Бөтә яңылыҡтар

Заманса дәрестәрҙең төп асылы

Федераль дәүләт белем биреү стандарттары заманса дәрес ойоштороу өсөн беҙҙе туҡтауһыҙ эҙләнергә, үҙ өҫтөбөҙҙә эшләргә мәжбүр итә. Белеүебеҙсә, киләсәк тормошҡа әҙерлек мәктәптән башлана һәм шуға ярашлы белем биреүгә талаптар ҙа үҙгәрә.
Белем биреүҙең маҡсаттары, йөкмәткеһе үҙгәреп, яңы саралар, яңы технологиялар барлыҡҡа килһә лә, дәрес уҡыу процесын ойоштороуҙың төп формаһы булып ҡала. Тик стандарт талаптарын тормошҡа ашырыу өсөн ул яңыса ойошторолорға тейеш.
Хәҙер уҡытыусы балалар эшмәкәрлегенә системалы йүнәлеш бирергә бурыслы. Бының өсөн дәресте үҙгәртергә, күнегелгән аңлатыу алымынан ситләшеп, уҡыусыларға белемде үҙаллы, эҙмә-эҙлекле үҙләштереү мөмкинлеге бирергә кәрәк. Балалар бындай эшмәкәрлекте аңлы рәүештә ҡабул итергә, уның мөһимлеген аңларға һәм мин нимә эшләргә теләйем? уны ниңә эшләйем? нисек эшләйем? нисек эшләнем? тигән һорауҙарға яуап бирергә тейеш.
Уҡытыуҙың һөҙөмтәләре, сифаты уҡыусыларҙың үҙаллы уҡыу, танып белеү эшмәкәрлегенең системалы ойошторолоуына бәйле. Эшлекле йүнәлеш биреү методы белем биреү процесында баланы шәхес булараҡ үҫтереүҙең эҙмә-эҙлеклелеген тәьмин итә. Уҡыусы әҙерҙе генә үҙләштерһә, яңы маҡсаттарҙы тормошҡа ашырып булмай. Ул үҙе эҙләнергә, маҡсатҡа ирешеүҙә тәжрибә тупларға, үҙ эшен ойошторорға һәм уға баһа бирергә, башҡалар менән аралашыуҙың һөҙөмтәһен аңларға тейеш. Шуға ла уҡыусыны шәхес булараҡ үҫтереү, эшмәкәрлек һәләттәрен камиллаштырыу өсөн үҙаллы белем алыуға йәлеп итергә кәрәк.
Уҡыусы шулай уҡ туған телендә иркен аралашырға һәләтле булырға, аралашыуҙың вербаль һәм вербаль булмаған заманса сараларын үҙләштерергә тейеш. Ошоларҙан сығып, дәрескә түбәндәге талаптар ҡуйыла.
• Дәрес йыһазландырылған кабинетта үткәрелергә тейеш;
• уҡытыусы үҙенең һәм уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген алдан планлаштырырға, дәрестең йөкмәткеһен тулыһынса уйларға, темаһын, маҡсатын аныҡ билдәләргә бурыслы;
•кластың профилен, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын һәм белем кимәлен, мөмкинлектәрен иҫәпкә алырға, проблеманы сисеү һәм эҙләнеү эштәрен ойошторорға, уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә тейеш;
•дәрес проблема ҡуйыуға, үҫтереүгә ҡоролорға: уҡыусылар үҙ-ара һәм уҡытыусы менән хеҙмәттәшлек итергә, һығымтаны үҙҙәре яһарға тейеш;
•дәрестә ижади эшмәкәрлек ҙур урын алырға; ваҡыт дөрөҫ ҡулланылырға; уҡытыусы үҙенең методик һәләтен күрһәтә белергә тейеш.
Дәрестең проблемалы характерын әҙер белем биреүҙән ситләшеү итеп ҡарарға кәрәк. Үҙ аллы эшкә ни тиклем күберәк ваҡыт бүленә, шул тиклем яҡшыраҡ. Уҡыусылар теге йәки был мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләй, таба, текст менән эшләгәндә үҙаллы мәғлүмәт йыя.
Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында алты төп этап мотлаҡ тормошҡа ашырылырға тейеш.
• мобилизациялау йәки ойоштороу (балаларҙың белем алыу эшмәкәрлегенә әүҙем ҡушылыуын күҙ уңында тота);
• мәсьәләне хәл итеү юлдарына ярашлы маҡсаттарҙы билдәләү (“хәтергә төшөрөү – белеү – өйрәнеү” схемаһы буйынса үҙҙәре маҡсат ҡуя);
•белемдең етмәүен асыҡлау һәм аңлау (уҡытыусы дәрестә проблемалы хәл тыуҙырырға булышлыҡ итә, уны анализлаған ваҡытта уҡыусылар әлегәсә алынған белемдәренең аҙ булыуын билдәләй);
•аралашыу (парҙарҙа йәки төркөмдә яңы мәғлүмәттәр эҙләйҙәр);
•үҙ-ара тикшереү һәм контроль (бер-береһенең белемен баһалайҙар);
•рефлексия (уҡыусы ниндәй белем үҙләштереүен аңлы рәүештә үҙе әйтә).
Заманса дәрес уҡыусыларҙың үҫешенә һәм камиллашыуына булышлыҡ итергә тейеш. Белем алыуға ыңғай ҡараш тәрбиәләүгә мәктәптәге һәм кластағы атмосфера ла йоғонто яһай. Төрлө эштәрҙе башҡарыу һәм үҙ белемен баһалау, уҡытыусы менән даими хеҙмәттәшлек итеү уҡыусының үҙ-үҙенә ышанысын, үҙбаһаһын арттыра. Бынан тыш материалды ҡыҙыҡлы формала биреү, маҡтауҙы йәки иҫкәртеүҙе урынлы ҡулланыу ҙа ҙур роль уйнай.
Уҡыу һәм үҙ контроль, эштең бер этабынан икенсеһенә үҙ аллы күсеү, күмәк эшмәкәрлеккә берләшеү айырым әһәмиәткә эйә. Үҙ аллы эшләү – белем алыуҙың төп формаһы ул. Уҡыусы үҙаллы эште аңлап ҡабул итергә һәм башҡарырға, үҙ фекерен дәлилләй белергә, үҙ эше өсөн яуаплылыҡ тойорға тейеш.
Киң таралған педагогик технология – проекттар төҙөү алымы ҡулланылған дәрстәрҙә уҡытыусы эштең һөҙөмтәһен, уны сисеү юлдарын, уҡыусының ижади һәләтен, мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, ниндәйҙер мәсьәләне балаларға үҙаллы тикшерергә ҡуша. Бындай эштәр уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген алдан күҙалларға, ижади шәхес формалаштырырға ярҙам итә.
Төркөмдәрҙә эшләү – эшлекле йүнәлеш биреүҙең һөҙөмтәле ысулы. Ул уҡытыусының уҡытыу-тәрбиә процесындағы ролен күтәрә. Эш күләме артһа ла, сифатлыраҡ була бара. Был осраҡта уҡытыусы:
– төркөмдәрҙәге эш барышын контролдә тота;
– һорауҙарға яуап бирә;
– бәхәстәрҙе, эш тәртибен көйләй;
– кәрәк саҡта айырым уҡыусыларға йәки бөтә төркөмгә ярҙам итә.
Төркөмдәргә һайлағанда уҡыусыларҙың белемен һәм өлгөрөү кимәлен күҙ уңында тоторға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙың үҙ-ара аралашыуын да (симпатия, антипатия, бер-береһе менән хеҙмәттәшлеккә әҙерлек) иҫәпкә алырға кәрәк.
Консультант һайлағанда, күберәк яҡшы уҡыусы ғына был эште тейешле башҡарып сыға ала, тигән фекер йәшәй. Тик психологтар белдереүенсә, уҡыусының яҡшы уҡыуы төркөмдәге аралашыуға бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай. Төркөмдәгеләр (4 – 5 кеше) маҡсатҡа ирешһен өсөн, уларҙың был бурысты башҡарыуға бер төрлөрәк ҡарашта булыуы мөһим. Улар бер-береһен тыңларға, һығымта яһарға, уртаҡ фекергә килергә тейеш.
Ниндәй һуң ул заман талаптарына ярашлы дәрес? Әгәр уҡытыусы менән уҡыусылар үҙләштерелергә тейешле эштең фәнни йөкмәткеһен эҙләү һәм һайлап алыу буйынса тигеҙ эш алып барһалар, белем алыу өсөн һәр кем яуаплы, ә уҡыусы белемен арттырыуҙа үҙе көс түгеүсе була. Дәрестең йомғаҡлау өлөшө йәки рефлексия шулай уҡ әһәмиәтле роль уйнай. Уның өсөн төрлө мөмкинлектәр бар: биш минутлыҡ эссе, әйтеп бөтөрөлмәгән һөйләм, форумда ҡатнашыу, ирекле телмәр, йылмайликтар. Дәрестең төҙөлөшө динамикалы булырға, унда тик бер маҡсатты үтәүгә йүнәлтелгән төрлө эш төрҙәре ҡулланылырға тейеш.
Эшлекле йүнәлеш биреү принцибы булып баланың үҙ тырышлығы менән белем алыуы тора. Уҡыусы уҡыу процесының йөкмәткеһен һәм формаһын аңлы рәүештә үҙләштерә, нормаларын ҡабул итә һәм камиллаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Былар барыһы ла баланың дөйөм мәҙәни кимәлен һәм эшләү һәләтен, белем алыу күнекмәләрен булдыра.
Федераль дәүләт белем биреү стандарттары уҡыу ситуацияһы тигән яңы төшөнсә индерә. Балалар уҡытыусы ярҙамы менән уҡыу эшмәкәрлегенең нимәнән торғанлығын аңлай, уны тикшерә, төрлө ысулдар менән уның сиселешен таба, үҙгәртә, йәки уны тасуирлай һәм иҫендә ҡалдыра. Уҡыу ситуацияһы булып уҡылған текст йөкмәткеһе буйынса таблица, график йәки диаграмма төҙөү, ҡағиҙә буйынса алгоритм сығарыу, түбән класс уҡыусылары осөн текст йөкмәткеһен аңлатыу йәки ғәмәли эш үтәү тора.
Күренеүенсә, уҡытыусының баланы мәғлүмәт иленә оҙата барыусы булараҡ эшләүе файҙалы. Ул тейешле сифаттарҙы формалаштырыусы, үҫтереүсе генә түгел, баланы үҙе үҫкән мөхиттә аралашып йәшәргә өйрәтеүсе лә булырға тейеш.

А.У. РАЯНОВА,

Ауырғазы районының Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы,

Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы


Читайте нас: