Бөтә яңылыҡтар

Тәмәке тартыу – үҙеңә ҡәбер ҡаҙыу ул

Маҡсат. Һәр кем үҙ сәләмәтлеге өсөн үҙе яуаплы икәнен төшөндөрөү.

Бурыстар. Уҡыусыларға үҙеңдең сәләмәтлегең өсөн яуаплылыҡ һәм насар ғәҙәттәрҙән азатлыҡ бәхетле булыуҙың сере икәнен аңлатыу; тәмәке тартыуҙың организм өсөн зыяны тураһында уйланырға мәжбүр итеү; тормошта дөрөҫ маҡсат ҡуйырға ынтылыш биреү.

Йыһазландырыу. Күргәҙмә материалдар, алһыу ҡағыҙҙан, губканан эшләнгән үпкә моделдәре, кешенең анатомик схемаһы; проект өсөн ватман, скотч, елем,

Дәрес барышы

Уҡытыусы. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Әйҙәгеҙ, ҡул сабып, бер-беребеҙҙе сәләмләп алайыҡ! Йөҙҙәрҙәге йылмайыу – ул сәләмәтлек һәм ихласлыҡ билдәһе, әйҙәгеҙ әле, йылмайыуыбыҙҙы ҡунаҡтарға ла бүләк итәйек. Күтәренке кәйеф менән бөгөнгө осрашыуыбыҙҙы башлайыҡ.

Беҙ үткәргән дәрестәрҙең ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәйек (һәр кемдең файҙалы эшләүе, бер-беребеҙҙең фекерен бүлдермәй тыңлау, дәрестә әүҙем ҡатнашыу).

Төркөмдә эшләү ҡағиҙәләре (ваҡытты ҡәҙерләү, һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы булыу; тиҙ, тыныс, ойошҡан рәүештә эшләү; берәмләп һөйләү; матур, тулы яуаптар биреү).

Төркөмдә «хронометрист» – ваҡытты күҙәтеүсе, «секретарь» – фекерҙәр, идеялар яҙып барыусы, «спикер» – ойоштороусы, яуап биреүсе билдәләү.

Теманы асыҡлау. Ватманға дәрестең темаһын йәбештереү.

Уҡытыусы. Бөгөн нимә тураһында һөйләшербеҙ икән? Уйлап ҡарайыҡ.

Евразия материгында уның тураһында 1493 йылға тиклем бер кем дә белмәгән. Ул 1560 йылда Францияға килеп эләгә. Уны француз илсеһе Жан Нико баш ауыртыуынан яфаланыусы Португалия королеваһы Екатерина Медичиға бүләк итә.

Рәсәйгә уны инглиз сауҙагәрҙәре алып килә. Был ваҡытта уны ҡулланыусылар ныҡ эҙәрлекләнә, тотолоусыларҙы ҡаты яза көтә. Власҡа Петр I килгәс, уны ҡулланыуға ҡаршы законды юҡҡа сығара, үҙе лә мауыға башлай.

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем уны башҡорт ауылдарында ҡулланыусы булмаған. Ҡалала был ғәҙәткә өйрәнеп ҡайтыусыларға ытырғанып ҡарағандар, шуға ла был эштәрен улар ауыл ситендә йәшенеп кенә башҡарғандар.

Ауылдарға уны һуғыш ваҡытында утты-һыуҙы кискән, төрлө ауыр, фажиғәле хәлдәрҙе, юғалтыуҙарҙы үҙ баштарынан үткәргән фронтовиктар алып ҡайтҡан. Ә шулай ҙа уны ҡатын-ҡыҙ йәки бала-саға ҡулланыуы мөмкин булмаған хәл, тип иҫәпләнгән.

Һүҙ нимә тураһында? (Яуаптар.)

Эйе, тәмәке тартыу – ифрат насар ғәҙәт. Бөгөн тәмәке һәм уның организмға зыяны тураһында һөйләшәсәкбеҙ. (“Тәмәке тартыу – ҡурҡыныс ғәҙәт” тип ватманға яҙыу.) Илебеҙҙә ир-егеттәрҙең – 50 – 55 проценты, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 35 проценты тәмәке тарта. “Ни өсөн тартаһығыҙ?” тигән һорауға өлкәндәр “ғәҙәт” тип кенә яуап бирә.

