Бөтә яңылыҡтар

Тәрбиәле булыу – шөһрәтле туй

Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВ, мәғрифәтсе ғалим

«Нәсихәттәр» әҫәренән өҙөк

Ололар өсөн нәсихәттәр

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Әгәр нәсихәт итеү «мин үҙем гүзәл холоҡло кеше» тиеү мәғәнәһендә булһа, ошондай китап һәм рисәләләр яҙыуға «быларҙы тик мин генә беләм» мәғәнәһе бирелһә, нәсихәт һөйләү йәки китап яҙыу түгел, хатта ауыҙымдан бер хәреф сығармаҫ, ҡәләм менән ҡағыҙ ҡулыма ла тотмаҫ инем.
Ләкин нәсихәт һөйләүгә һәм китап яҙыуға аҡыл эйәләре бындай мәғәнәләр түгел, бәлки өҫтәрендә булған бурыстарын төшөрөү, аҙмы-күпме файҙалы әйберҙәрҙе киләсәк быуындарға йәдкәр (иҫтәлек) ҡалдырыу мәғәнәһе бирә.
Бер ата ни ҡәҙәр гонаһлы булһа ла, балаларына нәсихәт биреү бурысы өҫтөнән төшмәй. Ғаилә башлығының ни ҡәҙәр кәмселектәре булһа ла, үҙе һәм үҙенә аманат ителгән ғаиләһен тәрбиә итеү вазифаһынан азат һәм мәхрүм ителмәҫ, «Һәр берегеҙ көтөүсеһегеҙ һәм һәр берегеҙ көтөүегеҙ хаҡында яуап бирәсәкһегеҙ» мәғәнәһендә булған: «күллүкүм рағин үә күллүкүм мәсъүлүн ғән рағиййәтиһи» изге һүҙҙәр һәр кем өсөн бер тиң хөкөмдөр.
Ошоноң өсөн тәрбиәһе өҫтөмә аманат ителгән ғаиләмә, балаларыма, ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр киләсәк тармаҡтарыма нәсихәт итеү һәм хәлдән килгән миҡдарҙа йәдкәр ҡалдырыу маҡсаты менән, ошо нәсихәт китаптарын яҙҙым. Әгәр башҡалар уҡып, файҙа алһалар, беҙҙең өсөн ике мәртәбә файҙа буласаҡ. Уҡып ғәмәл итеүселәрҙең барыһын Йәнәб-и Алла бәхетле, донъя һәм әхирәттә бәхтиәр итһен!

Әсә әҙәбе
24. Әгәр Йәнәб-и Аллаһ балалар бирһә, уларҙы иғтибар менән тәрбиә итегеҙ. Яҡшылыҡ һәм әҙәп өйрәтеп, күркәм тәбиғәткә ғәҙәтләндерегеҙ, холоҡтарын матурлағыҙ, өҫ-баштарынан артыҡ аҡылдарын тәрбиәләгеҙ.
25. Бала күплегенә ауырһынмағыҙ. Илағандары һәм тауышланғандары өсөн асыуланмағыҙ. Улар Йәнәб-и Аллаһ бәндәләре икәнен хәтерләп, тырышлыҡ һәм һөйөнөс менән тәрбиәләгеҙ. Ураҙалар тотоп, хажға барып хасил булмаған сауаптар, бала тәрбиәһенән хасил булыуы ихтимал. Бала мәшәҡәттәрен күтәреү арҡаһында әхирәт ҡурҡынысынан именлек табылыр.
26. Мөмкин булһа, балағыҙҙы йылы һыу менән көн һайын ике мәртәбә йыуындырығыҙ, һуңынан яҡшылап һөртөгөҙ. Артыҡ тирләмәһен, баланың үҫеүенә зарар бирмәһен, ҡан хәрәкәтен тотҡарламаһын өсөн ҡат-ҡат әйберҙәргә урамағыҙ, тар һәм ҡыҫтау кейем кейҙермәгеҙ һәм һис биләмәгеҙ.
27. Балалар яҡшы һауаға мохтаж булғандары өсөн йоҡо бүлмәләрен мөмкин ҡәҙәр боҙоҡ һауалы тотмағыҙ, өҫтәрен ҡапламағыҙ. Зарур булмаһа, бигерәк тә ҡалын әйберҙәрҙән өҫтәренә себенлек ҡормағыҙ. Бишеккә һалып тирбәтмәгеҙ. Тирбәтеү бала өсөн зарур түгел.
28. Тәҙрә һәм ут яҡтыһына ҡаратып ятҡырғанда күҙҙәре салышмаһын өсөн ҡырын итеп түгел, тура ятҡырығыҙ. Үтәнән-үтә ел йөрөгән ергә ҡуймағыҙ.
29. Алты айға тиклем һөттән башҡа ризыҡ бирмәгеҙ. Унан һуң аҙлап һурпа биреү дөрөҫ булыр. Тештәре сыҡмаҫ борон ит ашатмағыҙ. Мөмкин булһа, ит ашарға ғәҙәтләндермәгеҙ, сәйнәп ашатмағыҙ.
30. Имеҙгәндә һөтөгөҙ боҙолмаһын өсөн һуған, һарымһаҡ кеүек әйберҙәр ашамағыҙ. Борос, горчица, керән кеүек еҫле әйберҙәрҙе күп ҡулланмағыҙ. Ҡәһүә һәм сәйҙе һаҡланып эсегеҙ. Әммә, зинһар, иҫерткес эсмәгеҙ. Иҫерткес – баланың холҡо һәм сәләмәтлеге боҙолоуының беренсе сәбәбе була.
31. Балаларығыҙҙы ғәҙәттән тыш иркәләтмәгеҙ. Һәр әйберҙе уларҙың ихтыярына һалып ҡуймағыҙ. Уларҙы ҡаршы һөйләргә, һүгергә өйрәтмәгеҙ, йәғни улар алдында үҙегеҙ ҡарышмағыҙ, уларға яман һүҙҙәрҙе насар күреүсе булып күренегеҙ. Һеҙ шулай булһағыҙ, улар ҡарышырға һәм кеше һүгергә өйрәнмәҫ.
32. Балаларығыҙҙы баһадирлыҡ рухында тәрбиәләгеҙ, ҡурҡмаҫҡа ғәҙәтләндерегеҙ. Ен-пәрей һәм башҡа бының кеүек нәмәләр һөйләп ғүмере буйынса ҡурҡаҡ буласаҡ дәрәжәлә ҡандарын боҙорға сәбәп булмағыҙ. Бәғзе кешеләр бүлмәлә яңғыҙ йоҡларға йәки ауыл ерендә соҡор төбөндә булған мунсаға яңғыҙ кереп йыуынып сығырға ҡурҡа. Бының сәбәбе иһә йәш ваҡыттарында әсәләре тарафынан ҡандары боҙолоуылыр. Шуның өсөн һеҙ балаларығыҙҙы былай әйберҙәргә ғәҙәтләндермәгеҙ.

Ата әҙәбе
33. Балаларығыҙҙы тәрбиәләргә иң кескәй саҡтарынан башлағыҙ. Уларҙың күңелдәренә күркәм холоҡ орлоҡтары сәсегеҙ. Кешелеклелек һәм изгелек нисек булыуын аңлатығыҙ, урынына ҡарап бер аҙ йомшаҡ һәм ваҡытына ҡарап бер аҙ ҡатылыҡ та күрһәтегеҙ, ләкин ҡурҡып тугел, тулыһынса дөрөҫ эшләүен аңлап, һүҙегеҙ буйынса ғәмәл итеүсе булыуҙары менән ғорурланығыҙ.
34. Балаларығыҙҙың үҙҙәрен һәм уларҙың күҙ алдында башҡаларҙы һүкмәгеҙ. Әгәр кешегә яман һүҙ әйткәнен ишетһәгеҙ, ҡаршы булығыҙ, һүгергә өйрәнмәһендәр.
35. Балаларығыҙ алдында үҙегеҙҙе хөрмәтле тотоғоҙ, улар һеҙҙән ғорур булырға өйрәнһендәр, шуның арҡаһында ғаилә эсендә татыулыҡ һәм мөхәббәт хөкөм һөрөр. Уларға һис бер ваҡытта ялған һөйләмәгеҙ, уларға яман доға ҡылмағыҙ. Бындай нәмәләр уларҙы яман Һөйләргә өйрәтеү була, атаның хөрмәтен кәметә.
36. Ҡатынығыҙ тәрбиәләргә башлаһа, уларҙың араларына инмәгеҙ. Һеҙ тәрбиәләгәндә ҡатынығыҙ ҙа аралашмаһын. Бындай эш тәрбиә түгел, бәлки тәрбиәһеҙлектер. Сөнки бындай хәлде күргән бала үҙен ҡыйырһытылған тип уйлар, иркәләргә өйрәнер, һис бер тәрбиә алмай ата менән әсә араһында бер-береһенән ҡасып, ошаҡлап йөрөр.
37. Был донъяла кешеләрҙең ҡиммәте тик үҙ тырышлыҡтары менән булыуын һәм һәр кем үҙ эшен үҙе күрергә бурыслы икәнен балаларығыҙға аңлатығыҙ. Кешегә таянып һәм тик бәхет һәм хәйер-доғаларға ышанып торорға өйрәнмәһендәр.
38. Иман һәм дин хөкөмдәрен, фарыз, важиб үтәлергә тейешле дини эш һәм харамдарҙы өйрәтегеҙ, ғәмәлдәрҙе ҡылдырырға ғәҙәтләндерегеҙ. (Дини тәрбиәне йәш сағында алған бала ҙурайғас та юғалмаҫ.)
39. Балаларығыҙға файҙалы маҡсаттар хасил итеүҙә ярҙам бирегеҙ, мөмкин булһа, был юлда аҡса ҡыҙғанмағыҙ. Уларҙы кеше ишектәренә йөрөргә, хәйерһеҙ эш эшләргә мәжбүр итмәгеҙ.
40. Балаларығыҙ өсөн мал йыйып та тәрбиәләренә иғтибарһыҙ ҡалмағыҙ, малды уларҙың тәрбиәһе юлында сарыф итегеҙ. Бөтмәй торған мираҫ – гүзәл тәрбиә биреү икәнен белегеҙ. Дөрөҫ тәрбиә булмаһа, балалар өсөн донъя тулы алтын ҡалһа ла файҙаһы булмаҫ. Тәрбиәһеҙлектәре – бәхетһеҙлектер, уның өҫтөнә мираҫ итеп ҡалған алтындар икенсе бәхетһеҙлек булыр.
41. Балаларығыҙҙы мәҙрәсәгә ебәреп, үҙегеҙ уларҙың хәлен белешмәй тормағыҙ. Даими хәлдәрен күҙәтегеҙ, бөтәһен дә күҙ унында тотоғоҙ. Хатта китап, яҙыу әсбаптарына тиклем аңлап, белеп тороғоҙ.
42. Ихтыяждарын үтәгәндә һәм кәрәктәрен етештергәндә бөтәһен дә бер тигеҙ күрегеҙ. Бүләк биргәндә барыһына ла тигеҙ бирегеҙ. Бындай нәмәләр уларға ғәҙеллек һәм инсафлыҡ өйрәтеү була. Береһенә йәшереп бер нәмә биреп: “Һаҡ бул, туғандарың белмәһен!” – тип әйтеүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки былай итеү уларға йәбер һәм золом, алдау һәм хыянат кеүек нәмәләргә өйрәтеү, һаранлыҡ һәм үҙ-үҙен һөйөү кеүек боҙоҡлоҡ орлоҡтарын күңелдәренә сәсеү була.
43. Көстәре етерлек булғас, балаларығыҙға эштәрегеҙҙе һәм һөнәрҙәрегеҙҙе өйрәтегеҙ. Фекерҙәрегеҙ менән таныштырығыҙ. Донья көтөү өсөн уларҙың күҙҙәрен асығыҙ. Тормош ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ. Хеҙмәтселәрегеҙ менән түгел, үҙегеҙ менән бергә йөрөтөгөҙ. Ашау-эсеү ваҡытында күҙ унында тотоғоҙ. Зиһендәрен асырлык нәмәләр һөйләгеҙ һәм нисек булһа ла аҡылдарын нурландырығыҙ. Кәсеп һәм һөнәрҙәр менән дуҫлаштырығыҙ. Ваҡыты еткәс, изге ғаилә ағзалары менән өйләндерегеҙ.
44. Балаларығыҙҙы кеше итеп иҫәпләгеҙ, уларҙың әҙәм булыуҙарын теләгеҙ. Әсәләре менән гүзәл һәм шәриғәт әҙәбе буйынса мөнәсәбәттә булығыҙ. Бала мөхәббәте ата менән әсә араһында уртаҡ икәнен балаларығыҙға ғәмәлдәрегеҙ менән белдерегеҙ. Әгәр улар һеҙҙән бындай нәмәләрҙе күреп үҫһәләр, үҙҙәре һеҙҙән алған тәрбиәләре арҡаһында үҙ ҡатындары менән дә гүзәл тормош көтөрҙәр һәм үҙ балаларын тәрбиәләгәндә кәмселектәр күрһәтмәҫтәр.
45. Ваҡыты еткәс, әҙәп ҡағиҙәләре менән таныштырығыҙ. Ҡөрьән шәрифте өйрәтегеҙ. Көсөгөҙ еткәнсе нәфәкә (йәшәү өсөн кәрәк булған мал, аҡса) бирегеҙ. Тәрбиәләгеҙ, донъяла йәшәү өсөн кәрәкле кәсеп һәм һөнәрҙәрҙе яратып өйрәтегеҙ. Күңелдәренә көс бирегеҙ, олуғ кешеләрҙең тормоштары тураһында һөйләгеҙ.
46. Ҡыҙҙарығыҙҙы камил иғтибар менән уҡырға, яҙырға өйрәтегеҙ, мәктәптәргә ебәрегеҙ. Дин һәм донъя кәрәктәрен, өй тәрбиәләүҙе өйрәтегеҙ. Ваҡыты еткәс, тик байлыҡҡа ғына ҡарап, тәрбиәһеҙ, үҙҙәренә тиң булмаған ҡарттарға түгел, тәрбиәле, гүзәл тәбиғәтле кешеләргә тапшырырға тырышығыҙ. Туй һәм йыһаз өсөн артыҡ мәшәҡәтләнмәгеҙ. Тәрбиәле булыу кеүек бейек йыһаз һәм шөһрәтле туй һис табылмаҫ.


Читайте нас: