Мин 11 балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. 5-се баламын, йәғни иң урталыҡта, ышыҡ урында. Үҙебеҙ тотош бер класс инек. Һаҡмарҙа һыу инеүҙәр, балыҡ тотоуҙар, ярышып, еләк-емеш йыйыуҙар, бесән сабыуҙар, ата-әсәйебеҙ алдында концерт ҡуйыуҙар – бәхетле бала сағым хәтирәләре!
1967 йылда тыуған ауылымдағы Буранбай башланғыс мәктәбенең I класына уҡырға барҙым. Мәктәпкә әсәйем етәкләп алып барҙы. Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ, Беренсе Этҡол урта мәктәбендә уҡығандан һуң ике йыл колхозда чабан, кочегар, комбайнсы булып эшләп алғас, Өфөгә атайым етәкләп алып китте. Ауыл хужалығы институтының механика факультетына. Атайымдың теләге шулай ине. Миңә ауылдашым, мәшһүр шағирыбыҙ Рәйес Түләк тә ҡушылды. Әммә яҙмыш беҙҙе бөтөнләй икенсе юлдан алып китте, дөрөҫөрәге, әҙәби ижадҡа ынтылыу һөҙөмтәһендә, механика факультетында бер йыл уҡығас, күңел ҡушыуы буйынса үҙ һуҡмағыбыҙҙан атланыҡ. Мин – Башҡорт дәүләт педагогия институтына, Рәйес Башҡорт дәүләт университетына юлландыҡ.
Артабан әрмелә, республикабыҙҙың төрлө гәзит-журналдар редакцияларында, Башҡортостан радиоһында, телевидениеһында, Яҙыусылар союзында хеҙмәт иттем. 4 шиғыр, 4 проза, тағы ла бер нисә публицистика китаптарым сыҡты. 1992 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул ителдем.
Үҙ тормошомда нимәгәлер өлгәшкәнмен икән, тимәк, уҡытыусыларымдан уңғанмын. Улар: Зәбихулла Нәүширбанов, Мостафа Ҡотосов, Зариф Бикҡолов, Рәүеф Бикташев, Әминә Бикташева, Зәһүрә Байтурина, Зөбәйҙә Ҡолмурзина, Әхмәҙулла Хәсәнов, Нурмөхәммәт Байрамғолов, Юлай Моратов һәм башҡалар. Рәхмәт уларға!
54-се күҙәтеүем: “Уҡытыусыңды “ерлә!”
Уҡытыусы һөнәре Хоҙайҙан, тиҙәр. Дөрөҫтөр. Сөнки тәүгеһе Хоҙайҙан булһа, башҡа һөнәрҙәр уҡытыусынан. Уҡытыусыны беҙ мәктәптә һабаҡ биреүсе, дәрес уҡытыусы кеше тип кенә аңлайбыҙ, әммә уның мәғәнәһе киңерәк. Халҡыбыҙҙа “Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел” тигән әйтем бар. Ысынлап та, һәр кем беҙгә һабаҡ бирә. Хатта беҙ яуыз, насар кешегә ҡарап та, уның кеүек булырға ярамай тигән ғибрәт-һабаҡ алабыҙ. Тимәк, насар кеше лә – беҙгә уҡытыусы.
Тағы бер ҡыҙыҡлы фекер. Режиссер Айрат Әбушахманов һөйләгәйне. Польшала Люпа тигән бер режиссер биш йыл буйы режиссерҙар әҙерләгән. Уҡыуҙы тамамлар алдынан диплом спектаклендә уҡытыусы студенттарына шундай шарт ҡуя: спектакль башланыр алдынан улар мотлаҡ рәүештә сәхнәгә табут сығарырға тейеш. Табутҡа “Люпа” тип яҙылған. Бында шундай мәғәнә һалынған: һин биш йыл үткәс, уҡып сыҡҡас, уҡытыусыңды ерләргә тейешһең. Шулай итмәһәң, ғүмерең буйына уҡытыусыңдың хыялдарын тормошҡа ашырырға тейеш булаһың. Ул сағында үҙ юлың булмай.
59-сы күҙәтеүем: “Һандуғас һайраны”
Кисә ҡыҙым әсәһенә: “Әсәй, һинән матурлыҡ борҡоп тора”, – тип әйтеп һалмаһынмы. Кемдән – өйрәнгәндер, ҡайҙан отҡандыр “борҡоу” һүҙен? Был һүҙҙәр яңғырағанда йортобоҙ эсендә һандуғас һайраны!
71-се күҙәтеүем: “Алданған егет”
Кисә кис супермаркетта 10 йәштәр самаһындағы үҫмер һатып алған икмәген магазиндан сыҡҡан урындағы контроль үлсәгескә һалып үлсәне лә: “Мине теүәл 8 грамға алданылар”,– тине. «Нимә, икмәгеңдең ауырлығы кәмерәк килеп сыҡтымы әллә?» – тип һораным тегенән. “Юҡ, этикеткала 300 грамм тип яҙылған, ә үлсәгестә 308 грамм”, – ти үҫмер. Янына килдем. Ул тағы ла тауарын күҙем алдында үлсәп күрһәтте. Мин уға: “Һинең файҙаға бит, 8 грамға оттоң, ниңә ҡайғыраһың?” – тием. Әммә үҫмер һис тә бирешергә теләмәйенсә: «Юҡ, мин алдандым», – тине лә китеп барҙы.
...Оҙаҡ уйландым. Ә бит үҫмер дөрөҫөн әйтте. Кем белә, бәлки ул тәүге тапҡыр ошондай хәлгә тарып, күңеле менән быны ҡабул итергә теләмәйенсә, күңел ихтилалы кисергәндер. Кеше бит ошо рәүешле алданырға һәм алдашырға өйрәнә...
157-се күҙәтеүем: “Ыштанһыҙ һалдаттар”
Йығылып ятып, сәғәттәр буйына көлөрлөк, көлөп, йығылып иларлыҡ был ваҡиға хаҡында миңә күренекле ауылдашым, билдәле таусы-геолог Рәсих Әғзәм улы Хәмитов һөйләне. Ошо ҡыҫҡа ғына сюжеттан “Еңмеш” һымаҡ фильм төшөргәндә, бар донъя йығылып ятып көлөр, көлөүенән туҡтай алмай ҡолап китеп илар ине.
Ваҡиға Рәсих ағайҙың бала сағында була. Бер көндө колхоз бригадаһында әбйәшник (объездчик) булып эшләүсе Буранбаев Ғилман олатай ауылдың бер осонда һыбай килә ята. Буденныйҙыҡы һымаҡ мыйыҡтары ла бар үҙенең. Шул саҡ Рәсих ағайҙың күршеһе мәрәкәсел Үтәбаев Мөбәрәк олатай шул тирәлә уйнап йөрөүсе малайҙарға: “Ана, Ғилман ҡарт килә ята. Хәҙер генә урамға сығып теҙелеп баҫығыҙ ҙа, ыштанығыҙҙы төшөрөп, уға честь биреп ҡалығыҙ. Шулай итмәһәгеҙ, хәҙер малығыҙҙы алып барып бикләп ҡуя ла, әпсәгеҙҙән әрләнәһегеҙ. Һөтһөҙ, ойотҡанһыҙ тороп ҡаласаҡһығыҙ. Нимәгә аңшайып ҡаттығыҙ, тиҙерәк өлгөрә һалығыҙ”, – тип йәүкәләй һала.
Малайҙарҙың йөрәгенә ут ҡабыҙыу өсөн етә ҡала уның был иҫкәртеү һүҙҙәре. Ихатала уйнап йөрөүсе Шәфҡәт, Тәлғәт, Мөҙәрис, Рәсих, Ҡорбанғәли, Дамир атлы малайҙар урам буйына сығып теҙелеп баҫа һәм Мөбәрәк олатай әйткәнде бар тулылығында, хатта арттырыбыраҡ үтәй. Һе, һәр ҡайһыһы үҙенең һыйырын бикләнеүҙән һаҡлап ҡалырға, бының менән әсәһенән маҡталырға тырыша бит. Честь биреүҙең дә нимә икәнлеген бик яҡшы белә малайҙар. Клубта күрһәтелгән “Чапаев” киноһын да күргәндәре бар.
229-сы күҙәтеүем: “Ысул маҡсатты аҡлай...”
Яңыраҡ бер таныштарыма барып инһәм, өй тулы башҡорт балалары урыҫса һөйләшә. Яндарында өлкән апалары, өләсәләре (кемеһенәлер ҡартәсәй) ултыра. Килеп ингәс тә, кескәйҙәрҙең туған телдәрендә аралашмауы хаҡында әйтеп, үҙ дәғүәмде белдерҙем.“Нимәләр генә эшләп ҡараманыҡ, барыбер тыңлашмайҙар”, — тине өлкәндәр бер-береһенең һүҙен йөпләп.“Хәҙер үҙем уларҙы башҡортса һөйләштерәм”, — тинем еңемде һыҙғанып... “Кем башҡортса һөйләшмәй, шул Һаҡмарға һыу инергә бармай”, — тиеп әйтеүем генә булды, кескәйҙәр бер-бер артлы туған телендә тәтелдәп, һандуғастай һайрашырға тотондо.
“Һаҡмарға барғас та, кем дә кем башҡортса һөйләшмәй, шул йөҙөргә өйрәнә алмай...”. “Барабыҙ, һөйләшәбеҙ...”. Апалары уларҙы машинаға ултыртып Һаҡмарға алып китте. Бер аҙҙан үҙем дә барҙым йылғаға. Үҙ туған телдәрендә сутырҙай-сутырҙай өйрәк, ҡаҙ һымаҡ сумып һыу ингән кескәйҙәрҙе күреп күңелем тулды. Күҙәтеүемдең һығымтаһы: кескәйҙәргә маҡсат ҡуя ғына бел икән! Ысул маҡсатты аҡлай...
240-сы күҙәтеүем: “Ҡыҙҙар беҙҙе нисек һайлай?”
Беҙ, ир-аттар, йыш ҡына, “буласаҡ кәләштәребеҙҙе үҙебеҙ һайлап алабыҙ”, тип хаталанабыҙ. Әгәр ҙә ҡыҙ кеше, һиңә кейәүгә сыҡмайым, ти икән, ней нәмә эшләй алабыҙ инде? Бал ҡорттары һәм бөркөттәр донъяһы был йәһәттән бик ҡыҙыҡлы. Инә бал ҡорто умартанан сығып һауаға күтәрелә, ҡайһы ата ҡорт уны ҡыуып етә ала, шуның менән ҡауыша. Инә бөркөт иһә ағас ботағын тырнаҡтарына эләктереп, һауаға күтәрелә. Шунан уны ысҡындыра. Парлыҡҡа дәғүә итеүсе ата бөркөт ботаҡты, ергә төшмәҫ элек, тотоп ала. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана, инә бөркөт һынауҙы уңышлы үтә алғаны менән генә парлаша. Урынлы һорау тыуа: ни өсөн ул себештәренең буласаҡ атаһын тик ошо юл менән һынай икән?
Себештәрен осорға өйрәткәндә кәрәк икән ата бөркөттөң был һәләте. Тик ата-инәһе килтергән ризыҡ менән генә ояла туҡланып ятыусы себештәргә ризыҡ бирмәй башлайҙар бер саҡ. Аслыҡ үҙенекен итә. Етмәһә, ата бөркөт менән инә бөркөт оя янындағы ағас ботағына ултырып, килтергән ризыҡты үҙҙәре ашарға керешә. Себештәрен ошо рәүешле тамшандыра улар. Себештәр, билдәле, уларға ынтыла, шунан ояның ситенә сығып, ергә ҡолай башлай. Шул саҡта ата бөркөт таш кеүек ергә шыҡыйып, себеше ергә төшөп йәнселмәҫ элек һыртына ултыртып алып, кире ояға алып менә. Осорға өйрәнеүҙең тәүге күнекмәләре ошо рәүешле башлана.
Һе, ҡыҙыҡ, ә ҡыҙҙар беҙҙе нисек һайлай икән?
244-се күҙәтеүем: “Уҡытыусыларҙың мәктәп формаһы, йәки Ни өсөн ашҡа тоҙ һалалар?”
Афарин, «Юлдаш» радиоһы егеттәре! Зарланырға юл ҡуймай, ҡыҙыҡлы темалар табып ҡына торалар! Бөгөн “Мәктәп уҡытыусыларына берҙәм форма кәрәкме?” тигән теманы әңгәмәгә сығарҙылар. Шәхсән үҙемә килгәндә, мин быны хуплайым да, ҡаршымын да. Хуплайым шуның өсөн, берҙәм форма мәктәптә, урамда, йәмәғәтселек урындарында уҡытыусыны таныулы итәсәк. Икенсенән, әрмеләге кеүек үк, берҙәм форма тәртипкә, дисциплинаға өйрәтә, сөнки форма йөкмәткене лә билдәләй. Ҡаршымын: һәр уҡытыусының үҙ йөҙө, индивидуаль стиле бар, берҙәм форма шуны юҡҡа сығармаҫ, тип кем әйтер?
Шундай сағыштырыу. Йә, әйтегеҙ, ни өсөн ашҡа тоҙ һалалар? Автоматик яуап шулай яңғырар ине: аш тәмле булһын, тоҙо сыҡһын өсөн! Дөрөҫ, әммә иң мөһиме — ашҡа тоҙҙо башҡа еҫтәрҙе ҡаплар, юҡҡа сығарыр өсөн (әйтәйек, ит бешергәндә ҡан еҫен юҡҡа сығарыр өсөн) һалалар. Тап шуның кеүек кеше кейемде башҡалар алдында матур күренер, бер үк ваҡытта, идеаль атлетлыҡҡа тап килеп бөтмәгән “етешһеҙлектәрен” ҡаплар өсөн дә кейә, һайлай. Ә инде уҡытыусылар өсөн берҙәм форма быға булышлыҡ итер, тип, йә, кемегеҙ әйтә ала?
257-се күҙәтеүем: “Әсә бала тапмаһа, үҙендә шәхесте үлтерә”
“Юлдаш” радиоһы егеттәре тағы ла ҡыҙыҡлы: “Ғаиләлә баш бала бәхетлерәкме, уртансыһымы, әллә кинйәһеме?” тигән темаға әңгәмә ҡорҙо. Бик ваҡытлы һәм кәрәкле һөйләшеү. Психологияла “доминанта” (“өҫтөнлөк итеү”) тигән төшөнсә бар. Уның буйынса әгәр ҙә әсә кеше һаулығы һәм йәш мөмкинлеге еткәнсе бала тапмаһа, үҙендә йәмғиәт һәм милләт өсөн кәрәкле булған шәхесте “үлтерә”. Ни өсөн тигәндә, шәхес тәрбиәләнһен өсөн коллектив кәрәк. 2 бала коллектив була алмай, бының өсөн кәмендә 3 һәм унан да күберәк ағзаның булыуы шарт. Психологтар: “Шәхес – шәхес-ара мөнәсәбәттәр ансамбле”, тип тә әйтә.
Ошонан сығып ҡараһаҡ, ансамбль ағзалары ни тиклем күп булһа, улар башҡарған көй ҙә, йыр ҙа аһәңлерәк, көслөрәк. Ул көй, ул моң ана шул шәхес ул! Дәлиле кәрәкме? Бына: 1 бала мәғлүмәтте ата-әсәһенән алып үҫешһә, 2-се бала тәүге бала туплаған әҙер мәғлүмәтте файҙаланып, тиҙерәк үҫешә, 3-сө бала тәүге ике баланың мәғлүмәтенә һәм тәжрибәһенә таяна. Артабан — арифметик прогрессия...
265-се күҙәтеүем: “Ирен хурлаған – балаһының юлын япҡан”
Йортондағы табын артына ниндәй генә затлы ҡунаҡтар килеп ултырмаһын, иң тәүҙә иренең алдына йылмайып килеп ризыҡ ҡуйған мөләйем ҡатынды беләм. Яйын тап килтереп, үҙенән бер һорашҡайным, ул: “Ҡунаҡ һәр саҡ китә. Балалар ҙа ҡунаҡ, ваҡыт еткәс улар ҙа һинән китергә тейеш. Ә минең янда хужам һәр саҡ ҡала. Хөрмәт, ихтирам тойғолары күрһәтеүҙән...” — тип аңлатты ул. Идеаль кешеләр булмай, етешһеҙлектәр һәр кемгә лә хас. Әммә был ҡатын бер ваҡытта ла башҡалар алдында ирен хурламай, уның күркәм холоҡтарын ғына бәйән итә.
Уның фекеренсә: “Ирен хурлаусы ҡатындар атайҙарының урынын күрмәй үҫкән. Һөҙөмтәлә, ир ҡәҙерен белмәгән бисәләр формалаша. Ундайҙар шул ир менән торғанын, шуның менән ятып йоҡлағанын, бала тапҡанын һәм, әлбиттә, бер ваҡытта ла иренән китә алмаҫын аңламай. Икенсенән, ирен хурлаған ҡатындар балаларының юлын яба...”.
Мөләйем ҡатындың “Балаларының юлын яба...” тигәне лә аңлашыла торғандыр. Башҡалар, быларҙың балаһы барыбер шул “хурлыҡлы” атаһына оҡшаясаҡ, тип һис шикһеҙ уйлай, әлбиттә.
Был ғаиләлә тыуып үҫкән балалар иһә һәр ҡайһыһы тормошта үҙ юлын тапҡан, өлгөлө ғаилә ҡорған, үҙ балаларын үҫтерә, ата-әсәләрен ихтирам итә, итәғәтлеләр, олоно оло, кесене кесе итә белә...