Элек-электән халҡыбыҙ еләк-емеш йыйыу, минлек әҙерләү, бесән сабыу кеүек миҙгелле эштәргә бик яуаплы ҡараған.
Еләк-емеш йыйыу көндәре байрам төҫө алған. Үҙҙәре менән ашарға аҙыҡ-түлек алып, йәш балалар өсөн сәңгелдәктәр тейәп, тотош ауыл бер юлы еләк-емеш йыйырға йәки тирергә сыҡҡан. Урманда сәй ҡайнатҡандар, бала-саға рәхәтләнеп уйнаған, кескәй туғандарын ҡарашҡан, еләк-емеш тирешкән, эшкә өйрәнгән.
Ашау-эсеү мәлендә ололар төрлө фәһемле хәл-ваҡиғаны иҫкә төшөргән, балаларға өгөт-нәсисхәт биргән.
Өйҙә өлкән йәштәрҙәге инәйҙәр генә ҡалған, йот-ҡураны янғындан, хәүеф-хәтәрҙән һаҡлаған. Улар һуңынан сүпләмә еләккә сыҡҡандар, сөнки күмәкләп йыйғанда еләк-емеш барыбер тороп ҡалыусан була. Өлкән инәйҙәр ана шул ҡалған еләктәрҙе сүпләп кенә йыйған, эстән генә боронғо көйҙәрҙе көйләгән. Эргәһендә эйәреп йөрөгән ейән-ейәнсәренә шифалы үләндәрҙе танырға, йыйырға һәм һаҡлау серҙәренә өйрәткән.
Балаларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү, ҡыҙыҡһыныу уятыу кеүек ғәмәлдәр ҙә тап ошондай мәлдәрҙә атҡарылған. Үләндәрҙе тамыры менән йолҡоу, ағас ботаҡтарын һындырыу, сәскәләрҙе өҙөү кеүек насар күренештәр халҡыбыҙ өсөн бөтөнләй ят булған.