Бөтә яңылыҡтар

Еләк-емеш аҙыҡтары

Миҙгел мәлдәре

Элек һыуытҡыс, туңдырғыс кеүек көнкүреш әйберҙәре бөтөнләй булмаған. Ә шулай ҙа халыҡ йәй көнө үк ҡышҡа ризыҡ хәстәрләгән.
Йыйылған еләк-емеште майға, ҡоротҡа ҡушып ҡышҡылыҡҡа һаҡлау – киң таралған алымдарҙың береһе булған. Бындай ысул менән әҙерләнгән ризыҡ боҙолмаған, оҙаҡ һаҡланған.
Ҡышҡылыҡҡа витаминдарҙы һаҡлау өсөн әсәй-өләсәйҙәребеҙ ни эшләгән икән? Варенье ҡайнатмағандар, хатта шәкәр ҙә булмаған.
Элек башҡорттоң балы күп булған. Емеш-еләкте балға бутап ҡышҡылыҡҡа һаҡлау ысулы булған. Ә умартаһы, балы булмағандар ни эшләгән һуң?
Был осраҡта киң таралған алымдарҙың береһе – киптереү һәм ҡаҡ ҡойоу булған. Бындай ысул менән эшләгәндә витаминдар ҙа күпкә күберәк, мулыраҡ һаҡланған.
Емеш-еләкте күләгәле, ҡояш төшмәгән урында киптерергә кәрәк. Ә ҡаҡ ҡойоу ҡатмарлыраҡ. Уның өсөн емеш-еләкте таҙартып, йыуып, һыуын һарҡытырға кәрәк. Яҡшы итеп иҙеп, иләк аша үткәрергә һәм майлы таҡтаға йәйеп ҡуйып еләҫ, күләгәле урында өҫтөн марля менән ябып киптерергә кәрәк.
Ҡаҡты алманан, ҡарағаттан, баландан, ер еләгенән, сейәнән һәм миләштән ҡоялар.
Халҡыбыҙҙың борондан ҡалған кәсептәрен иҫтә тотоп, емеш-еләк мул ваҡытта һалҡын ҡыштарҙы бөгөн хәстәрләйек, дуҫтар!
Читайте нас: