(Ике күренештән торған драма)
Мөхәмәтша – Нәҙершаның атаһы.
Өммөкамал – Нәҙершаның әсәһе.
Нәҙерша – мөғәллим егет, һуғышҡа саҡырылған һалдат.
Спектакль мәктәп уҡыусылары, интернат системаһында тәрбиәләнгән балаларға тәғәйенләнгән. Ысынбарлыҡҡа нигеҙләнеп яҙылған ваҡиға 1941 йылдың йәй айҙарынан Бөйөк Еңеү көнөнә тиклем бара.
Талғын ғына ағылған ҡурай моңо аҫтында шаршау асыла. Йәйге эҫе көндәрҙең береһе. Ҡапма-ҡаршы ултырып Мөхәмәтша менән Өммөкамал сәй эсәләр.
Мөхәмәтша. Ҡарсыҡ, донъялар былай булып үҙгәрер тип кем уйлаған. Был Гитлер тигән яуызың туя торған нимә түгел икән. Ҡәһәрең, яман аждаһа кеүек, ҡала артынан ҡала, ауыл артынан ауыл баҫып килә. Етмәһә, юлында осраған бөтөн нәмәне яндыра, ҡыйрата, юҡҡа сығара. Йәп-йәш балаларҙың йәндәре ҡыйылыуы бигерәк үҙәкте өҙә.
Өммөкамал. Эй атаһы, ҡуй инде. Ғәҙелшабыҙҙан хат-хәбәр ҙә юҡ бит әлегә ҡәҙәр. Иҫән-аман ғына була күрһен инде балаҡайым. Көнө-төнө хоҙайҙан шуны ялбарам. Ярай әле, шәкерт булғанғамылыр инде, Нәҙершамды алманылар һуғышҡа. Алып китә күрмәһендәр, тағы бер йыл уҡыһа минең улым мөғәллим булып сығасаҡ, аллаһ бирһә.
Мөхәмәтша. Әсәһе, һинең һүҙҙәреңдә дөрөҫлөк бар барлығын, әммә ләкин Тыуған илде дошмандарҙан һаҡлағанда, минең уйымса, көллө халыҡ дошманға ҡаршы күтәрелергә тейеш. Әҙерәк ҡартайып киттем, яуға үҙем китер инем бөгөндән.
Өммөкамал. Кит, юҡты һөйләп ултырма, ана башҡалар һуғышһын! Яуға минең бер улым киткән икән, шул еткән. Ә һиңә ҡалһа, өйҙә аяҡтарыңды һөйрәп саҡ йөрөйһөң бит!
Мөхәмәтша. Ҡуй ҡарсыҡ, һин улай мине иртә ысписауат итмә әле. Дошман менән көрәшерлек хәлем бар әле минең.
Ҡайҙа, аҙыраҡ ял итеп алайым әле. Ашап алғас бер килке хәл һүлпәнәйҙе.
Өммөкамал. Ярай, атаһы, ятып тор, хәл йый. Ҡура тирәһендә эшең дә етерлек.
Эй хоҙайым, был һуғышы ҡасан ғына бөтә инде. Йәндәй күргән балаларға «похоронка» килә бит! Хоҙайғынам, үҙең сабырлыҡ бир, балаларын юғалтҡан әсәләргә.
Тышта йөк машинаһы килеп туҡтаған тауыш ишетелә. Өйгә гимнастерка кейгән Нәҙерша йүгереп инә.
Нәҙерша. Әсәй, һаумы! (Килеп әсәһен ҡосаҡлай.)
Өммөкамал. Эй балам, Нәҙершам ҡайтҡан да баһа. Нимә менән ҡайттың һуң, балам?
Нәҙерша. Әсәй, тик һин хафаланма, кисә миңә фронтҡа китергә повестка бирҙеләр. Тышта машинала минең менән фронтҡа китеп барған иптәштәрем көтә. Мин юлға аҙыҡ-түлек алырға ғына керҙем, әсәй.
Өммөкамал. Эй балам, ҡайҙа атайыңды уятайым, яңы ғына ятҡайны ял итергә.
Нәҙерша. Әсәй, ҡуй, атайҙы уятма, йоҡлаһын әйҙә. Беҙ бит оҙаҡҡа түгел, күп булһа бер-ике айҙан дошманды еңеп әйләнеп ҡайтырбыҙ. Шул ваҡытта атай менән яйлап ултырып һөйләшербеҙ әле, әсәй. Ә хәҙергә мин ҡабаланам, иптәштәрем көтә.
Өммөкамал. Эй балам, балам, шулай итеп көтмәгәндә генә фронтҡа алырға булдылармы (күрһәтмәҫкә тырышып күҙ йәштәрен һөртөп ала)? Ярай, балаҡайғынам, иҫән-һау күрешергә яҙһын. Бына төйөнсөккә ризыҡ һалдым. Ғәҙелша ҡустыңды осратһаң, сәләм әйт, хат яҙһын, иҫәнлеген белгертһен.
Нәҙерша. Ярай, әсәй, ярай. Һау бул, әсәй! Мин ҡайтырмын, әсәй!
Нәҙерша иптәштәре янына йүгереп сыға. Машинаның сигнал биреп ҡуҙғалған тауышы ишетелә. Өммөкамал үкһеп илап һығылып төшә. Мөхәмәтша уяна.
Мөхәмәтша. Ҡарсыҡ, ни булды ул һиңә? Ни эшләп илайһың?
Өммөкамал. Бабай, әле генә Нәҙершабыҙ фронтҡа ките. Бәүисткәне кисә генә алған. Биләрит ҡалаһынан йөк машинаһына ултырып фронтҡа бергә китеүсе иптәштәре менән килеп туҡтанылар. Юлға аҙыҡ-түлек алып сыҡты.
Мөхәмәтша. Эй ҡарсыҡ, ни эшләп кенә мине уятманың? Улым менән һаубуллаша ла алманым бит (күҙ йәштәрен һөртә).
Өммөкамал. Көймә, ҡарт, «бер-ике ай ҙа үтмәҫ, дошманды дөмөктөрөп ҡайтырбыҙ», тине. Ярай, шул ваҡыттарҙы күрергә яҙһын.
«Священная война» (В. Лебедев-Кумач һүҙҙәре, А. Александров көйө) йыры аҫтында шаршау асыла. Репродукторҙан һуңғы хәбәрҙәр ишетелә. Мөхәмәтша репродукторға ҡолағын терәп тыңлай: «Бөгөн, 16 февралдә, фронттарҙа ҙур үҙгәрештәр булманы. Айырым урындарҙа оборона алыштары дауам итте». Почтальон ҡыҙ Ләйсән килеп инә. Ул бик ҡайғылы ҡиәфәттә.
Ләйсән. Өммөкамал апай-й-й-й, Мөхәмәтша ағай-й-й-й…
Мөхәмәтша. Нимә, ҡыҙым, балаларҙан хат-хәбәр бармы әллә?
Ләйсән. Хат ҡына булһа ине (битен ҡулдары менән ҡаплап илай башлай)…
Мөхәмәтша. Туҡта, ҡыҙым, тыныслан, нимә булды?
Ләйсән. Нәҙерша ағай… Өсөнсө көн килгәйне инде был «похоронка». Бирергә баҙнат итә алмай йөрөнөм. Ҡапҡа төбөгөҙгә әллә нисә килеп киттем. Ҡайҙа ғына итәйем инде мин уны (илай-илай хаты Мөхәмәтшаға тоттора).
Мөхәмәтша. (Хатты ҡалтыранған ҡулдары менән тегеләй-былай әйләндереп ҡарай ҙа кире Ләйсәнгә һона.) Уҡы, ҡыҙым.
Ләйсән. (Илай-илай хатты уҡый.) «Хөрмәтле Латипов Мөхәмәтша Латип улы һәм Латипова Өммөкамал Ғариф ҡыҙы! Һеҙҙең улығыҙ кесе лейтенант Латыпов Нәҙерша Мөхәмәтша улы дошманға ҡаршы барған ҡаты алыштарҙа батырҙарса һәләк булды».
Шул саҡ көтмәгәндә килеп инеп, булған хәлде ишетеп-күреп торған Өммөкамал ҡайғыһынан һығылып төшә. Мөхәмәтша менән Ләйсән уны ике яҡлап ҡултыҡлап ала.
Мөхәмәтша. Илама, ҡарсыҡ. Нишләйбеҙ инде, түҙеүҙән башҡа сара юҡ. Был ҡайғы беҙҙең баштан ғына түгел, бөтөн ил халҡының башынан йөрөй. Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай инде ул. Улдарым яуыз дошман менән алышта һәләк булған саҡта өйҙә ята алмайым. Мин фронтҡа китәм, Өммөгөлсөм.
Өммөкамал. (Ҡайғылы ҡиәфәттә.) Эй Хоҙайым, ҡарт, нишләүең был? Һаулығың юҡ бит бөтөнләй.
Мөхәмәтша. Һуғышта бер-ике дошманды юҡ итһәм дә ил өсөн файҙа булыр. Мине өгөтләмә, Өммөкамал. Иртәгә үк комиссариатҡа һуғышҡа алыуҙарын һорап барам, ғариза яҙасаҡмын.
Шаршау ябыла. Шаршау асылғанда шул уҡ өй эсе. Өҫтәлдә Нәҙершаның хаттары ята. Өҫтәл артында Өммөкамал хат уҡып ултыра.
Сәхнә артында Нәҙершаның тауышы.
«Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле атай һәм әсәй! Бына беҙ танкистар курсын тамамлап та сыҡтыҡ. Бергә уҡыған курсанттарҙың бөтәһен дә яңы ойошторолған полкка ебәрҙеләр. Мине Киев ҡалаһынан Станислав исемле егет менән бер экипажға тәғәйенләнеләр. Атай, әсәй, киткәнемә күпме генә ваҡыт үтте, ә мин һеҙҙе һағындым да инде. Оҙаҡламай беҙҙең часты фронтҡа ебәрерҙәр, ахыры. Тиҙерәк ебәрһендәр ине. Үҙегеҙ ни хәлдә? Сәләмәтлегегеҙ нисек? Бирешмәҫкә тырышығыҙ. Хушығыҙ, ҡәҙерлеләрем! Мин ҡайтырмын! Нәҙерша».
Өммөкамал. Балаҡайым, «мин ҡайтырмын», тигәйнең дә, ҡайта алманың шул, яу ҡырҙарында батырҙарса һәләк булдың, ә Ғәҙелша ағайың хәбәрһеҙ юғалды. Балаларыбыҙ артынан һуғышҡа киткән ҡартым Мөхәммәтшам да әйләнеп ҡайтманы. (Илай.)
Шул саҡ кемдер ҡаты итеп ишек ҡаға. Өйгә атылып күрше ҡатыны Маһира килеп инә.
Маһира. Өммөкамал, Өммөкамал, тим ни эшләп бынау шатлыҡлы көндә өйҙә ултыраһың? Еңеү бит, күршекәйем, еңеү! Һуғыш бөткән! Еңеү! (Ҡосаҡлашалар. Репродукторҙан яңылыҡтар тапшыра башлайҙар: «Хөрмәтле иптәштәр, ватандаштар! Фашистик Германияны еңдек! Ҡыҙыл Армия тарафынан теҙләндерелгән фашистик Германия үҙенең еңелеүен таныны һәм һис һүҙһеҙ капитуляция яһауын белдерҙе. Дошманға ҡаршы ҡаты һуғыштарҙа һәләк булған һәм халҡыбыҙҙың азатлығы, бәхете өсөн үҙҙәренең ғүмерҙәрен биргән геройҙарға мәңгелек дан!»).
«Оҙатып вокзалдар ҡаршында» (Р. Әхмәтйәнов һүҙҙәре, Ф. Әхмәҙиев көйө) йыры яңғырай. Сәхнәгә һалдат кейемендә Нәҙерша килеп сыға.
Нәҙерша. Яҙмаған беҙгә бәхеттәр:
Беҙ – һөйөлөп туймағандар.
Тик әсәләр һаман көтә,
Өмөттәрен юймағандар.
Һиҫкәнәләр, беҙҙер тиеп,
Елдәр ҡаҡһа ишек-ҡапҡа,
Улым тере, тере, тиеп,
Ышанмайса “ҡара” хатҡа.
Хәтерҙәрҙә йәшәгәндә
Ябылмаҫтар ҡайтыр юлдар,
Татлы төштәргә инербеҙ —
Шәһит булып ҡалған улдар.
Талпынып, йәнебеҙ осор,
Әсәйҙәр, һеҙ ҡалған яҡҡа.
…Беҙҙе үлем ала алмай
Хәтер тере тотҡан саҡта.
Ә.М. ФӘРРӘХОВА, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы