Бөтә яңылыҡтар

Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов ижады буйынса

Маҡсат. Уҡыусыларҙы Рәми Ғарипов­тың тормош юлы, киләсәк быуынға фә­һем булырлыҡ шиғырҙары менән таныштырыу, тасуири уҡыу һәләтен үҫтереү, тыуған илгә, телгә ғорурлыҡ, һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Рәми Ғариповтың портреты, китаптар күргәҙмәһе.
(Уҡыусы шағирҙың “Туған тел” шиғырын уҡый.)
Тәрбиәсе. Уҡыусылар, был шиғырҙың авторын кем әйтер? Һүҙ нимә тураһында бара? (Яуаптар.) Эйе, шағир туған телебеҙҙе ынйыға тиңләй, уның ни тиклем яғымлы, нескә, шул уҡ ваҡытта иф­рат көслө икәнен үҙ уҡыусыларына еткерергә ынтыла. Туған тел яҙмышына оло хәүеф янаған йылдарҙа Рәми Ғарипов башҡорт ерлегендә бер яңғыҙы тиерлек уны яҡлап ҡыйыу күтәрелә, һүҙҙе ҡәҙерләргә саҡырып оран һала. Телем, илем, халҡым, тип янған шағирға беҙ “халҡыбыҙ хазинаһы” тип өндәшә алабыҙмы? Әлбиттә… Шулай итеп, бөгөнгө кисәбеҙҙе «Халҡыбыҙҙың аҫыл хазина­һы» тип атаныҡ.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың ижад донъяһын тағы ла ентекләберәк байҡарбыҙ, яҙмыш бөгөлдәрен тулыраҡ аңларға тырышырбыҙ. Яңы быуын йәш­тәре өсөн Рәми Ғарипов – күптән инде легендаға әйләнгән шағир, совет иленең ҡатмарлы ла, кү­тәренке лә дәүер­ҙәрендә янып йәшәгән, илһамланып ижад иткән шәхес.
Рәми 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районының Арҡауыл ауылында Йәғәфәр һәм Гөлмәрйәм Ғариповтар ғаиләһендә донъяға килә. Ғаиләлә уның янына ҡуш булып Рауил, Урал ҡустылары һәм Мөршиҙә исемле һеңлеһе тыуа. Атаһы колхоз рәйесе булып эшләй. Бө­йөк Ватан һуғышы баш­ланғас та, ра­йондың беренсе доброволец-коммунис­тары менән фронтҡа китә. Йәғәфәр Мөхә­мәтрәхим улы 1943 йылдың 23 февралендә Сталинград янындағы алыш­тарҙа һәләк була. Һалдат ҡатыны Гөлмәрйәм утыҙ йәше тулыр-тулмаҫ дүрт бала менән тол ҡала, был ва­ҡытта Рәмигә – 11, Рауилға – 7, Уралға – 3 йәш, ә һеңлеһе сәңгелдәктән саҡ төшкән була.
Уҡыусы.
Һуғыш бөттө. Еңеү көнө килде.
Беҙҙең атай һаман ҡайтманы.
Ҡайтҡан, имеш, тиеп төштәр
күрҙек,
Ә өндә ул һаман ҡайтманы.
Аслыҡ ине. Сәғәте генә ҡалды.
Ул сәғәтте әсәй һатманы.
Ул сәғәтте әсәй элеп ҡуйҙы
Баш осона беҙҙең ятҡанда.
Тек-тек, тек-тек типте йөрәк
Кисен, төнөн, таңдар атҡанда…
Рәми Ғариповтың әсәһе Гөлмәрйәмдең уңғанлығына, тилберлегенә Арҡауылда ғына түгел, барлыҡ тирә-яҡта һоҡланалар. Районда ҡатындар араһында тәүгеләрҙән хөкүмәт наградаһына лайыҡ була ул.
(Уҡыусы “Әсәм ҡулдары ” шиғырын уҡый.)
Тәрбиәсе. Уҡыусылар, әсәй ҡулдарын шағир нимәгә тиңләй? (Яуаптар.)Ғаи­ләлә оло бала булараҡ Рәми бәләкәйҙән әсәһенә ярҙам итә, ауыл ерендәге бар эштәрҙе башҡарып үҫә.
1946 йылдың апреленән ғүмеренең аҙағына тиклем шағир көндәлектәр алып бара. Ошо осорҙан шиғриәт уның йәшәйешенең төп маҡсатына әүерелә. Ниндәй генә ауырлыҡтар килгәндә лә, Рәми Ғарипов һайлаған юлынан ситкә тайпылмай. Ҡатмарлы эҙләнеүҙәр, ижади үҫеш юлында шағир үҙ маҡсатына тоғро ҡала. Тура һүҙле, ғорур, сабыр, әммә аҫау холоҡло Рәми Ғарипов байтаҡ йылдар әҫәрҙәрен баҫтыра алмай, ғаиләһе менән матди ауырлыҡтар кисереп ауыр көн итә. Әммә күпме генә теҙләндерергә, мыҫҡыл итергә тырышһалар ҙа, меҫкен хәленә төшмәй. Алдында матбуғатҡа юл ябыл­ғанда, шағирҙы эшһеҙлектән бигерәк хоҡуҡһыҙлыҡ нығыраҡ ғазаплай. Ябай кешенең рухи халәтен күтәрерҙәй күпме шиғырын, аҫыл тәржемәһен халыҡҡа еткерә алмауы шағирҙың йәнен ҡыя.
(Уҡыусы “Һағыш” шиғырын уҡый.)
Тәрбиәсе. Шиғырҙа ҡайһы яҡ тәбиғәте тураһында һүҙ бара? Һеҙ быны ниндәй билдәләр буйынса әйтә алаһығыҙ? (Яуаптар.) Тыуған яҡ тәбиғәтенең күңелгә яҡынлығын әҙип ниндәй саралар аша еткерә? (Яуаптар.) Шағир өсөн башҡа ерҙәр ниндәй генә иҫ киткес матур булмаһын, үҙ тыуған ере иң ғәзизе, уның өсөн хатта тәбиғәт тә “башҡортса һөйләшә”.
Шағир хаҡында Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән иҫтәлектәр йыйынтығында уның остазы, олуғ замандашы Мостай Кәримдең дә хәтирәләре бар. “Көнкүреш мәшәҡәттәренән азат булмаһа ла, шуларҙан өҫ­төнөрәк торҙо. Ул эшлекһеҙ түгел, ифрат эшһөйәр, һөйгән эшен мөкиббән китеп зауыҡланып, ярһып башҡарыр ине. Уның өсөн донъя – фани, шиғриәт мәңгелек булды. Рәми Ғариповтың 30 йылға яҡын ғүмере минең ҡаршымда тиерлек уҙҙы. Беҙҙе юлдаштар иткән юлдар ҙа, йырҙаштар иткән йырҙар ҙа, табындаштар иткән табындар ҙа булды. Мин уның ғәзиз һынын, рухи йөҙөн, ут һәм йыр бөркөп торған ҡарашын күҙ алдына килтерергә тырыштым. Ошо йөрәк еребеҙгә һәм халҡыбыҙға күпме нур, күпме моң ҡалдырып китте, ижады уның васыятҡа әйләнде. Был инде оло шағирҙарҙың ғына яҙмышы”, – тип баһалай Рәми Ғариповты Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим.
Рәми Ғариповтың ҡорҙашы, “Башҡортостан” гәзите редакцияһында бергә эшләгән ҡәләмдәше, һүҙ сәнғәтенең ҡабатланмаҫ оҫтаһы Рәшит Солтангәрәевтың хәтирәләренән. “1969 йылда Ленинградта Башҡорт АССР-ының мә­ҙәниәт көндәре булды, әҙәби кисә бар­ғанда Рәми ҙә тәүҙә шиғырҙарын русса уҡыны ла аҙаҡтан “Туған тел”де баш­ҡорт­са һөйләне. Артта ултырған ике рус кешеһенең «Какой мелодичный язык!» тип һөйләшеп алғандары һаман ҡолаҡ төбөндә яңғырап тора. Рәмиҙең был шиғырҙы йыш уҡыуын, уға ҙур әһәмиәт биреүен шунан аңлайым: берҙән, әҫәрҙә шағирҙың үҙен үтә лә борсоған, йөрәген яндырған проблема хаҡында әйтелгән. Был проблема бөтә­һен дә тиерлек борсой, тик күптәрҙең, “милләтсе” ярлығын алыуҙан ҡурҡып, асыҡ әйтергә, яҙырға ҡыйыулығы етмәй. Ул заманда асыҡ үҙ фекере, үҙ ҡарашы булып, тураһын әйт­кәндәргә ныҡ эләгә ине. Шуға ла бындай шәхестәр тәбиғәт биргән ғүмерен, көсөн, һәләтен тотоноп бөтә алмайынса китеп барған. Рәми ҙә, 45 йәше тулғас та, беҙҙең менән мәңгегә хушлашты”.
(Уҡыусы «Башҡортостан» шиғырын уҡый.)
Тәрбиәсе. Рәми Ғарипов – һүҙ оҫта­һы, аҡыл эйәһе, шәхес һәм граждан. Башҡортостан тарихын өйрәнеү өсөн шағирҙың күп яҡлы ижады, шиғырҙары, тәржемәләре, мәҡәләләре, көндәлектәре ғәйәт бай материал бирә. Уның шиғыр­ҙарына бихисап йырҙар яҙыла.
(Уҡыусы “Кәкүк” (Роза Сәхәүетдинова көйө) йырын башҡара. Икенсе уҡыусы “Бәхет” шиғырын уҡый.)
Тәрбиәсе. Нимә ул бәхет? Бәхет төшөнсәһен кем нисек аңлай? (Яуаптар.)
«Китап бүләк итеү ҙә бәхет,
Китап ҡәҙерен белгән кешегә.
Бер йотом һыу, телем икмәк тә бит,
Булмағанда иң ҙур бәхетең»,
– тип яҙа шағир бәхет тигән оло фәлсәфәүи хис хаҡында. Ә халҡыбыҙҙың киләсәге тураһында уйланып, ул 1969 йылда ошо шиғырын яҙған.
Иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән,
Иң бөйөк көн әле ул алда.
Килер ул көн, килер ул ҙур байрам,
Туй яһарбыҙ шаулап урамда.
Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,
Ярһыу атым янып йығылыр.
Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,
Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.
Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап саптым, телем, һине лә.
Илдең ғорурлығы, милләттең йөҙөк ҡашы булған Рәми Ғарипов һымаҡ шәхестәрҙе тыуҙырыу, тәрбиәләп үҫтереү – һәр ауыл, һәр ҡала, һәр халыҡ өсөн бәхет һәм мәртәбә.
Шағирҙың юрағандары юш килде. Рәми Ғарипов менән уның арҡаҙаштары, күпме көс түгеп, ¤фөлә берҙән-бер башҡорт мәктәбен астыра алһа, хәҙер баш ҡалабыҙҙың күпселек мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыла. Əгәр республикала милли телдәргә иғтибар үҙәккә ҡуйыла, башҡорт теле дәүләт теле дәрәжәһенә күтәрелә, яңы гәзит-журналдар, мәктәптәр, театрҙар асыла икән, тимәк, Рәми Ғариповтың уй-хыялдары тормошҡа ашҡан тигән һүҙ. Шағир уҡыған туғыҙынсы мәктәп-интернат 1994 йылдан Р. Ғарипов исе­мендәге 1-се Башҡорт республика гим­назия-интернаты тип йөрөтөлә. Бын­да йыл һайын шағирға арналған шиғри бәйгеләр, ғилми-ғәмәли конфе­рен­ция­лар уҙға­рыла, Рәми Ғарипов исе­мендәге премия ла булдырыла.
Шағирҙың вафатынан һуң уның икенсе ғүмере – үлемһеҙлеге башланды. Уның тәүге өлөшө 45 йәш менән сик­лән­һә, артабанғы өлөшө миллә­тебеҙҙең йәшәйеше менән билдәләнәсәк. Килә­сәктә шағир ижадының яңы биттәре асылыр, ҡулъяҙмалары күпләп баҫылыр, шағирыбыҙҙың исеме халыҡ күңелендә мәңге һаҡланыр. Уҡыусылар, һеҙ иһә халҡыбыҙҙың бөйөк улдарының береһе Рәми Ғарипов ижадын һәм тормош юлын төплө өйрәнеп, эҙләнеү эштәре алып барырһығыҙ, тип ышанабыҙ.

М.М. БИКБИРҘИНА,
Э.С. РӘХМӘТУЛЛИНА,
Күмертау ҡалаһындағы 3-сө Башҡорт республика
гимназия-интернатының юғары категориялы тәрбиәселәре

Читайте нас: