Бөтә яңылыҡтар

Күрәм, ишетәм, тотам!

Ата-әсәләргә ярҙамға

Кешеләрҙе, мәғлүмәтте нисек ҡабул итеүҙәренә нигеҙләнеп, шартлы рәүештә визуал, аудиал һәм кинестетиктарға бүлеп ҡарарға мөмкин. Был үҙенсәлектәр бала бәләкәй саҡта уҡ күренә башлай.

Ошоларҙы иҫәпкә алып, төрлө төркөмдәргә ҡараған балалар менән уларҙың “телендә” һөйләшкәндә, сабыйығыҙ һеҙ­­ҙе тиҙерәк аңлар һәм яңы мәғлүмәтте йәһәтерәк ҡабул итер.

Визуал, аудиал һәм кинестетиктар­ҙың бер-береһенән айырмаһы ни­мәлә? Ошо үҙенсәлектәргә таянып, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр балаларға уҡыуында һәм башҡа төр шөғөлөндә нисек ярҙам итә ала? Әйҙәгеҙ, кеше хол­ҡоноң ошо үҙенсәлектәрен ентекләберәк ҡарап китәйек.

Визуалдар: күрәм – тимәк, беләм.

Визуалдар – донъяны башлыса күҙ­ҙә­ре ярҙамында танып белгән кешеләр. Уларға мәғлүмәтте аңлау һәм иҫтә тотоу өсөн мотлаҡ рәүештә үҙ күҙҙәре менән күреү кәрәк. Ишетелгән хәбәрҙе улар оҙаҡ ҡабул итә һәм хәтерендә ауыр ҡалдыра.

Визуал балаларға бәләкәйҙән төрлө сағыу һүрәтле китаптар ҡарау оҡшай, бик иртә хәрефтәр менән ҡыҙыҡһына баш­лайҙар. Телмәрҙәрендә “күрә­һең­ме?”, “ҡара әле” тигән һүҙҙәрҙе ҡулланырға яраталар, төҫтәргә иғтибар итәләр. Шулай уҡ улар тирә-яҡ мөхиткә, кешеләргә ҡарата ла бик һынамсыл, әгәр ҙә бүлмәлә берәй үҙгәреш булһа, визуалдар уны башҡаларҙан алда күрәсәк. Бындай балалар үҙҙәренә артыҡ яҡын килгәнде, тирә-йүнде ҡаплағанды яратып етмәй. Улар образдар менән фекерләй, һүрәт төшөрөүгә, әүәләүгә, конструктор ярҙамында төрлө нәмәләр төҙөүгә һәләтле. Психологтар билдәләүенсә, дөйөм алғанда кешеләрҙең 60%-ы – визуалдар.

Визуал балаларға уҡыу өсөн ниндәй шарттар тыуҙырырға?

Визуалдар өсөн иркенлек кәрәк, уҡыу өҫтәле ни тиклем ҙур булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Төрлө төҫтәге стикерҙар, текс­тағы төп фекерҙе билдәләү өсөн маркерҙар, ҡәләмдәр ҡулланыу аңлауҙы еңелләштерәсәк.

Уҡыу плакаттары ла урынлы буласаҡ. Уларҙы бала үҙенә нисек кәрәк, шулай итеп стеналарға беркетеп сыҡһын.

Шулай уҡ төрлө һүрәттәр, таблицалар һәм графиктар менән тулыландырылған уҡыу әсбаптары һәм энциклопедиялар ҙа бала күңеленә хуш килер.

Аудиалдар: ишетәм – тимәк, аңлайым.

“Бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға”, – тигән мәҡәл бындай балалар тураһында түгел. Улар ишеткәндәрен хәтеренә ныҡлы һалып ҡуя. Аудиал балалар башҡаларҙы ла тыңларға ярата, үҙҙәре лә һүҙгә бик маһир. Улар өсөн аралашыу үҫеш процесында иң ҙур урынды алып тора, шуға күрә ата-әсәнең дә, тәрбиәсе менән уҡытыусының да ошо үҙенсәлеккә иғтибар итеүе мөһим.

Аудиал балаларға ҙур булмаған төркөмдәрҙә, кластарҙа шөғөлләнеү яҡшыраҡ, был осраҡта һәр бала уҡытыусының иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Аудиалдар фекер алышырға, бәхәсләшергә бик әүәҫ, балалар баҡсаһынан, мәктәптән ҡайтҡас, ата-әсәһенә көн дауамында нимәләр булғанын тәфсирләп һөйләп бирергә лә иренмәй. Төрлө мәсьә­ләләрҙе сискәндә улар хәл итеү юлдарын һүҙҙәр менән әйтеп ултыра, берәй эш менән мәшғүл булған мәлдә үҙҙәренең һәр хәрәкәтен ҡысҡырып әйтеп, артабан нимә эшләргә йыйынғанлыҡтарын белдереп йөрөй.

Аудиал балаларға уҡыу өсөн ниндәй шарттар кәрәк?

Иң тәүҙә бындай балаға уҡыу менән шөғөлләнеү өсөн тыныслыҡ кәрәк, сөнки сит тауыштар уға ныҡ ҡамасаулаясаҡ.

Үтәлгән өй эше, ятланған шиғыры, һөйләнәсәк доклады менән һеҙҙең алда сығыш яһап ҡараһын, был файҙаға ғына буласаҡ.

Замана яңылыҡтары менән ҡулланыу уңайлы: аудиокитаптар, аудиокурстар балағыҙға ярҙамға киләсәк.

Кинестетиктар: тотоп ҡарап донъяны таныйым.

Бындай балалар – практиктар. Улар донъяны тотоп ҡарап, хатта еҫкәп һәм тәмләп ҡарап таный. Эсендә нимә барлығын белергә теләү уларҙы уйынсыҡтарын һүтеп, төрлө өлөштәргә бүлеп ҡарарға этәрә.

Кинестетик балалар хәрәкәтсән уйын­дарҙы ярата, китап тотоп, бер урында ғына ултырыу улар өсөн ауырға тура килеүе лә мөмкин. Нимәнелер йыйырға, төҙөргә әүәҫтәр, шуға күрә йылға-күл буйҙарынан төрлө таштар һәм ҡабырсаҡтар, урман-ҡырҙарҙан төрлө япраҡ­тар һәм бөжәктәр йыйып алып ҡайтып, коллекция төҙөү, гербарий яһау уларға хас күренеш.

Аралашыу ваҡытында улар ҡулдарында йыш ҡына нимәнелер тотоп, әйләндереп-тулғандырып тора. Балалар бер генә урында тик кенә ултыра алмай, ҡулдарында берәй әйберҙе өйрөлтә, йәиһә башҡа эшкә әүрәй.

Кинестетиктарға тәбиғәткә сығыу, музейҙарға, күргәҙмәләргә, 300 парк­тарға йөрөү оҡшай.

Кинестетиктарға ата-әсәһе нисек ярҙам итә ала?

Уңышлы эш өсөн балаға практик материалдар: глобус, таштар һәм минералдар йыйылмаһы, ҡоштарҙың һәм йәнлектәрҙең бәләкәй генә фигуралары һәм башҡалар мөһим.

Дәрес әҙерләгән ваҡытында өҫтәл артында артыҡ оҙаҡ ултырырға мәжбүр итмәгеҙ, хәрәкәт итеүҙе, физик күнекмәләр яһауҙы аҡыл эше менән сиратлаштырығыҙ. Юғиһә балала тиҙ арала арыу йыйыласаҡ, ә был үҙ сиратында иғтибарҙы тарҡата, дәресте үҙләштерер­гә лә ҡамасаулай.

Ғ.Ә. СӘЛИХОВА,
психолог, Республика йәштәр социаль-психологик
һәм мәғлүмәти-методик үҙәге белгесе


Читайте нас: