Бөтә яңылыҡтар

М. Кәримдең “Сыйырсыҡ балаһы” әҫәрендәге әхлаҡи тәрбиә мәсьәләләрен проект технологияһы аша өйрәнеү

Оҫталыҡ дәресе

I. Инеш. Бала бишектән тәрбиәләнә, тигән халҡыбыҙ. Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәрим әҫәрҙәрендәге геройҙарының ҡылыҡтары, кисерештәре уҡыусыларҙа юғары әхлаҡ сифаттарын тәрбиәләргә ярҙам итә. “Сыйырсыҡ балаһы” хикәйәһендә лә әҙип бала күңелендә намыҫ, миһырбанлыҡ, выждан, оялыу, үкенеү, ярлыҡау кеүек хистәрҙең барлыҡҡа килеүен, үҫеүен, көрәшеүен күҙ уңында тота. Тап ошо хистәр аша балалар әхлаҡи тәрбиә ала, тормошто танып белергә өйрәнә. Әҫәрҙәге әсә ҡоштоң балаһы өсөн өҙгөләнеүе бер уҡыусыны ла битараф ҡалдырмай. Уҡыусылар киләсәктә Әлфиәнең хатаһынан йыраҡ торорға, ҡоштарға, ғөмүмән тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға, атай-әсәйҙең, ололарҙың кәңәшен тоторға тигән фекергә киләләр.

Мин үҙ эшемдә юғары әхлаҡи тәрбиә биргән әҫәрҙәргә айырыуса ҙур иғтибар бүләм, материалдарҙы өйрәнеүҙә проект методын уңышлы ҡулланам. Үҙемдең тәжрибәмдән сығып, шуны асыҡланым: тема буйынса электрон ҡулланмалар булһа, әҫәрҙәрҙең эстәлеген үҙләштереү күпкә еңелерәк. Ошо темаға ведиофильмдар, әкиәт-йәнһүрәттәр ҡарау дәресте ҡыҙыҡлы һәм йәнле итә. Әҫәрҙе өйрәнгәндән һуң, эҙләнеүҙәр аша уҡыусылар уны үҙҙәре үҙләштерһә, дәрес күпкә фәһемлерәккә әйләнә.
Белеүебеҙсә, ижади проекттар – презентация, видеофильм, һүрәт, ниндәй ҙә булһа байрам сценарийҙары формаларында була. Шуға мин дәрестә тема буйынса презентация менән генә сикләнмәйенсә, уҡыусыларҙы видеофильмдар, йәнһүрәттәр төҙөү эшенә йәлеп итәм. Минең сайтымда уҡыусыларымдың күп төрлө проект эштәре – “Кем көслө”, “Бабай менән һыу инәһе” , “Төлкө менән айыу” башҡорт халыҡ әкиәттәренә нигеҙләнеп эшләнгән йәнһүрәттәр, дәрес темаларына ҡағылышлы видеофильмдар, уҡыусыларҙың сәхнәләге сығыштары һаҡлана.
II. Практик эш. Беҙҙең эшебеҙ М. Кәримдең “Сыйырсыҡ балаһы” хикәйәһе буйынса булыр. Һеҙгә презентация төрөн билдәләргә, әҙер материалдарҙың кәрәктәрен генә алып, уларға ярашлы көйҙәр һалырға, яҙҙырылған тауышты ҡушып монтажларға кәрәк. Ниндәй программала эшләүегеҙҙе үҙегеҙ һайлағыҙ. Беҙ уҡыусылар менән Movie Maker программаһында монтажларға яратабыҙ. Төркөмдәргә бүленеп, 1-сеһе кәрәкле картиналарҙы туплай, 2-се төркөм картиналарға ярашлы тауыштарҙы, көйҙәрҙе барлай, 3-сө төркөм иһә бөтә эштәрҙе туплап монтажға һала. (Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар практик эш башҡара.)
III. Рефлексия. Проект эшен тамамлағас, уны яҡлау – иң мөһим этаптарҙың береһе. Бында һөйләүсенең телмәр үҫеше, үҙ фекерен яҡлап, дәлилләй белеүе баһалана. Әйҙәгеҙ, эштәрегеҙҙе яҡлап күрһәтегеҙ. (Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар проект эштәрен яҡлай.)
– Һеҙ уны нисек эшләнегеҙ? Был эш төрө һеҙгә оҡшанымы? Нимәһе менән отошло булды тип уйлайһығыҙ? (Төркөмдәрҙә эшләү барышында уҡыусылар бер-береһенә иғтибарлы, ихтирамлы булырға өйрәнә. Ролдәргә бүлеп уҡыу уларҙың телмәрен шымарта, үҫтерә, үҙ-үҙҙәренә ышаныс тыуҙыра, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләй. Әҫәр йөкмәткеһе хәтерҙәрендә яҡшы һаҡлана. Иң мөһиме – проект эштәре уларҙың ижади мөмкинлектәрен, һәләттәрен үҫтерә, һөнәри үҙбилдәләнешкә юл аса, ә әхлаҡи тәрбиәгә йүнәлтелгән эш төрҙәре уҡыусыларҙа халҡыбыҙҙың рухи- әхлаҡи ҡиммәтәренең байлығына һоҡланыу уята.)

IV. Йомғаҡлау. Балаларҙы бер береһенә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға, үҙ аҙымдары өсөн яуаплылыҡ тойорға өйрәтеү, ғәмһеҙлектән аралау, әхлаҡи тәрбиә биреүгә ҡоролған эш алымдарын ҡулланыу киләсәктә үҙенең матур һөҙөмтәләрен бирер тип уйлайым.

Г.Р. ФАЗЫЛОВА,


Өфө ҡалаһының 87-се мәктәбе уҡытыусыһы

Читайте нас: