Уҡыусыларға заман талаптарына ярашлы төплө белем һәм күп яҡлы тәрбиә биреүҙең төрлө формалары бар. Улар араһында театр сәнғәте эшмәкәрлеге айырым урын алып тора.
Бөйөк классик шағир Ғабдулла Туҡай заманында: «Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә, кире юлға ебәрмәй, уңға илтә…» – тип яҙып ҡалдырған. Ысынлап та, театр, сәнғәттең бер төрө булараҡ, матурлыҡ донъяһына саҡыра, сәхнәләге геройҙар яҙмышын өйрәнеү аша уҡыусының рухи үҫешенә дөрөҫ йүнәлеш бирә.
Театр сәнғәте буйынса үткәрелгән дәрестәр уҡыусыларҙың танып белеү һәләтен үҫтерә, йәш һәм шәхси үҙенсәлектәренә ярашлы, үҙ-ара аралашыуын һәм бер-береһенә йоғонто яһауын тәьмин итә. Шулай уҡ ул тәрбиәүи һәм үҫтереүсе бурыстарҙы күҙ уңында тота. Дәрестәр етәксе тарафынан алдан уйланыла, улар сығыш яһарға әҙерләнеү өсөн түгел, дөйөм үҫеш өсөн һәм тәрбиәүи маҡсатта ойошторола.
Театр түңәрәгенең йөкмәткеһе, форма һәм методтары телмәр үҫтереүгә һәм уҡыусыларҙың сәхнәлә уйнау, роль башҡарыу күнекмәләрен булдырыуға, ижади атмосфера тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Тап ошо түңәрәк-дәрестәрҙә һәр ҡатнашыусыны шәхес итеп формалаштырыусы, үҫтереүсе коллектив барлыҡҡа килә.
Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында 11 йыл дауамында «Таңсулпан» драма түңәрәге эшләп килә. Түңәрәк эшенең актуаллеге шунда: ул уҡыусылар өсөн тәбиғи һәләтеңде асыу, үҙеңде күрһәтеү, шул уҡ ваҡытта психологик көсөргәнешлектән арыныу сараһы булып тора.
Театр түңәрәге етәксеһе булараҡ, мин эшебеҙ аша ижади, әүҙем шәхес тәрбиәләү маҡсатын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тотам. Бөтөн донъя мәҙәниәте, халҡыбыҙ ижады, әҙәбиәтебеҙ, рухи ҡиммәттәребеҙ аша уҡыусыла рухи-әхлаҡи сифаттар тәрбиәләүҙе иң төп бурысым тип иҫәпләйем. Театр түңәрәге эшендә уҡыусының шәхси һәм ижади һәләттәрен асыусы төрлө алымдар һәм методтар ҡулланам, шулай ҙа уйын эшмәкәрлеге төп йүнәлеш булып ҡала. Түңәрәктең программаһы иһә бер йылға иҫәпләнеп төҙөлә.
Түңәрәккә балаларҙы йыйыу өсөн йыр-бейеү смотрҙарында әүҙем ҡатнашҡан һәләтле уҡыусыларҙы театр түңәрәгенең һайлап алыу турына саҡырып, этюдтар эшләтеп ҡарайбыҙ. Үҙҙәре теләк белдереүселәр, тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар йә үтә шуҡ уҡыусылар йәлеп ителә. Театр түңәрәгенә йөрөүселәр сәхнәлә генә түгел, кешеләр араһында үҙен матур, дөрөҫ тоторға, аралашырға өйрәнә, уларҙың һүҙ байлығы арта, хәтере яҡшыра. Сәхнәләштерелгән уйындар барышында бала персонаждар яҙмышы өсөн борсола, үҙен улар урынына ҡуйып ҡарай, яҡшылыҡты яманлыҡтан айырырға, матурлыҡты күрергә, изгелекте аңларға ынтыла.
Ошо йүнәлештә етди һәм эҙмә-эҙлекле шөғөлләнгән уҡыусының сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныуы арта, тәбиғи һәләте тиҙ асыла. Күренекле мәғрифәтсе Ҡәйүм Насыри ҙа: «Тәбиғи һәләтлелек ул осҡон ғына, ул һүнергә лә, ҡабынып китергә лә мөмкин, уның ҡабынып китеп, ҙур ялҡынға әүерелеүендә төп мәжбүри көс булып хеҙмәт һәм үҙ-үҙеңә талапсанлыҡ тора», – тигән. Театр сәнғәте баланың ижади һәләттәрен асһа ла, һәр кемгә артист булыу талабы ҡуйылмай. Сәнғәтте бик яратҡандар, үҙ һәләтен үҫтереү өҫтөндә эшләгәндәр генә был мауыҡтырғыс та, матур ҙа, ауыр ҙа эште ғүмерлек һөнәре итеп һайлай.
Йыл һайын гимназия-интернат сәхнәһендә бер нисә спектакль ҡуйыу беҙҙең матур йолабыҙға әйләнгән. Сәхнә өсөн репертуар һайлауҙа түңәрәк ағзалары барыһы ла ҡатнаша, улар ролдәрҙе бүлеүҙә, актерҙарҙы билдәләүҙә, декорациялар һайлауҙа етәксе менән кәңәшләшә, тәҡдимдәр индерә.
Сәхнәгә спектакль ҡуйыу түбәндәге схема буйынса башҡарыла: тәүҙә әҙәби әҫәрҙең етәксе тарафынан ҡыҫҡартып әҙерләнгән варианты уҡыла, фекер алышыу ойошторола. Декорация һәм костюмдар өсөн эскиздар уйлана. Артабан төркөмләп һәм айырым репетициялар башлана. Спектаклде сәхнәгә сығарыу алдынан декорация эшләнә, тамаша залы биҙәлә, генераль репетициялар уҙғарыла. Тулҡынланып көткән тамаша көнө яҡынлашҡанда психологик әҙерлек эштәре лә башҡарыла, һәр уҡыусы менән айырым һөйләшеү ойошторола.
Әлбиттә, театр сәнғәте түңәрәге эшенең тамашасы күҙенә күренмәгән үҙ нескәлектәре, ауырлыҡтары бар. Ваҡыт менән иҫәпләшмәҫкә, балаларҙың һәр береһе өсөн айырым шөғөлләнеү графигы төҙөргә тура килә. Уҡыусыны тасуири һөйләргә өйрәтеү маҡсатында тел шымартыуға, ирендәргә гимнастика, тын алыу күнегеүҙәре башҡарабыҙ. Айырыуса «Сабып барған атты нисек туҡтатырға?», «Терпе нисек тын ала?» күнегеүҙәрен үткәреү отошло. Шулай уҡ оялсанлыҡты еңеү, баҙап ҡалмау өсөн публика алдында, аудиторияла сығыш яһау уңышлы.
Театр түңәрәгенә йөрөүселәр гимназия-интернатты тамамлағас та әүҙем тормош менән йәшәй, йәмәғәт эштәрендә ҡайнай. Шуныһы ҡыуаныслы: түңәрәктә шөғөлләнгән иң әүҙем уҡыусылар театр юлын һайланы. Айҙар Шәмсетдинов, Морат Рафиҡовтар – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары, Рәйлә Солтанова – Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актрисаһы, Әлфинә Хәмзина БДУ-ның «Осҡон» йәштәр театры студияһы етәксеһе булып эшләй. Уҙған уҡыу йылында Йәнгүзәл Халиҡова З. Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһының театр факультетына уҡырға инде.
Бала күңелен тәрбиәләүсе алымдар араһында театр сәнғәте түңәрәгенең роле баһалап бөткөһөҙ. Ул әҙәби әҫәрҙәребеҙҙе тәрәнерәк үҙләштерергә, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларға ярҙам итә, уҡыусы күңеленә изгелек орлоҡтары сәсә, киләсәк тормошҡа дөрөҫ ынтылыш бирә.
Р.Ф. Нәбиева,
Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика
гимназия-интернаты тәрбиәсеһе, Башҡортостандың мәғариф
алдынғыһы, драма түңәрәге етәксеһе