Бала яҙыу менән булышҡан өләсәһенең эргәһенә килеп:
– Нимә яҙаһың, өләсәй? Әллә минең турала яҙаһыңмы? – тип һорай.
– Дөрөҫ әйттең, һинең турала яҙам шул. Тик минең нимә яҙыуым түгел, нимә менән яҙыуым мөһим. Киләсәктә һинең ошо ҡәләм кеүек ҡөҙрәтле булыуыңды теләйем, – тигән ул.
Бала аптыраулы ҡарашын өләсәһе ҡулындағы ҡәләмгә төбәп:
– Ул башҡа ҡәләмдәрҙән һис тә айырылмай бит, – тигән.
– Бөтә сер беҙҙе уратып алған әйберҙәргә нисек, ниндәй күҙлектән бағыу менән бәйле. Бына ошо ябай ғына ҡәләм дә үҙендә биш мөғжизә һаҡлай. Тормошта маҡсатыңа ирешеп, уңышлы йәшәргә теләһәң, һин уларҙы белергә тейешһең.
Беренсенән, был ҡәләмдең төп тәғәйенләнеше – яҙыу, һыҙыу. Кешенең дә иңенә билдәле бурыстар йөкмәтелгән. Тормош юлыңды үткәндә, кешелек бурыстарыңды үтәгәндә, һинең булмышыңа йүнәлеш биреүсе, бейеклеккә үрләтеүсе юғары көс барлығын онотма. Бына ошо ябай ғына ҡәләм һинең тормошоңа йүнәлеш биреүе бар, бары тик уның ҡөҙрәтен тоя белергә кәрәк.
Икенсенән, яҙыр, һыҙыр алдынан ҡәләмде ослап ебәрһәң, ул матур һыҙа. Кеше уны ослағанда, бәлки, ҡәләм ауыртыу кисерә торғандыр, әммә унан һуң тигеҙ, матур яҙа башлай. Тимәк, тормоштағы ауырлыҡтарға сыҙап, уларҙы еңергә өйрәнһәң, бер мәл улар һиңә еңеллек килтерер, юғарыға әйҙәр.
Өсөнсөнән, ҡәләм менән һыҙыу, яҙыу эшен башҡарғанда, кәрәкмәгәнен юйырға, хаталы урындарын төҙәтергә мөмкин. Ошонан сығып шуны иҫеңдә тот: ваҡытында хатаңды күрә белеү, иҫкәртеү артабан дөрөҫ аҙымдар яһарға күнектерер.
Дүртенсенән, ҡәләмдең сифаты уның эсендәге грифы менән бәйле. Ул ни тиклем яҡшы булһа, яҙыу-һыҙыуҙы башҡарыу еңел була. Тимәк, эске донъяңдың тәртиптә булыуы, күңел торошоң менән тышҡы ҡиәфәтеңдең бер бөтөн булыуы тормош һуҡмағын үткәндә айырыуса мөһим.
Бишенсенән, ҡәләм менән һыҙғанда артынан яҙыу ҡала. Һин дә үҙеңдең башҡарған эштәрең, ҡылған ҡылыҡтарың менән тормошта эҙ ҡалдыраһың. Уның ниндәй булыуы фәҡәт һинән тора.
Һүҙ аҙағында күренекле шағир Ғариф Ғүмәрҙең ҡәләмгә арнап яҙған шиғырын искә төшөрөү урынлы булыр кеүек:
Һыҙ, ҡәләм, һыҙ һүҙҙәреңде,
Тап түгел ул, кер түгел ул, –