Беренсе алып барыусы. Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар, йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан ауылдарҙың вәкилдәре!
Икенсе алып барыусы. Хөрмәтле ауылдаштар, яҡташтар, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Һеҙҙе ҡунаҡсыл тыуған төйәгебеҙҙә “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” байрамында күреүебеҙгә бик шатбыҙ.
Беренсе алып барыусы. Эйе, бөгөн беҙ изге байрамға йыйылдыҡ. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ, өләсәйҙәр рәхәтләнеп самауыр сәйен эскәндәр. Самауырҙы ҡомартҡы итеп быуындан быуынға тапшыра килгәндәр. Бигерәк тә шифалы үлән сәйҙәрен баллап –тәмләп эсергә яратҡан халҡым.
Икенсе алып барыусы. Боронғо йолаларыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың ихласлығын, йомартлығын , уңғанлығын сағылдырған ҡунаҡсыллыҡ йолаһын һаҡлау, ихтирам
итеү маҡсатында бөгөнгө “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” байрамы ойошторолдо.
Беренсе алып барыусы. Бөгөнгө байрамда “Самауырым ҡайнаны, әҙер,сәй менән һыйлайым хәҙер” ырыуҙар, нәҫелдәр, ғаиләләр, дуҫтар төркөмдәре әҙерләгән самауыр бәйгеһе –төп бәйге ойошторола, улар эшенә йомғаҡ яһағансы , халыҡ өсөн “Башҡортом һылыуҙары, их, һыу алыуҙары” исемле йәш ҡыҙҙар, килендәр һәм ҡәйнәләрҙең көйәнтәләп һыу алып килеү конкурсы , ”Самауырҙы йыҡҡансы, таҫтамалды һыҡҡансы” самауыр артында күңелле мәҙәктәр, самауырға бәйле кем иң күп йомаҡтар белә, “Серле самауыр”зирәктәр, отҡорҙар бәйгеләре, “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” исемле маһирҙар, даланлылар өсөн самауыр, һыу юлы, ҡунаҡсыллыҡ йолаһына бәйле йырҙар, таҡмаҡтар конкурсы ойоштороласаҡ. Рәхим итегеҙ, ауылдаштар, яҡташтар, туғандар!
Икенсе алып барыусы. Ә хәҙер “Самауырым ҡайнаны, әҙер,сәй менән һыйлайым хәҙер” тип хөрмәтле ҡунаҡтар һеҙҙе ырыуҙар, нәҫелдәр, ғаиләләр, дуҫтар төркөмдәре әҙерләгән самауыр бәйгеһе көтә.
Түңәрәк яһап, ҡатнашыусыларҙың тирмәһе урынлаштырылған.
Халыҡ һәм баһа ҡуйыусылар төркөмдәрҙең самауыр ҡайнатып, милли ризыҡтар менән тултырылған һый-табынын баһалай.
1. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу йолаһы
2. Үҙҙәренең нәҫел-ырыуы менән бай йөкмәткеле оригиналь таныштырыу самауырҙың нисәнсе йылғы, кемдән ҡалған ҡомартҡы булыуын бәйән итеүе
3. Милли ризыҡтарҙы бешереү, әҙерләү оҫталығы, өҫтәлдең биҙәлеше
4. һәр төркөмдән бер оҫтабикә самауыр ҡайната. Кемдең самауыры тиҙ ҡайнар икән? (нимәләр һалып ҡайната-реклама)
5. Самауыр ҡайнағансы һәр төркөмдән иң сағыу талант үҙ һөнәрен күрһәтә
6. Үлән сәйҙәренә реклама яһау, йәки рецептарын өйрәтеү маһирлығы, самауырҙы таҙартыу оҫталығын уртаҡлашыу
7. Ҡунаҡтарҙы йырлап һыйлау конкурсы
Баһа ҡуйыусылар йомғаҡ яһағансы, халыҡ өсөн төрлө ярыштар ойошторола.
1. “Башҡортом һылыуҙары, их, һыу алыуҙары” исемле йәш ҡыҙҙар, килендәр һәм ҡәйнәләрҙең көйәнтәләп һыу алып килеү конкурсы.
–Шишмәнән кем сүмесләп биҙрәләргә беренсе һыу тултыра
–Шишмәгә һыу өсөн теләк теләү
–Биҙрәләрҙе сайпылтмай, һыуын түкмәй генә оҫта финишҡа килеп етеү
2.”Самауырҙы йыҡҡансы, таҫтамалды һыҡҡансы” самауыр артында күңелле мәҙәктәр бәйгеһе
3.. Самауырға бәйле кем иң күп йомаҡтар белә, зирәктәр өсөн “Серле самауыр” бәйгеһе.
1. Кескенә ҡыҙ бала, йөрәгемә ут һала.
4. Һарай эсендә һандуғас һайрай.
5. Алтын һарай эсендә аҫыл ҡош һайрай.
6. Алтын бишек, арҡаһы тишек.
8. Еҙ һарайым эсендә еҙнәм аты кешнәй.
9. Һары айғырым һарнап кешнәй,
11.Көлөн сәсеп, ҡарт әбей
4.“Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” исемле самауыр, һыу юлы, ҡунаҡсыллыҡ йолаһына бәйле йырҙар, таҡмаҡтар конкурсы
Алып барыусылар хужаларға, байрамды ойошторосыларға һүҙ бирәләр һәм бәйгегә йомғаҡ яһала.
Беренсе алып барыусы. Ә хәҙер баһа ҡуйыусыларҙы сәхнә түренә саҡырайыҡ.
Ойоштороусылар йәки хужа ҡотлай, төп еңеүсе төркөмдө билдәләй һәм “Еҙ самауыр”, “Ҡомартҡы самауыр”, “Боронғо самауыр”, “Ҡәйнәм самауыры”, ”Заман самауыры”, “Байрам самауыры” номиницияларында еңеүселәрҙе бүләкләй. Еңеүселәр самауырҙары менән сәхнәгә сыға.
Беренсе алып барыусы. Барығыҙҙы ла бөгөнгө матур байрамды биҙәүегеҙ өсөн ҡотлайбыҙ, сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Эйе, Ирәндек буйын тултырып, ауыл-ауыл ырыуҙаштар ирәйеп йәшәһен, үҙ-ара татыу булһындар, бер-берен танып, бер-беренә таянып, Ирәндек буйын гөрләтеп дан булып йәшәргә яҙһын. Самауырҙар боронғобоҙҙо ла, бөгөнгөбөҙҙө лә, киләсәгебеҙҙе лә маҡтап йырлаһын, янына ҡунаҡсыл милләттәштәрен йыйһын!
Беренсе алып барыусы. “Аш-hыу – тәнгә шифа, дуҫлыҡ-татыулыҡ – йәнгә шифа…” Ғаиләләр ишле булһын, ғаиләләр көслө булһын, Ғаиләләр татыу, теүәл булһын! Самауыр артында татыу ғаилә йыйылып, матур йырҙар йырлаһын, тыуған ерен данлаһын! Хөрмәтле,ҡунаҡтар! Гел шулай самауырҙар йырлап торһон, халҡым моңо тынмаһын!
Самауыр, сынаяҡтар менән дәртле бейеү менән тамамлана.
Ә.Р. АЛДЫРХАНОВА, Сибай гимназия-интернаты уҡытыусыһы,