Бик насар ғәҙәт. Статистика мәғ­лү­мәт­тәре буйынса, өлкән класта уҡыусы егеттәрҙең – 60, ҡыҙҙарҙың 45 проценты тәмәке тартып ҡараған, ҡайһы берҙәре ғәҙәтенә лә әйләндергән.

“Беҙҙең тиҫтерҙәребеҙ ни өсөн тарта башлай?” тигән һорауға яуапты төркөмдәрҙә бергәләп эҙләрбеҙ. (Ҡағыҙҙар таратып бирелә, улар эшләгән арала ватманға тиҙ генә үпкә макеты төшөрөлә.)

Балалар ни өсөн тәмәке тарта башлай?

I төркөм. Әлфиә йылға буйында ял итеүселәр онотоп ҡалдырған матур ҡаплы тәмәкене тапты, ут ҡабыҙғысы ла эргәһендә. “Уй, нәҙек кенә, “дамский”, матур-матур апайҙар бына ошолайтып, бармаҡтарына ҡыҫтырып тарта, телевизорҙа күргәнем бар”, – тип, Әлфиә бармаҡ араһына береһен ҡыҫтырып, атлап та күрһәтте. “Беҙҙең баҙарҙа әбейҙәр ҙә тартасы”, – тине Шәүрә.

“Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә тартып ҡына ҡарайыҡ, нимәһе ҡыҙыҡ икән”, – тине кемеһелер.

II төркөм. Үҙҙәрен мәктәптә генә түгел, урамда ла бик текә тотҡан малайҙар төркөмөнә Айрат яңы ғына ҡушылды. “Бында бөтәһе лә бер иш, башҡалар нимә эшләй, һин дә шуны эшләйһең”, – тип таныштырҙы уны башлыҡ, үҙе ҡулындағы төтәп торған сигаретын һуҙҙы. Төркөмдәге малай-ҡыҙҙарҙың бөтәһен дә белә, тик уларҙың да ҡулдарында тәмәкеләрен күргәс, аптырап ҡалды.

III төркөм. Малайҙар мәктәп артындағы ҡыуаҡлыҡта тәмәке тартҡан өлкән класс егеттәре араһына яңылыш ҡына барып сыҡты. “Ошаҡлап ҡына ҡарағыҙ”, – тине кемеһелер. “Ошаҡламаҫтар, бирегеҙ үҙҙәренә лә, тартһындар”, – тине Заһир, күҙҙәренән осҡондар сәсрәтеп. “Тартмай ғына ҡарағыҙ, кәрәктәрегеҙҙе алаһығыҙ!” – тине башҡалары ла.

Уҡытыусы. Уҡыусыларҙы ниндәй сәбәптәр тәмәкегә ылыҡтыра? (Бирелгән яуаптар таҡталағы ватманға яҙыла.)

Тәмәкене тәүге тапҡыр тәмләп ҡарау­сыны бик ауыр хәл көтә. Үҫмер егет: “Ҡапыл баш әйләнеп китте, һаҫыҡ төтөн тын алырға ҡамасаулай. Туҡтауһыҙ сәсәтә. Сәсәй торғас, уҡшып ҡоҫа башланым, Зыңлап баш ауырта, күҙҙәр сығып килә, ауыҙ кипте, күңел болғана…” – тип һүрәтләй тәмәке тартып ҡарауын. Организм үҙенә ят, зарарлы матдәгә шундай реакция менән яуап бирә. “Туҡта, иҫеңә кил, ағыу­ланма”, – тип әйтергә теләй ул.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр тәмәкенең зыяны тураһында уйлап та бирмәй был насар ғәҙәт ҡолона әүерелә. Ә һеҙ тәмәкенең зыяны тураһында нимә беләһегеҙ? (Яуаптар.)

Бына һеҙҙең алдығыҙҙа тәмәке төтөнөнөң яҡынса составы (ватманға йәбештерелә). Ағыу коллекцияһы: арсеник (сысҡан ағыуы ҡушымтаһы), ацетон (сәнәғәттә буяу иреткес), никотин (зарарлы бөжәктәргә ҡаршы ҡулланыла), карбонмоноксит (машина яғыулығы), пирен, полоний, фенол (рак сиренә сәбәпсе матдәләр), нафталин (көйә дарыуы), кадмий (аккумулятор сәнәғәтендә ҡулланыла торған металл), ДДТ (паразиттарға ҡаршы ҡулланыла торған дарыу), цианлы гидроген (газ камераларында ҡулланыла), аммиак (таҙартҡыс матдә), бутан (ут ҡабындырғыс эшләтә торған газ), толуэн (етештереүҙә ҡулланыла торған иреткес).

Һәр сигаретта йөрәк тибешен йышайтыусы һәм ҡан баҫымын күтәреүсе никотин бар. Никотин үпкәгә йәбешеп ҡала. Тештәрҙә һәм бармаҡтарҙа таптар барлыҡҡа килтерә. Тәмәке составындағы 40 мең химик матдәнең күпселеге – ағыу. Уларҙың ҡырҡтан ашыуы яман шеш ауырыуын тыуҙыра. Тартҡан кешегә йөрәк өйәнәге ҡурҡынысы – икеләтә, үпкәлә яман шеш барлыҡҡа килеү – ун мәртәбә, хроник бронхитҡа һабышыу бер нисә тапҡырға йышыраҡ янай. Тәмәкенең 1 – 2 ҡабында никотиндың үлемесле дозаһы тупланған. Тәмәкесене дозаның организмға бер юлы түгел, бүлеп-бүлеп индерелеүе генә үлемдән ҡурсалай. Һәр тәмәкесе ғүмерен уртаса 7 – 10 йылға ҡыҫҡарта. Тәмәке – кеше организмы өсөн иң ҡеүәтле канцерогендарҙың береһе.

Статистика мәғлүмәттәре раҫлауынса, ер йөҙөндә уртаса һәр йылда 3600 миллиард сигарет тартыла. 3,5 миллиард кеше үҙ үпкәһе аша 5 млрд кг төтөн үткәрә.

Әйҙәгеҙ әле, тәмәкенең үпкәгә, тын юлдарына килтергән зыянын ҡарап үтә­йек. Төркөмдә эшләйбеҙ, аҙаҡ башҡаларҙы таныштырырбыҙ.

I төркөм. Тәмәке төтөнөнөң ыҫмалаһы яйлап үпкәгә йыйыла, тартыуын ташлаған кешелә лә ул оҙаҡ һаҡлана. (Тәжрибә бирсәткәләр кейеп башҡарыла. Губканан яһалған үпкә моделдәре тәмәке эретелгән шыйыҡсаға тығып алына. Аҙаҡ таҙа һыу­ҙа йыуыла. Һығымта яһала.)

II төркөм. Йәйге эҫе ҡояшлы көндә киптерергә эленгән еүеш кейем тиҙ генә кибә, ҡата башлай һәм бәләкәсәйеп ҡалғандай тойола. Киптерергә эленгән кер менән тәмәке тартыусы кешенең үпкәһе араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?

III төркөм. Яңы ғына һатып алынған ялтырап торған күнәкте усаҡ өҫтөнә ҡуйып сәй ҡайнаталар. Күнәктең тышы нимә эшләй? Усаҡҡа эленгән күнәк менән тәмәке тартыусы кешенең үпкәһе араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?

Уҡытыусы. Шулай итеп, ниндәй һығым­таларға килдек? (Яуаптар.)

Эйе, уҡыусылар, тәмәке ҡот осҡос зыянлы, әле уның зыянын үпкә өлгөһөндә генә ҡараныҡ, шундай уҡ ағыулы тәьҫире башҡа ағзаларға ла тарала.

Физминутка. Һаулыҡтың күп факторҙарҙан торғанын беләбеҙ. Әгәр ҙә сәләмәтлек өсөн файҙалы фекер әйтелһә – ике тапҡыр ҡул сабығыҙ, зыянлы фекер икән – ҡасҡан кеүек йүгереү хәрәкәттәре яһағыҙ. (Көн дә иртән зарядка яһау, ятып китап уҡыу, компьютер уйындарын оҙаҡ уйнау, компьютерҙа көн һайын ярты сәғәт шөғәлләнеү, көн режимын һаҡлау, тәмәке тартыу, шоколад ашау, һағыҙ сәйнәү, саф һауала уйнау, һүгенеү, иптәштәрең менән аралашыу, үҙеңде бәхетле тойоу; эшләгән эштәреңдең туғандарыңа, үҙеңә шатлыҡ килтереүе.)

Уҡытыусы (түңәрәк итеп ҡырҡылған ҡағыҙҙар таратып сыға). Бына был ҡағыҙ киҫәге һаулығығыҙ, ул һеҙгә бүләк ителгән икән, ти. Уны боҙоп буламы, бүлгеләп, йыртып ҡарағыҙ. (Балаларҙың ҡайһы берҙәре йомарлай, йырта.) Хәҙер иһә элекке хәленә килтереп ҡарағыҙ. Буламы? Юҡ. Шуға күрә һаулыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк. Уны юғалтыуы бик тиҙ. Төҙәтеүе иһә ауыр, бөтөнләй һуң булып ҡуйыуы ла бар.

Тәмәкенең бөтә ер шары буйлап таралыуының сәбәбе – кеше организмының уға бик тиҙ эйәләшеүендә, психик һәм физик бәйләнеш барлыҡҡа килеүҙә. Был уның составындағы никотинға бәйле. Әгәр ҙә тәмәкегә бәйлелек уны оҙаҡ ҡына ваҡыт тартҡандан һуң барлыҡҡа килһә, һуңғы ваҡыт киң таралған “нас­вай”, “спайс” кеүек тәмәке төрҙәре беренсе ҡулланыуҙа уҡ бәйлелек тыуҙыра, үлемгә, аҡылдан яҙыуға һәм башҡа төрлө фажиғәле хәлдәргә килтереп еткерә. Һаҡ булығыҙ!

Әҙәплелеккә күнегеү. Тәмәкесе кешеләр һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙыра? Һеҙҙең дә атай-әсәйҙәрегеҙ, туғандарығыҙ араһында тәмәке тартыусылар барҙыр. Уларҙы беҙ яратабыҙ, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттең һаулыҡтарына зыян килтереүе тураһында борсолабыҙ, тәмәкенең зыяны тураһында аңлатабыҙ һәм үҙебеҙҙе ошо насар ғәҙәттән ҡурсалайбыҙ.

Тәмәке тартыуҙы нисек тыйырға? Мәҫәлән, Пекин мәктәптәрендә тәмәке тарта башлаған уҡыусыларҙы яза көтә: улар сәғәттәр буйы велотренажерҙа шөғөлләнергә тейеш. Педагогтар фекеренсә, был алым уҡыусыны, беренсенән, тәмәке тартыу тураһындағы уйҙарҙан ситләштерә, икенсенән, спорт менән дуҫлашыуға этәрә.

Һеҙ был йүнәлештә ниндәй профилактик сара тәҡдим итер инегеҙ? Был һеҙгә өйгә эш.

Рефлексия. Әгәр ҙә һеҙгә тәмәке тартып ҡарарға тәҡдим итһәләр, нисек яуап бирер инегеҙ? (Яуаптар.)

Уҡытыусы. Таҡтаға ҡарағыҙ: бына ниндәй плакат килеп сыҡты. Бөгөнгө дәрестә һеҙ үҙегеҙҙең нимәгә яуаплы икәнегеҙгә төшөндөгөҙ? Тәмәке тартыу – ҡурҡыныс ғәҙәт икәненә инандығыҙмы? Нимә белдегеҙ, нимә уйландырҙы? (Яуаптар.)

Р.А. СОЛТАНОВА,
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының
башҡорт гимназия-интернаты педагог-психологы


Читайте нас: