Бөтә яңылыҡтар

Ғорурланып әйтәм: мин – Уҡытыусы!

5 октябрь – Уҡытыусылар көнө

Уйҙар даръяһын гиҙеп ҡала урамынан барам. Кемдер йүгерә-атлай ҡайҙалыр ашыға, икенселәр үҙ-ара һөйләшеп килә, өсөнсөләр уйға сумған. Ентекләберәк ҡараһаң, ошо килгән меңдәр араһынан уҡытыусыны әллә ҡайҙан айырып була! Үҙен тотошо, кейеме, ҡиәфәтенә, һөйләшеүенә ҡарап, кешенең уҡытыусы булып эшләгәнен беләһең. Ғәжәп, башҡа һөнәр эйәләрен ошолай, тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап, билдәләп булмай бит. Тимәк, уҡытыусының был һөнәргә тәғәйенләнеше булмышынан...

Уҡытыусы! Бөйөк исем! Бөйөк тә, абруйлы ла, яуаплы ла һөнәр. Хәреф танымаған, һанай белмәгән балаларҙы уҡырға, яҙырға, һанарға, кеше менән аралашырға, коллективта үҙен нисек тоторға өйрәткән кеше лә уҡытыусы бит! Тик һуңғы араларҙа уҡытыусының абруйы төшөүе күңелде ҡыра, шом һала. Эйе, эше күп уҡытыусының – дәфтәр, пландар, мәктәптә үткәрелгән саралар… Унан тыш, уҡытыусы йәмәғәт эш­тәренән дә ситтә ҡалмай. Компьютерлаштырыу системаһы яйға һалынһа ла, ҡағыҙ эше лә етерлек. Йәштәрҙең бөгөн мәктәпкә эшкә килмәүе ҡыҙғаныс. Был һөнәрҙең абруйы төшөүе нимәгә бәйле һуң? Минең уйым­са, эш хаҡы түбән булыуы төп сәбәп­тәрҙең береһелер.

Әлеге ваҡытта балалар уҡытҡан һәм тәрбиәләгән коллегаларыма һоҡланам. Беҙ эшләйбеҙ, ижад итәбеҙ, үҫеп килеүсе бы­уынды алға әйҙәйбеҙ, шәхес тәрбиәләйбеҙ.

Эйе, уҡытыусы мин! Эшемә йүгереп барам. Ауыр саҡтар булһа ла, сәғәттәр кәмеп, ҡағыҙ эше күбәйһә лә, балалар янына ашығам. Сөнки был минең бар булмышым, мәктәптә мине уҡыусыларым көтә. Үҙемә ҡарайым да, ирекһеҙҙән, уҡытыусыларымды иҫкә төшөрәм. Ниндәй бөйөк ине улар! Ғорур, ғәҙел, яуап­лылар, уҡыусыларына ғына түгел, ә бар халыҡҡа өлгөр. Ҡайҙа ул ҡаршы әйтеү, күтәрелеп ҡарарға ла баҙнат итмәй инек ҡайһы саҡ уҡытыусыбыҙға. Ул саҡтарҙа ла эштәре күп, ауыр ине. Уҡырға, яҙырға өйрәтеү, дәфтәр тикшереү, план яҙыу, йәмәғәт эштәре, агитаторлыҡ мәшәҡәттәре һәм башҡалар. Дөрөҫ, компьютер юҡ ине ул ваҡытта. Ҡағыҙҙа ине бар эштәре, әммә бөгөнгө кеүек үк документтар менән эшләүгә күмелмәгәндәр ине. Ғаиләләренә, шәхси эштәренә лә ваҡыттары ҡала ине.

Әллә ниндәй замана килде, тип әйтер инем. Уҡыу йылы башланыр алдынан күңелдә ниңәлер тынғылыҡ юҡ, нимәлер борсой. Бигерәк тә башҡорт теле, туған тел уҡытыусыларына хас тойғо был. Сөнки һуңғы арала ғәзиз телебеҙгә ҡағылышлы төрлө кире мәсьәләләр тыуып ҡына тора. Сәғәттәребеҙ кәмей, туған телебеҙгә ҡурҡыныс янай. Ата-әсәләр балаларына өйрәтеү өсөн туған тел урынына башҡа телде һайлай. Әммә ошондай ауыр мәлдә лә, беҙ, уҡытыусылар, юғалып ҡалмайбыҙ, үҙ юлыбыҙҙан ғорур барып, үҙ эшебеҙҙе башҡарабыҙ. Балаларыбыҙҙа туған телебеҙгә, тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға ҡарата һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. «Әгәр беҙ булмаһаҡ, кем һуң?» тигән принцип – беҙгә ошо йылдарҙа терәк-таяныс.

Уҡытыусы тигән исемем бар,

Ғүмерлеккә тиеп һайлаған.

Ғорур йөрөтәм уны бөгөн дә мин –

Ул бит һөнәр, илде данлаған!

Эйе, уҡытыусы мин, исемемде ғорур йөрөтәм. Ошондай яуаплы мәлдә илебеҙгә кәрәкле, терәк булырҙай шәхестәр тәрбиәләүгә үҙ өлөшөмдө индереүем менән ғорурмын. Аҡ ҡағыҙға тиң күңелдәргә шытым орлоҡтары һалып, улар бөгөн үҫенте бирә, теге йәки был өлкәне биҙәй икән, тырышлығыбыҙ бушҡа китмәй тигән һүҙ.

Урамдан берәү килә. Уның уҡытыусы икәне әллә ҡайҙан күренә… Күренһен, беленһен беҙҙең ошо күңел торошо. Сөнки беҙ – киләсәк быуын тәрбиәселәре. Ни тиклем ауыр, яуаплы булһа ла башҡарған эшебеҙ, түҙемле, сабыр була­йыҡ! Гүзәл Башҡортостаныбыҙ, ғәзиз халҡыбыҙ киләсәге өсөн тырышайыҡ! Үҙебеҙҙе һәр саҡ лайыҡлы тотайыҡ. Сөнки беҙ һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, беҙҙән өлгө алалар!


Г.Й. БИКБУЛАТОВА,
Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәбе уҡытыусыһы,
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы

Читайте нас: