Уландар
Ике ҡатын-ҡыҙ ҡоҙоҡтан һыу алып торғандар. Улар эргәһенә өсөнсөһө килгән. Ҡоҙоҡ эргәһендә бер ҡарт бабай ултырған.
– Белһәгеҙсе минең улымды, – тип һүҙ башлаған бер ҡатын. – Ул шундай көслө, көрәшсе, уға тиң юҡ, – тигән.
– Ә минең улым шундай матур итеп йырлай. Уның моңо һандуғастай. Улым кеүек матур йырлаған кеше әйләнә тирәлә юҡ, – тигән икенсеһе.
– Ә һин ниңә үҙеңдең улың тураһында бер нимә лә әйтмәйһең? – тип һораған бабай өсөнсөһөнән.
– Нимә тип әйт әйтергә һуң? – тигән өсөнсө ҡатын. – Ул ябай ғына малай, башҡаларҙан бер нимә менән дә айырылмай.
Ҡатындар биҙрәләренә һыу тултырып ҡайтырға сығалар. Береһенең биле ауырта, икенсеһенең ҡулдары арый. Ял итергә туҡтайҙар.
Ҡаршыларына өс малай йүгереп килә. Береһе баш түбән йөрөй, беләгендәге көсөн күрһәтә. Икенсеһе йырлай башлай. Ә өсөнсө малай әсәһе эргәһенә йүгереп килә һәм биҙрәләрен алып ҡайтырға юллана.
– Йә, бабай, ни әйтерһең уландарыбыҙ тураһында? – тип һорайҙар ҡатындар
ҡарттан.
– Ҡайҙа һуң һеҙҙең улдарығыҙ? Мин бит бер генә ысын уланды күрҙем, – тип яуап биргән ҡарт.
Две женщины брали воду из колодца. Подошла к ним третья. И старенький старичок на камушек отдохнуть присел.
Вот говорит одна женщина другой:
– Мой сынок ловок да силен – никто с ним не сладит.
– А мой поет, как соловей. Ни у кого голоса такого нет – говорит другая.
А третья молчит.
– Что же ты про своего сына не скажешь? – спрашивают ее соседки.
– Что же сказать, – говорит женщина. – Ничего в нем особенного нет.
Вот набрали женщины полные ведра воды и пошли. А старичок за ними. Идут женщины, останавливаются. Болят руки, плещется вода, ломит спину.
Вдруг навстречу три мальчика выбегают.
Один через голову кувыркается, колесом ходит – любуются им женщины. Другой песню поёт, соловьём заливается – заслушались его женщины. А третий к матери подбежал, взял у неё вёдра тяжёлые и потащил их.
Спрашивают женщины старичка:
– Ну что? Каковы наши сыновья?
– А где же они? – отвечает старик. – Я только одного сына вижу!