ҡулланып, мәғәнәле ғүмерҙең асылы һөйөп-һөйөлөп, мәңгелек рухи ҡиммәттәргә тоғролоҡло йәшәүҙә булыуына баҫым яһай. Яҙыусының был әҫәрҙәрендә айырыуса күҙәтеүсәнлек һәләте, һүҙгә уғата иғтибарлы булыуы асыҡ күренә. Урынлы ҡулланылған мәҡәл-әйтемдәр, тәбиғәт менән кешеләрҙең бер бөтөн булыуын тормош күренештәре аша уҡыусы күңеленә еткерә, геройҙарҙың ҡылыҡ-фиғелен психологик нигеҙләй алыу, һүрәтләнгән хәл-ваҡиға нигеҙендә художестволы дөйөмләштереүҙәр – быға асыҡ дәлил. Бер нисә миҫалға ғына туҡталып үтәйек. “Кесе килене шар ҙа мар. Күҙ көлөп тора, ауыҙ һөйләп тора, һүҙ аралаш улының ҡыйыҡ яҡтарын һиҙҙереп тора… Етмешен ҡыуа Мәрғизә лә. Был йәштә алға ҡарағандан артҡа нығыраҡ ҡарайһың… Сәләмәтлекте ҡаҡшата ул бойоҡ йәшәү… Күңелдә ҡалған үкенес йөрәккә ҡан һауҙыра…” (“Төш”). “…Маһир ауыр аҙымдар менән һәлмәк кенә атлап ҡайтып китте. Кеше күңелен хәрәкәттәрҙән аңлай алған бейеүсе Ғәйшә уның ни уйлағанын, ни кисергәнен үтәнән-үтә күрә алды…” (“Ай-ҡояштан нурҙар ала”). “Кешенең шатлығын да, ҡайғыһын да тыңлай белер кәрәк… Егетлек яуҙа ғына түгел, ә көндәлек тормошта айырыуса кәрәк…” (“Һөйгән йәр бер була”) һәм башҡалар.
Эйе, Мәрйәм Бураҡаева прозаик булараҡ та үрҙәр яуланы, һүҙ сәнғәтенә һиҙелерлек өлөш индерҙе, художестволы әҙәбиәткә яңы тема алып килде. Әммә, нисек кенә булмаһын, миңә ҡалһа, уның төп хеҙмәте барыбер ҙә туранан-тура мәғариф менән бәйле. Был йәһәттән “Арғымаҡ” тигән ҡанатлы исем аҫтында нәшер ителгән әҙәби-публицистик әҫәрен һәр башҡорт ғаиләһендә ҡул осонда ғына тотор китап тип баһаларға мөмкин. Балаларыбыҙҙың арғымаҡлы, йәғни Аңлы, Рухлы, Ғәмле, Ырыҫлы, Моңло, Аҡыллы, Ҡотло булыуын теләй ул. “Арғымаҡ”ты “Тормош һабаҡтары” дәреслеге, тәү сиратта, уҡытыусылар, ата-әсәләр өсөн өҫтәлмә ҡулланма тип тә ҡарарға мөмкин.
Автор уларҙа уҡыусы менән бергә, теге йәки был күренештең тамырҙарын юллап, бөгөнгөһөнә бәйле уйлана. Ни өсөн ул әле шундай хәлдә тигән һорауға яуап эҙләй. Бына “Тормош һабаҡтары”ндағы “Шәжәрәне ни өсөн өйрәнергә кәрәк?” тигән бүлеккә иғтибар итәйек: “…Арыҫландан Ҡолҡаман, Ҡолҡамандан Миңзаман, Миңзамандан Айҙар, Айҙарҙан Руслан, Русландан Иван… Һәм шул урында шәжәрә өҙөлә. Өҙөлөү генә лә түгел, был шәжәрәнең бер кемгә лә кәрәге ҡалмай. Ниндәй осраҡта шәжәрә өҙөлмәҫ ине? Дөрөҫ. Беҙ шәжәрәне тарихты, үткәнебеҙҙе, йәшәгән ерҙәребеҙҙең ҡайҙарға йәйелеп ятҡанлығын, бөйөк шәхестәребеҙҙе белеү өсөн генә өйрәнеп ҡалмайбыҙ, ә уны дауам итеү хәстәрлеген дә күрергә тейешбеҙ. Ә уны дауам итеү өсөн ниндәй шарт кәрәк? Һинең шәжәрәңде, рухыңды, халҡыңды, телеңде, моңоңдо, ғөрөф-ғәҙәтеңде аңлаған һәм дауам итерлек тормош юлдашы кәрәк. Атай-олатайҙарыбыҙ нисәмә быуаттар буйы күпме юғалтыуҙар менән, әллә күпме ҡан ҡойоп, халҡыбыҙҙы, телебеҙҙе, ижадыбыҙҙы, еребеҙҙе, илебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлап килгән икән, хәҙер яҙмышыбыҙ минең, һинең, уның ҡулында. Шулай булғас, әгәр шәжәрәбеҙ һаҡланмаһа, яңынан төҙөп алайыҡ та уйланайыҡ…”
Мәрйәм Бураҡаева, педагог булараҡ, әлбиттә, уҡыусыларға өйгә эш, үҙ аллы күнекмәләр биреү кәрәклеген дә онотмай: “Ғаилә шәжәрәһе башларға…” Балаларҙы уйландырыу өсөн һорауҙары ла бар: “Туғандарығыҙ араһында шәжәрә дауам итерлек ғаилә ҡороусылар нисәү? Шәжәрә төҙөгәс, уны дауам итеүҙе кемгә тапшырып булыр ине?” Йәки бына телгә бәйле һорауҙар: “Үҙ халҡының тарихын белмәгән, моңон тоймаған, туған телендә һөйләшмәгән кеше үҙ халҡының хис-тойғоларын аңлармы?” Үҙ аллы эшләнергә тейешле күнекмәләрҙең “Ғүмерлек өйгә эш” тигәндәре лә осрай: “Башҡорт бер-береһен батыра, улар үҙ-ара ыҙғышлы, тарҡау бит ул” тигән фекер ишетһәгеҙ, аҡыллы ғына итеп кире ҡағығыҙ. Ҡыҙмай, түҙем генә итеп. Шулай аңлатһағыҙ, был кеше артабан үҙе лә әйтмәҫ, башҡаларға ла аңлатыр”.
Ябай сағыштырыуҙар аша ғына ла автор халҡың менән ғорурланырға кәрәклеген, шуға таянып, бындай тойғоно тәрбиәләү мөмкинлектәрен асып һала: “ҡәнәфер латинса «сигизиум ароматикум» – «хуш еҫле» тигән һүҙ. Латин халҡы Боронғо Римда йәшәгән иҫ китмәле юғары ғилемле, мәҙәниәтле, зиһенле халыҡ булған. Астра латинса «йондоҙ» тигән һүҙ. Башҡорттар астраны «йондоҙ-сәскә» тиҙәр. Меңъяпраҡ – латинса «ахиллия-миллифолиум». Миллифолиум – мең тигән һүҙ. Ахилл – батыр исеме. Үҙ заманында иң зиһенле халыҡтарҙан һаналған латиндарҙа булған күҙәтеүсәнлек һәм атама ҡушыуҙағы тапҡырлыҡ башҡорт халҡында ла булған”.
«Арғымаҡ»тағы фекерҙәр ҙә бик фәһемле. Әйтәйек, автор тәрбиәгә бәйле шундай ҡарашта: «Балаға дөрөҫ тәрбиә бирәбеҙ тип, үҙебеҙ уйлап тапҡан ҡалыпҡа һалырға тырышабыҙ, ә һәр кешенең үҙ холоҡ ҡалыбы була. Шуға күрә иң тәьҫирле тәрбиә – үҙтәрбиә. Үҙтәрбиә менән шөғөлләнгән кеше хатта ҡандан һалынған аңды ла үҙгәртә ала. Маҡсат ҡуйырға һәм эске энергияңды эшкә ҡушырға кәрәк. Туған телдән яҙҙырыу – күңел нурынан, күңелгә ял биреү, эске донъяны сәләмәтләндереү сараһы булған туған моңдан да айырыу ул. Күңел бушлығына килтереүсе сәбәптәрҙең береһе – кешене, хатта тотош халыҡтарҙы бер ҡалыпҡа, стандартҡа һалырға маташыу һәм фәҡәт шул ҡалыптан сығып баһалау…»
Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы – ваҡытында мәғариф министрлығында эшләгән, ябай уҡытыусы ла булған, гимназия директоры вазифаһын да башҡарған педагог. Бөгөн дә мәктәптең, йәмәғәтселектең тын алышын тойоп йәшәй, ваҡытлы матбуғат биттәрендә, радио, телевидение аша даими сығыш яһай. Үҙенең тормош тәжрибәһенә нигеҙләнеп, башҡаларҙы күҙәтеп, халҡының меңәр йыллыҡ тарихын ҡарап, кешелек туплаған рухи ҡиммәттәрҙе барлап, милләттең киләсәге үҙебеҙгә генә бәйле булыуына ышандыра һәм инандыра. Шуныһы иң мөһиме: уның инаныстары асылда үҙенең йәшәү принциптары менән нығытыла.