Бөтә яңылыҡтар

Яугир уҡытыусы, әүҙем йәмәғәтсе

Бөйөк Ватан һуғышы һәм педагогик хеҙмәт ветераны, СССР мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғүмәр Ғилман улы Ғилманов (1919 – 2007) – бар ғүмерен йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә арнаған шәхес.
Бөйөк Ватан һуғышы баш­ланғас, үҙе теләп фронтҡа китергә уйлаһа ла, Ғ. Ғилманов медицина комиссияһынан үтә алмай: аттан ҡолағанда ташҡа бәрелеп һынған беләге ҡыйыш уңалған була. «Кадр» колхозының рәйесе итеп тәғәйенләнә, әммә фронтҡа китеү уйын башынан сығармай һәм 1943 йылдың аҙағында теләгенә ирешә. Аҙаҡ үҙе яҙғанса, «һуғыштың 1418 ауыр көнө һәм төнөнөң тәүге 932-һен тәрән тылда, һуңғы 486-һын фронтта Совет Армияһы сафында» үткәрә. III Белоруссия фронтында уҡсылар дивизияһының батальон парторгы вазифаһында һуғышта ҡатнаша кесе лейтенант. Кенигсбергты штурмлауҙа бер юлы ике ауыр йәрәхәт алып, госпиталдәрҙә ятып, II төркөм инвалиды булып 1946 йылдың ғинуарында һуғышты тамамлай.
Ғүмеренең 45 йылын мәғарифҡа ба­ғыш­лаған Ғүмәр Ғилман улы 35 йыл Әбйә­лил районының Күсем башланғыс мәктәбе директоры булып эшләй. Тормош ип­тәше Фатима Ғәли ҡыҙы менән уҡы­­тыу­сылыҡ йөгөн бергәләп тарталар. Дүрт малай, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
Тәжрибәле педагог һәм ауылдың иң әүҙем йәмәғәтсеһе Ғ. Ғил­манов йәш быуынға белем биреп кенә ҡалмай, уларҙы ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләүгә күп көс һала. Күсем башланғыс, шулай уҡ ауыл советы үҙәгендәге Ташбулат урта мәктәбендә ойошторолған төрлө сараларҙа, халыҡ алдындағы сығыштарында, матбуғатта донъя күргән мәҡәләләрендә ил тарихындағы данлы һәм шанлы ваҡиғалар хаҡында онотмаҫҡа өндәй, уларҙы йәш быуындың аңына һеңдереп ҡалдырырға тырыша.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө тыныс тормош бәхетенең нисек яуланғанын, уны кемдәр яулағанын белмәгәндәр, тарихҡа вайымһыҙ булғандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең әһәмиәтен кәмһетеп ҡарағандар артҡандан-арта бара. Был оло быуын кешеләрен, бигерәк тә һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын, үтә ныҡ борсой һәм тәрән уйға һала. Улар әлеге заман кешеләренең Бөйөк Ватан һуғышы һөҙөм­тәләрен дөрөҫ аңлауын, күңелдәрендә һаҡланыуын һәм киләһе быуынға еткерә барыуын теләй…», – тип яҙа һуғыш ветераны район гәзитендәге мәҡәләһендә. Педагогтың был һүҙҙәре васыят булып яңғырай һәм актуаллеген юғалтмай.
Ғ. Ғилманов уҙған быуаттың 60-сы йылдарында төҙөгән һәм ололарҙан һорашып аныҡлаған исемлек буйынса Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 43 яугир иҫтәлегенә Күсемдә обелиск төҙөү баш­ланғысы менән янып йөрөй. Ташбулат ауыл хакимиәтенең һәм аҡһаҡалдарҙың хуплауын алғас, фронтовик уҡытыусы булараҡ та, депутатлыҡ бурысы буйынса ла, был яуаплы эште ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә ала. Уның ныҡышмалылығы һәм ауыл халҡының берҙәмлеге ошонда һынала – 1967 йылдың йәйендә Күсемдә (ра­йонда беренсе булып!) обелиск асыу тантанаһы оло ваҡиғаға әүерелә. Был сараны республика гәзиттәре киң яҡтырта.
Күсем – 112-се легендар Башҡорт атлы гвардия дивизияһының полк командиры, Советтар Союзы Геройы, генерал Таһир Тайып улы Күсимовтың тыуған ауылы. Батырҙың ауыл мәктәбенә бүләк иткән фотоһүрәтенән башлап (иң тәүге экспонат), ҡаһарман яҡташына ҡағы­лышлы мәғлүмәттәрҙе туплай барған Ғ. Ғилманов мәктәптә башта – стенд, унан – батырға арналған мөйөш, бер-нисә йылдан музей төҙөй. Колхоз (рәйесе – Р.И. Шөғөров) бина һалып биргәндән һуң ауылда Т. Күсимов исемен йөрөткән «Хәрби дан музейы»н булдырыусы һәм, аҙаҡ килеп, шул бинаны реконструкция­лап, илгә күрһәтерҙәй йорт-музей ойоштороусы ла – әүҙем педагог. Генерал Т. Күсимовтың йорт-музейы асыл­ғандан һуң үткән ун йыл эсендә (1998 – 2008) уны егерме меңдән ашыу кеше ҡа­ра­ған. Дивизияның хәтәр ҙә, шанлы ла яу юлдары һәм 1-се полктың эскадрон командиры Бәҙри Мәмбәтҡоловтың Сибайҙа йәшәгән атлы яугирҙар тураһындағы материалдары, полк командиры Т. Күсимовтың шәхси әйберҙәре, Тамъян ырыуының Күсем шәжәрәһе һәм башҡа экспонаттар менән танышҡандан һуң «Тәьҫорат­тар кенәгәһе»нә бихисап рәхмәт һү­ҙҙәре яҙылған. Бына шул иҫтәлек­ле яҙыуҙарҙың бер-икеһен бында телгә алып үтәйек: «Генерал Күсимов – XX быуат Салауаты!» (Салауат районының тарих уҡытыусыһы, һәүәҫкәр рәссам Т. Заһиҙуллин); «Земля Башкортостана – красивая земля. И родятся на ней красивые люди. Таким был Тагир Кусимов» (рәссам П. Возняков).
Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы депутат-йәмәғәтсе, тынғыһыҙ ауыл хәбәрсеһе Ғ. Ғилманов иң тәү сиратта уҡытыусы, тәрбиәсе булды. Күсемдә нисә быуын ауылдаштарын уҡытты ул! Уҡыусыларының әрме хеҙмәтенә киткәндә, хөрмәтле уҡытыусыларының фатихаһын алыуы, ауылға ҡайтҡас та хәлен белергә инеүе матур йола ине. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында мәктәптә көндөҙ балалар уҡытһа, кисен уларҙың ата-әсәләренә һабаҡ бирҙе мөғәллим. Өйгә ҡайтҡас та әле төн уртаһына ҡәҙәр яҙышыр ине. Уға Өфөнән дә, Ас­ҡарҙан да тормошсан темаларға мәҡәләләр яҙыуын һорап хаттар килде. Педагогик тәжрибәһе менән уртаҡлашыуын һорап, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы йыш мөрәжәғәт итте. Журналда донъя күргән мәҡәләләренең бер нисәһе: «Аҙ комплектлы мәктәптә башҡорт телен уҡытыу тәжрибәһенән» (1966 йыл, №3), «Аҙ комплектлы мәктәп шаттарында ата-әсәләр менән эш» (1967 йыл, №6), «Октябряттар һәм пионерҙар менән эшләү» (1969 йыл, №4), «Яңы талаптар юғарылығында» (1977 йыл, №8), «Аҙ комплектлы мәктәптә эшләүҙең ҡайһы бер үҙенсәлектәре» (1978 йыл, №9) һәм башҡалар. Педагог яҙмалары, әлбиттә, былар менән генә сикләнмәй. Ғ. Ғилманов ғүмере буйына яҙған. Яҙмаларында, көндәлектәрендә – ауыл яҙмышы, тыуған төйәктең ер-һыу атамалары тарихы һәм уларҙы һаҡлау, тел һәм тарихи тәрбиә, үҙ шәжәрәңде белеү зарурлығы, ер һатыу касафаттары, тирә-яҡ мөхиттең бысратылыуы, Мауыҙҙы, Сабаҡты, Ҡарабалыҡты, Үләнде күлдәренең ерле халыҡтың ҡулынан ысҡыныуы, күл буйҙарындағы тәүтормош кешеләренең торлағы булған тәбиғәт ҡомартҡыларының Магнитогорск предприятиеларының ял зонаһына әйләндерелеүе йәнен әрнетә аҡһаҡалдың.
Әле бынан биш йыл элек, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгән осорҙа, ейәне Салауат Рафаил улы Ғилманов, интернет селтәре аша эҙләнеп, олатаһының – уҡсылар батальоны политругы кесе лейтенант Ғүмәр Ғилмановтың – 1945 йылдың апрелендә Кенигсбергты штурмлауҙа күрһәткән батырлығы өсөн I дәрәжә Бө­йөк Ватан һуғышы ордены менән наградланыуы тураһында Оборона министрлығының архив документтарын тапты. Әлбиттә, награда үҙ ваҡытында эйәһенә килеп юлыҡмаған – Ғ. Ғилманов был мәлдә Германияның Тильзит ҡалаһында госпиталдә ятҡан була.
Фронтовиктың өлкән улы Рафаил награда тураһында Рәсәй Оборона ми­нистр­лығы архивына яҙып та ҡараған, әммә, ыңғай яуап булмағас, ул да онотола.
Ҡырҡты тауҙарына ышыҡланып ҡына ятҡан Күсем ауылында ил батыры Таһир Күсимовтың йорт-музейында яуҙа ятып ҡалған ауылдаштарҙың да, еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан ветерандарҙың да яҡты иҫтәлеге ҡәҙерләп һаҡлана. Яҙмамды Таһир Күсимовтың 1985 йылдың майында тыуған ауылы Күсемдә «Хәрби дан музейы» асылыу айҡанлы яҡташтарына яҙған рәхмәт хатынан өҙөк менән тамамлайым (уны легендар шәхес нисек яҙған, тәржемәһеҙ генә биреү дөрөҫ булыр): «Особо хочется искренне поблагодарить ветерана войны и труда товарища Гильманова Гумера Гильмановича. Это он – неутомимый труженик, не жалея сил и энергии, постоянно заботился и заботится о восполнении музея соответствующими экспонатами, серьезно и небезуспешно занимается историей своего края и его людей. Спасибо ему за его бескорыстный и благородный труд. 29/V – 1985 г. г. Уфа».
Был генерал Т.Т. Күсимовтың ауылдашы, уҡытыусы, яугир-ветеран Ғүмәр Ғилман улы Ғүмәровҡа биргән ихлас баһаһы.


Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Читайте нас: