Бөтә яңылыҡтар

Хәрәкәтле уйындар

«Кәрәкле төҫтө тап»

Был уйын балаларҙың иғтибарын үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Балалар бейейҙәр. Музыка туҡтай һәм алып барыусы, мәҫәлән, «Ҡыҙыл төҫтө тап», тип иғлан итә. Уйында ҡатнашыусылар ошондай төҫ булған әйберҙе бүлмәлә табып, уға ҡағылырға йәки уны тотоп торорға тейеш.
Алып барыусы тикшереп сыға. Төҫтө дөрөҫ тапмаған бала уйындан сығарыла.
Алып барыусы уйын барышында төрлө төҫтәр әйтә. Иң иғтибарлылар еңә был уйында!

«Киреһен эшлә»

Алыр барыусы уйында ҡатнашыусыларға төрлө хәрәкәттәр күрһәтә. Ҡатнашыусының бурысы – алып барыусы күрһәткән хәрәкәттең киреһен эшләү. Мәҫәлән, алып барыусы ҡулын күтәрһә, ҡатнашыусы төшөрөргә тейеш; алға эйелһә – артҡа эйелергә һәм башҡалар.
Кем уйындың шартын боҙа, шул уйындан сығарыла. Иғтибарлылар еңә был бәйгелә!

«Ояңды тап!»

Иҙәндә түңәрәктәр ярҙамында «оялар» билдәләнә. Мәҫәлән, аҡбур менән һыҙырға мөмкин. «Оялар» һаны ҡатнашыусылар һаны – «ҡошсоҡтар» һанына ҡарағанда әҙ булырға тейеш.
Музыка уйнай башлай һәм «ҡошсоҡтар» осалар, йәғни бейейҙәр.
Көй туҡтау менән һәр «ҡошсоҡ» үҙенең «ояһына» осоп ҡайта: түңәрәктең эсенә баҫырға тейеш.
Кем «ояһыҙ» ҡала, шул уйындан сығарыла бара.
Уйын барышында шуна иҫтә тоторға кәрәк: «ҡошсоҡтар» һаны кәмегән һайын, «оялар» һаны ла кәмей бара.

Ә.С. РАҠАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: