Бар матурлыҡ бөтә донъяла,бар йәм бөгөн,
Ниҙән һуң был? Мин беләм: байрам бөгөн, байрам бөгөн!
Мөҡәддәс бер хис менән һәр кеше хайран бөгөн;
Уйнай йәнем дә минең бөгөн байрам көйөн!
Арттыра, күрҙем, ҡояш үҙенең балҡыуын;
Ул да килгәндер: байрам бөгөн, байрам бөгөн.
Яр башынан тыңлап торҙом йылға тулҡынын:
Һөйләшәләр үҙ-ара: байрам бөгөн, байрам бөгөн!
Тыңланым әкрен генә иҫкән байрам көн елен;
Ул да һөйләй миңә: байрам бөгөн, байрам бөгөн!
Ишетеп ҡалдым тамсыларҙан – яҙ килгән бөгөн!
Тәбиғәт-ҡыҙ туй уҙғара – байрам бөгөн, байрам бөгөн!
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла йылдың иң матур, иң сағыу миҙгеле – яҙ килеүе менән ҡотлайбыҙ!
Яҙ килдеме, күңелгә моң тула, йыр тула. Һәр шағир донъяны хозурлыҡҡа күмгән, күңелдәрҙе елкендергән яҙға әллә күпме шиғыр бағышлаған. Шиғриәт көнөн дә беҙ яҙ миҙгелендә билдәләйбеҙ.
Бөгөн һеҙҙе, дуҫтар, шиғриәт көнөнә арналған “Яҙғы моңдар” кисәһенә саҡырабыҙ! Рәхим итегеҙ!
(Талғын көйгә бейеп бер ҡыҙ инә. Уның башында – таж, үҙе асыҡ йәшел күлдәктән. Көй ыңғайына сәхнә артында “Яҙһылыуҡай” шиғыры уҡыла.)
Яҙһылыуҡай серле йылмайып,
Ҡошҡайҙарҙың моң-телкәйен асып,
Күмде тәбиғәтте йыр-көйгә.
Яҙһылыуҡай килә, Яҙһылыуҡай
Шағир. Аһ, күңелем юҡҡа елкенмәгән икән, һине күрергә талпынған. Һаумы, Яҙһылыуым!
Яҙһылыу. Шағир, һин мине шулай һағынып көттөңмө ни?
Шағир. Эйе, эйе. Илһам тулды күңелгә. Шиғриәт донъяһы әйҙәй мине!
Яҙһылыу. Шиғриәт?! Аһ, нисек матур яңғырай – шиғриәт!
Эйе, шиғриәт – ул серле донъя,
Шиғриәт – ул татлы ғазап,
Шиғриәт – ул бар тәбиғәт,
Яҙһылыу. Яҙ килеүен көткән, боҙ ҡоршауын йырған йылға кеүек урғыламы ул һинең күңелеңдән?
Шағир. Эйе. Әйтеп бөтөргөһөҙ бер серле көс ул шиғриәт. Илһам килде миңә, илһам!
Яҙһылыу. Яҙ улайһа, шағирым, яҙ, яҙ, минең хаҡта яҙ! Яҙ бирһен һиңә көс-ҡөҙрәт. (Сығып китә.)
(Талғын көй аҫтында шағир шиғырҙар уҡый.)
Ер өҫтөнә ҡыйыҡтарҙан төшөп,
Тыпылдаша тәүге тамсылар.
Иркен атлап бара һәр бер кеше
Һәм йылмая, яҙҙы ҡаршылап.
Ҡайын суҡтарында бөрө тула,
Бөрөләрҙән аңҡый бал еҫе.
Бындай саҡта, гүйә, шиғыр тыуа,
Һәр йөрәктең килә һөйләйһе.
Был тойғоно шулай кемдәр генә
Һәм кешеләр уны ябай ғына
Яҙ тойғоһо, тиеп йөрөтәләр.
Үҙ ташҡынын көткән йылға кеүек,
Йөрәк ярһый, йөрәк елкенә.
Ашҡына ул, яҡты нурҙар һибеп,
Йәйрәп ятҡан ҡырҙар иркенә.
Мин тауҙарға менәм – яҡты ергә!
Ғүмерем кеүек яҙҙы ҡаршылап.
Һаумыһығыҙ, тәүге тамсылар!
(Т. Ҡарамышева шиғырына яҙылған “Сабый яҙ” йыры йырлана.)
Ниндәй хозур яҙым – гүзәл донъям!
Сыйырсыҡтар йырлай, тамсы уйнай,
Яҙғы концерт – яҙғы тамаша!
Күгәрсендәр гөлдөр-гөлдөр килә
Һарай башы – һалам-ҡыйыҡта.
Ҡаңғылдаша ҡаҙҙар яҙ еткәнгә,
Яҙ йырҙарын йырлай тауыҡтар!
Яҙым килде ергә, сабый яҙым,
Тауыш биреп бөтә донъяға!
Һабантурғай һайрай, эй, талпынып,
Зәңгәр күктән ергә моң аға!
(Ҡурай моңо фонында ҡоштар һайрауы ишетелә.)
Зәңгәр күктән дәртле моң ҡойола,
Гүйә, кемдер уйнай ҡурайын!
Юҡ, йомарт ер көмөш шөңгөр итеп
Күккә сөйгән һабантурғайын!
Тыңлай уны моңһоу умырзая,
Бәрхәт күлдәктәрен кейеп.
Бал ҡорттары оса сәскә эҙләп,
Пар күбәләк йөрөй һөйөнөп…
Мәңге һөйөп йәшлек күркәмлеген,
Һайрап туймай һары һандуғас.
Мең-мең телдә сутылдаша ҡоштар,
Ер һылыуы – алсаҡ яҙ тыуғас.
Яҙҙар килә, яҙҙар гөл килтерә,
Гөл килтерә сыуаҡ яҙҙарым.
Һәр сәскәнең үҙенең яҙы була,
Үҙ сәскәһе була яҙҙарҙың.
Бына-бына ҡар пәрҙәһен йыртып, ер өҫтөнә умырзая ҡалҡыр. Унан бәпембәһе, наҙлы күк сәскәһе, шымтый һарыбаштар ятыр ер биҙәп. Наҙлы ҡараштарҙан, хуш еҫтәрҙән баштар әйләнер.
(Ҡыҙҙар “Сәскәләр бейеүе”н башҡара.)
Ҡарҙар ҡарайһа ла, яҙ ҡараймай,
Һыуҙар ташһалар ҙа – яҙ сабыр,
Елдәр үтһәләр ҙә үҙәгенә,
Һалҡынлыҡтан яҙым наҙ табыр.
Йәшел уттар яғыр бөрөләргә,
Хушбуй һибеп үтер урманға,
Ҡыйыҡтарға суҡлы сулпы тағып,
Толом һыуҙар үрер юлдарға.
Күңелдәргә аңлап етмәҫ илһам,
Һүҙгә һыймаҫ хистәр яуҙырыр,
Һөйгән, һөйөлгәнде, өмөтһөҙҙө
Ҡалдырмаҫ ул, беләм, яңғыҙын.
Ҡарҙар ҡарайһа ла, яҙ ҡараймай,
Һыуҙар ташһалар ҙа, яҙ сабыр,
Елдәр үтһәләр ҙә үҙәгемә,
Һалҡынлыҡтан яҙым наҙ табыр.
Алып барыусы. Яҙ еленә эйәреп килгән наҙлы хис был. Хатта ҡояш та һөйөү нурын һибә. Күңелдәр ҙә иләҫ-миләҫ кенә…
Һандуғастар шашып һайрағанда,
Нисек йоҡлап ятмаҡ кәрәк?
Һыуҙар таша, тауҙа ҡарҙар ирей,
Туғайҙарым йәшел күлдәк кейеп,
Һандуғастар шашып һайрағанда,
Нисек йоҡлап ятмаҡ кәрәк?
Эй хоҙайым! Яҙғы даръяларҙа,
Яҡты донъяларҙа ғашиҡтарға
Мөхәббәт иленә юл күрһәт.
Элек тә мин яҙҙар күрҙем,
Хәйер, бик үк дөрөҫ булмаҫ,
(Мөхәббәт тураһында йыр башҡарыла.)
Шағир, һин һаман да бындамы ни?
Яҙ һулышын йөрәк хистәреңә урап,
Күңел моңон йырҙарыңа ҡойоп,
(“Умырзая” йыры (Р. Ғарипов һүҙҙәре, А. Хәмзин көйө) йырлана, Яҙһылыу көйгә эйәреп бейей. Сәхнә ябыла.)
(Кисәлә Х. Ғиләжев, А. Игебаев, Р. Ғарипов, М. Кәримов, Ғ. Дәүләди, Р. Сафин, Т. Ҡарамышева шиғырҙары уҡыла.)
Ф.Ә. ИШТӘКБАЕВА,
Р.Ә. ФӘЙЗУЛЛИНА,
Хәйбулла районының Сиҙәм мәктәбе уҡытыусылары